"Һине кешеләр хөрмәт итһен өсөн, тәүҙә үҙ-үҙеңде хөрмәт итеп өйрән", - тигән мәҡәлдәрендә күрәм. …"Нишләп беҙгә "Башҡорт мәҙәниәте" тигән уҡыу предметы кәрәк? Үткәндәрҙе өйрәнеп, балаларға киндер ыштан кейҙереп, тирмәләрҙә йәшәтергә уйлайһығыҙмы? Боронғоларҙы өйрәнеп, балаларыбыҙ Лондондағы Биг Бенды белмәй ҡаласаҡ бит! Англияға барһалар, ни эшләрҙәр?" - тип мәсьәләне ҡырҡа ҡуйғайны ваҡытында юғары вазифа биләгән бер ханым. Шул йыйылышта ҡатнашҡан күренекле ғалимдарыбыҙ бер тауыштан уға ҡаршы сыҡты һәм мәҙәниәт, халыҡ педагогикаһы һәм ғилеме тигән төшөнсәләр менән киндер ыштандың айырмаһын аңлатып бирҙе.
Халыҡтарҙың ижадын, менталитетын сағыштырғанда, ошо бәхәс ҡат-ҡат иҫемә төшә. Сөнки ҡайһы бер халыҡтарҙың ижады ихлас ҡыҙыҡһындырһа, икенселәренеке бөтөнләй тиерлек ҡыҙыҡһыныу уятмай. Төп ғиллә улар ижадының ҡыҙыҡлы йәки фәһемле булмауында түгел. Эш икенселә...
Мәскәүгә барып ҡайтҡан, башҡортса икмәк-тоҙлоҡ ҡына белгән танышымдың: "Баҡһаң, беҙ, башҡорттар, Мәскәү интеллигенцияһын да, сит ил вәкилдәрен дә башҡорт булараҡ ҡына ҡыҙыҡһындырабыҙ икән", - тип, уҡытыусы яллап, телде лә, мәҙәниәтебеҙҙе лә ныҡлап өйрәнергә тотоноуы был мәсьәләгә яуап булып яңғырай.
Әлбиттә, донъя мәҙәниәтен дә, Биг Бенды ла белергә кәрәк, тик шуны ла онотмайыҡ: үҙенең милли йөҙөн юғалтҡан халыҡтар милләт булараҡ береһендә лә ҡыҙыҡһыныу уята алмай. Үҙенсәлеген һаҡлап ҡалған көслө халыҡтар ғына ҡыҙыҡлы. Үҙҙәре лә, менталитетын асып биргән ижады ла.
Илгизәр БУРАҠАЕВ.