+18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

"Беҫ һеҫтекенсә һөйҙәшмәйбеҙ ҙә уы, беҙтең телебеҙ бүтәнсә"

.

"Беҫ һеҫтекенсә һөйҙәшмәйбеҙ ҙә уы, беҙтең телебеҙ бүтәнсә"
"Беҫ һеҫтекенсә һөйҙәшмәйбеҙ ҙә уы, беҙтең телебеҙ бүтәнсә"

    Силәбе яғында башҡорт теленең һалйот һөйләше әле лә яҡшы һаҡлана.

     "Тел - тере шишмә, үлмәгән, бөгөнгә еткән", тигән бөйөк шағирыбыҙ Баязит Бикбайҙың рухына мең аят булып ишетелә миңә был һөйләштең моңо. Сағыштырып ҡарап, төрлө һөйләштәр араһынан әҙәби тел нормаларын уртаға сығарыу ни хәтле ҡатмарлы һәм яуаплы булғанын аңлайһың. Бынан йөҙ йыл әүәл, 1924 йылда, Шәһит Хоҙайбирҙин етәкселегендә башҡорт әҙәби теле ҡабул ителә. Тарихта ул комиссияла кемдәр булғаны, ҡырҡ ырыуҙан торған башҡорттоң берҙәм әҙәби телен айырып күрһәтеү өсөн ниндәй бәхәстәр ҡупҡаны әле һаман беҙҙең йөрәккә ҡағыла һәм ҡолаҡҡа салына төҫлө. Башҡорт теленең бик-бик боронғо төрки тамырҙарын, байлығын, тарихын билдәләү өсөн әҙәби дөйөм телгә "ауылдар, аттар, тауҙар" формаһы, йәғни "-тар, -дар, -ҙар" ялғауҙары алынған.       

      Күпселек башҡорттар "урманнар, ҡыҙлар, егетләр" тип һаман да һөйләшә, ләкин көнсығыштағы ҡыуаҡан, һыҙғы, тамъян, терһәк, һалйот, барын-табын ырыуҙары телендәге үҙенсәлектәр әҙәби тел нигеҙенә һалына. "Беҫ һеҫтекенсә һөйҙәшмәйбеҙ ҙә уы, беҙтең телебеҙ бүтәнсә", тигән булалар ҡайһылары. Киреһенсә бит, туғанҡайҙар, һеҙҙең телдә ҡәҙерләп һаҡланған ялғауҙар - башҡорт теленең бөтә төрки телдәр араһында иң байы һәм тамырлы икәнен күрһәтеүсе бер сифат. Беҙ уларҙы бөгөнгәсә һаҡлап һөйләшкән милләттәштәргә рәхмәтлебеҙ. Һалйот, ҡыуаҡан, ҡатай һәм әйле һөйләшен тыңлап, кинәнәбеҙ генә, был ерле халыҡтың йәтеш кенә йор һәм яғымлы телен кәмһетергә, киҫергә бер кем дә баҙнат итмәҫ. Миҫал өсөн башҡорт һөйләштәренән бер нисә генә һүҙҙе сағыштырып ҡарайыҡ, башҡорт телендә һөйләшкән төбәктәрҙә улар бөгөн бөтәһе лә ҡулланыла: беҙҙеке - беҫтеке, беҙнеке, безнеке; һеҙҙеке - һеҫтеке, һестеке, һеҙнеке, сеҙнеке; ҡыҙҙар - ҡыҫтар, ҡыһтар, ҡыҙлар, ҡызлар, ҡыздар; егеттәр - егетләр, жегеттәр, жегетләр; әсәй - инәй, әней, әннә, әсей; атай - ата, әтей, әттә; өләсәй - ҡартәсәй, ҡәрсәй, нәнәй, ҙуринәй, дәүинәй, ҡартинәй, әбей һ.б. Шунан үҙегеҙҙе әҙәби тел төҙөргә ултырған ғалим тип хис итегеҙ, ҡайһыныһын һайлар инегеҙ? Бик ныҡ баш ватырға ла тура килә. Ләкин халыҡтың аңына, рухына, киң һәм тәрән тарихи хәтеренә таянып, әҙәби телле булғанбыҙ, уны бер ҡасан да юғалтырға, һанға һуҡмаҫҡа, өйрәнмәҫкә хаҡыбыҙ юҡ.

     Сәрүәр СУРИНА

Автор:
Читайте нас: