+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Башҡортостан сәнғәтендә был ауылдың феномены барлығын танымай булмай

.

Башҡортостан сәнғәтендә был ауылдың феномены барлығын танымай булмай
Башҡортостан сәнғәтендә был ауылдың феномены барлығын танымай булмай

     Буранбай ере таланттарға – шағир-сәсәндәргә, бейеүселәргә, йырсы-ҡурайсыларға бай. Кемде генә алма, йә йырлай, йә бейей, йә шиғыр һөйләй, йә ҡурай тарта. 
Ысынлап та, Башҡортостан сәнғәтендә Буранбай ауылы феномены барлығын танымай булмай. Ошо ябай ғына ауыл егеттәре һәм ҡыҙҙары республика, халыҡ-ара, Рәсәй кимәлендәге бәйгеләрҙә алдын­ғылыҡты бирмәй. Ә бер нисә йыл элек буранбайҙарҙың баш ҡаланың үҙендә, Конгресс-холда гөрләтеп концерт ҡуйып ҡайтыуы бығаса күрелгән хәл инеме?!

     Тарихсы яҡташыбыҙ Әнүәр Әсфән­диәров “Башҡортостан ауылдары тарихы” тигән китабында хәҙерге Баймаҡ районына ҡараған Буранбай ауылы хаҡында һәм ул исемде йөрөткән шәхес тураһында түбәндәгеләрҙе яҙа: “1812 йылда Таналыҡтың ҡушылдығы булған Оморҙаҡ йылғаһы буйында, элекке утар урынында Буранбай ауылы барлыҡҡа килә. Ауылдың исеме йорт старшинаһы, 14-се дәрәжәле чиновник Буранбай Ҡотдос улы Һөйөндөков хөрмәтенә “Буранбай” тип йөрөтөлә башлай. Тәүҙә Буранбай 6-сы кантонда төҙөлгән ғәскәрҙең Ырымбур һәм Себер буйы сиктәренә оҙатып йөрөгән башлығы булған. Һуңынан уны йорт старшинаһы итеп тәғәйенләгәндәр. Этҡол, Кинйәбулат, Ғәҙелбай, Сындәүләт, Буранбай, Бәхтегәрәй, Фәйзулла ауылдарына баш иткәндәр.
     1811 йылда кантон башлығы Аҡҡол Биктимеров Буранбайға, икенсе йорт старшинаһы Ибраһим Айсыуаҡовҡа башҡорттарҙың резерв командаһынан (уларҙы сик буйына барыуҙан ҡотолдороу өсөн, йәнәһе) аҡса йыйырға ҡушҡан. Аҡсаны кантон башлығы үҙләштергән, ә Буранбай менән Ибраһимды ғәйепле тип табып, 1820 йылда Себергә һөргөнгә ебәргәндәр. Әммә Буранбай, Верхнеуральск ҡалаһына еткәс, ҡасып киткән. Легендаларға ҡарағанда, һөргөндән ҡасҡас, Буранбай үҙенә Йәркәй исеме алған һәм Туҡ-Соран (хәҙерге Ырымбур өлкәһе) яҡтарында, Юшатыр буйҙарында, әлеге Әбйәлил тарафтарында йөрөгән. Ҡайһы бер легендаларҙан күренеүенсә, ул был яҡтарҙа үҙенең батырлығы, сәсән һәм ҡурайсы булыуы менән дан ҡаҙанған. Уның үҙе тураһында ла халыҡ йыр сығарған. “Буранбай” тип йөрөтөлгән әҫәрҙе йырсылар бөгөн дә яратып башҡара.

     Мәүлетбай Ғәйнетдинов менән берлектә халыҡ йырсыһы Абдулла Солтанов башҡарған “Буранбай” кемдәрҙең генә һушын алмай! Әйткәндәй, сәсәндең ауылдашы, Буранбай ауылы егете Хәбир Раев, Нефтекама ҡалаһында үткәрелгән “Дуҫлыҡ-2000” республика конкурсында ошо йырҙы башҡарып, гран-при яулағайны. Ғөмүмән, ауылдаштары Буранбай сәсән исеменә тап төшөргәне юҡ. Бәләкәй генә ауылдан дүрт яҙыусы, ундан ашыу оҫта ҡурайсы, йырсы, бейеүсе, талантлы мәҙәниәт хеҙмәткәре сыҡҡан. Яҙыусы Наил Ғәйетбаев, шағирҙар Рәйес Түләков, Шәфҡәт Әбйәлилов, шағир-публицист Әхмәр Үтәбай, республика конкурсы лауреаттары, ҡурайсылар Әхиәт Ғәйетбаев, Таһир Хәмитов, Йәмил Үтәбаев, Рәмил Ҡотосов, Зәйнулла Раев, Ирғәле һәм Нурғәле Байрамғоловтар, Айтуған Усманов, Иҙел Аралбаев, Илгиз Ғәйетбаев, йырсылар, ағалы-ҡустылы Фәннүр һәм Фәттәх Аралбаевтар, Хәбир Раев, Юнир Һағынбаев, Ғаяз Ғәйетбаев, Иршат һәм Азат Ҡарасуриндар, Нух Ҡотоев, бейеүселәр Зарифа Аралбаева, Хәбир Аралбаев, Фәйрүзә Абыҙгилдина, Азат Буранбаев, Рәфҡәт Әбйәлилов – ошо исемлектә. Ҡасандыр йәш талант­тарҙың “Башҡортостан йондоҙсоҡтары” конкурсында саф, көслө тауышы менән бөтә халыҡты таң ҡалдырып гран-при яулаған, хәҙер танылған йырсы Марсель Ҡотоев та ошо ауылдан. “Байыҡ” бейеү конкурсында еңгән Мостафа Ҡотосов та Буранбай нәҫеленән.
     “Буранбай ауылына Хоҙай үҙе бер мөғжизә бүләк иткәндер ул, тап ошо ҡөҙрәтле ерҙә таланттар күпләп тыуа”, – тип яҙған академик Әхмәт Сөләймәнов ҡасандыр.
     Буранбайҙың исемен мәңгеләштереү йәһәтенән Баймаҡ районы, Сибай ҡалаһы етәкселеге байтаҡ эштәр башҡарҙы: Баймаҡ ҡалаһында сәсәндең исемен йөрөткән урам бар, Буранбай Ҡотосов исемендәге призға оҙон көй башҡарыу­сылар бәйгеһе үтә, Сибай ҡалаһында “Ирәндек моңдары” башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусылар конкурсында “Буранбай” йыры һәр ваҡыт яңғырай, Буранбай ауылынан сыҡҡан эшҡыуар Әҙеһәм Ҡотоев мәрмәрҙән стела ҡуйҙыр­ҙы, Баймаҡ районы Таулыҡай ауыл биләмәһе һәм Хәйбулла районы Иҫәнгилде ауылдары халҡы Буранбайҙың ҡәберен кәртәләп, сәсәндең исеме яҙылған таш ултыртты.
Киләсәктә Буранбайҙың эҙҙәрен һаҡлаған Хәйбулла районы, Ырымбур өлкәһенең Александровка районы араһында бәйләнеш булдырыу зарур. Шулай уҡ Баймаҡта Буранбай сәсәнгә һәйкәл һәм музей булһа, бөйөк шәхесебеҙҙең рухы шатланыр ине.

Наил ҒӘЙЕТБАЕВ, 
яҙыусы, драматург, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре:

– Атайым бәләкәй саҡта, Буранбайҙың тарихын һөйләп, ауылыма ҡарата һөйөү уятты. Ауылдаштарым балаларына кескәй сағынан нәҫеле тураһында ғорурланып һөйләй, шуға ла беҙҙән илһөйәр, рухлы кешеләр күп сыға. Киләсәктә лә шулай булһа, Буранбай феномены бөтмәйәсәк, тарихта йәшәйәсәк.

Әхмәр ҮТӘБАЙ, 
шағир, прозаик, журналист, “Ағиҙел” журналының баш мөхәррир урынбаҫары, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге дәүләт премияһы лауреаты:

– Буранбай феноменында мин биш фактор күрәм. 
Төп сәбәп “Буранбай” йырындалыр. Уның аһәңендә илаһилыҡ бар. Буранбай сәсәндең замандашы Ишмөхәмәт сәсән Мырҙаҡаев Буранбайҙы баҡсалағы һандуғасҡа тиңләгән. Йыш ҡына: “Ниңә шундай ауыл була тороп, клубығыҙ иҫке?” – тиҙәр. Мин уларға, Ишмөхәмәт сәсәндең һүҙенә таянып: “Һандуғас бер ваҡытта ла сыйырсыҡ ояһына инмәй...” – тип яуап бирәм. 
Тарихи фактор. Ни өсөн Буранбай эҙәрлекләүҙәргә дусар булған? Батша державаһы ерҙе межалаған, йәғни ерҙәрҙең сиктәрен билдәләгән. Буранбай ерҙе һаҡлау өсөн Кинйәбулат ауылын биш өлөшкә бүлгән, йәғни “бәпәйләткән”. Был урындарҙа ауыл һалынып ята тип межа­лай алмағандар, шуның өсөн дә Буранбай эҙәрлекләүҙәргә дусар булған. Буранбайҙың миҫалына башҡа старшиналар ҙа эйәргән. Ул саҡта беҙҙең ауылдың хәҙерге Ғәҙелбай, Манһыр, Әпек, Яңы Кинйәбулат (хәҙерге Беренсе Этҡол ауылының Ҡышлауар йылғаһының һул ярында ултырған өлөшө), Буранбай (хәҙерге Баймаҡ ҡалаһы) ауылдары бүленеп сыҡҡан. Әйткәндәй, башҡорт донъяһының Мөжәүир хәҙрәт феномены Буранбай ауылына бәйле, хәҙрәттең ата-олаталары Манһырға хәҙерге Буранбай ауылынан күсеп килгән. 
Йәнә бер фактор – башҡорт йәмғиәтенең һаҡланыуы. Бер генә миҫал. 1914 йылда Билал Азаматов Ватан һуғышынан Зоя (Зөләйха) тигән поляк ҡыҙын эйәртеп алып ҡайта. Ҡыҙ Ислам динен ҡабул иткәнсе, башҡортса һөйләшергә өйрәнгәнсе, күрше Ямаш ауылында йәшәгән. Ауылға уны имтихан бирҙертеп кенә үткәргәндәр. Ауылыбыҙ халҡы дин менән традицияны бөгөнгө көнгә тиклем алып килеп еткергән. 
Тағы ла бер мөһим нәмә – Таңһылыу еңгәй Аралбаева хеҙмәте. Ауылдан сәнғәт оҫталары сыға икән, ул – Фәттәх Аралбаевтың ҡаҙанышы. Егермегә яҡын ҡурайсыбыҙ, йырсыбыҙ, бейеүсебеҙ республика конкурстарында еңеү яулаған икән, Фәттәх Аралбаевтың хеҙмәте сағылышы был. 
Ә Фәттәхте башҡа туғандары менән бергә Таңһылыу еңгәй тәрбиәләне. Беҙ бәләкәй саҡта уның малайҙары, уйынды өҙөп, иҙән йыуырға, һыу ташырға тип ҡайтып китә торғайнылар. Таңһылыу еңгәй уларҙы егәрле, намыҫлы итеп тәрбиәләне, ул мәктәпте Фәттәх тә үтте. 
Тағы ла бер сәбәп. Көслөгә һәр ваҡыт һыйыналар. Бер заман беҙҙең ауылға сыңғыҙҙар күсеп килә башланы. Дауыт олатай хатта өйөн һөйрәтеп алып килде. Һығымта: насар ергә күсенмәйҙәр. 
Бына Буранбайҙың феномены ҡайҙа ул! Атай-олатайҙарыбыҙҙың боронғо традицияларын һаҡлап ҡалыу ҙа феноменға тиң. Мәҫәлән, Мөхлис олатай алдында берәү ҙә симешкә сиртергә, тәмәке тартырға, уның юлын ҡыйырға ҡыймай торғайны. Феноменды киләһе быуынға ла еткереү өсөн мәктәптәрҙе, кешеләрҙе, йәштәрҙе һаҡларға, эш урындары булдырырға кәрәк.

Әхиәт ҒӘЙЕТБАЕВ, 
ҡурайсы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Өфөнөң Әҙһәм Исҡужин исемендәге 9-сы музыка мәктәбе директоры: 

– Элек-электән Фәррәх, Ғүмәр олатайҙар ҡурайҙа һыҙҙырып уйнай, йырлай торғайны. Миңә шул саҡта ҡурай тетрәткес музыка ҡоралы булып тойола торғайны. Беҙҙең ауылдан Зәйнулла Раев тәүгеләрҙән булып музыка мәктәбендә уҡыны. Йыш ҡына концерт ҡуя инек, шунда буранбайҙар гел беренсе урын ала торғайнылар.
Буранбай феномены: халыҡтың итәғәтле булыуынан да киләлер ул. Насар ғаиләлә бала йырламай. 

Рәсих ХӘМИТОВ, 
Башҡортостандың атҡаҙанған металлургы:

– X быуаттың беренсе яртыһында ғәрәп яҙыусыһы һәм сәйәхәтсеһе Әхмәт ибн Фаҙлан ошо ерҙәрҙән үткән. Быны Әхмәтзәки Вәлиди ҙә иҫбатланы. Бөйөк сәйәхәтсе юлъяҙмаларында урындағы халыҡтың нисек йәшәүен тасуирлай. Халыҡтың урмансылыҡ, малсылыҡ, игенселек, ҡортсолоҡ менән шөғөлләнеүен, файҙалы ҡаҙылмаларҙы эшкәртә белеүен, торнаға табыныуын билдәләй. Хәҙерге көндә бөтә геологтарҙың Урал тауҙарына, Һаҡмар, Таналыҡ буйына иғтибары көслө. Күсей ауылында 10 мең йыл элек үк кварц, алтын ятҡылыҡтарын эшкәрткәнде дәлилләгән шурфтар бар. Буранбайҙа үткән быуаттың 60-сы йылдарында геология партияһы торҙо. Мин шуларға эйәреп йөрөй торғайным. 
Буранбай ауылының урыны ла борон замандарҙа дошман ғәскәренән йәшенеү өсөн ҡулай булған. Һәрсҡужа тауынан 14 ауыл күренә, урмандар, тауҙар, ҡырҙар бар. Бында бик боронғо халыҡ йәшәй.


Таһир ХӘМИТОВ, 
Өфө сәнғәт колледжының башҡорт уйын ҡоралдары бүлеге уҡытыусыһы, төрлө ҡурай бәйгеләре лауреаты:

– Беҙҙең ауылдан 12 профессиональ ҡурайсы сыҡҡан! Хайран ҡалмаҫлыҡ түгел. Бәләкәй саҡта бесәнгә йырлап барабыҙ, кис етһә, был оста ла, теге оста ла ағайҙар берәм-берәм ҡурай тарта башлай. Беҙ шуларҙы тыңлап, һеңдереп үҫтек. Шулай булғас, ҡурайсыларҙың күп булыуына бер ҙә аптырайһы түгел.

     Автор: Айгөл ИҘЕЛБАЕВА.

Автор:
Читайте нас: