+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Зөлфиә Ханнанова шиғырҙары -

Шиғриәт – хис-тойғолар, ғаләм сикһеҙлеген байҡап, иңләп, фекерҙәрҙе ҡабатланғыһыҙ образдарға бәйләп, кеше күңеленә изгелек бөрккән өлкә. Тәүге ҡояш нурҙарындай әкрен генә ҡараңғылыҡты ҡыҫырыҡлап, донъяны яҡтылыҡҡа мансыған кеүек поэтик образ да рухи донъяның терегөмөш тамсыһындай булмышыңды биләй, йәнде йәннәт аҙығыңдай йәмләй. Инәйемде төштә күрҙем:Сәскәйҙәре - аҡ ҡылған.Тағы бер аҙ ҡайтмай торһам,Яҙыр төҫлө аҡылдан.Ҡасан ғына инәйебеҙЙәш ине, матур ине.Ҡара таң менән торор ҙаҺуң ғына ятыр ине.Ул бер ваҡыт ултырманыҠул ҡаушырып, эш тапмай.Өйҙә үлем түшәгенәЙығылған ине атай.Етем итмәҫ өсөн беҙҙе,Ул бит иртә ҡартайҙы.Үҙ һаулығын юйҙы, әммәҺаҡлап ҡалды атайҙы.Ҡарайтырға сал сәстәренНиҙәр генә бирәйем?!Маҙартауҙа үлән йолҡоп,Илағайны инәйем.Ҡайындарға систе серен,Кешегә һөйләмәне.Мин дә ҡыйын саҡтарымдаУрманға киләм әле.Бала саҡтан хәтеремәҺеңдерҙем был йоланы.Инәй өйҙә иламаны,Тауға китеп иланы.Был тиклем дә холоҡҡынамҮҙенә оҡшар икән,Мин дә тауға сығып китһәм,Күңелем бушар микән?!Күңелем бушар микән...

Яулыҡ

Их, яулыҡһыҙ йөрөйбөҙ шул, ҡыҙҙар,
Бар ирҙәрен илдең аҙҙырып,
Бар ирҙәрен илдең меҫкен итеп,
Һуңғы иманынан яҙҙырып.

Ә бит ниндәй ирҙәр булған элек
(Мин ишетеп беләм йырҙарҙан)!
Ил терәге ирҙәр тыуыр микән
Ярым-шәрә ҡатын-ҡыҙҙарҙан?!

Илдә мәшхәр хәҙер, шул мәшхәрҙең
Булыр микән берәй туҡтары?!
Яулыҡ ябынмаған ҡатындарҙың
Ҡарашында - иблес уҡтары.

Яулыҡ ябынмаған ҡыҙ-ҡырҡынды
Аяр микән ирҙең аҙғыны?!
Шулмы инде илдең күрәсәге,
Шулмы хәҙер беҙгә яҙғаны...

Яулыҡ ябынмаған ҡатын-ҡыҙҙар -
Мәсекәйме ул беҙ, убырмы...
Яулыҡ ябынмаған инәйҙәрҙең
Доғалары ҡабул булырмы?

Ә бит бар ғәмебеҙ һыйған уға,
Ябай әйбер түгел ул яулыҡ,
Уның көсө, уның хәсиәте
Йәһәннәмдән ҡалҡан булырлыҡ!

Аҡ яулыҡлы инәй доға ҡылһа,
Фәрештәләр баҫыр күс һырып...
Ҡуй, яулыҡһыҙ йөрөмәйек, ҡыҙҙар,
Илдең бәрәкәтен осороп!...

 

МӘСКӘҮ БЕСӘЙЕНӘ
Һаумы, Кузька! Һаумы, эре бесәй,
Ҡараштарың ниндәй, ҡот оса!
Башҡалала үҫкәс, һин дә, туған,
Аңламайһың инде башҡортса.

Хәйер, һиңә минең һис үпкәм юҡ,
Ана, хатта беҙҙең Мыяубай,
Үҙебеҙҙең Өфөләрҙә йәшәп,
Тик урыҫса ғына мыяулай.

Ә мин, Кузька, һиңә ярайым, тип,
Боҙоп тормам инде телемде.
Урыҫсалап һиңә һүҙҙәр ҡушҡан
Хужаларың ҡыҙыҡ күренде.

Алдарыңда бейеп тора улар,
Һин, ахырыһы, бында шәп түрә!
Беҙҙең бахыр башҡорт бесәйҙәре
Сысҡан тотоп ҡына көн күрә...

Әллә оҡшатманың беҙ килгәнде?
Оҡшатмаһаң, әйҙә, ни булған?!
Белгең килһә, көйәҙ хужабикәң
Апайым ул минең бер туған.

Ярар, Кузька, һинең хөрмәтеңә
Мин бер кәсә буҙа эсәйем.
Хөрмәт итмәй ҡайта буламмы һуң
Мәскәү һынлы Мәскәү бесәйен!
1995 й.

 

Ҡарағайҙы ҡолаттылар,
Торманылар һис бер аяп.
Ул йығылғас урынында
Ҡалды төпһә, ҡалды таяҡ.

Ҡарағайҙы ҡолаттылар -
Ул урманда берәү ине,
Йәш үҫенте ағастарға
Таяныс һәм терәү ине!

Дауылдарҙа ҡалҡан булған
Ундай ағас үҫә һирәк,
Ул йығылғас урындарын
Баҫып алды тал да тирәк.

Ә илде һуң кем ҡурсалар,
(Арта бара шөбһәләрем,
Күргән һайын урмандарҙа
Ҡарағайҙың төпһәләрен...)?!

Тал да тирәк әрһеҙ инде,
Ҡайҙа ғына юҡтар улар
(Шыйыҡ талдан һуйыл эшләп,
Халҡыбыҙҙы һуҡтыралар!)...

Берҙән-бер көн минең дә баш
Оҙатылһа Кроношпанға,
Кемдер әйтер: "Батыр ине!",
Кемдер әйтер: "Алдашҡанға!"

Яла яғып маташырҙар,
Ундай халыҡ ялағай ныҡ,
Тик шыйыҡ тал үрсей алмай,
Үҫкән ерҙә ҡарағайлыҡ!

Түрҙәгеһен ҡолатһалар,
Төпкөлдәрҙә бар ағайҙар!
Бейек тауҙың үренә лә,
Ил-йортобоҙ түренә лә
Ултыртайыҡ ҡарағайҙар!
Ултыртайыҡ ҡарағайҙар!!!

 

Урам булып…
(Өфөлә Салауат Юлаев һәм
Зәйнулла Рәсүлев урамдары тоташҡан урын бар)
Һеҙ бергәлер унда,
И остаздар
(Йәндәр күккә аша!)!
Урам булып
Килеп күрештегеҙ
Сал быуаттар аша.
Рухи батыр менән
Рухи батша –
Әйтерһең дә,
Ҡалҡан:
Аҙан булып
Илгә яңғыраған,
Ғәскәр булып
Ҡалҡҡан!

 

Эй, башҡортом!

Эй, башҡортом, кей түбәтәй!
Эй, башҡортом, әйт аҙан!
Ата-бабалар йолаһын
Тергеҙәйек ҡайтанан!

Эй, башҡортом,
йәй намаҙлыҡ!
Теләк телә сәждәлә,
Ил-йортобоҙ тыныс булыр,
Урап үтер мең бәлә.

Эй, башҡортом,
тарт тиҫбеңде,
Әйт һин: “Аллаһу әкбәр!”
Киң ҡөҙрәте менән Хоҙай
Бар халҡымды бүләкләр!

Эй, башҡортом, тот ураҙа,
Эй, башҡортом, сал ҡорбан.
Йөрәгеңдә иман артһын,
Күңелеңдә – миһырбан.

Эй, башҡортом,
ҡалдыр ил тип,
Доға ҡылырлыҡ бала,
Ошо изге еребеҙгә
Хужа булырлыҡ бала!
Лә иләәһә илләллаһ!
Лә иләәһә илләллаһ!

 

Ил өҫтөндә иң яманы:
Эскән бисә,
Ирҙән-иргә, ҡулдан-ҡулға
Күскән бисә.
Ил өҫтөндә иң яманы:
Эскән ирҙәр,
Ҡатын-ҡыҙҙың фиғеленә
Күскән ирҙәр.
Ил өҫтөндә иң яманы:
Эскән бала,
Беләгенә ағыу ҡаҙап
Үҫкән бала.
Эсһә бисә, эсһә ирҙәр,
Эсһә бала,
Был донъяла ҡыуанырлыҡ
Ниҙәр ҡала?!

Зөлфиә Ханнанова шиғырҙары -
Зөлфиә Ханнанова шиғырҙары -
Автор:
Читайте нас: