+21 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

ЫНТЫМАТ САНИЯ ИНӘЙ

Минең тыуған яғым Оло Эйек йылғаһы буйында "ынтымат кеше" тигән һүҙ бар: ул бик һирәк яңғырай, сөнки ундай һүҙгә тура килгәндәр ауылға берәү булһа - бик яҡшы. Ынтымат - 

йыйнаҡ, аккурат, алдан хәстәрле һәм маҡсатына ынтылышлы, тигәнде аңлата. Ысынлап та, ҡомартҡыны таныған, һаҡлаған, уның асылын, дәрәжәһен, әһәмиәтен аңлаған, әләф-тәләф итмәгән, кәрәк урыны-ваҡытында йәтешле ҡуллана белгән ынтымат кешеләр халыҡ араһында айырылып тора.

Ошондай ынтымат кешеләрҙең береһе - Сания Хәсән ҡыҙы Усманова менән мин 2010 йылда башлап таныштым. Республика Халыҡ ижады үҙәгенең "Урал" галереяһы мөдире Кәримә Шәрип ҡыҙы Кайдалова менән бергә Өфө йылғаһы буйҙарына юл тоттоҡ. Ул бер нисә йыл буйы беҙҙе шул яҡҡа әйҙәләй: "Балаҡатай районы Билән ауылындағы "Тамбур" халыҡ клубы тураһында телевизион фильм төшөрөргә ваҡыт етте, улар республика фольклор байрамдарына ҡайыулы күлдәктәрен кейеп бара һәм бар халыҡты таң ҡалдыра, һандыҡ төптәрендә ятҡан "ҡайыуҙы яуҙыҡ, эскәтир, күлмәк" һымаҡ байлыҡтарын донъяға сығара", - ти. Һәм, ниһайәт, беҙ Балаҡатай ҡайыусыларын тыуған яҡтарында күрҙек. Билән, Кәркәй, Ҡайып, Әшәй халҡының йыр-моңон яңғыратҡан "Серҙәштәр" фольклор ансамблен тыңлайбыҙ, шулай уҡ баяғы элмә (тамбур) ҡайыуын тергеҙеүсе "Тамбур" этнографик төркөмөнә лә улар йөрөй икән. Был ҡатындар сағыштырмаса йәш - 50-60 йәшлектәр. Етәкселәре Венера менән Сәйҙә Әхтәмованан балаҡатай ырыуы башҡорттарының кейемен төплө белеүсе өлкән быуын хаҡында һораша башлағас, улар Сания Усманованы телгә алды.

Тормош юлы, туған-әкрәбәләре. Уның өйөнә барып ингәс тә ғәжәп йор телле, асыҡ зиһенле инәйҙе күреп, ҡыуанып киттем. Сания инәй Усманова һикһәнде ҡыуа, пенсияға сыҡҡандан бирле биш намаҙын ҡалдырмай, бик бөхтә һәм йыйнаҡ тора. Ул - хеҙмәт ветераны, дүрт миҙалы бар, 1931 йылғы, Балаҡатай районы Кәркәй ауылыныҡы. Ире Усманов Рахманғол Ҡайынғол ауылынан булған, вафатына ун йыл үткән. Өс бала тәрбиәләп үҫтергәндәр - ике ул, бер ҡыҙ. Ул күршелә генә йәшәгән ике улының ғаиләһенә кинәнеп, ҡартынан ҡалған йортта әлегә бер үҙе тора. Мал тота, бәйләм бәйләй, боронғоса күлдәк-камзулдар тегә. Уның һаҡсыллығы, хәтеренең төҙөклөгө, элекке кәсептәрҙе бөгөнгөләй итеп һөйләп биреүе һоҡландыра.

Тел тамыры - эш-хеҙмәттә. Сания инәй менән әңгәмәнең тағы ла бик мөһим һәм ҡыҙыҡлы яғы шул - ул балаҡатай ырыуы башҡорттарының телендә һөйләшә, уның телмәрен өйрәнеп, башҡорт теленең төньяҡ-көнсығыш һөйләше буйынса фәнни хеҙмәт яҙырға була. Мәшһүр телсе ғалимә, башҡорт диалекттары һүҙлеге һәм картаһын төҙөгән фән докторы Нәжибә Мәҡсүтова тап ошо төбәктә бик күп һүҙ ынйыларын йыйып, әҙәби телде байытҡан. Сания инәй Усманова менән һөйләшкәндә күренекле ғалимә, "Башҡорт теленең аңлатмалы һүҙлеген" төҙөүҙә ҡатнашҡан Урия ханым Яруллинаның һүҙҙәре иҫкә төшә: "Телде һаҡлаусылар - булдыҡлы, егәрле, етеш һәм бай йәшәгән башҡорт ҡатындары. Ярлы йә ялҡау кешенең теле лә ярлы, ашау-эсеүҙән ары китмәй, ә ҡулы эш белгән, күҙе эш күргән, теле эште һөйләгән кешенең фекере киң, донъяһы етеш, уның күңеле лә бай, теле лә тулы".

Ҡулында - эш, телендә - һүҙ. Ғалимәнең фекерен раҫлаған кеүек, Сания инәй һүҙ башлай: "Таштамаған ул үҙ телен беҙҙең халыҡ. Һөнәрҙе күп белде, һәр береһенә һүҙе-атамаһы бар. Инәйем, беҙ әсәйҙе инәй тибеҙ, инәйем һәләк тигәнсе оҫта булды, үҙе әҙерләгән киндерҙе үҙе һуғып, кейем тегеп, беҙҙе кейендерҙе. Аяғыбыҙҙа әсәй әҙерләп-иләп-тегеп биргән аяҡ кейеме булды. Имәнес күп, йәғни ифрат күп текте ул аяҡ кейемен, бөтә кеше белде уның оҫталығын, - тип хәтер йомғағын яйлап ҡына һүтә башлай Сания инәй, шунан берәм-берәм үҙенең зат-ырыуын иҫкә ала: - Нәҫел ҙур булған, ҡарттайым Дилмөхәммәт хәҙрәт ине. Беҙ бурҫыҡ араһынан. Эй, бурҫыҡҡайым, тип яратҡандыр инде балаһын - һимеҙ генә, төйөрөм генә булғандыр инде балаһы. Түбән яҡта - ҡалаҡтар араһы, ә Жәләл ҡарттың тоҡомо - ҡуяндар..."
Закир Хәсән улы - ағайым, бер туғаным, совхозда иң беренсе управляющий, ауыл советы председателе. Ул эшләгәндә пенсия аҡсаһы башлап килде, Закир улымдың аҡсаһы, тип ҡыуана ине әбейҙәр..."

Аяҡ кейемдәренә "төшөп киттек..." Сания Хәсән ҡыҙы үҙе бала саҡта кейгән аяҡ кейемдәрен бөгөнгөләй асыҡ хәтерләй, уларҙың нисек эшләнешен бәйнә-бәйнә һөйләп китә: "Аяҡ кейемебеҙ сабата булды. "Майҙап (майлап) ашаһаң, сабата ла тәмле". Шундай әйтем бар. Сабатаны Фазыл бабай эшләне, йүкә ҡабығынан сабата үрҙе. Йәш йүкә ҡабығы һыҙырабыҙ, алып барып бирһәк, яңы сабаталы булабыҙ. (Йүкә ҡабығын киптереп, он итеп тә тарттыралар, ашарға ла ярай ул. Уҫаҡ - осина, уны ауһаҡ, тибеҙ. Ауһаҡтың ҡабығын да ашаныҡ. Астыҡ (аслыҡ) бөтәһен дә ашарға мәжбүр итте).
Ҡышҡы аяҡ кейемен мал тиреһен иләп яһанылар. Инәйем оҫта булды, уның эшен күреп, беҙ ҡыҫылып-ярҙамлашып йөрөнөк. Арыш онон ҡайнатып, асытҡы эштәйҙәр. Һыйыр тиреһен һыҙырып, майынан таҙартып, йылы мунсала асытҡыға тығып ултырта, йылы ғына көйө тоталар - мунса гел йылы булһын. Йөнө өҙөлөп бөткәнсе ҡарап ҡына тора. Уртаса йәшәгән тал ҡабығын тапай балта менән, шунан уны көнө буйы ҡаҙанда ҡайната, һары-көрән булып буяуы сыға, шуға теге тирене һалалар - күн булып сыға һыуынғас - дубить итеү була. Был тире күндән аяҡ кейеме тегелә. Һыйыр тиреһенән сарыҡ, ҡата, башмаҡ тәпәш, бейек башмаҡ - ҡунысты (ҡуныслы) галош - шлепанцы, ситеккә шул кәрәк, йәмде (йәмле) була. Кейгәнебеҙ тула ойоҡ булды. Ул нисек бәйҙәнә? Һарыҡ йөнөн йыуан итеп иләйһең, сыраҡтан дамбыр энә кеүек ырғаҡ эшләп алалар, шул ырғаҡ менән йыуылмаған йөндән быйма һымаҡ итеп ҙур оҙон ойоҡ бәйләйҙәр, шуны эҫе һыуҙа һабындап ныҡ итеп ыуып-ыуып йыуалар. Аҙаҡ тандыр ғына мейестә киптереп алалар. Бешегә йөнө ныҡ тартылып ултыра, шул тула ойоҡ була.
Ҡынжыраҡ - ҡынйыраҡ, тибеҙ, ул күндән тегелә. Малды һуйғас, оло мал булырға тейеш - тубыҡ өлөшө айырым тунап алына. Тупсыуын, йәғни ҡаты ерен тунап алалар. Шуны талға һалалар - йомошатырға, уны асытҡыға һалмайҙар. Йөнөн тышта ҡалдырып, йөҙҙөгөнә - өҫ яғына - күн ҡуялар, табанда - тире, өҫтә - күн була. Үксәһен кәкрәтеп эшләйҙәр. Шуға бышым тегәләр - ҡалын киндер туҡыманан эшләнә - ике ҡаттап (ҡатлап) тегәләр, йөйө артта ҡала. Киндер бауҙы ишәләр ҙә өҫ яҡлап бышым эсенән үткәрәләр - артҡа килеп төшөп тора, шуны бәйләп ҡуялар.
Сарыҡ та шулай эшләнә, тик уның табаны ла, йөҙҙөгө лә күндән була.
Ҡата - күндән була, йөҙҙөгө лә, табаны ла. Ҡунысы бейек була, күндән эшләнә. Ҡунысына бышым тегелә, өҫтәп тегеп ҡуйыла, бау менән бәйләнә ҡынйыраҡ кеүек. Табаны мул булһын өсөн бөрөп тегәләр. Инәйем беҙгә гел тегеп кейҙерҙе. Ҡунысты (ҡуныслы) галош кеүегерәк бейек була.
Тәпәш башмаҡ, бейек башмаҡ - тоташ күндән була. Үксә ҡуйылмай, әҙерәк кенә үксәлек ҡуялар - ҡаты-ҡото күнен ҡатлай ҙа ағас сөй эшләп, үксәне тишеп нығытып ҡуялар. Ҡайындан эштәгәндәр. Эс яҡҡа тырпайып сыҡһа, ауырттыра, сүкеш-фәлән менән туҡмап, тигеҙләтеп һуғып алаһың.
Китап яҙҙы был хаҡта Мурзанов Мөхөбулла, һорашып, яҙып сығарҙы, уға Мөхәмәтова Факия ла яҙып бирҙе. Балаҡатайҙағы Fафура килтергән ул китапты Өфөнән".

Ҡатын-ҡыҙ кейеме тураһында һөйләгәне. "Шәлде һуғып ябындылар - ситенән дүрт яҡлап уратып суҡ ҡуялар. Һарыҡ йөнөн иләп тереп алаһың да урынға (туҡыу-һуғыу станогы) оҙатып тырып алып һуғаһың, йәнең теләгәнсә ябын - йылы була, ныҡ була. Буяп тороу-фәлән булманы. Ефәк шәл - боронғоса "алалап" көрән менән һуғылған, суҡты (ситтәре суҡлы) була ("алалап" - "аҫалап" тигәнде аңлата, "көрән" - ул махсус буяу менән көрән төҫкә буялған йөн йәки киндер еп. Ҡаратал ҡабығын ҡайнатып буяу яһаныҡ).
Әҙрәс бишмәт - ҡатындарҙың һыйға кеймәгә махсус тектергән бишмәте - тышы бәрхәттән, уҡа йә тәңкә баҫыла, эслеге һырыла.
Билде (билле) камзул, бәрхәт тышлы, эслек ҡуялар. Түгәрәкләп икешәр ҡат уҡа тегәләр. Туҡыма тауарҙың буйы, арҡауы (арҡырыһы) була бит. Тауар ыңғайына беселә, ыңғайына тегелә, тигәндәй. Тиҙ туҙмай рәтен белеп текһәң.
Бишмәт - сатин, бәрхәт тауарға бер ҡат эслек ҡуйып, йөн һалып, һырып тегелде боронғоһо, беҙ үҫкән саҡта юҡтыҡ (юҡлыҡ) булғас, мамыҡ ҡуйып һырыған бишмәт кейҙек. Тамғалар бишмәттә була ине.
Сыба - йылы сәкмән була ул (тәйһән, тәйән кейеүгә - көндәлеккә).
Түшелдерек эстән кейелә, бер ҡат ситса күлдәк өҫтөнән.
Кәүҙәле алъяпҡыс, тибеҙ, уныһы йәштәргә килешеп торған бер төрлө алъяпҡыс була. Кәүҙәле алъяпҡыстың арҡа - ябыҡ, түш - ябыҡ, бер яҡтан ҡултыҡ аҫҡа хәтле тегелә, икенсе яҡтан - элмәле яғында - дүрт һәҙәп (төймә) ҡуйыла".

Баш кейемдәре, ҡалпаҡтар, сикә-ҡалпаҡ, тупый-ҡалпаҡ тураһында. "Ҡалпаҡ тигәс, ул ниндәй ҙә булһа биҙәк эшләнгән баш кейемен аңлата. Йәшерәк ҡатындар, килендәр тик сикә-ҡалпаҡ кейә. Сикә-ҡалпаҡ тәпәш кенә була, маңлайҙы ҡаплатыбыраҡ, алға төшөрөп кейелә, биҙәге генә күренеп тора. Тәңкәнән дә, уҡанан да, елбәҙәктән дә эшләйҙәр биҙәкте - бер-ике иле киңлегендә, бер ярым сантиметр тирәһе. Сикә-ҡалпаҡты тоҡон еп менән елкә яғына тарттырып бәйләйҙәр, ҡуҙғалмай-нитмәй ныҡ тора, өҫтөнән яулыҡ бәйләйҙәр. Ниндәй матур тауар бар, шуны яулыҡ иттек, ерлеге бер төҫлө булғандың мөгөшөн (мөйөшөн) ҡайып ябына торғайыҡ. Бөгөнгөләй кашемир яулыҡтар һыйға ғына, йәғни ҡунаҡ-байрамға ғына булды. Оло ҡатындар тупый-ҡалпаҡ кейә, ул теүәтәй кеүек йомро була, башҡа ятып, көпләнеп кенә тора. Тупыйҙы күпселеген ҡарсыҡтар кейә. Тупыйҙы төрлөсә һырыйҙар. Ҡамсат бүрек кеүек тә һырып кейәләр. Маңлайсаһына мәрйен-аҡыҡтар тегелә, шуға күрәме, ҡайсаҡ "аҡыҡ-ҡалпаҡ", тигән булып ебәрәләр.

Элек төрлө уҡа күп булды, тубалсылар (ҡырҡтартмасылар) йөрөй, тигән була торғайнылар. Ҡалпаҡ эшләмәгә төрлө нәмә алдыҡ уларҙан. Ҡалпаҡтың маңлай тәңгәлен биҙәмәгә кәрәкле ҡый-ҡыуат алабыҙ (ваҡ-төйәк): Өрфиә - сүкелгән ҡалай тәңкә, чеканный бляша, тигән булырҙар ине. Ҡытай - ялтыр ваҡ мәрйен, ул бик күп булды. Балдаҡ тигәне - уртаһы тишек түңәрәк ялтыр тәңкә булды. Уҡа - алтынлы-көмөшлө төрлө яҫылыҡтағы таҫма ине, фабричныйҙары ла осраны. Елбәҙәк - төрлө төҫтә емелдәп торған йылтыр йоҡа таҫма. Һырға - көмөш тәңкәләрҙе сүкеп-ялғап эшләнгән биҙәүес, һирәк булды, ҡиммәтле бүләк булып йөрөнө, муйсаға тегеп ҡуйылды, ҡолаҡҡа таҡмаға ла эшләнгәне бар ине. Йәш килендәр сикә-ҡалпаҡ кейә, яулыҡ ябына, сәсте үрә, толомона сулпы таға. Түшенә муйса кейә".

Сын көмөштән булды беҙҙең муйса, ти Сания апай һәм дауам итә: "Муйса бик күп булған беҙҙең яҡта. Ҡатындарҙың күкрәген-түшен ҡаптап (ҡаплап) торған түшелдеректең бәләкәйерәге - әмәйлек, ҙурырағы - муйса. Муйса шау тәңкәнән тора, өҫ яҡлап эре көмөш тәңкәләр - һумдыҡтар (һумлыҡ) тегелә, уларҙы аҫтан-өҫтән уратып, вағыраҡ тәңкәләр теҙелә. Эреһе лә, вағы ла теҙеп тегелә, туры ла, ҡыйшыҡ (ҡыйыш) та китә. Күпме тәңкәң бар, тегә бир. Свердлау (Свердловск), Рәүҙә (Ревда) зауыттарында (завод) эшләгән ир-ат бай ҡайта, ҡатындары көмөш тәңкәле муйса кейә. Тәңкәне тишәләр ҙә тағалар. Муйсалар бик күп ине лә бит, жыйып сыҡтылар бит трактор эштәргә (эшләргә)!

Шау көмөш тәңкә юҡ бит ул хәҙер. Бөгөн тәңкә зырғып (кире ҡаҡлығып) тик тора, тишеп булмай.
Муйса бөтәбеҙҙә лә булды, тинем. Инәйем үҙе эшләне. Муйса дүрткел була - трапеция кеүек, өҫ яғы тарыраҡ, аҫ яғы киңерәк. Дүрт урындан бау тегеп, кәүҙәне уратып артҡа бәйләнә. Шуның менән бесән сапҡандар - буй-һынды һәләк ныҡ тота ла ул! Шунан һағылдырыҡ таға, ҡалпаҡ кейә, ҡушъяулыҡ ябына килен кеше. Һағылдырыҡ тартылып тора эйәген уратып, ыҫпаяҡай була бит - муйын-фәләне күренмәй элмәйеп. Һағылдырыҡ килен булып төшкәндә үк кейелә. Бер йола бар: яңы төшкән киленде шау боронғоса кейендереп, бесән саптырғандар, ураҡҡа төшөргәндәр, оло мейес алдында ҡоймаҡ ҡойҙорғандар - тире тамһын да тиҙерәк ерекһен, тигәндәр. Насар аҡыл түгел бит? "Килен кеше - ким кеше, алабайға тиң кеше," тиһәләр ҙә, килендең ҡиәфәте бик күркәм булған. Артында сулпыһы сылтырап йөрөгән, сулпыһы булмаһа, бауҙың буйына өс ҡат итеп тәңкә тегеп алған - сылтырап торһон өсөн.
Оло әбейҙәр ҙә муйса кейә, тик тәңкә урынына таҫма тегә - рәт-рәт ҡатлап таҫма йөрөтә, еңелгә килә, тәңкә сылтырауы нимәгә ул әбей кешегә, һөйәктәре шылтырамаһа ла бик арыу.
Электән кейемгә тәңкә ҡайыу ғәҙәте булған. Совет власы сыҡҡас, тәңкәле кейемдәрҙе жыйып (йыйып) алғандар, мәжбүри бирергә ҡушылған. Трактор эшләргә кәрәк, тип әйттеләр, тигән була торғайнылар. Музейҙарҙан килеп тә байтаҡ әйберҙе жыйып киткәндәр.

Ир-ат та кейемһеҙ йөрөмәй... Малайҙарға, ир-атҡа көн дә кеймәгә теүәтәй (түбәтәй) тегәләр, өлгө менән тегелә улар, һигеҙ өлгөнән ялғана тегеп, йомороға әйләнә. Ҡырпыулы бүрек - һарыҡ тиреһенән йоморо бүрек тегелә лә ҡырлатып аҡ тире - тар ғына аҡ ҡырпыу ҡуйыла, шул ҡырпыуҙы бүрек, ти торғайылар (торғайнылар), һарыҡ йөнө эскә ҡарап тора, бүрек тышты (тышлы) була, тышы - эшбит (йоҡа йөн туҡыма материал, тик сатин түгел). Ир-ат шуны кейҙе. Салауат батырҙың йәшел ҡамсат бүрке лә ана шулай йәшел эшбит менән тышланған, ҡиммәтле шәшке тиреһе менән ҡырлатылған ҡамсат бүрек булған инде. Байҙарса кейенгән бит ул, затлы тоҡом, старшина.

Балаҡатай ырыуы ҡатындары элмәне белгән борондан... Ҡайыу. Элмә ҡайыу. Электән бар ҡайылған кейемдәр, беҙ белгәндән кейәләр. Ҡайыусы оҫта Мәликә әбей Айҙаҡайҙыҡы ине. Кәркәйгә Айҙаҡайҙан килде, ҡыҙы бында кейәүгә сыҡҡайны. Мәликә әбей һаңғырау ине, колхозда эшләй алманы, әммә бөтә ауылды ҡайып кейендерҙе. Fүмеренә ҡайыны. Үлер саҡта ҡулының арты шеште. Уның ҡайыуҙары печатте (печатле) ине, хәҙерге ише түгел. Fүмере буйы ҡайыны. Үтереп ҡайый. Печаттап ҡуя (Бик оҫта, тигән һүҙ быныһы. - Авт.). Мәликә оҫта килгәнсе лә ауылда ҡайыусылар бар ине. Сабира ла оҫталыҡҡа иреште һуңға табан ғына. Сабира апай Мәликә оҫтаға еткерҙе. Уның әсәһе Зәрә Закир ҡыҙы - Кәркәйҙеке ине. Имәнес күп (бик күп) ҡайыны улар, бөтә ауылға еткереп торҙолар.
Өй эсен жыйыштырыуға ҡайылған нәмә күп булды. Буй ҡорма - ҡорғанаҡ, тиҙәр, мейес башынан, ишек-тәҙрә баштарынан уратып ҡорола. Өй һәләк йәмде (бик йәмле) була.
Ҡашыяҡты (ҡаршы яҡ, ҡашығаяҡ яғы өсөн бүлмә) шаршау менән бүлеп ҡуялар. Ул шаршауһыҙ кейәүгә барыу - ғәрлектең дә ғәрлеге, ләкин ауыр замандарҙа уныһы ла онотолдо. Шулай ҙа, һүҙгә ҡалмайым тигәне, кешенән алып тороп булһа ла шаршау менән оҙатты киленде. Шаршауы менән ҡайны өйөндә бер мөйөштө бүләләр уға.

Таҫтамал тураһында әйтмәй булмай... Һәләк дан (матур) була уныһы. Киндерҙән, етендән һуҡҡанды әйтәм. Күтәрелгән таҫтамал - һуҡҡан таҫтамал була. Инәйем һәләк күп һуҡты таҫтамалын да, шаршауын да. Урын артында шәбеләр менән күтәреп, күп ултырҙым мин дә. Шәбе - уны талдан шымартып эштәйҙәр (эшләйҙәр), урынға тартылған-оҙатылған ептәрҙең араһына тығып аралап-күтәртеп баралар. Шәбенән сүптәп ултыра берәү, икенсеһе ептән ала. Был ваҡ эш ул, сүптәү, тиһәң, беҙҙеке яҡтыҡы кеше шундуҡ аңдай (аңлай). Ике кеше ултырып сүптәйһең - берәмләп-бертекләп тартып күтәреп ултыраһың таҫтамалдың үрәнәген - уныһы, оя, тип атала, бер күҙен дә яңылышырға һис ярамай, тотош сүптәүең боҙола. Кәшемир ептәр менән күтәрәһең оя-оя, хатта вағаҡа эш (ваҡтың да вағы) ул. Күҙ кәрәк, иҫ кәрәк, елкә кәрәк, тигәндәй... Һуғыуҙың эше күп, әрәсәһе (мәне, мәшәҡәте) етерлек. Епте оҙатыу, күтәртеү, сүптәү эше бар. "Түгеү", тибеҙ - бер биҙәктең яртыһынан йәнәшәлә икенсе биҙәк яңынан башлана. "Көрөҫтән алыу", "Ҡылыстан алыу" тибеҙ. "Бер түгәй, бер ялан" - еп нәҙек булһа, буйын оҙатырға икенсе еп үткәрә өҫтәп, балаҫ ныҡ була.

Туйға яҡынайҙыҡ түгелме?.. Кейеү егетенә "суптарҙы ыштан" (киндерҙән сүптәрләп һуғылған ҡыҫҡа балаҡлы эске ыштан) һуғыла - сискәләре (сәскәләре) әҙ генә, һирәк кенә, урыны-урыны менән генә күтәрелгән була. Туйға килешкән саҡта уҡ кейәүгә тип әҙерләгән нәмәне күрһәтәләр. Йәнәһе, энә-еп тота белмәһәң, ҡара уны, ҡыҙый...

Морондоҡ нимә ул тимәгеҙ, бик кәрәк кеше ул. Морондоҡ инәй, морондоҡ әтей була. Киленде кем килтерә, шул билдәләй. Йәғни, килен төшөргән ҡәйнә, алдан әйтеп, буласаҡ киленгә морондоҡ инәй-әтей билдәләп ҡуя. Кейәү яғынан ҡыҙ туғандар килен кешегә морондоҡ инәй булырға тейеш түгел, бары тик ир туғандар яғынан ғына - ире менән ҡатыны бергә - морондоҡ инәй-әтей була ала. Уларҙың береһе килен килгәнсе йә үлеп китһә, йә берәй эш менән ситкә сығып китергә тура килһә (яуға, эш-хеҙмәткә), был пар киленгә морондоҡ инәй-әтей була алмай, уны, һис шикһеҙ, парлы "морондоҡ" ҡаршыларға тейеш. Килен уларға тәғәйенләп бүләк әҙерләй - морондоҡ инәйгә алъяпҡыс ҡайып килтерә, морондоҡ әтейгә ҡайыулы таҫтамал бирә. Морондоҡ инәй менән әтей был бүләктәрҙе бик ҙур хөрмәт белдереп, ҡабул итә, киленде ҡоттап, яҡшы һүҙҙәр әйтеп, теләктәр теләп, морондоҡ инәй алъяпҡысты кейә, морондоҡ әтей таҫтамалды үҙенең яурынбашына ҡуйып, килен төшөргән ерҙә хужа булып, күҙ-ҡолаҡ булып ҡатнашып йөрөй. Кейәүҙең ата-инәһе менән килендең морондоҡ инәһе-атаһы бер-береһенә "уртаҡ" тип өндәшә башлай.
Морондоҡ инәй яңы төшкән киленде уны-быны менән таныштырып, өйрәтеп, сер бүлешеп, ғүмер буйы ҡурсып тора торған бер яҡын кеше була. Морондоҡ әтей ҙә киленгә, йәш ғаиләгә ярҙамға, кәңәшкә гел генә әҙер тора. Минең дә морондоҡ ҡыҙым бар. Ул миңә, әней, ти, мин, ҡыҙым, тием. Бөтә кеше шулай яҡын итә, борондан ҡалған йола. Балалары миңә ҡартинәй, ти, хатта балаларының балалары ла мине ҡартинәй, тип йөрөтә.
Килендең килеүенә морондоҡ инәй көтөп тора. Бал ҡаптыра, май ҡаптыра, мендәргә баҫтыра. Ҡәйнә үҙенсә тыпыстай - әҙерләнә, йүгереп йөрөй, бейеп йөрөй, кинәнеп ҡаршы ала.
Киленде һыу баштатыу (һыу юлы күрһәтеү, һыу башлатыу) - оло йола. Уны ла морондоҡ инәй хәстәрләй - силәген-көйәнтәһен әҙерләй, килендең бүләктәрен барлап ҡуя.

Элдекте беҙ бик ныҡ белдек... Килен бүләктәре араһында "элдек" тигән бүләк була, төрлө йөн ептәрҙән үреп-ишеп, остарына суҡлап, бала-сағаға, йәштәргә таратырға күп итеп эшләнә ул, егерме-илле элдек була. Һикһән-туҡһанға ла еткерәләр, әкрәбәһе күп булғаны. Күрше-күлән тиҙ генә жыйылышып, эштәп бирәбеҙ элдеген дә, таҫтамалын, алъяпҡыстарын да ҡайышабыҙ. Элдекте бергә ишәһең, кис ултырып, берәү тотоп тора, икенсеһе ишә. Кеше булмаһа, берәй нәмәгә элеп тормаға кәрәк. Йәш ғаилә бәхетле-бергә йәшәмәгә тип теләп үрелә ул. Элдек яһамаға элек йөн ептән бигерәк, киже йәки етен еп тотона торғайныҡ.
Киленде һыу баштатыуға (башлатыуға) алып киткәндә морондоҡ инәй, кейәү егете бергә була, элдекте шунда тараталар. Кейәү егете ҡыйыҡ башына менеп, жыйналған халыҡ өҫтөнә элдек ырғыта. Бала-саға ярышып йыйып ала. Һәләк күңелле була. Бала-саға, йәштәр зыу килеп таратып ала, берҙе алһа, тағы һорайҙар... Әбейҙәр ҙә болаша... Беҙҙә элдекһеҙ туй үтмәй. Иң көтөп алынған күренеш, иң матур иҫтәлекле бүләк - элдек. "Кем туйында булдығыҙ, элдектәре ҡандай матур эштәлгән",- тип кинәнешеп ҡарайҙар туйҙан ҡайтҡас. Тәҙрә башына элеп ҡуябыҙ, көҙгөгә эләбеҙ. Таштамайбыҙ, оҙаҡ һаҡтайбыҙ элдектәрҙе, жыйылып китә төрҙө-төрҙөһө.

Килен күреү - йәшәмәккә юл биреү. Морондоҡ инәй менән морондоҡ әтей күрнис (күренеш) ваҡытында ла иң төп башлаусы, ойоштороусы, килендең бирнәһен күрһәтеп, уға ярҙам итеүсе, бүләктәрен таратыусы, төшкән йортонда урынлаштырыусы була. Ауыл халҡы, күрше-тирә, кейәүҙең туғандары килен күрергә, бирнәһен ҡарарға, күрнис алырға тип килә. Килен бүләге - ҡыҙҙарға ҡайыуҙы алъяпҡыстар, малайҙарға ҡайыуҙы ҡулъяулыҡтар инде.
Килендең күлдәктәрен дә ҡарайҙар, тегелешен тикшерәләр, сағыштыралар, өйрәнәләр. Һоҫтандап тегеү тигән бер ысул сыҡты - встречная складка - һоҫтан (складка) һайын аҡ һәҙәп (һиҙәп, төймә) ҡуйыла. Уғата матур була.
Кейәү мендәре - 30-ға 40 сантиметр тирәһе ҙурлығы, мөгөштәре суҡтанып тора (мөйөштәре суҡланып), ҡайылған була (ҡайыулы). Кейәү ҡыҙҙы оҙатып алып ҡайтып киткән саҡта мендәрен эләктереп, ҡултыҡ аҫтына ҡыҫтырып алып сығып китә ҡыҙҙы атай өйөнән. Уны еңгәйҙәр бирә, шаяртып-көлөп тапшыралар кейәүгә. Бирнә араһында була ул мендәр.

Әңгәмә тамам

Ынтымат шәхес - Сания инәй Усманованың белгән-күргәненең, хәтирәләренең иге-сиге юҡ. Берҙән, йор-шаян теле кинәндерә, икенсенән, башҡорт теленең төньяҡ-көнсығыш диалекты үҙенсәлектәрен күреп, яңы йондоҙ асҡандай, ғәжәпләнәһең - шул тиклем бай тел - Балаҡатай яғының һөйләше. Әҙәби телгә шул ынйыларҙы тиҙерәк индерәһе ине, бер һүҙен дә туҙҙырмай һаҡларға ине. Ҡыҙыҡ, был төбәк теле Силәбе һәм Ҡурған яғы ялан ҡатайҙары һәм көнсығыш һөйләштәге һүҙъяһалыш формаларын, ғәйнә һүҙҙәрен бергә туплаған... Мин Сания инәй менән һөйләшкәндәрҙе мөмкин хәтле үҙгәртмәй һаҡларға тырыштым был яҙмала - тере телдең көсө, дәрте, телмәр ағышы ла һиҙелер, тип өмөтләндем. Йәнә, башҡорт милли музыка ҡоралдарынан был төбәктә ҡумыҙҙың ни хәтле ныҡ таралыуы хаҡында тулы мәғлүмәт бирә ул. Ҡумыҙсылар тотош ансамбль менән теҙелешеп уйнағаны, төрлө ҡумыҙҙары күҙ алдына килә, ағас, ҡаурый, һөйәк ҡумыҙҙарҙан һирпелгән тылсымлы сың-моңдар ҡолаҡҡа яғыла...

Сәрүәр СУРИНА.

2017 й.

ЫНТЫМАТ САНИЯ ИНӘЙ
ЫНТЫМАТ САНИЯ ИНӘЙ
Автор:
Читайте нас: