+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар

Бөгөн Башҡортостандың халыҡ артисы Роза Сабирйән ҡыҙы Аҡкучукованы иҫкә алабыҙ...

.

Бөгөн Башҡортостандың  халыҡ артисы Роза Сабирйән ҡыҙы Аҡкучукованы иҫкә алабыҙ...
Бөгөн Башҡортостандың халыҡ артисы Роза Сабирйән ҡыҙы Аҡкучукованы иҫкә алабыҙ...

                        Ҡыҙыл буйының моңло ҡыҙы

“Алтын балдаҡ”, “Һин ултыртҡан муйыл”, “Ромашкалар”... Был йырҙарҙы телгә алыу менән күҙ алдыбыҙға Башҡортостандың халыҡ артисы, сәхнәбеҙҙең сағыу биҙәге Роза Аҡкучукова килеп баҫа. Уның репертуарында халыҡ йырҙары ла, композиторҙар ижад иткәндәре лә байтаҡ ҡына. Ошоларҙың барыһын да кешенең күңеленә үтерлек итеп башҡарыу өсөн күпме көс, йөрәк йылыһы һалынған! Шуға ла тамашасылар Роза АҠКУЧУКОВАның яғымлы тауышын үҙ итә, һәр сығышын көтөп ала. Ошо көндәрҙә башҡорт йыр сәнғәтенең легендаһына әүерелгән алиһә үҙенең күркәм юбилейын билдәләй. Шул уңайҙан меңәрләгән тамашасының һөйөүен яулаған йырсы менән әңгәмәбеҙҙе тәҡдим итәбеҙ.
 
– Роза ханым, бала саҡта кем бу­лырға теләнегеҙ?
– Әлбиттә, йырсы! Ауылға артистар килһә, уларҙы клуб янында көтөп тороп, үҙебеҙгә ҡунырға алып ҡайта инем (көлә). Атайым ауыл Советы рәйесе булғас, минең теләккә ҡаршы килмәй. Ҙур ҡунаҡтар өсөн алдан ҡәһүә әҙерләп ҡуям, сөнки сәхнә йондоҙҙары шул эсемлекте генә ҡуллана, тип уйлай инем.
Бер мәл ауылға Фәриҙә Ҡудашева бри­гадаһы килеп төштө. Был юлы иһә кәйефем ныҡ ҡырылды, хатта илап та алдым. Баҡ­тиһәң, уларҙы бүтәндәр “эләк­тереп” өлгөр­гән икән.
 
– Әгәр һеҙ йырсы булмаһағыҙ, нин­дәй һөнәр һайлар инегеҙ?
– Йырламаһам, мин барыбер халыҡ менән эшләп, нисек тә уларҙың күңеленә юл ярыр инем. Бәлки, был кешеләрҙе дауалау һөнәре булыр ине. Мин һәр ваҡыт уйлап эш иттем. Күрәһең, ғаиләлә шундай тәрбиә һалынған. Әгәр йәшерәк сағым булһа, уҡыуымды дауам итер ҙә берәй продюсер булыр инем.
 
– Ә һеҙ мәктәптә ниндәй фәнде яраттығыҙ?
– Урыҫ телен һәм әҙәбиәтен шул тиклем бирелеп өйрәндем. Ул фәндән уҡытҡан Валентин Мамлеев дәресте бик ҡыҙыҡлы итеп алып барҙы. Башҡорт теленән уҡыт­ҡан Әкрәм Бикҡужин да шәп мөғәллим ине. Ә бына физика, математика, геометрияны өнәп бөтмәнем. Ейәнем Батырхан иһә, киреһенсә, математика буйынса олимпиа­даларҙа ҡатнаша.
Абҙаҡ мәктәбендә ул осорҙа балаларҙың уҡыуын, ялын ойоштороу юғары кимәлдә булған. Беҙҙең класс бер сарала ла ҡат­нашмай ҡалмай ине.
Мәктәптән һуң Стәрлетамаҡ педагогия училищеһына уҡырға индем. Тыуған яҡты ныҡ һағындым да уҡыуымды ташлап ҡайт­тым да киттем. Шунан күрше Байым ауылына клубҡа эшкә саҡырҙылар.
Шунда ауылға Хөсәйен ағай Мәжитов бригадаһы килеп төштө. Артистарҙы өйгә алып ҡайттым. Хөсәйен ағай ҡырт киҫте: “Бер ниндәй ҙә клубта эшләү кәрәкмәй. Өфөнөң 2-се педагогия училищеһына хә­ҙер үк барып ет. Тауышың бар. Төҫкә-баш­ҡа матурһың, килешле һөйләшә беләһең...”
Училищеға ингәндә мине Лилиә Әхмәт ҡыҙы Кәримова тыңланы, аҙаҡ ул иң ҡәҙерле уҡытыусым булып китте. Өсөнсө курста уҡығанда филармонияға эшкә са­ҡырҙылар. Талантлы режиссер Фәтих Иҡсанов үҙ төркөмөнә алды. Ул Әнғәм Атнабаев сценарийына “Ҡаҙ өмәһе”н ҡуй­ғайны. Мин “Ҡыр ҡаҙҙары” йыры (Мәҡсүд Сөндөклө һүҙҙәре, Нариман Сабитов музыкаһы) менән “өмә”гә барып эләктем. РСФСР-ҙы арҡырыһына буйына йөрөп сыҡтыҡ. “Өмә”лә кемдәр ҡатнашҡанын ғына һанаһаң да иҫ китерлек: Илфаҡ Смаков, Венер Килмөхәмәтов, Гөлсөм Хәбибул­ли­на, Нәзифә Ҡадирова, Сания менән Рим Бакировтар, “Ирәндек” ансамбле (Айрат Кәримов етәкселегендә)...
Арҙаҡлы музыкант Редик Фәсхет­динов­ҡа ла рәхмәтем ҙур. Ул да миңә ижади үрҙәргә күтәрелгәндә ярҙам итте. “Ҡыр ҡаҙҙары”, “Алтын балдаҡ”ты уның менән яҙҙыҡ...
Шул осорҙа “Алтын балдаҡ”, “Һин ул­тыртҡан муйыл”, “Аҡҡошҡайым” йырҙары бик популяр булып китте. Халыҡ та ар­тистарға ҡарата ҙур иғтибар күрһәтә ине. Хатта концерттарҙан һуң артҡы ишектән йөрөргә тура килде. Сәхнәлә кисергән бә­хетле мәлдәр ғүмерлеккә иҫтә ҡалған... Мәҫәлән, Силәбенең иң ҙур концерт зал­дарының береһендә, сәхнәгә сығыуым булды, халыҡ аяғүрә баҫты. Ул осорҙа мин башҡарған йыр Рәсәйҙә иң билдәлеләрҙең береһе ине. Бер заман Стәрлетамаҡта сығыш яһағанда, “Һин ултыртҡан муйыл”ды өс тапҡыр йырлаттылар, ҡул сабалар ҙа сабалар...
 
– Тормош алҡыштарҙан ғына тормай...
– Ниндәй генә хәлдәрҙә лә кеше булып ҡалырға кәрәк. Мин үҙемде үҙем яһаным. Ярҙам иткән кешем булманы. Һәр сығышымды анализлап, йоҡомдо йоҡламай, мизансценаларҙы тикшерә, яңыларын әҙер­ләй инем. Иң мөһиме — сәхнәлә һин йөрәк менән эшлә, һәр нәмәлә һинең матур күңелең сағылырға тейеш.
Тормош мине үтә ҡыҙыуға ла, һал­ҡын­дарға ла бирешмәҫкә өйрәтте. Хәйләкәр, тәкәббер кешеләрҙе ярлыҡай белмәйем, яратмайым. Һатлыҡ йәндәрҙән ҡурҡам. Дуҫлыҡты баһалай беләм, тоғромон. Ғөмү­мән, үткән кәртәләр, ауырлыҡтар тура­һында иҫкә лә алмайым. Сәхнәне, йырҙы элеккесә яратам. Яңынан тыуһам да, шу­лай уҡ артист булыр инем. Рәхмәтлемен атай-әсәйемә, туғандарыма, тамашасыма.
 
      Хәтирә ШӘРИПОВАНЫҢ мәҡәләһенән өҙөк.
Автор:
Читайте нас: