+18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Гүзәл Исламғолова: Ҡатын-ҡыҙ матур хәрәкәт итһә, бейеһә, ниндәйҙер тупаҫлыҡтар ҡылырға, хәрәм ғәҙәттәргә ваҡыты ҡалмаҫ

Бөгөн иһә башҡорт бейеүенең ғәжәйеп тәрән икәнлеген тоям. Уның шул тиклем бай, йөкмәткеле булыуын һәм асылып та бөтмәгәнлеген аңлайым. Шундай үҙенсәлекле дробтәр, ритмдар хәрәкәттәр – унда ҡаҙынырға ла, ҡаҙынырға әле. Әйткәндәй, мин фламенкоға ла ғашиҡ. Испан бейеүҙәрендәге хәрәкәттәр, дробтәр, ҡул пластикаһы беҙҙекенә оҡшаш. Әммә уларҙа барыһы ла ҡатыраҡ һәм етеҙерәк, ә башҡорт бейеүенә йомшаҡлыҡ, нескәлек хас. Шуға ла ул рухи юғарылыҡҡа ынтылыш, нәзәкәтләлек, һығылмалылыҡ, нәфислек, әҙәплелек, итәғәтлелек, тәрбиәләү ысулы ла. Бөгөн йога йәки башҡа күнекмәләр, һәр төрлө практикалар менән мауығып, күңел юғарылығына ынтылыусылар күп. Башҡорт бейеүендәге хәрәкәттәр ярҙамында ла шундай уҡ һөҙөмтәләргә өлгәшергә мөмкин.

Гүзәл Рәшит ҡыҙы Исламғолова -  “Гүзәл-данс” студияһы етәксеһе:

Ҡатын-ҡыҙ матур хәрәкәт итһә, бейеһә, уның ниндәйҙер тупаҫлыҡтар ҡылырға, хәрәм ғәҙәттәргә ваҡыты ҡалмаҫ

– Бейеү – минең өсөн күңел талабы рухи һәм физик тәрбиә сығанағы. Бала саҡтан уҡ пластиканы, классик бейеүҙе яраттым. Һуңынан, башҡорт бейеүенә эҫенеп киттем. Башҡорт бейеүе – бөйөк бер төшөнсә. Ул халыҡтың мәҙәни мираҫы ғына түгел, рухи үҫешкә илтеүсе бер алым да. Бында һәр ым-ишара, ниндәйҙер тәрән мәғәнәгә эйә, әйтәйек, айырым бер хәрәкәт аша ҡояштан, елдән энергия алып, үҙең аша үткәреүме, ҡош булып талпыныумы, йәки башҡа тормош-көнкүреш элементтарымы. Бөгөн иһә башҡорт бейеүенең ғәжәйеп тәрән икәнлеген тоям. Уның шул тиклем бай, йөкмәткеле булыуын һәм асылып та бөтмәгәнлеген аңлайым. Шундай үҙенсәлекле дробтәр, ритмдар хәрәкәттәр – унда ҡаҙынырға ла, ҡаҙынырға әле. Әйткәндәй, мин фламенкоға ла ғашиҡ. Испан бейеүҙәрендәге хәрәкәттәр, дробтәр, ҡул пластикаһы беҙҙекенә оҡшаш. Әммә уларҙа барыһы ла ҡатыраҡ һәм етеҙерәк, ә башҡорт бейеүенә йомшаҡлыҡ, нескәлек хас. Шуға ла ул рухи юғарылыҡҡа ынтылыш, нәзәкәтләлек, һығылмалылыҡ, нәфислек, әҙәплелек, итәғәтлелек, тәрбиәләү ысулы ла. Бөгөн йога йәки башҡа күнекмәләр, тәжрибәләр менән мауығып, күңел юғарылығына ынтылыусылар күп. Башҡорт бейеүендәге хәрәкәттәр ярҙамында ла шундай уҡ һөҙөмтәләргә өлгәшергә мөмкин.

Гүзәл зат үҙ-үҙен тотошо, күңел байлығы, нескә буй-һыны, төҫ ҡиәфәте менән донъяны күркәмләр өсөн яралған. Бейеү аша тап ошо сифаттарҙы үҫтерергә, башҡорт ҡыҙының илаһи матурлығын күрһәтергә теләйбеҙ.  Ул үҙен йәмғиәттә лайыҡлы тоторға һәм шул уҡ ваҡытта тәбиғәтенә һалынған сифаттарҙы үҫтерегә өйрәнһен, рухын, күңелен байытһын.

 “Милләтте юҡҡа сығарырға теләһәгеҙ, ҡатын-ҡыҙҙы аҙҙырығыҙ” тиҙәр бит. Бәлки, пафослы яңғырар, шулай ҙа алдыбыҙға башҡорт генофондын нәҡ ҡатын-ҡыҙ аша һаҡлап ҡалыуға булшылыҡ итеү маҡсатын да ҡуйғанбыҙ. Сөнки ҡатын-ҡыҙ матур хәрәкәт итһә, бейеһә, уның ниндәйҙер тупаҫлыҡтар ҡылырға, хәрәм ғәҙәттәргә ваҡыты ҡалмаҫ.

Гөлшат Ҡаһарманова ҡорған әңгәмәнән өҙөк.

Гүзәл Исламғолова: Ҡатын-ҡыҙ матур хәрәкәт итһә, бейеһә,  ниндәйҙер тупаҫлыҡтар ҡылырға, хәрәм ғәҙәттәргә ваҡыты ҡалмаҫ
Гүзәл Исламғолова: Ҡатын-ҡыҙ матур хәрәкәт итһә, бейеһә, ниндәйҙер тупаҫлыҡтар ҡылырға, хәрәм ғәҙәттәргә ваҡыты ҡалмаҫ
Автор:
Читайте нас: