+21 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Заһир ИҪӘНСУРИН Йырҙы ниндәй талаптарҙан сығып һайлай икән?

-

- Иң тәүҙә, көйөнән бигерәк һүҙенә ҡарайым. Әгәр ҙә бер-ике йырлағандан һуң күңелеңә ятһа, ул тамашасының йөрәгенә лә барып етә, тигән һүҙ. Шулай уҡ йырҙың көйө лә мөһим минең өсөн. Ижадыма талапсанмын. Мәҫәлән, "Умырзая" йырын мин өс йыл машинала тыңлап, ҡушылып йырлап йөрөп, шунан ғына тамашасы иғтибарына сығарҙым. Йыр тәүҙә йырсының күңелендә өлгөрөп етергә тейеш. Ғөмүмән, бер йырсы ла беренсе тапҡыр-ҙан йырҙы еренә еткереп йырлай алмай. Унан һуң, мин филармонияла эшләйем. Филармония - классик, профессиональ сәнғәтте халыҡҡа еткереү менән мәшғүл. Ул - юғары сәнғәт өлкәһе. Халыҡ шундай-шундай йырҙар ярата, тип репертуарын төҙөһә, ул, бәлки, тамашасыны күберәк тә йыя алыр ине. Әммә филармония үҙенең кимәлен төшөрә алмай. Ә ысын сәнғәтте аңлаған тамашасы бар ул. Башҡорт сәнғәтендә оҙаҡ йылдар эшләгән Нәзифә Ҡадирова, Азамат Тимеров, Фәдис Ғәниев, Әлфиә Юлсурина һәм башҡа йырсылар беҙгә өлгө. Йыр нисек дөрөҫ яңғырарға тейеш, быныһын профессиональ музыканттар менән кәңәшләшеп эшләйбеҙ. Йыр - ул спектакль кеүек, уның башы, юғары нөктәһе, аҙағы бар. Башынан аҙағына тиклем бер төрлө генә итеп йырлаһаң, үҙеңә лә, тамашасыға ла ҡыҙыҡ түгел.

Заһир ИҪӘНСУРИН Йырҙы ниндәй талаптарҙан сығып һайлай икән?
Заһир ИҪӘНСУРИН Йырҙы ниндәй талаптарҙан сығып һайлай икән?
Автор:
Читайте нас: