+18 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар

Әхмәр ҒҮМӘР-ҮТӘБАЙ "Буранбай" йырының кешегә тәьҫире хаҡында:

- Был йырҙың тәьҫир көсө яҙмыштарҙы, тотош ғүмер ағыштарын ҡырҡа борор, шатлыҡ һуҡмаҡтарына йүнәлтер ҡеүәттә.

Әхмәр ҒҮМӘР-ҮТӘБАЙ  "Буранбай" йырының кешегә тәьҫире хаҡында:
Әхмәр ҒҮМӘР-ҮТӘБАЙ "Буранбай" йырының кешегә тәьҫире хаҡында:

     - Бала саҡтан мин тыуған ауылым Буранбайҙа халыҡ моңо мөхитендә үҫкәс, "Буранбай" йырының аһаңен ауылдаштарыбыҙҙың һәр тын алышы, өн-ауазы яңғырашында үҙемә һеңдерҙем. Һуңынан бер китабымда "Буранбай" йырының кешегә тәьҫире хаҡында шулай итеп яҙҙым да: "Шуны ла икеләнмәйенсә әйтә алам: йырҙың тәьҫир көсө яҙмыштарҙы, тотош ғүмер ағыштарын ҡырҡа борор, шатлыҡ һуҡмаҡтарына йүнәлтер ҡеүәттә. Был моңдо тыңламаған, тыңлаһа ла ҡабул итә алмаған кеше донъяла иң бәхетһеҙелер. Сөнки йыр бәхетһеҙлек хаҡында, ә бәхетһеҙлекте күрмәгән йәки аңламаған кеше хатта үҙ бәхетен дә тоймай һәм белмәй. Сөнки көйҙөң эске мәғәнәүи яңғырашы, моң йөкмәткеһе тик изгелек, тик ғәҙеллек, тик хәҡиҡәт өсөн йәнен фиҙа ҡылған кешенең йән иңрәүе, күңел һыҡтауы тураһында. Йырҙа кешелеккә ҡаршы ҡырҡа протест яңғырай: донъяға тик яҡтылыҡ, тик яҡшылыҡ өҫтәргә килеп тә, шул уҡ кешелектең үҙен шундайын ғазаптарға дусар итеүҙәренә ҡаршы протест белдереү. Үпкәләү ҙә, йәберһенеү ҙә түгел - ғәҙелһеҙлеккә ҡаршы йөрәк ихтилалы. Был йырҙа халҡыбыҙҙың күңел торошо, фажиғәле яҙмышы бөтә тулылығында сағыла..."
     Буранбайҙы, ниңәлер, үҙ ауылына ҡайтып, һөйөклө ҡатындары һәм ғәзиз балалары менән бергә ғүмер һөрә алмаған, ғүмер буйына ҡаҙаҡ далаларында, тыуған яғының урман-ҡаяларында ҡасҡын булып йәшәргә мәжбүр ителгән мәхлүк, бахыр кеше итеп күрергә теләйҙәр. Буранбай хаҡында материалдар, башҡа төрлө сығанаҡтар туплай торғас, шәхесенең тағы ла тәрәнерәк яҡтарын күрергә өлгәштем дә инде. Ул бер ваҡытта, күптәр күрергә теләгәндәй, "бығауҙарын сыңғыратып" Себерҙәрҙә йөрөмәгән, хатта унда барып та етмәгән, юлда ҡасып китеүгә өлгәшкән. Уның ынтылышы ҡоллоҡтан ҡотолоу түгел, ә ҡоллоҡ хәленә төшмәү булған. Ҡулына бығау һалғандарын теләмәгән ул. Күптәр Буранбайҙы 1812 йылғы Ватан һуғышы батыры итеп Париждарға алып барып еткерә, Ҡаһым түрә янында йөрөтә. Документтар бөтөнләй икенсене һөйләй: һуғыш башланырҙан теүәл бер йыл алда, 1811 йылда уҡ, уға ғәйепләү ташланып, суд эше һуғыш арҡаһында һуңғараҡ ваҡытҡа күсерелә. Буранбайҙың аҙаштары күп йөрәгәндер ул һуғышта, әммә бында һүҙ Буранбай сәсән тураһында бара.
     Буранбайҙың төрлө тарафта башҡа исемдәр аҫтында йөрөүенең дә сәбәбен таптым. Ул дәүерҙә Башҡортостанда урынлаштырылған кантонлыҡ режимы хәрби гарнизонды ла хәтерләткән. Йәғни кеше күрше кантонлыҡ еренә аяҡ баҫыу өсөн дә үҙ кантон башлығынан рөхсәт ҡағыҙы - справка алырға тейеш булған. Буранбайға ярҙам итергә теләгән, сәсәнгә тышҡы ҡиәфәте, күҙ, сәс төҫө менән оҡшаған күптәр үҙ исеменә рөхсәт ҡағыҙы алып биреп, сәсәнде үҙенең кантонлығына һыйындырып йәшәткән дә инде.
     Документтар Буранбай Ҡотосовтың, Юлбарыҫ Бикбулатовтың, Ибраһим Айсыуаҡовтың кантон башлығы Аҡҡол Биктимеровтың ҡушыуы буйынса халыҡтан аҡса йыйып үҙләштергәне өсөн хөкөмгә тарттырылыуы хаҡында һөйләй. Улар йыйылған аҡсаның бер тиненә лә теймәй. Тап шул ваҡытта батша указы буйынса буш ятҡан башҡорт ерҙәрен межалау башлана. Буранбай үҙ ауылының йәйләү ерҙәренә ауылдар һалдырып, уларға ауылындағы кешеләрҙе күсереп, ерҙәребеҙгә сит яттарҙың килеүенән, межалауҙан һаҡлап алып ҡала. Ошо рәүешле Буранбай йәшәгән Иҫке Кинйәбулат ауылынан бүленеп сығып, Яңы Кинйәбулат (хәҙерге Беренсе Этҡол ауылының яртыһы, Ҡышлауар йылғаһының һул яҡ ярындағы өйҙәр), Манһыр, Ғәҙелбай (Шырмай), Фәйзулла (Шүрәле), Буранбай (Таналыҡ йылғаһы буйындағы ауыл хәҙер юҡ) ауылдары барлыҡҡа килә. Буранбайҙың өлгөһөнә башҡа старшиналар ҙа эйәрә. Буранбайҙы тап шуның өсөн эҙәрлекләү башлана. Аҡсаға бәйле мәсьәлә уны судҡа биреү өсөн һылтау ғына була.

              24.08.15  "Киске Өфө" гәзитендә баҫылған мәҡәләнән

Автор:Тагзиа Хабирова
Читайте нас: