+18 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар

Ысынбарлыҡҡа – еңелсә юмор, тормошҡа һөйөү менән ҡарарға

Көлдөрөргә, шаяртырға яратам. Бала саҡта шулай шаяртып туған тейешле кешеләрҙе ҡунаҡҡа саҡырып ҡайттым. Мин әйткән ваҡытҡа йыйыла башланылар, ата-әсәйем генә был “йыйылыш”ҡа аптыраны, шулай ҙа сәйен ҡуйҙы, ашын һалып ебәрҙе… Бүләккә тип патефон тотоп килгәндәр ине, кире алып ҡайтып торманылар, ҡалдырып киттеләр. Ете балалы ғаилә өсөн был бик ҙур бүләк булды, шул патефонды тыңлап үҫтек.

Ысынбарлыҡҡа – еңелсә юмор, тормошҡа һөйөү менән ҡарарға
Ысынбарлыҡҡа – еңелсә юмор, тормошҡа һөйөү менән ҡарарға
     Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры актеры, Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Рәүис Заһитов менән әңгәмә.
 
- Йәш тә түгел, ҡарт та түгел, самай йәшәр саҡ ҡына!.. Шөкөр, мин дә, үҙ маңлайыма яҙылғанды үҙем кисерҙем, үҙемә тәғәйен юлдан барам, үҙемсә шатланам, үҙемсә ҡайғырам… - тип әйтеп ҡуйҙы үҙ йәше тураһында Рәүис Хәбир улы. - Әҙәм балаһының тормошо шунан ғибарәт – Хоҙай тарафынан күпме ғүмер бирелгән, булмышына ниндәй һәләт-ҡомар һалынған – былар барыһы ла Юғарғы көстөң ҡөҙрәтендә. Әммә ләкин өлөшкә төшкән ғүмерҙе юҡ-барға тәләфләмәй, тормош юлын матур итеп үтеү, эшләгән изгелектәрең, яҡшылыҡтарың менән кешеләрҙең күңел дәфтәренә уйылып ҡалыу – һәр әҙәми заттың изге бурысы. Ижадсылар икеләтә ул бурысты атҡарырға тейеш, сөнки улар кешенең рухи донъяһын байытыуҙы үҙ өҫтөнә алған. Ижадсыларҙың тәғәйенләнеше – замандарштарыбыҙҙың күңелен байытыуҙа, уларҙың йөрәгенә матурлыҡ орлоҡтары сәсеүҙә. Йәшәгән йылдар һаны ғүмер тигән миҙгелгә өҫтәлгән, уйнаған ролдәр артҡан һайын был ғүмерҙең ике килмәгәнлегенә, бөтә уҙған тормоштоң бер тынала үтеүенә тағы бер ғәжәпһенеп уйға ҡалам. Шағирҙар юҡҡа ғына ғүмерҙе таңғы ысыҡҡа тиңләмәйҙер!.. Беҙ бала саҡта ололарҙың “ай күрҙе, ҡояш алды” тип әйткәндәре ни тиклем хаҡлы икәнен хәҙер аңлаған кеүекмен!...

- Әллә һағыш биләй инде һеҙҙең күңелде?.. Фәлсәфәгә төшөп киттегеҙ…

- Тормош булғас, төрлөһө була. Тормош – сәхнә түгел, үҙенең төрлө ауырлыҡтары, һынауҙары менән һинең йөрәгеңдә эҙ ҡалдыра. Ошо һынауҙарҙы үтерлек көсөм, аҡылым, сабырлығым булғанға шөкөр итеп, яратҡан ғаиләм менән бергә етмеш йәште лә уҙып киттем.

- Артист булараҡ һеҙ ғүмерегеҙҙең һәр миҙгелен ҡәҙерләп йәшәй беләһегеҙме?

- Бала саҡ хыялыма тоғро булып ҡалдым, бөгөн мин үҙемдең тормошомдо сәхнәһеҙ күҙ алдына ла килтерә алмайым. Ижадта табылған бәхет тәмен инде белерлек йәштәмен, туған театрым минең ғүмер юлымда маяҡ булһа, ә тамашасылар һөйөүе, рәхмәте йәшәүгә, ижадҡа яңынан-яңы дәрт өҫтәй, бер ни тиклем кимәлдә беҙҙең ысынбарлыҡтағы тормоштан бер аҙ өҫтөн булыу мөмкинлеге бирә. Яҙмышыма яҙғанынан ҡәнәғәтмен.

- Бер төрлө генә күңел торошо һеҙгә хас түгел, һеҙ бит төрлө жанрҙағы спектаклдәрҙә берҙәй оҫта уйнарға һәләтлеһегеҙ...

- Минең образдарымда - халҡыбыҙҙың күңел йомартлығы, нескә ябайлыҡ, тормошсанлыҡ. “Ябайлыҡта - бөйөклөк” икәнен әле бер заман да инҡар итә алманы, мин дә һәр ваҡыт шуны иҫтә тотам: һәр бер актерҙың үҙенсә эске тойомлауы, асылы, күңел торошо бар, бына ошолар артистарҙың индивидуаллеген тәшкил итә лә инде.

- Һеҙҙең индивидуаллек – “көлкө тоҡсайы” булыуҙалыр, моғайын...

- Ну уныһы бар. Көлдөрөргә, шаяртырға яратам. Бала саҡта шулай шаяртып тыуған тейешле кешеләрҙе ҡунаҡҡа саҡырып ҡайттым. Мин әйткән ваҡытҡа йыйыла башланылар, ата-әсәйем генә был “йыйылыш”ҡа аптыраны, шулай ҙа сәйен ҡуйҙы, ашын һалып ебәрҙе… Бүләккә тип патефон тотоп килгәндәр ине, кире алып ҡайтып торманылар, ҡалдырып киттеләр. Ете балалы ғаилә өсөн был бик ҙур бүләк булды, шул патефонды тыңлап үҫтек.

- Бәлки ошо патефондың булыуы һеҙҙе йырсы булырға этәргәндер…

- Уныһы ла барҙыр. Минең атайымдың тауышы матур ине, бигерәк тә ул халыҡ йырҙарын башҡарырға яратты. Мин дә Өфөгә йырсы булырға тип килгән инем бит тәүҙә. Мине тыңлап ҡараған апай: “Ҡустым, һин бит ҡойоп ҡуйған кәмитсе, тәүҙә сәнғәт институтының актерҙар бүлегенә барып ҡара, театрҙа йырлап та, уйнап та була. Унда алмаһалар, килерһең” – тип кәңәш итте. Шулай итеп мин актер һөнәренә инеп киттем.

- Институтҡа актерлыҡҡа уҡырға ингәс, ғаиләгеҙҙә нисек ҡабул иттеләр?

- Атай-әсәйем бик шатланды. Сөнки, берҙән, күп балалы ғаиләлә (беҙҙә ете бала ине) баланы үҙаллы тормошҡа аяҡ баҫтырыу – шатлыҡлы ваҡиға. Икенсенән, беҙҙең Ҡыйғы районы Иҫке Мөхәммәт ауылында мин юғары уҡыу йортона ингән беренсе кеше инем.

- Ауылдаштарығыҙ өсөн Гагарин һымаҡ булғанһығыҙ инде?

- Эйе, ауылдаштарым өсөн даным уныҡынан кәм булманы. “Ишеттеңме, Хәбирҙең малайы әртислеккә уҡырға ингән, дәү кеше була тиҙәр”, “Хәҙер Иҫке Мөхәммәт ауылының да үҙ артисы бар!” тигәнерәк һымаҡ һүҙҙәр булды. Бөтә ауылдың, хатта күрше ауылдарҙың телендә мин генә инем.

- Данығыҙ һөнәр һайлаған мәлдә үк тыуған икән… Ул һүҙҙәр оло яуаплылыҡ та өҫтәгәндер, моғайын…

- Эйе, әлбиттә. Театрға эшкә килеү менән, “Мираҫым һиңә, балам” (К.Сафронов) исемле спектаклдә Славка ролен бирҙеләр, уны мин тыуған ауылыма барып уйнаным. Ролем бик ҙур ҙа түгел, әммә ауылдаштарым алдында ҡойолоп төштөм, һүҙҙәремде онотоп, буталып бөттөм. Ярай әле эргәмдә өлкән артистар булды, улар ярҙамында “йырып сыҡтым” тыуған ауылымда уйнаған тәүге спектаклемде.

- Шулай ҙа тыуған ауылығыҙҙа ғына түгел, тотош республикала, күрше өлкәләрҙә дан ҡаҙандығыҙ бит?!..

- Шул яуланған дандар арҡаһында хатта самолеттарҙа Өфөгә ҡайтып төшкән замандар булды.

- Ҡасан булды ул?

- Шул “дандарҙы” ат урынына егеп йөрөгәндә инде (көлә). Бер ваҡыт Бөрйәндә Өфөгә осорға тип самолет көтәбеҙ, ул ваҡытта “кукурузник”тар оса ине райондар араһында, әлегеләй асфальт түшәлгән юлдар юҡ ине. Беҙҙе үҙ туғанылай күреп оҙатып-һыйлап йөрөгән ағай ай-вайыбыҙға ҡуймайынса ағастар араһына инеп, ҡапҡылап алырға тәҡдим итә бит!.. Беҙ, күрәһең, оҙағыраҡ тамаҡ ялғап ултырғанбыҙ – самолет тю-тю… Инде ни эшләргә, тип баш ватып, Сибайға осоусы самолет менән Стәрлетамаҡҡа килеп төштөк. Ә унда аэропорт ҡаланан ситтә, ялан уртаһында нимә эшләргә инде?.. “Рәүис, һин кеше менән һөйләшә беләһең, һине танып торалар…” – тип әллә нисәмә ялбарыулы ҡараш миңә төбәлгән. Ни булһа ла булыр, моғайын, һуғып йыҡмаҫ, тип киттем аэропорт начальнигына. Инеүем булды, теге “О, Шомбай!” –тип ҡосаҡлап алды. Кирәй Мәргәндең “Шомбай” исемле пьесаһы буйынса спектаклдә “Ике тәрәш, бер тәрәш, атай, миңә ал кәләш, һинең киленең булыр, минең күңелем булыр” -тип йырлап йөрөгән персонажды - Мәмәтәйҙе уйнаған инем. Шунан Мәмәтәй түгел, Шомбай исеме йоғоп ҡалды. Урыҫ һынлы урыҫ Шомбай тип торһонсо әле!.. Улай ғына түгел, хатта Өфөгә тиклем самолет биреп, беҙҙе оҙатып тороп ҡалды.

- Поездарҙы ла туҡтатҡанһығыҙ икән…

- Уныһы ла булды. Өфөнән Салауат районына халтураға сыҡҡан инек. Симскаяға тиклем электричкаға ултырҙыҡ, ул туҡталышта “скорый поезд” үтә – “Москва-Новосибирск” булды, ахыры. Бер скорый поезд килеп туҡтаған ине, машинистың янына һикереп мендем дә, үтенепме-үтенәм. “Юҡ, Кропочево станцияһында туҡтарға ярамай, беҙҙең маршрутта юҡ” тип тә ҡараны ла, әммә аҙаҡтан “Ярай инде” – тип ҡуйҙы. Шулай итеп беҙҙең өсөн генә “скорый поезд” Кропочево станцияһында бер минутҡа ғына туҡтаны. “Ана бит, башдрам артистарын хатта ғүмер баҡый туҡтамаған Скорый поезд килтереп китә” – тип ауыл халҡы шаҡ ҡатты.

- Һеҙ йәштән үк “үтеп сыҡҡан” егеттәр рәтендә булғанһығыҙ икән!..

- Мин театрға эшкә урынлашырға тип килгәндә лә ул ваҡыттағы директор Нажибәк Шәйкамал улы “Һин, ҡустым, ҡайһы театрҙа баҫып торғаныңды беләһеңме? Академтеатр был. Бында, ана, ниндәй артистар эшләй: Арыҫлан Мөбәрәков, Рим Сыртланов, Хөсәйен Ҡудашев! Һин бигерәк йәш, ҡайтып үҫеп кил”- тине лә үҙе тағы ла миңә ҡарап: “Һин нимә эшләй беләһең һуң?” – тигән була, мин дә аптырап тормайым: “Бөтәһен дә эшләй беләм: йырлай ҙа, кәрәк икән дөбөрләтеп бейей ҙә”. Шулай тинем дә “Буранбайҙы” һуҙып ебәрҙем. “Театрға йырсы актерҙар кәрәк, һине труппаға алабыҙ” – тине. Хәҙер инде мин инәлтә башланым: “Мин, ағай, кире уйланым. Филармонияға барырға булдым. Унан да саҡырыу килгән ине” – тим. “Академ саҡырғанда, филармония тип торма инде!”- ти директор. Мин, ни, күп инәлтеп торманым – риза булдым.

- Шулай итеп, йырлап театрға эшкә килеп ингәнһегеҙ икән?..

- Эйе, телем йырлап асылған бит минең. Бәләкәйҙән сәхнәнән төшмәнем. “Буранбай”, “Илсе Ғайса”, “Фатима” кеүек халыҡ йырҙарын башҡарһам, өлкәндәр, күҙ йәштәрен һөртөп, “балаҡайым, үҙәктәрҙе өҙәһең бит” – тип арҡамдан ҡаға ине.

- Йырсы булып китмәгәнгә үкенмәйһегеҙме?

- Юҡ. Аллаға шөкөр, йырлап йәшәнем һәм әле лә йырлайым. Бер ваҡыт композитор Нур Дауытов телевидениела барған “Башҡорт йыры” тапшырыуында: “Мин “Бер ҡайтмаһам, әсәй бер ҡайтырмын” йырын Рәүис Заһитов башҡарыуынан башҡа ҡабул итә алмайым” – тине. Уның был баһаһы минең өсөн бик ҡәҙерле – ошо йырҙы мин “Әсәләр көтәләр улдарын” (Ә.Мирзаһитов) спектаклендә йырлаған инем. Шулай уҡ “Оло юлдың туҙаны” йырын да тәү тапҡыр Т.Таһировтың пьесаһы буйынса “Ғәлиә”спектаклендә Ғәлиә менән Заһирҙың хушлашҡан сәхнәһендә йырланым, ул йыр тамашасыларға бик көслө тәъҫир итә ине. “Оло юлдың туҙаны” йырын оҙаҡ йылдар Г.Камал исемендәге дәүләт академия театрының директоры булып эшләгән Шамил Закиров ярата ине, беҙ гастролгә барған һайын ошо һәм дә “Йәнбикә” йырын башҡарыуымды үтенә ине. Һуңынан был йырҙар халыҡ араһында киң таралды, бөгөн дә йәш йырсылар уларҙы башҡара.

- Тормош иптәшегеҙҙе лә йырлап ғашиҡ иттерҙегеҙме?

- Булғандыр. Беҙ Зилиә менән 1972 йылда таныштыҡ. Бүлмәләш егетем Сәлмән Яҡупов Гүзәл исемле ҡыҙыҡай менән осрашып йөрөй ине. Беҙҙең ятаҡтарҙың тәҙрәләре бер-береһенә ҡаршы ғына тора ине, улар тәҙрәгә яҙышып свиданиеға сығалар ине. Гүзәл менән Зилиә исемле ҡыҙҙар бер бүлмәлә йәшәй ине, бер көн уларға минең буласаҡ кәләшем Зилиә лә ҡунаҡҡа килгән. Ике Зилиә ауылда уҡытыусы булып эшләгәндәр. Тап шул ваҡытта Гүзәл “Тропой бескорыстной любви” тип аталған фильмға билет алған. “Ҡыҙҙар киноға билет алғандар, бер артыҡ билет бар, әйҙә, беҙҙең менән киноға!” – тип саҡырҙы мине бүлмәләшем. Ул кисте мин ике Зилиә араһында ултырып кино ҡараным һәм уларҙың береһен оҙата киттем. Сәлмән менән Гүзәл өйләнешмәне, ә беҙ, танышҡанға өс ай тигәндә өйләнешеп тә ҡуйҙыҡ. Шөкөр, 47 йыл бергәбеҙ.

- Ғаиләгеҙҙә артистар бармы?

- Мин кешенең күңелен дауалаусы булһам, ә ҡатыным Зилиә Харис ҡыҙы менән улым Артур һәм киленем Наилә - табиптар, улар һаулыҡ һағында торалар. Ейәнем Оскар – мәктәп уҡыусыһы, ейәнсәрем Аделина балалар баҡсаһына йөрөй.

- Актер – профессия түгел, ул – диагноз, тип әйтеүселәрҙең һүҙендә хаҡлыҡ бар. Һеҙ уйнаған Яппар ҡарт ролен алайыҡ. Б.Бикбай һәм З.Исмәғилевтың «Ҡоҙаса» музыкаль комедияһында, ошо спектаклде ҡараған тамашасы әйтмәксе, һеҙ «йөҙөп йөрөп уйнайһығыҙ».

- Ысынлап та, улар хаҡлы. Комедия жанрындағы спектаклдәрҙә рәхәтләнеп уйнайым. Яппар ҡарттың ҡылыҡтары, үҙен тотоуы, ым-хәрәкәттәре, телмәр интонацияһы менән ауыл ҡартының тормошҡа ҡарашын, характер үҙенсәлеген сағылдырырға тырышам: ҡарт ҡуйынында ҡалас вәғәҙә итеп, йәш кәләште үҙ ҡосағына алырға теләй, тормош күргән кешеләргә хас булған һиҙгерлеген юғалтып, йәш комсомолец Ильястың «ҡапҡаны»на эләгә - «кәзә һаҡалы»нан ҡотола, тар балаҡ, ялпаҡ кепканы эләктереп ала.

- Ысынлап та, һеҙҙең был образ “ир-егеттең күңелендә эйәрле-йүгәнле ат ятыр”, тигәнде Яппар ҡарт роле аша һеҙ ихлас һүрәтләйһегеҙ - ҡайһы ваҡыт тамашасы сәхнәлә кем икәнен онотоп та ебәрә кеүек: йәш кәләш алам тип баш ватҡан Яппар ҡартмы, әллә ролен мөкиббән китеп уйнаған Рәүис Заһитовмы? Һеҙҙе режиссерҙар саманан аштырып ебәрәһең, тип шелтәләп тә алғаны бар бит?..

- Роль уйнағанда шул тиклем бирелеп уйнап кителә, уйындан ҡәнәғәтлек тойғоһо тыуһа, түҙә алмағандан артып та китәлер инде, әммә саманан сыҡмайым. Артистар шулай инде: ҡайһы ваҡыт үҙҙәре лә һиҙмәҫтән тамашасы «ҡармағына» ҡаба – арттырып та, спектаклде бер аҙ “һуҙып” та ебәрә - уның хилафлығын күрмәйем, киреһенсә, мәҫәлән, тамашасы Яппар ҡарттың һәр бер репликаһына алҡыштар яуҙыра. Бигерәк тә минең Яппар ҡарттың самогонсы Самсундан ҡайтып килеүен тамашасылар ярата.

«Через наша улица ла

Течет холодный вода,

Мая сердца пожар горит,

Не потушишь никогда» - тип ҡолас йәйеп йырлап, тамашасыны «Самсун сәмәйе» менән һыйлап сәхнәгә үтәм. Ошо ваҡытта минең уйындың “самай ҡыҙған мәле” - тамаша залы көлөүҙәрҙән геүләп осоп барған күсте хәтерләтә. Мин үҙем дә Яппарҙы уйнаған көндө күңелем булып, йырлай-йырлай ҡайтып китәм.

-Тағы ниндәй ролдәрегеҙ күңелегеҙгә яҡын?

- Бөтәһен дә яратам! Йәш саҡта уйнаған бер аҙ хыялый, мөхәббәт даръяһында йөҙөүсе Ильяс (М.Кәрим «Ҡыҙ урлау») булһынмы, йә иһә оҫта ғәйбәтсе «дан»ын күтәргән боҙоҡ Йыһан ҡарсыҡмы (Х.Ибраһимов, «Башмағым») – минең был образдарымды тамашасыларым әле һаман иҫләйҙәр.

- Ҡайһы бер сәхнә әҫәрҙәре һеҙҙең ижади биографияла ҡабатланған - төрлө ҡуйылышта уларҙа уйнарға тура килгән бит?!..

- Эйе, “Башмағым” музыкаль комедияһының өс ҡуйылышында ла уйнаным: тәүгеһендә - Вәли, икенсеһендә - Йыһан ҡарсыҡ, өсөнсөһөндә - Кәрим бай ролдәрен уйнаным. “Аҫылйәр” спектакле театрҙа ике тапҡыр ҡуйылды, унда Ғәбдрәшит һәм Хөснулла ролдәрен башҡарҙым. М.Кәримдең “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ” әҫәре буйынса спектаклдә төрлө йылдарҙа Әсғәт, Исхаҡ һәм Талип ролдәрен башҡарҙым.

- Быларҙың барыһы ла комедия жанрында…

- Эйе шул! Кәмитһеҙ донъя һанһыҙ! Заман башҡа –заң башҡа тиһәләр ҙә, замандар үҙгәрә, әммә халыҡтың рухи талаптары, ихтыяжы тағы ла талапсаныраҡ төҫ ала. Хатта бер ҡарауға еңел генә һаналған комедия жанрына ҡарата ла тамашасының үҙенең мөнәсәбәте бар. Халыҡ бит театрға көндәлек ығы-зығынан арынырға, ял итер өсөн килә, ә ике сәғәт ярымлыҡ комедия – ул күңелгә иң шәп дауа. Халыҡ та бит мине комедиялар аша күберәк белә, таный.

- Оҙон ғүмерле спектаклдәрҙең сере нимәлә тип уйлайһығыҙ?

- Ябайлыҡта. Бөгөн кешегә нимә кәрәк? Күңел йылыһы! Һәр заман кешеһе өсөн иң мөһиме – кемгәлер кәрәк булыуҙа. Тормоштоң мәғәнәһе шунда. Кеше ғаиләһенә кәрәк, эшләгән хеҙмәттәштәренә кәрәк… Әгәр ҙә һин кемгәҙер кәрәк түгелһең икән, эшләгән эшең дә, тапҡан малың да – бер нимә лә шатлыҡ килтерә алмай.

- Рәүис ағай, һеҙ төрлө бүләктәргә, маҡтаулы исемдәргә лайыҡ булғанһығыҙ. Улар араһында һеҙҙең өсөн иң ҡәҙерлеһе?

- Тамашасымдың һөйөүе һәм, әлбиттә, 50 йәшлек юбилейымда тыуған республикам тарафынанмиңә махсус бойороҡ менән бирелгән исемләнгән фатир, ошо бүләккә бөгөн дә ғорурланам.

- Бөгөнгө көндә ҡайҙан илһам алаһығыҙ?

- Ғаиләмдән. Ейән-ейәнсәрҙәремде арҡаһынан тупылдатып һөйһәм – бына шунда инде бәхет! Тағы ла яратҡан шөғөлөм – баҡсам бар. Унда өй һалдым, төрлө йәшелсә–емештәр үҫтерәм.

- Һеҙ ниндәй кәңәш бирергә яратаһығыҙ?

- Ихлас, алсаҡ күңелле булырға кәрәк. Ысынбарлыҡҡа – еңелсә юмор, тормошҡа һөйөү менән ҡарарға.

          Динара ҠӘЙҮМОВА

Ысынбарлыҡҡа – еңелсә юмор, тормошҡа һөйөү менән ҡарарға
Ысынбарлыҡҡа – еңелсә юмор, тормошҡа һөйөү менән ҡарарға
Автор:
Читайте нас: