Мин хәтерләгән тәүге машина – атайымдың “Пятерка”һы булды. Йыш ҡына уның тубығына ҡунаҡлап йөрөр инем. Ә водитель ролендә үҙемде атайымдың эш автомобиле – “Ока”һында һынап ҡараным. Ул ваҡытта миңә 12 йәштәр самаһы ине. Бер көндө мине руль артына ултыртып, алға-артҡа бирергә “икмәк-тоҙлоҡ” өйрәтте лә, яланға сығып, “тәжрибә арттырырға” тәҡдим итте. Ауыл советы рәйесе булып эшләгәс, бәлки, ваҡыты тығын булғандыр, бәлки, миндә шул рәүешле үҙаллылыҡ тәрбиәләргә тырышҡандыр инде. Хәйер, минең өсөн бик ҡулай килеп сыҡты: “Ока” яғыулыҡты аҙ “ашай”, ваҡыт иркен, атай фатихаһы бар... Кискә тиклем ялан ҡыҙырып, машина нескәлектәрен өйрәндем дә ҡәнәғәт ҡиәфәт менән ҡайтырға юлландым.
Атайым ҡаршыма йүгереп сыҡты ла, миңә иғтибар ҙа итмәй, машина тирәләй өйрөлөргә тотондо. Йөҙөндә бер ҡыуаныс әҫәре күренмәй. Атайым мине маҡтар тигән өмөтөм шундуҡ юҡҡа сыҡты, кәйефем ҡырылды. Эштең шәптән түгеллеген аңлаһам да, сәбәбенә төшөнә алманым. Үҙемсә, барыһы ла яҡшы кеүек. Әммә атайымдың күҙлегенән минең тәүге ҡоймағым бигерәк төйөрлө булып сыҡҡан. Баҡтиһәң, мин “Ока”ның төбөн төкөтөп, томалағысы төшөп ҡалғансы “ер һөрөп”, үҙен трактор ише үкертеп ҡайтып ингәнмен икән☺. Шундай ҡыҙыҡ та, ҡыҙғаныс та һабаҡтан башланып китте минең юл йөрөү тарихым.