+2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар

Башҡорт эстрадаһындағы дуэттар - кемдәрҙе атар инегеҙ?

Нимәне генә алһаң да, берәү генә булыуға ҡарағанда икәү булыуы яҡшыраҡ бит, шулаймы? Cәхнәлә лә бер генә йырсы йырлағандағы кисерештәр бер төрлө булһа, ике йырсы сығыш яһағанда, байыраҡ энергия бүленеп сыға. Ғөмүмән, ике йырсының дуэт башҡарыуы театраль яҡтан ҡыҙыҡлы тамашаға әйләнә лә ҡуя. Тамашасы йыр тыңлап ҡына ултырмай, ә уларҙың бер-береһенә мөнәсәбәтен дә энә күҙәүенән үткәрергә ярата. Әгәр ҙә ир һәм ҡатын тарафынан ихлас күңелдән хисле, һөйөүгә арналған йырҙар башҡарылһа, бигерәк тә.Башҡорт эстрадаһында иң яҡшы дуэттар – беҙ инде күреп, ишетеп һоҡланыр­ға өлгөргән популяр йырҙарҙы башҡарыусы парҙар хаҡында һөйләшеп алайыҡ, дуҫтар. Тамашасыларҙың күптәре уларҙы күптән ҡауыштырып бөткән дә инде. Сөнки сәхнәлә матур тандем барлыҡҡа килтереүселәрҙе, ғәҙәттә, ирле-ҡатынлы, йә иһә ғашиҡтар тип һөйләргә ярата беҙҙең халыҡ. Нурия Ирсаева – Фидан Ғафаров - 

Рәсәйҙең, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артистары, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаттары Нурия Ирсаева менән Фидан Ғафаровтың сәхнә дуэты, йырлы-моңло, мөхәббәтле, һоҡланғыс ижады – үҙе бер театраль легенда. Йәш сағынан үҙҙәренең һылыулығы, ҡабатланмаҫ моңо, йырҙары менән хәтерҙә уйылып ҡалған, бөтә ғүмерен сәхнәгә бағышлаған, ижад юлында бик күп сағыу образ тыуҙырған һәм ғүмере буйы тамашасыны әсир иткән кумирҙарыбыҙҙың дуэт йырҙарын йәш быуын йырсылары ла үҙ репертуарына алған.
1978 йылдан алып республиканы шаулат­ҡан «Ғәлиә» (Т. Таһиров) спектакле тиҫтә йылдан ашыу сәхнәнән төшмәй, ә төп ролдәрҙе Нурия Ирсаева менән Фидан Ғафаров башҡара. Уларҙы ҡарар, Ғәлиә менән Заһирҙың йырын тыңлар өсөн кешеләр һыу буйындай сират тороп ҡына билет алыу бәхетенә ирешә, халыҡ сит тарафтарҙан да ағыла. Артистарҙың парлы ижад балҡышы ошо пьесанан башлана, тип әйтергә мөмкин, артабан улар бихисап парлы образды бергәләп сәхнәләштерә.
Сәхнәләге мөхәббәт тарихының шаһиты булырға теләүселәрҙең иҫәбе-һаны булмай, тамашасылар уларҙың һәр ролен үҙ итә. Тик сәхнә партнерҙары ғына булған был ике артист тураһында ниҙәр генә уйлап сығармайҙар, ниҙәр генә һөйләмәй­ҙәр. Геройҙарҙың үҙҙәренә оҡшаш яҙмышлы, ауыл кешеләре булыуы ла яҡынайтҡандыр артистар менән тамашасы араһын. Бөгөн дә Ғәлиә-Заһир йырын кем генә белмәй икән?!

Башҡорт эстрадаһындағы дуэттар - кемдәрҙе атар инегеҙ?
Башҡорт эстрадаһындағы дуэттар - кемдәрҙе атар инегеҙ?
Автор:
Читайте нас: