- Китсәле, ошо ла булдымы йыр! Өйрәнеп алдылар шиғырҙы көйләп һөйләргә... - Матур йыр тыңлап, моңланып йөрөгән еренән, икенсеһе башланыу менән атайым, йәне көйөп, радионы һүндереп ҡуя.
- Беҙ бәләкәй саҡта бригадир әсәйемде эшкә саҡырып килә лә, һүҙен беҙ аңламаһын өсөн йырлап әйтә торғайны. Әсәй эшкә китеүен аңлап ҡалһаҡ, беҙ мыжый башлағанды белеп, Фәйзрахман ағай ошолар ише мөңрәп һөйләште, - уға әсәй ҙә ҡушылып китә.
Йырҙың йыртығы юҡ, тиһәләр ҙә, бөгөн уның сейле-бешле, өҙөк-йыртыҡтары сәхнәнән дә, телевидение-радионан да йыш яңғырай. Мин үҙем йырҙың һүҙҙәренә иғтибар итәм, сөнки уның мәғәнәһе көйгә түгел, ә тап һүҙҙәргә бәйле.
Беҙ үҫмер саҡта Фәнис Солтанғоловтың "Бәшмәк" йыры бик популяр булды, уның ни хаҡында икәне мөһим дә түгел ине, буғай, көйө дәртле булғас, йәштәр уны көн-төн тыңлап кинәнде. "Һине алып тоҙлайҙар, бешерәләр, ашайҙар", "Аяҡта килеп сыҡты бәшмәк" кеүегерәк һүҙҙәрҙән тора ул ижад емеше. Уның тағы ла береһенән-береһе мәғәнәһеҙерәк "Серәкәй", "Тәпешкә", "Ҡайтып кит, давай, давай" тигәндәре лә бар.
Бөгөн йырсылар күп, улар ана шул Фәнистең "бәшмәге" кеүек, ҡайҙандыр килеп сығып торалар, эстрадабыҙҙы береһенән-береһе мәғәнәһеҙ йырҙар менән тултыра торалар. "Иртәнге сәғәт биштәрҙә мин һиңә ҡуна барам", "Серле донъяңдың ишеген ас әле, серле донъяңа кистәрен ҡас әле" тигән һүҙҙәрҙе һәр кем үҙенсә аңлай торғандыр, моғайын. Мин иһә уларҙы бөтөнләй ҡабул итмәйем. Эстрадабыҙҙың сағыу пары үҙенең бер йырында "Һөймәгәнгә һөйкәлмәнек, сит йәрҙәргә һикермәнек" тип йырлай. Сәхнә йондоҙҙары ни хаҡында йырлағанын үҙҙәре ишетәме икән, тип уйлап ҡуяһың. Тамашасы уларҙы тышҡы ҡиәфәтенә, кейеменә ҡарап ҡына ҡабул итмәй бит, тәү сиратта, ни тураһында йырлауына иғтибар итә. Мәҫәлән, берәү "Һүндермәйек усаҡтарҙың ҡуҙ-көлөн" тип моңлана. Ул көлдөң тап усаҡ һүнгәндән һуң тороп ҡалғанын аңламай, күрәһең.
Татар телле авторҙарҙың йырҙарын башҡортсаға ауҙарып яңғыратҡандар ҙа байтаҡ бөгөн. Бының бер насарлығы ла юҡ, әлбиттә, тик һөйләшебеҙ оҡшаш булһа ла, һүҙҙәрҙең яҙылышы төрлөсә бит. Мәҫәлән, шул рәүешле кәмәбеҙ "көймә"гә әйләнеп китә, барайыҡ урынына "барыйк" килеп сыға.
Йәш йырсы "Күрешәйек, туғандар" урынына "Күрешәйек, тыуғандар" тип моңлана. Ике һүҙ араһындағы айырманы уға аңлатыусы кеше булмағандыр, күрәһең.
Бер һүҙҙе әллә нисә тапҡыр ҡабатлап, сәхнәне арҡыры-буй иңләгәндәр ҙә күбәйҙе хәҙер. Бер башҡарыусы ҡыҫҡа ғына йыр дауамында "яратам" һүҙен әллә 68, әллә 98 тапҡыр ҡабатлай. Махсус һанап ултырған инем, яҙып алмағас, хәҙер онотолған инде. Уйлап ҡараһаң, ул сәхнәнән ҡысҡыра торған (был осраҡта тап ҡысҡыра торған!) түгел, ә ике кеше араһында бик уйлап ҡына әйтелергә тейешле һүҙ.
Күптәрҙең яратҡан йырында ошондай һүҙҙәр бар: "Күңелемдең күркен яулай алмай бер кем". Ундағы "түрен" тора-бара ни сәбәплелер "күркен" булып китте лә, төҙәтелмәй ҡалды. Бөгөнгө йәш сәхнә йондоҙҙары ла уны шул хаталы көйөнсә башҡара. Һанай китһәң, күп инде ул беҙҙә өҙөк-йыртыҡ, сейле-бешле йырҙар. Башҡорт эстрадаһының бәҫен тоторлоҡ, мәғәнәле йырҙары менән тамашасы күңелен яуларлыҡ, тәрән мәғәнәле йырҙар башҡарған, үҙ эшенә яуаплы ҡараған сәхнә йондоҙҙарыбыҙ ҙа бар беҙҙең. Уларҙың бөтәһен дә бер ҡалыпҡа һалып ҡарау һис дөрөҫ түгел. Тик һүҙ, аңлауығыҙса, улар хаҡында булманы.
Лена ХӘЙРУЛЛИНА.