Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Баймаҡ районының "Ирәндек" халыҡ бейеүҙәре ансамбле ветераны Динислам Исҡужин әйтеүенсә, ошо иһә бейеүҙең тәүге варианты: "Был хаҡта баянсы Минниәхмәт Ғәйнетдинов та һөйләгәйне. Бейеүҙең тәүге вариантында уның кейемдәре лә, хәрәкәттәр ҙә ябай ғына. Ябай, ләкин ғәҙәти түгел. Тәү ҡарамаҡҡа ябай күренгәнде лә профессионал ғына башҡара ала. Йәнғәле Вәхитовтың бар оҫталығы шунда ла инде. Ябайлыҡта — бөйөклөк. Иғзаҡовтың кейгән кейемдәре лә айырылып тора. Яугир камзул кейгән, билен билбау менән быуған. Йәнғәле ағай уның өҫтөнә елән кейә торған булған".
Башҡорт бейеүенең оҫтаһы, балетмейстер, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Йәүҙәт Бикберҙин – тыуған яғы Баймаҡ районында йәшәгән. Уның ҡуйыуында "Ҡарауанһарай", "Маршрут", "Генерал Иғзаҡов", "Ҡара юрға" — башҡорт яугирының бөйөклөгөн билдәләгән бейеүҙәр. Йәүҙәт Бикберҙин һалған тиңһеҙ композицияларҙы халыҡ бейеүҙәре менән дә бутауы еңел. Шуға күрә "Иғзаҡов"ты ла тарихи бейеү тип билдәләүҙәре мөмкин.
Ошо бейеүҙең ҡуйылыу тарихын күреп белгәндәр, Йәүҙәт Бикберҙин Йәнғәле Вәхитовтың бейеүен тағы ла байытып, яңы хәрәкәттәр өҫтәп, "Генерал Иғзаҡов" тип үҙгәртеп тап Әсҡәт Нурмөхәмәтов өсөн һалды тип билдәләне. Генералдың сәхнә образын, уның мимикаһын, хәрби оҫталығын һәм костюмын тап ошо бейеүҙән, уның икенсе вариантынан ҡарап өйрәнәләр.
Башҡорттарҙың ир-егеттәр бейеүе, лирик ҡатын-ҡыҙҙар бейеүенә ҡарағанда көс-ғәйрәт, етеҙлек менән айырылып тора. "Генерал Иғзаҡов" та ҡыйыу яугирға хас хәрәкәттәрҙән тора. Шуға күрә был бейеүҙең элементтарында эпик хәрби бейеүгә хас деталдәрҙе күҙәтергә мөмкин. Генералдың атта сабып барыуы, һалдаттарса аҙымдар, уҡтан атыу, ҡылыс күтәреү кеүек хәрәкәттәр бар. Ә иң мөһиме — генералдың бөйөклөгө, батырлығы һәм тәбиғи матурлығы кәүҙәләндерелә бейеүҙә. "Генерал Иғзаҡов" һәр ваҡыт ғорурлыҡ уята торған һәм башҡорттарҙың визит карточкаһы булған бейеүҙәрҙең береһе. Тамашасы бейеүсенең сәхнә костюмына ла иғтибар бирә. Ҡайһы берәүҙәр сағыу күк төҫтәге костюмда сыға, погон, яурын аша орден-миҙалдар таҡҡан хәрби наградалар күрһәтелә. Башта бейеүсе ҡыҙыл төҫтәге камзул кейә, унан һуң сәхнә образы бер нисә тапҡыр үҙгәртелеп хәҙер костюмда күн һәм йәнлек тиреһе элементтары тағылған. Ләкин "Иғзаҡов"тың тәү образын Йәүҙәт Бикберҙин менән Әсҡәт Нурмөхәмәтов уйлап тапҡан.
Әсҡәт Нурмөхәмәтов – һәләтле, һәүәҫкәр бейеүсе. Баймаҡ районының "Ирәндек" халыҡ бейеүҙәре ансамбле солисы була. Ул, 1812 йылда генерал Иғзаҡов тигән хәрби ғәмәлдә булған тип ышана. Ул беренселәрҙән Парижға ингән. Хатта уның ғәйрәтле кеше булыуынан тыш, юморға бай, шаянлығын да билдәләй: "Шуға ла был бейеүҙә Йәүҙәт ағай уның ҡарашын эшләргә ҡушты. Бик үҙенсәлекле ҡараш булырға тейеш". Ошо мимиканы бейеүсе аҙналар буйы көҙгө алдында тороп өйрәнә. Килеп сыҡҡандыр, күрәһең. Сөнки тамашасылар әлегәсә ошо ҡарашҡа иғтибар итә, уны көтөп ала. Әсҡәттең генералынан күҙ айырып булмай, ти уларҙың ҡайһы берҙәре.
"Генерал Иғзаҡов" — башҡорт яугиры хаҡындағы иң уңышлы бейеүҙәрҙең береһе. Бөгөнгө балетмейстерҙар билдәләүенсә, башҡа ундай характерлы бейеүҙәр ҡуйыусы табылмаясаҡ. Ошо бейеү әле лә уның башҡарыусыһына конкурс-фестивалдәрҙә еңеү алып килә.
Бейеүҙең сәхнә теле барыһына ла аңлашыла һәм уны төрлө тамашасы ла ҡабул итә ала. "Генерал Иғзаҡов" һәр ерҙә лә уңыш ҡаҙана. Был иһә бейеүҙең элеккесә милләт теле, уның үткәне, бөгөнгөһө һәм киләсәге булыуын иҫбат итә.
Гөлнур Ишбулатова әҙерләне