+29 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар

«Героиняларымдың һәр береһенә күңел йылымды, холҡом үҙенсәлектәрен һалып, яҙмыш бүләк иткәнмен»

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры актрисаһы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Гөлфиә Рафиҡова 1992 йылда Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлай һәм ижад юлын Йәш тамашасылар театрында башлай (әлеге Мостай Кәрим исемендәге Милли Йәштәр театры). 1998 йылда Гөлфиә Рафиҡова Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрына эшкә саҡырыла. Актрисаның ғүмер баҫҡыстарын, ижади уңыштарын, ғаилә шатлыҡтарын бергә барлайыҡ… – Гөлфиә, бер театрҙан икенсе театрға күсеүҙе нисек ҡабул иттең? Ни тиһәң дә артистар өсөн икенсе эшкә күсеү – бер коллективты икенсеһенә алмаштырыу ғына түгел, сәхнәгә, партнерҙарыңа, хатта тамашасыларға ла өйрәнергә кәрәк… – Ул ваҡытта Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының художество етәксеһе Азат Нәҙерғолов ине. Мине, Сара Буранбаеваны һәм Азат Йыһаншинды ул эшкә саҡырҙы. Бөгөн дә беҙ Азат Әхмәҙулла улына сикһеҙ рәхмәтлебеҙ, беҙҙе оло сәхнәгә алып сыҡты, ижадыбыҙҙа яңы баҫҡысҡа үрләтте. Башҡорт академия драма театрында эшләргә теләү, әлбиттә, һәр бер актерҙа булһа ла, был ҡыйыу аҙымды эшләгәндә мин бик ныҡ икеләндем, һуңынан, театрға күсеп эшләй башлағас, ни өсөн ҡурҡҡанымды аңламаным. Башҡаларҙың үҙеңә ҡарата мөнәсәбәтен һин үҙең тыуҙыраһың икән – минең осраҡта ла шулай булды, кешеләргә ихтирам менән ҡарауым коллективҡа ылығып китергә ярҙам итте. Минең тәбиғәтем шулай: бер өйрәнгән ерҙән айырылыу ҡыйын, тамыр йәйеп китәм дә, ҡуптарылып икенсе ергә күсеү ҙур проблема булып баҫа алдыма. Ул ваҡытта Сара һәм Азат менән бергә эшкә килгәс, бер-беребеҙгә таяу – терәк тә булып торҙоҡ. Сәхнәлә күберәк Азат менән дуэтта уйнарға тура килде, партнер булараҡ ул миңә терәк булды, ярҙам итте. Ә Сара менән әле лә бер грим бүлмәһендә ултырабыҙ, сәхнәлә – партнер, тормошта – яҡын әхирәт, ижадта аҡыллы кәңәшсе ул миңә. – Йәштәр театрында «Салауат» (Мостай Кәрим) спектаклендә Гөлнәзирә, «Мөхәббәт тураһында йыр»ҙа (Әнғәм Атнабаев) – Гөлнар, «Таһир һәм Зөһрә»лә (Ф.Бурнаш) – Зөһрә, «Ҡәһәр һуҡҡан мөхәббәт»тә (Ф.Бүләков) Азалия кеүек героиняларҙы уйнап, төп ролдәргә өйрәнгән актриса инең. Башдрамтеатрҙа үҙ героинялары булғандыр, моғайын… – Ысынлап та, Йәш тамашасылар театрында төп ролдәрҙе башҡарҙым, театр тамашаларын, концерттарҙы алып бара инем, йырлайым да. Шуға унда эшһеҙ торманым, һәр саҡ иғтибар үҙәгендә инем. Академ сәхнәһенә күскәс, артистар уйынына талаптар ҙа башҡа икәненә төшөндөм, үҙем өсөн ижад серҙәрен яңынан аса башланым. «Айгөл иле» спектаклендә Айгөл ролен уйнарға тигән тәҡдим минең күптән көткән Әсә бәхетенә ирешеү мәле менән тап килде. Мин баланы һайланым, тәүҙә ролдән баш тарттым. Шуға күрә Айгөлдө һуңғараҡ уйнарға тура килде. Сәхнәлә минең Айгөлөмдө күргәндәрҙән бик матур һүҙҙәр ишеттем. Бер ваҡыт трансляция аша: «Гөлфиә, тиҙ генә сәхнәгә төш, һине көтәләр», – тип саҡырҙылар. Мин йүгереп төштөм, унда театр белгесе, тәнҡитсе Әминә Аралбаева мине ҡосаҡлап алды ла: «Гөлфиә, афарин, Мостайҙың Айгөлө тап һин уйнағанса булырға тейеш. Киләсәктә лә шулай үҙең яратып уйнарлыҡ, тамашасылар яратып ҡарарлыҡ ролдәрең булһын, ижади сафлығың, күңел таҙалығың бейеклектәргә әйҙәһен!» – тип фатиха бирҙе.  – Ә дөйөм спектаклгә автор үҙе ҙур баһа бирҙе, Мостай Кәрим: «Минең «Айгөл иле» пьесаһы буйынса спектакль тап ошо ҡуйылышта күңелемә ятты», – тине. Һинең Айгөлөңдө мин эскерһеҙ тәбиғәт балаһы, бар ғаләмде күңеленә һыйҙырған, ышаныусан, донъяны яҡшы-яманға бүлмәгән, изгелек ҡылыуҙан башҡаны белмәгән таңғы ысыҡтай саф ҡыҙ бала итеп ҡабул иттем… – Миңә лә шулай. Айгөл – тәбиғәтем менән тап килгән роль булды. Фантазияға бирелеп китәм, ниндәйҙер уй-хыялдар илендә йөрөп алам. Мин дә ҡайһы ваҡыт шул «үҙ донъяһы, үҙ иле генә булған Айгөлмөн». Дөрөҫөрәге, тормошта мин Гөлфиә, әммә күңелемдә «Айгөл иле» йәшәй. – Башҡа ролдәреңде лә шулай бар күңелеңде биреп уйнауыңа шаһит булдым. Уйнаған ролдәреңде яратҡан-яратмағанға бүләһеңме? – Героиняларымдың һәр береһенә мин күңел йылымды ғына түгел, үҙемдең холҡомдағы ҡайһы бер үҙенсәлектәрҙе лә һалғанмын, зиһенем аша үткәреп, сәхнәлә яҙмыш бүләк иткәнмен. Шуға күрә уларҙы ниндәйҙер иләк аша үткәреп иң-иңдәрен генә алып ҡала алмайым. Мәҫәлән, Зөлхизә роле. Гөлли Арыҫлан ҡыҙы Мөбәрәкова шул йылдарҙа Рафаэль Сафиндың поэтик драмаһы буйынса «Мөхәббәт һәм нәфрәт» спектаклен режиссер булараҡ сығарҙы. Спектаклдең режиссеры, үҙе актриса булараҡ, минең героиняны үҙенсә күҙаллап миңә ҙур талаптар ҡуйҙы. Репетицияларҙан һуң алып ҡалып, сәғәттәр буйы роль тураһында һөйләшә инек, тормоштан да миҫалдар килтереп, образымды байытыу өсөн күп көс түкте. Ошо аралашыуҙар иң ҡәҙерле иҫтәлек булып ҡалды – ижадта ғына түгел, тормошта ла уның менән яҡынайҙыҡ, бөйөк актрисаның һәм уҡытыусымдың үҙ күңелен асыуы мине ҡанатландырҙы, өмөт бирҙе. Гөлли Арыҫлан ҡыҙының миңә һалған «күңел орлоҡтары» үҫеп сыҡты, башҡа ролдәремде сығарғанда ла ярҙамы тейҙе. Ул спектаклдә Азамат Ғафаров менән эшләнек, Азамат та ролен еренә еткереп, мөкиббән китеп, эшен яратып башҡарыусы актер һәм ышаныслы партнер, шуға күрә беҙҙең Зөлхизә менән Аҙнағол – театр сәхнәһендә тыуған матур бер дуэт булып ҡабул ителде. Айгөл менән Зөлхизә – ошо ике героинямдың тәүге мөхәббәт кисерештәренә, уларҙың күңел сафлығына Мостай Кәримдең «Айгөл иле»ндәге шиғыры ауаздаш: Мин ҡабаттан тыуыр булһам, Шишмә булып тыуыр инем. Сылтыр-сылтыр наҙлап ҡына, Аяғыңды йыуыр инем.   Йөҙҙәреңә генә түгел, Эҙҙәреңә табынамын. Көнгә ҡырҡ тапҡыр һүнеп, Ҡырҡ тапҡыр ҡабынамын.   Ал мине күк, ай янында Йондоҙ булып янайымсы. Осҡан саҡта ҡапыл һүнеп, Ап-аҡ көлгә ҡалайымсы… Бына ошо сағыштырыу «ап-аҡ көлгә ҡалайымсы» тип әйтеү – ул шул тиклем тәрән мәғәнәгә эйә – хатта янғындан һуң да, мөхәббәт нәфрәткә әйләнһә лә, аҡ һәм пак ҡалыу – ул барыһына ла бирелмәй. Беренсе ғашиҡ булыуҙар, алданыуҙар кешенең күңелендә уйылып ҡала. Зөлхизәнең яҙмышы фажиғәле тамамлана – мөхәббәтенә тоғро ҡалып, үҙ-үҙен ҡорбан итә. Бына ниндәй көс бар мөхәббәттә һәм ҡатын-ҡыҙҙа! Минең тағы ла күңелемә ныҡ яҡын ролдәремдең береһе Сыңғыҙ Айытматовтың «Тополек мой в красной косынке» әҫәре буйынса ҡуйылған «Ал яулыҡлы тирәккәйем» спектаклендә Асель роле. Был спектаклде курсташым Рөстәм Хәкимов диплом эше булараҡ ҡуйҙы. Унда шулай уҡ мәңгелек тема – мөхәббәт. Әгәр мөхәббәт ысын икән, ул бөтә ҡаршылыҡтарҙы, ваҡыт арауығын, аралар алыҫлығын еңә һәм урап ҡайта. Мөхәббәт – ул тәүге ҡараштан барлыҡҡа килгән хистәр, шул ваҡытта икәү йөрәгенә орлоҡ һалына, хистәр ысын булһа, бер нимәгә ҡарамайынса шытып сыға, үҫә һәм сәскә ата. Ильяс менән Аселдең мөхәббәте лә шулай яҙмыш һынауҙарына дусар була, егет ҡайҙа ғына булмаһын, әммә ул белә: Асель – уның ал яулыҡлы тирәккәйе…

«Героиняларымдың һәр береһенә күңел йылымды, холҡом үҙенсәлектәрен һалып, яҙмыш бүләк иткәнмен»

 

 

Тағы ла ошондай бөйөк хискә тоғро ҡалған героиняларың араһында Флорид Бүләковтың «Ҡатын-ҡыҙҙың ҡырҡ сыраһы» пьесаһы буйынса спектаклдә Алһыуҙы атар инем мин…

– Эйе, ул да шул мөхәббәтте донъя ҡото итеп күреп, уға ышанып йәшәгән ҡатын-ҡыҙҙар образының береһе булып тора. Спектаклдә өс быуын ҡатын-ҡыҙы яҙмышы бирелә, Бөйөк Ватан һуғышында тол ҡалған өләсәһе, Афған һуғышында тол ҡалған әсәһе һәм дә һөйгәнен Чечен һуғышына оҙатырға йыйынған Алһыу. Был пьесала автор ҡатын-ҡыҙҙы көслө итеп күҙ алдына баҫтыра, уның көсө – мөхәббәтенә тоғро булыуында һәм дә өмөтөн юғалтмауҙа – өмөт сырағының береһе янып бөтһә, ул икенсеһен яндыра. Тол ҡалғандар, әммә өмөтөн юғалтмаған әсәһе һәм өләсәһенең яратылып етмәгән йылдары уларҙың берҙән-бере Алһыуға аманат булып тапшырыла һымаҡ…

Хисләнеп, әҫәрләнеп үҙеңдең героиняларың тураһында һөйләйһең. Хатта уйлап та ҡуйҙым – Гөлфиә һәр саҡ шундай етди, тәрән образдарҙы ғына сығарған икән, тип… Һине күберәк етди ролдәреңдән, мәҫәлән, «Салауат» (М.Кәрим) спектаклендә Ану, «Өҙөлгән туй» драмаһында (Зинира Атнабаева) Таңһылыу ролендә, «Оҙон-оҙаҡ бала саҡ»та (Мостай Кәрим) – Рауза, «Аҡ пароход»та (С.Айытматов) – Гөлъямал кеүек ролдәрҙә уйнаусы драма артисы тип белә тамашасылар. Әммә халыҡтың яратҡан жанры – комедиялар бар бит әле. Комедияларға нисек күстең?

– Драма спектакленә ҡарағанда комедияларҙа уйнау күпкә ауырыраҡ, яуаплыраҡ, тип әйткәндәрен ишеткәнем булды, әммә барыбер кәмит жанрына күсеү ниндәйҙер бер кәртә аша сығыу һымаҡ. Талаптар ҙа күберәк. Комедияла үҙ оҫталары бар – кәмитсе артистар шул тиклем мөкиббән китеп ролдәрен сығара, хатта ки ҡайһы бер осраҡтарҙа, ролдәре ниндәй генә етди, тәрән булмаһын, тамашасылар ул артистарҙы драматик ролдәрҙә ҡабул итмәй башлай. Мин дә йәшем өҫтәлеп, тормош тәжрибәм дә артыу менән комедия жанрына күсеп киттем. Баштараҡ драманан комедияға күсеү ҡыйын булып торҙо. Кешене илатыу, уйҙарға һалыу еңелерәк, ә көлдөрөү, тормоштоң ҡайһы бер көлкөлө яҡтарын асыу һәм тамашасыларҙа ул хәлгә ҡарата көлкө тыуҙырыу еңелдән түгел. Тәүҙәрәк «Айғырыңды үтескә бир!» (Рәлиф Кинйәбаев, режиссеры Михаил Рабинович) комедияһында – Рәшиҙә, «Әй әттәгенәһе, ирем ҡайтты!» (Наил Ғәйетбаев, режиссеры Арыҫлан Йәнбәков) – Сәкинә, һуңынан «Һөйәм, һағынам…» (Мансур Ғиләжев, режиссеры Фаил Ибраһимов) комедияһында – Гөлбирә, «Аферистар»ҙа (Хәкимйән Зарипов, режиссеры Хәмит Шәмсетдинов) Айһылыу ролдәрен башҡарҙым. Бөгөнгө көн репертуарында «Бер мәл санаторийҙа» (Наил Ғәйетбаев, режиссеры Илдар Вәлиев) – Ирина, «Йүгер, Харис, йүгер!..» (Эсфир Йәһүҙин, режиссеры Алмас Әмиров) комедияһында – Фаина, «Ул бит кисә ине» (А.Әхмәтғәлиева, режиссеры Айрат Абушахманов) комедияһында Тәнзилә ролдәрен башҡарам… Ул героиняларым да күңелемә инде, һәр ҡайһыһының яҙмышын танып-белергә, уларҙың холоҡ-фиғелдәрен аңларға, улар тормошондағы хәл-ваҡиғаларҙың ни өсөн шулай килеп сығыуына яуап табырға тырышам һәм һәр бер образымдың яҡлаусыһы сифатында булырға тура килә.

Актерҙың яҙмышы – режиссер ҡулында. Әгәр мөмкинлегең булһа, һин режиссерҙан йылына нисә роль уйнарға һорар инең?

– Артистар бер ваҡытта ла «ҡуй», тимәйҙәр инде. Күпме роль бирһәләр ҙә уйнарҙар… Әлеге булған тәжрибәмә таянып, моғайын, йылына төплө генә бер роль һәм дә бер-ике бәләкәй ролдә, йә иһә күмәк сәхнәләрҙә сыҡһам – миңә шул етер ине, тип уйлайым. Сөнки яңы роль сығарыу ҙур хеҙмәт, тырышлыҡ талап итә, артистарҙың физик һәм эмоциональ яҡтан да мөмкинлектәрен иҫәпкә алырға кәрәк. Яңы ролдәр сығарыуҙан тыш ағымдағы репертуарҙа барған спектаклдәрҙә лә уйнайбыҙ бит.

Һин әкиәттәрҙә лә уйнайһың. Балаларға уйнаған спектаклдәрҙәге ролдәреңде етди ҡабул итәһеңме?

– Әлбиттә, балалар өсөн ҡуйылған спектаклдәрҙә уйнау үтә лә яуаплы. Бәләкәй тамашасылар ихлас баһа бирә, улар алдай белмәй, һине йә ҡабул итә, йә иһә юҡ. Мәҫәлән, Г.Х.Андерсендың «Ҡар батшабикәһе»ндә Ҡар батшабикәһе, Д.Урбандың «Mouse story» музыкаль әкиәтендә Виолетта, Р.Киплингтың әҫәре буйынса ҡуйылған «Маугли» әкиәтендә Багира ролдәрен уйнаным. Әкиәттәрҙә персонажды ышанып башҡарырға кәрәк, яһалмалылыҡ ҡабул ителмәй.

Тимәк, ижад миҙгелендә, 1-2 яңы роль бирһәләр – шул һиңә етә? Әммә күберәк бирһәләр ҙә баш тартмайһың?

– Шулай. Артистарға биргән ролдәрҙән баш тартырға ярамай. Тимәк, режиссер үҙенең спектаклендә тап һине шул ролдә күрә. Артистарға, ғөмүмән ижад кешеләренә һан артынан ҡыуырға кәрәкмәйҙер, тип уйлайым, тәү сиратта сифат тураһында уйларға кәрәк.

Һиңә ниндәй режиссер оҡшай?

– Шөкөр, беҙгә төрлө режиссерҙар менән эшләргә тура килә. Был – актер өсөн ҙур багаж. Мәҫәлән, «Аҡ пароход» спектаклен Линас Зайкаускас ҡуйҙы, ул беҙҙе бөтөнләй икенсе яҡтан асты, ә уның әйткәндәре һабаҡ булып ҡалды. «Театрҙа иң төп профессия – актер. Ул утһыҙ, музыкаһыҙ, реквизитһыҙ, декорацияһыҙ, хатта кейемһеҙ ҙә уйнай ала. Һәм башҡалар ҙа ошоно аңларға тейеш», – тип әйтә ине, әммә башҡа һөнәрҙәрҙең дә бәҫен төшөрмәне: «Театрға ингәс тә, һеҙ вахтер менән йылмайып иҫәнләшергә, башҡа ярҙамсы цехтар хеҙмәткәрҙәренә лә ихтирам менән ҡарарға тейешһегеҙ. Сөнки һеҙҙең башҡаларға мөнәсәбәтегеҙ – һеҙгә ҡарата ихтирам менән бергә дөйөм эш өсөн дә файҙалы – татыу, ижади атмосферала һәр кемгә эшләүе рәхәт». Уның был һүҙҙәре «Театр начинается с вешалки» тигән әйтем менән тап килә. Ә режиссер менән актер араһындағы мөнәсәбәт минең өсөн «ышаныс» термины менән бәйле. Режиссерҙың актерға, актерҙың режиссерға ҡарата ышанысы булырға тейеш. Көсөңә, талантыңа ышанған режиссер булһа – ижад барышында артисҡа уның төп фекерен аңларға ярҙам итә. Тап шул ышаныс һәм режиссерҙың ихтирамын, яҡын мөнәсәбәтен тойоу беҙгә көс-дәрт бирә, шуның арҡаһында режиссер менән уртаҡ тел табып була, комплекстар юғала. Актерҙарға ышанған, уларҙың психологияһын аңлаған, спектаклгә ҡарата булған маҡсаттарына ярашлы эҙмә-эҙлекле эшләгән режиссер бөтә артистарға ла оҡшайҙыр, тип уйлайым.

Гөлфиә, алтын юбилейың етте, ниндәй хис-тойғолар кисерәһең? Үҙеңде кәңәш бирерҙәй бер йәшкә еттем, тип тояһыңмы?

– Ул хистәр, уйҙар минең башыма инеп етмәгән әле. Быға тиклем ошондай юбилейҙарын үткәргән кешеләргә һоҡланып ҡарай инем, шул йәшкә етеп, матур юбилей кисәләре үткәргәндәргә көнләшә инем, беҙ ҙә шул ваҡытҡа етербеҙме икән, шулай байрам үткәреү мәшәҡәттәренә сумырбыҙмы икән, тигән уйҙар булғылай ине, әммә ләкин шулай тиҙ ошо датаға килеп етермен, тип күҙ алдына ла баҫтырмай торғайным. Шөкөр, мин дә алтын юбилейыма еттем – бик ҡыҙыҡ, йөкмәткеле йәш, үткән ижадыңа, тормошоңа ниндәйҙер һөҙөмтәләр талап иткән ғүмер миҙгеле икән!..

Һин ябай кеше генә түгел, юбилейыңды ғаиләң менән генә үткәреп ебәрә алмайһың – тамашасыларға ла үҙеңдең байрамыңдан өлөш сығарырға иҫәбең бармы?

– Мин түгел, хатта ғаиләмдә лә миңә 50 йәш тулғанын аңламай ҡалдылар, әлбиттә, ҙурлап ҡотланылар, туғандар менән өйҙә табындар ҡороп ултырҙыҡ. Тамашасылар менән дә юбилейымды байрам итеү теләге бар, шул осрашыу нисек һәм ҡасан булырын хәл итеү юлындамын. Ни тиһәң дә, артистың юбилейы йыл буйы дауам итә, тиҙәр…

Гөлфиә, һинең курсташтарың кемдәр? Уҡытыусыларың?

– Минең курсташтарым – әлеге ваҡытта театрҙа эшләүселәрҙән – режиссер Рөстәм Хәкимов, артистар Венер Камалов, Альбина Кашанова, Нәркәс Баязитова, Альберт Салауатов, рус төркөмөндә беҙҙең курста Александр Верхоземский менән Эльмира Бикбова-Шевчук та беҙҙең менән уҡынылар. Уларҙың һәр береһенең исеме сәнғәт һөйөүселәргә яҡшы таныш, һәр ҡайһыһы үҙ ижад юлын тапҡан, тамашасы һөйөүен яулаған шәхестәр. Беҙҙе ике төркөмгә йыйҙылар – башҡорт һәм рус труппаһы, беҙҙең курсты махсус ҡурсаҡ театры өсөн әҙерләнеләр, уҡытыусыларыбыҙ – Павел Романович Мельниченко һәм Булат Батыр улы Хәйбуллин ине, улар беҙгә таяныс булды. Павел Романовичты әле булһа бик һағынып иҫкә алам, «бөйөклөктә-ябайлыҡ» тип тап уның хаҡында әйтелгәндер – ул беҙҙең һәр бер этюдҡа, ижади эшебеҙгә рәхәтләнеп көлә ине, дуҫтарса мөнәсәбәттә булды. Сәхнә теленән уҡытыусылар Илшат Йомағолов, Гөлли Мөбәрәкова, Суфия Ҡорбанғәлиева, ритмиканан дәрестәрҙе Тамара Хоҙайбирҙина уҡытты, һуңғараҡ Ирина Филиппова алып барҙы, сәхнә хәрәкәттәре буйынса Александр Дыба уҡытты. Танылған шәхестәрҙә белем алыу бәхете тейҙе, улар беҙҙе театр донъяһы менән таныштырҙы. Әммә кешенең тәбиғәте шулай – ул һәр ваҡыт белемгә ынтыла, минең дә ошо ынтылыштарыма яуап бирерлек кешеләр юлымда осраны. «Үҙеңдән башҡаны әүлиә тип бел», – тигән әйтем бар. Мин дә юлымда осраған шәхестәрҙе, үҙ эшенең оҫталарын уҡытыусыларым тип ҡабул итәм. Ундай остаздарым тип сәхнәгә тәүге аҙымдар яһаған ваҡытта таяныс булған хөрмәтле оло коллегаларымды әйтер инем, улар – Олег Ханов, Әхтәм Абушахманов, Роза Кәримова, Сәүиә Сираева, Ринат Басариев. Ғөмүмән, театрҙа эш башлаған ваҡытта кемдәр менән осраштым, кемдәр терәк булды – уларҙың барыһына ла рәхмәтлемен.

Тауышың матур, күп тапҡырҙар йырлағаныңды ишеткәнем дә булды, ни өсөн яңы йырҙар яҙҙырмайһың? Һин бит «Актер йыры» республика конкурсында ла ҡатнашҡан инең?

– Эйе, 1994 йылда «Актер йыры» конкурсында ҡатнашып, икенсе урын алдым. Минең йырлағанымды белгәндәр, ни өсөн йырламайһың, тип һорайҙар. Йәштәр театрында эшләгәндә лә йырлай инем, Венер Камалов менән дуэттар йырланыҡ. Бәлки йырҙы төп ижади эшмәкәрлегем итеп күрмәгәнгә хәҙер шулайҙыр… Роберт Юлдашевтың да бер нисә тапҡыр «Ҡасан ғына йырлай башлайһың һин?» – тип һорап, өгөтләп әйткәне булды, шунан һуң ул да әйтә-әйтә ялҡты шикелле: «Мин беләм – һин пенсияға сыҡҡас йырлаясаҡһың!» – тип әйтеп ҡуйҙы. Йырҙар минең күңелемдән киткәне лә юҡ, үҙ мәлен көткән йырҙар бар, теләгем дә бар, киләсәктә тамашасыларыма йырҙар тәҡдим итермен, тип уйлайым.

Йондоҙнамәгә (гороскоп), ырымдарға, юрауҙарға ышанаһығыҙмы?

– Йондоҙнамәгә тулыһынса ышанып бөтмәһәм дә, әммә ләкин йондоҙнамә миңә кешеләрҙе танып-белергә ярҙам итә. Мәҫәлән, берәйһенең тыуған көнөн белһәм, уның тураһында йондоҙнамә уҡып алам – был мөнәсәбәттәрҙе көйләгәндә ярҙам итә. Ырым-юрауҙарға килгәндә, минең өсөн һыналған ырым шундай: миңә уйлағандарымды алдан әйтеү килешмәй, алдан ҡыуанырға ла ярамай. Мәҫәлән, берәй яҡшы хәбәр алып, уға шатланып бөтһәм, ысынында киреһе килеп сыға ла ҡуя. Шуға хәҙер, тәжрибәле кеше булараҡ, ниндәй генә хәбәр алһам да, көнө, мәле етмәй тороп алдан әйтмәйем, һәр хәлдә күңелемде тыйырға тырышам, эш килеп сыҡҡас ҡына әйтәм. Пландарым, эштәрем тураһында алдан ҡысҡырмай, һөйләмәй йөрөүемдең сәбәптәре шул.

«Ваҡыт машинаһы» булһа, һин ниндәй йылда, ҡайһы урында йәшәргә теләр инең?

– Һис шикһеҙ бәхетле бала сағыма кире ҡайтыр инем. Атайым Булат Әйүп улы тирмәнсе булған, әсәйем Зәбиҙә Сафа ҡыҙының сөгөлдөр баҫыуында эшләгән мәлдәренә ҡайтыр инем. Ғаиләбеҙ теүәл, атай-әсәйҙәрҙең йәш сағы – улар икеһе лә эшкә шәп, егәрле булдылар. Мин, бәләкәй генә ҡыҙ бала, атайыма төшкө аш алып барам, атайым мине тирмәнсе эшенең асылына төшөндөрә, икмәктең өҫтәлгә тиклем үткән юлын күрһәтеп, уны ҡәҙерләргә өйрәтә ине (ауылыма ҡайтһам етемһерәп торған атайым тирмәнен күреп, уның эргәһенән үткән саҡта күңелемдән генә ошо тирмән эсендә йөрөп сығам)… Бала сағымдың яҡты, «тәмле» иҫтәлеге – яңы бешкән икмәк еҫе. Әсәйем эшкә киткәнсе беҙҙе уятып, тамаҡтарыбыҙҙы туйҙырып ала ине. Кистән ҡамыр баҫып, таңдан тороп малын ҡарай, мейес яғып, икмәк ултырта. Икмәк бешкәнсе, майлы табала ҡабартма ҡыҙҙыра. Шул еҫкә уянып киткән ғәмһеҙ бала сағым, ете бала араһында төпсөк булып, иркәләнеп үҫкән мәлем һағындыра. Йыуа бәлеше, үлән аштары, ҡайын һыуы, атайым тотоп алып ҡайтып мейестә ҡаҡлаған балыҡ тәме – ошо иҫтәлектәр әле булһа бала сағымдың матур хәтирәләре булып күңелемдә һаҡлана. Эйе, ауыл клубтары гөрләп торған, социалистик хеҙмәт ярыштары барған, ауыл менән ауыл, урам менән урам ярышҡан замандарҙы ла иҫләйем әле мин. Байрам уңайынан ойошторолған концерттарҙа мине йыш йырлата торғайнылар. «Үҙ яғыма ҡайтһам», «Әсәйемә» йырҙары менән танылыу яуланым тиһәң дә була, йыр конкурстарында даими ҡатнаштым, «Ағиҙел» фольклор ансамблендә йөрөнөм. Тәбиғәтем менән тыныс булғас, артист булам тип ҡысҡырып та йөрөмәнем, әммә ошо изге уйҙы күңелемдә йөрөткәс, бала саҡ хыялым ғәмәлгә ашҡандыр. Күрәһең, шуға ла күңелем «Ваҡыт машинаһы»нда шул саҡҡа әйләнеп ҡайтырға теләй. Әммә миңә бөгөнгөһө лә ҡәҙерле. Мөмкин булһа, бөгөнгө бәхетемде, тәжрибәмде алып бала сағыма ҡайтыр инем…

Үҙеңдә, характерыңда нимәне үҙгәртергә теләр инең?

– Характерыма саҡ ҡына ҡәтғилек өҫтәр инем. Быға тиклем холҡомдағы йомшаҡлығым ҡайһы саҡта ҡамасаулаған һымаҡ тойола.

Һинең гардеробың ҙурмы? Әйбер алғанда нимәгә иғтибар итәһең?

– Гардеробым ҙур түгел, әйбер алғанда ыҡсым, төҫө килешле, заманса, быға тиклем бер кемдә лә булмаған әйбер алырға тырышам.

Артистың ролдәре күп булған һайын ул бәхетле, тиҙәр. Әммә һин ролдәр артынан ҡыумайһың, йырсы булырға ла бөтә мөмкинлектәрең бар, әммә ул юлды ла һайламағанһың, шәхси уңыштарыңа ҡарағанда ғаиләңде бөтәһенән дә өҫтөн күрәһең һымаҡ... Ғаиләңдә һинең эшеңде аңлайҙармы?

– Әлбиттә, аңлайҙар. Тормош иптәшем Илгиз менән 1995 йылда өйләнештек, ул – эшҡыуар. Ул сәнғәт кешеһе түгел, әммә сәнғәтте ярата, эшем менән ҡыҙыҡһына, ул минең беренсе тәнҡитсем дә, маҡтаусым да, яҡлаусым да… Күңелемде үҫтереп ебәрерлек һүҙҙәре, кәңәштәре менән ҡанатландырып та ебәрә. Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ, тигәндәре тап минең иремә ҡарата әйтелгән кеүек – ҡулынан килмәгән эше юҡ. Уға оҡшап, улдарым да егәрле, маҡсатҡа ынтылыусан булып үҫеп килә, спорт менән дуҫтар. Өлкән улыбыҙ Ильясҡа 21 йәш, ул Мәскәүҙә юғары уҡыу йортонда һуңғы курста уҡып йөрөй, универсаль көрәш менән шөғөлләнә, студенттар араһында үткән ярыштарҙа еңеүсе. Кесеһе – Исламыбыҙ 11 йәштә, ул ҡурайҙа, баянда уйнай, дзюдо буйынса ҡала ярыштарында тәүге урындарҙы алып ҡыуандыра. Ике улым да эшемдең нескәлектәрен белә, улар үҙҙәре лә театрҙа үҫтеләр, спектаклдәрҙә балалар ролдәрен уйнанылар: Ильяс «Оҙон-оҙаҡ бала саҡ» (М.Кәрим), «Мулла» (Т.Миңнуллин) спектаклдәрендә ҡатнашты, Ислам – «Урал батыр» (башҡорт халыҡ эпосы буйынса) спектаклендә Шүлгәндең бала сағын, «Шәүрәкәй» (М.Буранғолов) комедияһында бәләкәй Сураҡай ролдәрендә уйнаны. Шуға күрә әсәйҙең эше һуң бөткәнен, ял көндәрендә лә артистарҙың эшләгәнен ғаиләм яҡшы белә, аңлап ҡабул итәләр.

Ғаиләгеҙҙә ниндәй йолаларығыҙ бар, бергә сәйәхәт итергә яратаһығыҙмы?

– Бик күп ғаиләләрҙәге кеүек – Яңы йылды бергә ҡаршы алабыҙ. Артабан да ошо йола булып ҡалыр, тип ышанам. Шулай уҡ ғаиләм менән ял итергә барырға яратам, әлбиттә, ундай форсат бик теймәй, шулай ҙа ваҡыт табырға тырышабыҙ – йылға, күл буйына сығабыҙ, тәбиғәттә ял итергә яратабыҙ. Тағы ла беҙҙең өсөн иң изге, иң матур ял итеү урыны – ул тыуған нигеҙҙә, әсәйҙәребеҙ янында. Беҙ икебеҙ ҙа Ғафури районынан, күрше ауылдарҙа тыуып үҫкәнбеҙ, шуға күрә ауылға ҡайтҡан һайын ике яҡты ла берҙәй күреп, әсәйҙәребеҙ янында булабыҙ, уларҙың тормош усағынан ут алып китәбеҙ.

Һағынып көткән кешең һәм  тормош мәшәҡәттәренән ял итеү урының булыуы – ул үҙе оло бәхет…

– Эйе, өлкәнәйгән һайын әсәйҙең ҡәҙерен нығыраҡ беләһең. Шөкөр, әсәйемә декабрь айында 89 йәш тулды, ул тыуған ауылым – Бәләкәй Үтәш ауылында абруйлы ағинәй. Имәнлек ауылында йәшәгән ҡәйнәм Гәүһәр ҙә – донъяла иң уңған хужабикәләрҙең береһе, уның бешергән икмәге лә, әсетеп ҡойған ҡоймағы ла телеңде йоторлоҡ... Мин дә уларҙан өлгө алып йәшәргә тырышам: балаларым күңелендә тыуған йорт тураһында матур тойғолар ҡалыуын теләйем, тәмле-татлы аш-һыу әҙерләйем, ҡаҙылығын да әҙерләйем, бауырһағын да бешерәм…

Һин үҙ донъяңды бөтәйтергә, ҡотон арттырырға, яҡындарыңа күңел йылыңды өләшеп йәшәргә тырышаһың. Иҫемә хатта ошо хикәйәт тә төштө: өс юлсы китеп бара икән. Төн еткәс, улар беренсе осраған өйҙөң ишеген шаҡыйҙар. «Һеҙ кемдәр?» – тип һораған хужалар. «Беҙ – Һаулыҡ, Мөхәббәт һәм Байлыҡ. Төнгөлөккә ҡунырға беҙҙең беребеҙҙе индерегеҙ әле, зинһар», – тигән юлсылар. «Ғүмер буйы бай йәшәмәнек – хәҙер байлыҡ нимәгә ул, ҡартайғас мөхәббәттең дә кәрәге юҡ, әйҙә, Һаулыҡ инһен беҙгә!» – тигән хужалар. Һаулыҡ булған ерҙә Мөхәббәт дә, Байлыҡ та була, тип өсөһө лә был йортҡа ингән. Бөгөнгө заман өсөн бик актуаль ошондай хикәйәт…

– Ошоға оҡшаш тағы бер хикәйәт бар. Бер көн Бәхет Кешенең ишеген шаҡыған. «Һин кем?» – тигән һорауға:

– Һинең бәхетең! – тип яуап биргән шат йылмайып Бәхет.

– Быға тиклем ҡайҙа йөрөнөң?

– Һине эҙләнем, – тип яуап биргән Бәхет.

– Әйҙә, үт һәм һөйләп ебәр – хәҙер мин нисек йәшәйәсәкмен, янымда һин булғас? – тип төбәшә башлаған Кеше.

– Туҡта, башта һин үҙең тураһында һөйлә. Нисек йәшәйһең, ниндәй пландарың бар? – тип һораған Бәхет. Кеше уға һөйләй башлаған: был донъяла йәшәү шул тиклем ҡыйын, кешеләр уҫал, көнсөл, мәкерле. Эштә лә насар, өйҙә лә, һаулыҡ та юҡ, аҡса ла юҡ, тип зарланған был Кеше. Уны тыңлап ултырған Бәхеттең йөҙөнән йылмайыу киткән, тирә-яҡ шөҡәтһеҙ булып күренгән…

– Йә, бәхетле ит мине, былай йәшәп арыным! – тигән Кеше.

– Ҡапыл ғына бәхетле итеп булмай, уның өсөн көс түгергә кәрәк, – тигән Бәхет.

– Тимәк, һин минән баш тартаһың. Мине бәхетле иткең килмәй, – тигән Кеше.

– Мин улай тимәйем. Йылдар буйы һин бар донъяға асыуланып, көнләшеп, ҡурҡып Бәхетһеҙлеккә көс биреп торғанһың. Ә хәҙер Бәхеткә иғтибар ит – мин шатлыҡ, мөхәббәт, ихтирам булғанын яратам. Оло бәхеткә лә юл тәүге аҙымдан башлана. Үҙеңдең энергияңды Бәхеткә йүнәлт. Һинең менән килешеү төҙөйөк…

– Ниндәй тағы килешеү? – тип аптыраған Кеше.

– Үҙеңдең теләктәреңде яҙ. Һәм ул теләктәрҙе тормошҡа ашырыр өсөн нимә эшләйәсәкһең икәнен дә яҙ. Һәм тағы ла: һәр көн иртән яҡшы кәйефтә торорға, шулай уҡ яҡшы кәйеф менән йоҡоға ятырға, көн эсендә булған шатлыҡлы мәлдәреңде теркәп барырға, улар өсөн рәхмәт әйтергә тейешһең.

– Әгәр ҙә ундай мәлдәр булмаһа? – тип һаман ныҡыша икән кеше.

– Бар ул. Тик күрә белергә кәрәк. Иртән уянғас, яҡты донъяны күрҙең, үҙ аяҡтарыңда тороп киттең, шылтыратып хәлен белер өсөн ата-әсәйең, туғандарың бар, шатлыҡ менән бүлешергә дуҫтарың бар – бына ошоларҙың һәр ҡайһыһын да күреп-яҙып барырға кәрәк… Бәхет биргән кәңәштәрҙе тотҡан кеше. Ваҡыт үткән, Кеше үҙгәргән, йөҙөндә йылмайыу барлыҡҡа килгән, ул үҙ-үҙендә ышаныс тойған, ғаиләһендә лә, эшендә лә хәлдәр яҡшы яҡҡа үҙгәргән, һаулығы ла нығынған… Мин дә ошо хикәйәттәге Бәхет биргән кәңәштәрҙе тормошомда ҡулланырға тырышам. Кешенең тәбиғәте шулай: күп осраҡта бәхетле мәлдәребеҙҙе күрә белмәйбеҙ, бәләкәй генә шатлыҡты ла ҡабул итмәгән осраҡтар ҙа бар. Шуға һәр кемдең бөгөнгө көнгә шатланып йәшәүен, үҙенең бәхетен күрә белергә өйрәнеүен теләйем.

Һин дә хикәйәттәр яратаһың икән?..

– Эйе, хикәйәттәр, әҙәби китаптар уҡырға яратам. Өҫтәлемдә күп йылдар инде бер китап ята, ваҡыт-ваҡыты менән ул китапты ҡулыма алып уҡып сығам. Ул китап – Омар Хайямдың афоризмдар китабы. Башымда тыуған һорауҙарға яуапты шунан табам. Фаина Раневскаяның китабын яратып уҡыйым, һуңғы арала психология темаһына яҙылған китаптар менән дә ҡыҙыҡһына башланым.

Артистарға, үҙеңдең театрыңа ниндәй теләктәрең бар?

– Йәштәргә мин Хоҙай уларҙың юлдарына ниндәй мөмкинлектәр сығара – шуларҙы ваҡытында файҙалана белһендәр, аҙаҡтан үкенескә ҡалмаһын, тип теләр инем. Миңә бик ҙур шәхестәр, театр әһелдәре менән бер сәхнәлә эшләү бәхете татыны: Заһир Вәлитов, Гөлли Мөбәрәкова, Хәмит Яруллин һ.б… Ә Нурия Ирсаева һәм Фидан Ғафаров һымаҡ театр легендалары менән бер театрҙа, бер сәхнәнең туҙанын һулап эшләү-йәшәү – актерҙар ғына түгел, хатта тамашасылар көнләшерлек бәхет бит ул!.. Театрыбыҙ яңы үрҙәргә артылһын, һәр ваҡыт күтәренке ижади атмосфера булһын, көслө режиссерҙар һәм талантлы актерҙар менән башҡорт театрының бәҫе күтәрелгәндән-күтәрелһен!

Динара Ҡәйүмова

«Героиняларымдың һәр береһенә күңел йылымды, холҡом үҙенсәлектәрен һалып, яҙмыш бүләк иткәнмен»
«Героиняларымдың һәр береһенә күңел йылымды, холҡом үҙенсәлектәрен һалып, яҙмыш бүләк иткәнмен»
Автор:
Читайте нас: