+18 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар

Йома намаҙы -

Аллаһты ла онотмайыҡ... Изге йома көнө менән!

Йома намаҙы (ғәр.صلاة الجمعة — саләт әл-жумғә) — йома көн төштән һуң уҡыла торған йәмәғәт намаҙы. Өйлә намаҙы ваҡытында уҡыла.

Йома көнө мосолмандар өсөн изге бер көндөр. Шуның өсөн момолмандарға был көндө байрам шатлығы менән каршыларға, йыуынып, арыуланып һәм яҡшы кейемдәр кейеп, мәсеткә барырға кәрәк.

Пәйғәмбәрҙәребеҙ (Ғәләйһис саләтү үәссәләм) түбәндәгесә бойорған: «Кем дә кем яҡшы итеп тәһәрәт алғандан һуң, йома намаҙына барып, шым ғына хөтбә тыңлаһа, бер йоманан икенсе йомаға тиклем ваҡыт эсендә ҡылынған гонаһтары артығы менән ғәфү ителер»

«Эй иман килтереп ышаныусылар, әгәр йома көн йома намаҙына аҙан әйтелһә, эштәрегеҙҙе һәм сауҙаларығыҙҙы ҡуйып намаҙ уҡырға, вәғәз тыңларға ашығығыҙ. Был эш һеҙҙең өсөн хәйерлелер. Әгәр был эштең файҙаһын белһәгеҙ икән!»- тиелә Изге Ҡөрьән китабында (62:9).

Мөхәммәт Пәйғәмбәр хәҙисендә был көн тураһында былай тип әйткән: «Йома — көндәрҙең хужаһы [башлығы]! Был көн Ураҙа байрам һәм Ҡорбан байрамынан да хәйерлерәктер», һәм шулай уҡ былай тип тә әйткән: «Кем йома намаҙын өс тапҡыр рәттән ҡалдыра — уның йөрәге Раббыһы тарафынан ябыласаҡ».

Йома намаҙы ир-аттар өсөн генә мәжбүри. Ҡатын-ҡыҙҙар, балалар, мосафирҙар, ҡолдар һәм физик яҡтан хәлһеҙҙәргә йома намаҙы мәжбүри түгел. Әгәр ҙә килһәләр, был намаҙ улар өсөн өйлә намаҙы буларак һанала.

 

Йома намаҙы -
Йома намаҙы -
Автор:
Читайте нас: