"11-12 йәштәр тирәһе булғандыр, көндөҙ телевизорҙан башҡортса фильмдар күрһәткәндәрен, атайымдан, беҙҙә кино төшөрәләрме, тип һорағаным хәтерҙә. Юҡ, тип яуапланы ул. "Нисек улар башҡортса матур итеп һөйләшәләр һуң?" тип аптыраным мин. Баҡтиһәң, был башҡорт теленә дубляж - тәржемә ителгән фильмдар булған икән. Шунда атайым илдә автономиялы һәм союздаш республикалар барлығын, һуңғыларының статусына яраҡлы үҙҙәренең милли киностудиялары булыуын һәм милли кинолар төшөрә алыуын аңлатты. Башҡорт мәҙәниәте мөхитендә, башҡорт зыялылары араһында тәрбиәләнгән кеше булараҡ, миңә был хәҡиҡәтте ҡабул итеүе ауыр булды, хатта бер аҙ үҙебеҙҙе ҡыйырһытылған итеп тойҙом да шикелле. 1990 йылда Башҡортостан киностудияһы асылғас, ошо тойғо мине кинорежиссер һөнәрен яҙмышым итеп ҡабул итергә һәм ВГИК-ты һайларға этәрҙе. Ул заманда кино төшөрөүе ҡатмарлы процесс ине. Кино төшөрә торған таҫма иҫ киткес ҡиммәтле, уның һүрәтен сығарыу өсөн Мәскәүгә, тауыш яҙҙырыу өсөн Екатеринбургҡа бара инек. Павильон, тон студияһы кеүек технологик базабыҙ, сценарий яҙыусыларыбыҙ юҡ ине. Ә уйын кинематографияһы - ул технологиялар, йәғни, декорациялар, костюм тегеү, каскадер цехтары һ.б. Был "Мерседес" автомобилен колхоз баҫыуында йыйыуға тиң ине. Нисек итеп кино төшөргәнбеҙҙер, хәҙер ошоға аптырайым. 2009-2010 йылдарҙы кино төшөрөү өлкәһендә һынылыш мәле тип иҫәпләйем, сөнки цифрлы технологиялар килде. Бөгөн фотоаппаратҡа кино төшөрөргә була. Йәш быуын кинорежиссерҙарына, быны улар үҙҙәре аңлап етмәһә лә, еңелерәк хәҙер. Кинорежиссураны һөнәр итеп һайлаған саҡта минең менән республикала кино сәнғәтен үҫтереү тигән теләк идара иткәндер. Ижадсы булараҡ эҙләнеү, үҙеңде табыу теләге һуңғараҡ килә һәм был һөнәр һинең өсөн тотош бер фәлсәфәгә әүерелә. Мин һайлаған юлымдан тайпылмауым менән бәхетлемен".