+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар

Яҙмыш математикаһы йәки 3-1=3. Драма. Баныу ҠАҺАРМАНОВА.

Яман сирҙән ғүмеркәйҙәре бик иртә ҡыйылған Раян Әхмәҙиев менән Фәнгиз Сәғитовтың яҡты рухына бағышлана. Икеһе лә миңә берҙәй ҡәҙерле балалар йөрәгемдә йәшәй.   Ҡатнашалар: Карина – аҡыллы, һылыу, бер аҙ тәкәббер, үҙ баһаһын белгән ҡыҙ. Римма – тулы кәүҙәле. Байҙар ғаиләһенән. Резеда – уҫал ғына, ябай ғаиләнән. Оксана (Картавая) – баһымсаҡ, «р» хәрефен әйтә алмай, етеш ғаиләнән. Булат – ботан, күҙлек кейә. Артур – сибәр егет. Улар математика йүнәлешле элиталы лицейҙың өлкән класс уҡыусылары. Сөмбөл – Каринаның әсәһе, эшҡыуар. Бәләкәй Самат – Каринаның ҡустыһы, башланғыс синыф уҡыусыһы. 15–16 йәшлек Самат Шәфҡәт туташтары, табиптар

Беренсе күренеш. Пролог.

Ҡараңғы сәхнәлә яҡтылыҡ уртаға төшә. Уртала өҫтәл, ике ултырғыс. Өҫтәлдә ноут, бәләкәй генә торт. Арыған, йонсоған Карина ҡулындағы альбомын өҫтәлгә һалып, ике сынаяҡ ҡуя, сәй яһай. Бер аҙ уйланып ултырғас, тортҡа шәм яндырып ҡаҙай. 

Карина. Тыуған көнөң менән, матурым.

Өлкән Самат уға арттан яҡынлаша.

Самат. Рәхмәт. Кәрәкмәҫ ине.

Карина. Юҡ! Кәрәк!

Самат. Ҡаңғырма...

Карина. Башҡаса булдыра алмайым.

Самат. Булдыраһың. Теләһәң.

Карина. Ә мин теләмәйем.

Самат. Ҡарышҡыр...

Карина. Беләм. Үҙгәрһәм – үҙемде юғалтырмын һымаҡ. Нишләп хәлдәремде һорамайһың, Самат?

Самат. Уның нимәһен һорайһың. Былай ҙа билдәле.

Карина. Юҡ, һора.

Самат. Ярай. Хәлдәрең нисек, Карина?

Карина. Ағас тел һин.

Самат (тыйнаҡ ҡына көлә). Шулайыраҡ.

Карина. Һин ғүмереңдә ни бары бер тапҡыр ғына «апай» тип өндәштең.

Самат. Ә мин иҫләмәйем дә.

Карина. Сөнки һин... (кинәт ныҡ тулҡынлана) һин ул мәлдә...

Самат (уның иңбаштарына һаҡ ҡына ҡағыла). Йә-йә... улайтма.

Карина (яңағы менән уның ҡулына иркәләнә). Һағынам мин һине, Самат!!! Хәлдәрем бына шулай минең – һине һағынам!

Самат. Мин дә.

Карина. Һин дә мине һағынаһыңмы ни?

Самат. Эх...

Карина. Был һағыштарҙың сиге юҡ таһа.

Самат. Юҡ.

Карина. Дауалар эҙләп-эҙләп тә, һағыштарҙы баҫырлыҡ бер сара тапманым, Самат. Ә үкенестәр... улар быуа мине!

Самат. Миңә китергә ваҡыт.

Карина. Тағы ла саҡ ҡына.

Самат. Мине тотма.

Карина. Ебәрә алмайым.

Самат. Кәрәк.

Карина. Килеп сыҡмай.

Самат. Мин былай ҙа ике арала бик оҙаҡ.

Карина. Кисер. Барыһы өсөн дә кисер, Саматҡай!

Самат. Мин бөтә онотҡанмын, һин дә онот.

Карина. Мин үҙ-үҙемде кисерә алмайы-ыым, Самат ҡустыҡайым.

Самат. Тотма инде мине. Ебәр. Миңә китергә ваҡыт. Китергә.

Артҡа китеп юғала. Карина тороп уны эҙләй.

Карина. Самат? Самат?!. Көтөп тор! Мин ябай арифметиканы аңланым: бергә берҙе ҡушһаң, ике түгел, ә өс, дүрт, хатта биш, ун, ун ике лә булыуы ихтимал. Беҙҙә бик ҡатмарлы арифметика: бергә берҙе – атай менән әсәйҙе ҡушҡас, өскә әйләнде, йәғни мин тыуҙым. Аҙаҡ атайым урынына һинең атайың килде лә, һин тыуҙың. Тик килгән-киткән атайҙарҙы һанамағанда, беҙ өсәү инек: әсәй, мин һәм һин. 1+1+1=3. Өстән берҙе алғас, ҡалырға тейеш ике. Икәү. Әммә минең арифметикала барыбер өсәү ҡала. Ишетәһеңме? Беҙ барыбер өсәү ҡалабыҙ. Икәү түгел, өсәү.

Шәмде өрөп һүндерә, альбомды ҡулына алып, күкрәгенә ҡыҫа.

Икенсе күренеш

Кинәт күңелле көй яңғырай. Сәхнәгә Римма, Артур йүгерешеп сығалар.

Римма. Ур-ра! Кем маладис? Мин маладис!

Артур. Ха, һин генә түгел, беҙ маладистар!

Римма. Ә мин бит беренсе эшләп бөттөм, Артур!

Артур. Бер секундҡа ғына!

Римма. Булһа ни! Сығар биш меңеңде!

Артур. Римма, үтә шашаһың түгелме?

Римма. Вәғәҙә – иман! Әйҙә-әйҙә, бир.

Артур. Бәйләнмә!

Булат яндарына сыға.

Римма. Булат, ҡарале бынау бәндәгә – аҡсаны бирмәй.

Артур. Йә-йә, юҡты һөйләмә!

Булат. Ниндәй аҡсаны?

Римма. Һуң, беҙ бәхәсләшкәйнек тә.

Артур. Башты ҡатырма, бәхәсләшмәнек. Былай ғына һөйләштек.

Булат. Мин ишетмәнем.

Римма. Әй, һин шулай инде ул, бер нәмә лә ишетмәйһең дә, күрмәйһең дә.

Яндарына Карина ла килә.

Римма. Карина, баяғы Артур менән бәхәсләшкәнде һин точно ишеттең! Артур, контроль эште беренсе булып эшләп бөтәм тигәндә, мин уға, мин алдараҡ эшләп бөтәсәкмен, тинем. Һәм беҙ биш меңгә бәхәсләштек! Мин бәхәстә оттом, ә ул түләргә теләмәй. Ҡарун!

Артур. Юҡты һөйләмә. Бер аҙымға ғына һин алдараҡ өлгөрҙөң. Сөнки һин алғы партала ултыраһың. Шуға ла һинең еңеүең иҫәпләнмәй. Бәхәс икән...

Карина. Көтөп тороғоҙ әле үҙегеҙҙең бәхәс менән. Уҡытыусының ни әйткәнен ишеттегеҙме?

Римма. Мине, маладис, тип маҡтағанынмы?

Артур. Ха, ҡолаҡ... Ул, маладистар, тине.

Булат. Дискретная математика тураһындамы?

Карина. Юҡ, Булат. Унан һуң.

Римма. Зарыҡтырма, Карина, әйтә һал.

Артур. Һы... Көйҙөмө әллә?!

Карина. Олимпиадаға алты кеше түгел, дүрт кенә кеше барасаҡ.

Римма. Нимә?! Китсәле...

Артур: Ә ниңә? Беҙ алтау әҙерләнәбеҙ түгелме?

Булат. М-да...

Артур. Ә кемдәр бара инде?

Римма. Һин ҡыҙыҡ ҡынаһың, әлбиттә, беҙ барабыҙ.

Артур. Кем «беҙ»?

Римма. Мин, Карина, һин һәм Булат. Сөнки беҙ иң көслөләре. Еңһәк, атайым миңә Мерс бүләк итәсәк!

Карина. Рәйлә Равилевна айырым һайлау үткәрәм, тине.

Артур (Риммаға). Тәүҙә танытма ал!

Римма. Атайым алып бирәсәк!

Карина. Римма хаҡлы. Команда составы менән килешәм. Беребеҙҙең дә эсен бишәр йөҙ мең һум аҡса тишмәҫ!

Римма. Мине аҡса ҡыҙыҡһындырмай, атайҙың бүләге ҡыҙығыраҡ!

Карина. Еңһәк, конкурсһыҙ вузға инәсәкбеҙ, иҫәркәйем.

Римма. Э-э, ипләберәк...

Карина. Үсекмә, мин яратып ҡына.

Артур. Пф-ф... Миңә былай барыбер, үҙ көсөмдө һынау ғына ҡыҙыҡтыра. Тик Картавая менән яңы ҡыҙыҡай ҙа бар бит.

Римма. Иҫләүең генә шарт, ана, үҙе...

Оксана сығышлай ҡулындағы китап-дәфтәрҙәрен төшөрөп ебәрә лә, шәп кенә йыйып ала.

Артур. Булат, әйҙә. Беҙ ҡайттыҡ. Пока!

Карина менән Римманы ҡосаҡлап һаубуллаша.

Булат (Каринаға ғына ҡарай). Һау булығыҙ, ҡыҙҙар. (Китешләй.) Артур, әле дүртенсе 15 минут, ти. Сәғәт телдәре араһында нисә градус, тип уйлайһың?

Артур. Ммм... Ете ярым градус.

Римма. Эй, биш мең!

Артур (уға көлөп ҡул болғай). Ҡапсығыңды киң тот.

Булат (йәһәт кенә блокнотта яҙғыслап). Һм, точно. Сәғәт телдәренең араһындағы мөйөш ете ярым градус була...

Артур. Ағайыңдың башы алтын.

Артур менән Булат китеп баралар.

Римма. Үәт, ҡарун!

Оксана уларҙың янынан шымтанлап үтеп китергә йыйына. Ләкин Карина менән Оксана уға үтергә ирек бирмәй, юлын ҡыялар.

Карина. Шунан, Картавая, эшләп булдымы?

Оксана. Эй-йе.

Римма. Че-то һин был юлы оҙағыраҡ мыштырланың.

Карина. Ҡарале, Римма, мин бына, беләһеңме, нимә, тип уйлайым?

Римма. Нимә, тип?

Карина. Олимпиадаға дүрт кенә кеше барырға тейеш бит. Картавая, моғайын, бармаҫтыр ул.

Римма. Ә ниңә улай тип уйлайһың, Кариночка?

Карина. Сөнки, олимпиада Рәсәй кимәлендә. Унда бит математикаға һәләттән тыш, ныҡлы холоҡ та талап ителә.

Римма. О, эйе, Карина. Һүҙ ҙә юҡ.

Карина. Ә Картавая ят мөхиттә, яңы шарттарҙа тиҙ генә юғалып бара.

Римма. Эйе, беҙ бит уның республика кимәлендәге олимпиадала беҙҙе нисек подводить иткәнен бик яҡшы иҫләйбеҙ...

Оксана. Ҡыҙҙар, етег һеҙгә...

Карина. Нимә «етег»?! Беҙ һинең арҡала икенсе урынға тороп ҡалдыҡ! Был юлы ла һиңә ышаныс юҡ. Өҫтәмә һынауға килмәйһең и все!

Римма. Ишеттеңме, Картавая?! Командала һиңә урын юҡ!

Резеданың килгәнен күрмәй ҡалалар.

Резеда. Ә һеҙгә, тимәк, бар инде?

Римма. Ҡыҫылма! Әйткәндәй, һин дә командала артыҡ.

Резеда. Ой, ә һеҙ кем ул бындай ҡарарҙар ҡабул итергә?

Карина. Ҡарар ҡабул итеүселәр, темная лошадка.

Римма. Кариночка, әйткәндәй, мин «темная лошадка» тураһында белештем: ул ябай санитарканың вундеркинд ҡыҙы, имеш. Ой, мамочки, санитарканың ҡыҙы менән бер класта уҡыйбыҙ. Беҙҙең  элиталы лицейға хәҙер теләһә кемдәр инә, тьфү!

Резеда. Тағы бер һүҙ әйтһәң, тештәреңде асфальттан йыйып аласаҡһың.

Карина. Миңә барыбер уның кемлеге, Римма. Олимпиадаға барыуҙан баш тартһа булды.

Римма (Резедаға). Һин, ҡорсаңғы, миңә янап маташаһыңмы? Атайымдың бер шылтыратыуы етәсәк һеҙҙең башты ашарға, аңлашылдымы? Тьфү!

Резеда. Мин атайыма һалышып тормайым, үҙем хәл итәм проблемаларҙы. Һәм атаң ҡайҙа – этем белһен, ә мин – бында.

Римма. Атайың булһа – һалышыр ҙа инең, ә һинеке юҡ. 

Карина. Ҡарале, Римма, киттек. Беҙ уларҙы иҫкәрттек, ҡалғаны уларҙың эше.

Резеда. Белеп ҡуйығыҙ: мин һайлауҙа ҡатнашам һәм олимпиадаға барасаҡмын!

Римма. Ҡарап ҡарарбыҙ... (Каринаға.) О, атайым миңә машина ебәргән. Әйҙә, Карина, өйөңә тиклем оҙатып ҡуям.

Римма Оксананың ҡулындағы китап-дәфтәрҙәрҙе һуғып төшөрөп, көлөшә-көлөшә китеп баралар.

Резеда. Йүнһеҙҙәр! (Оксанаға әйберҙәрен йыйыша.) Ә һин нишләп ауыҙыңды асып тораһың, өҫтөнә һикермәй?!

Оксана. Бөтә бысганы. Ата-әсәйем асыуланасаҡ, язаға тагттыгалаг инде.

Резеда. Ниндәй язаға? Күрһәтмә һуң.

Оксана. Һин улагҙы белмәйһең. Хатта, «дүгтле» алһам да, телефонды, ноутты, әҙәби китаптагҙы тагтып алып, бег аҙнаға бүлмәгә бикләп ҡуялаг. Мәктәпкә, бәҙгәфкә һәм кухняға ғына сыға алам.

Резеда. Фашистармы әллә?

Оксана. Юҡ. Улаг минең өсөн тыгыша.

Резеда. Сәпсим ку-кумы?

Оксана. Олимпиадала еңеп, аҡсаны алам да, китәм мин! Һәм бег ҡасан да киге ҡайтмайым! (Йүгереп сығып китә).

Резеда. Ну-ну... (Телефоны шылтырай.) Эйе, контрольныйҙы яҡшы яҙҙым, буғай. Ҡайтырға сыҡтым. О, ахтобус!

Сығып йүгерә.

Өсөнсө күренеш

Бай фатир эсе – Каринаның бүлмәһе. Әйберҙәр туҙып ята. Карина телефондан шылтырата. Самат ҡустыһы ишек ярығынан уға һыу пистолетынан атырға йыйына.

Карина. Атай, сәләм! Хәлдәр-мәлдәр?.. Ваҡытһыҙ? Улайһа, аҙаҡ шылтыратырмын... Юҡ, былай ғына. Юҡ, аҡса ла кәрәкмәй. Үҙең шылтыратам, тинең дә... Бер ай үтте инде... Олимпиадаға әҙерләнәбеҙ. Шул математиканан инде... Атай, беҙ еңһәк, һиңә, ой, һеҙгә ҡунаҡҡа барырға мөмкинме? Бер-ике көнгә генә булһа ла... Ну, ярай. Пока. Шылтыратырһың. (Телефонды һүндерә, ауыр һулай.) Һәр ваҡыттағыса «ҡарарбыҙ».

Ҡулына китап алып, интерактив таҡтала (йәки флипчартта) математик мәсьәлә сисә. Ишек артынан Самат сығып, уға һыу пистолетынан ата.

Самат. Атайың һине тағы саҡырманы, ха-ха-ха, ме-ме-ме, ә минеке ай һайын мине үҙҙәренә алып ҡайта!

Карина. Тағы тыңлап торҙоңмо? (Ҡулындағы ручканы бәрә.)

Самат. Мин һиңә аттым, һин үлдең!

Карина. Ҡаҙал!

Самат. Үлдең-үлдең! Ят!

Карина. Уф, сыҡ бынан! Тай үҙеңдең бүлмәңә!

Самат. Әйҙә, уйнайыҡ!

Карина. Йөҙәттең!

Самат. Уйнайыҡ-уйнайыҡ, әйҙә!

Карина (китапты алып уға бәрә). Юғал!

Самат. Ай! Әсәйгә әйтәм мин һине!

Карина. Ошаҡ тоҡсайы!

Самат. Булһа ни. Ә һиңә эләгәсәк, (үсекләй) ха-ха-ха-ха! (Йүгереп барып, таҡталағы яҙыуҙың бер өлөшөн юя ла ҡаса.)

Карина. Нишләнең һин, сусҡа балаһы?! Хәҙер үлтерәм мин һине!

Самат. Ха-ха-ха! Тотоп ҡара!

Карина. Ҡаҙалғыр!

Самат. Мине сусҡа балаһы, тигәнеңде атайыма һәм әсәйемә әйтәм. Ҡаҙалғыр, тигәнеңде лә. Үлтерәм, тигәнеңде лә.

Карина. Уф, китәһеңме һин бынан-юҡмы?!

Самат. Юҡ, китмәйем.

Карина. Миңә олимпиадаға әҙерләнергә кәрәк!

Самат. Ә минең уйнағым килә! (Башын тота.) Башым ауырта.

Карина. Бар, өйгә эшеңде эшлә.

Самат. Эшләнем мин. (Йәнә пистолеттан Каринаға һыу һиптерә.)

Карина. Сусҡа балаһы!

Ишек асылған тауыш.

Карина. Ана, әсәйең килде! Бар, ошаҡла, ошаҡ тоҡсаһы!

Самат. Әсәй!

Самат икенсе бүлмәгә йүгереп сыға. Карина уның артынса ишекте ябып, бикләй. Ишекте туҡылдаталар.

Карина. Нимә кәрәк?

Сөмбөл. Карина, ас!

Карина. Мин бушамайым. Ҡаңғыртмағыҙ мине.

Сөмбөл. Ас, тейем.

Карина. Уф-ф...

Барып ишекте аса.

Сөмбөл. Нимә бикләнеп ултыраһың? Нишләп тағы ла Саматты ҡыйырһыттың?

Карина (үҙ алдына). Һинән һорамағанға.

Сөмбөл. Нимә тинең?

Карина. Бер ни ҙә.

Сөмбөл (бүлмәне йыйыштыра). Әҙерәк бүлмәңде йыйыштырһаңсы. Еткән ҡыҙ бит инде. Ниңә мин һинең бүлмәңде йыйыштырып йөрөргә тейеш? Тыныс ҡына йәшәй белмәйһегеҙ. Ике бөртөк кенәһегеҙ, хан һарайындай ҙур фатирға ла һыйышмайһығыҙ.

Карина. Йыйыштырма һуң. Һиңә, йыйыштыр, тигән кеше бармы.

Сөмбөл. Ниңә телләшәһең ул? Нимә, ҙурайып киттеңме? Үҙ аллыға әйләндеңме?

Карина. Башланды...

Сөмбөл. Бер ҙә ярҙам итергә атлығып тормайһың.

Карина. О-о-о...

Сөмбөл. Исмаһам, сәй ҙә ҡуймайһың ҡайтыуыма.

Карина. Мин бушамайым, күрәһеңме?!

Сөмбөл. Ҡулың ҡалмаҫ ине өҫтәл әҙерләп торһаң.

Карина. Надоели.

Сөмбөл. Надайыл итһәк тә, мин тапҡан аҡсаға йәшәйһең, мин һине кейендерәм, ашатам.

Карина. Ҡасан ғына сығып китәм инде ошо дурдомдан.

Сөмбөл. Сығып китерһең.

Карина. Башҡа ашамам.

Сөмбөл. Үтә шашып киткәнһең.

Карина. Нимә кәрәк һиңә минән?

Сөмбөл. Саҡ ҡына булһа ла мине ихтирам итеүең кәрәк! Ҡустыңды ҡараш.

Карина. Рәхим итегеҙ: бына һеҙгә саҡ ҡына ихтирам! (Ҡыланып эйелеп-бөгөлә.) Шул еттеме?

Сөмбөл. Ҡыланма. Һиңә килешмәй. Әйҙә, киттек, ашап алайыҡ, ике пакет аҙыҡ-түлек алып ҡайттым.

Карина. Юҡ. Йә, тамағыңды мин туйҙырам, тип ҡырҡ һүҙгә етерһең аҙаҡ.

Сөмбөл. Карина, мин арып ҡайттым. Магазинда крупная недостача. Ғәйеплеләрҙе табып, матди зыянды ҡаплатыр кәрәк. Һатыусылар илай, мине ҡарғай. Һинең менән һүҙ көрәштерергә хәлем дә, теләгем дә юҡ. Ашап алайыҡ та, мин кире эшкә барам.

Сөмбөлдөң телефоны шылтырай.

Сөмбөл. Эйе... Кошма-ар... Хәҙер киләм. (Каринаға.) Һатыусыларҙың береһе магазинда аҫылынырға маташҡан. Үҙегеҙ генә ашап алығыҙ.

Сығып китә.

Карина. Ярай.

Үҙе һаман мәсьәлә сисә. Самат килеп ишек яңағына һөйәлә.

Самат. Мин асыҡтым.

Карина. Көтөп тор.

Самат. Минең башым ауырта.

Карина. Йонсотма.

Самат. Карина...

Карина. Ҡаҙал.

Самат яйлап ҡына иҙәнгә шыуып төшә.

Карина. Ҡыланма. Тор.

Самат ҡымшанмай ята.

Карина. Ну, ярай, ятҡың килгәс, ята бир. (Самат ятҡас, фекерен туплай алмай ҡаңғыра, эше бармай) Үҙеңдең яғыңа сыҡ та ят. Бында күҙ көйөгө булып ятма. Уф-ф.

Бара ла Саматты елтерәтеп торғоҙорға итә.

Карина. Һин нимә? Тор! Нимәшләйһең ул, сусҡа балаһы? Тор, тейем!

Шунда ғына уның иҫһеҙ ятҡанын аңғара.

Карина. Самат? Самат, тим! Самат! (Битенә һуҡҡыслай.) Уян!

Уны күтәреп диванға һала.

Карина. Нимә булды һиңә?! Уян, тим! (Һелкетә.)

Самат (хәлһеҙ генә). Һелкетмә мине.

Карина. Кешене ҡурҡыттың, сусҡа балаһы (уны этеп ебәрә).

Самат. Ой, ауырта!

Карина. Ҡыланма.

Самат. Әсәйҙе саҡыр.

Карина. Үҙең саҡыр. Мин бушамайым. (Тороп, таҡта янына бара.)

Самат. Ярай.

Самат тороп бер-ике аҙым атлай ҙа, ҡабат иҫһеҙ йығыла.

Карина. Ҡыланыр инде. Тор.

Саматҡа барып төртә.

Карина. Самат, нишләйһең ул?! Башың янып бара инде әллә... Һин янып бараһың да ул... (Ҡустыһын күтәреп диванға һала. Телефондан шылтырата.) Әсәй! Йәһәт кенә ҡайт! Нисек инде ҡайта алмайһың?! Саматтың хәле ауыр! Һин ишетәһеңме?

Телефонын бәреп ебәрә.

Карина. Һин мәңге бушамаҫһың! Үҙең һәм эшең генә мөһим! Самат! Самат, күҙҙәреңде ас!

Таҫтамалды һыулап килтереп, ҡустыһының маңлайына һала.

Самат (күҙҙәрен аса). Карина, әсәйемде саҡыр.

Карина. Саҡырҙым. Хәҙер килә. Бәлки, килер.

Самат. Атайымды ла саҡыр... Башым ауырта.

Карина. Һинең генә ауырыуың етмәгәйне.

Самат. Мин хәҙер ҡоҫам.

Карина. Уф-ф...  Минең балаҫты бысратма. Әйҙә, ваннаға. Әйҙә, әйҙә, мин һиңә ярҙам итәм. Тик бында ҡоҫма! Тамағыңды тыймай, нимә ашаның?

Саматты ҡултыҡлап ваннаға алып китә. Саматтың ҡоҫҡаны ишетелә. Карина йүгереп килеп, телефондан шылтырата.

Карина. Алло! «Тиҙ ярҙам»? Тиҙерәк килегеҙ! Ҡустым ағыуланған, шикелле...

«Тиҙ ярҙам» машинаһының сиренаһы ишетелә.

Дүртенсе күренеш

Уҡыу кабинеты. Артур менән Булат тәҙрә төбөндә ултыра. Иң артҡы партала Оксана дәреслеккә төбәлеп ҡатҡан. Күрше артҡы партала Резеда онотолоп китап уҡый. Римма ҡыҙышып смартфондан яҙыша.

Артур. Тиҙҙән МетрО ЭкзОдус сыға.

Булат. Минең ноуттың көсө етерме?

Артур. Юҡ, минималкаларҙа аҡрынаясаҡ.

Булат. Улайһа һинең компухтерҙа уйнармын.

Артур. Ха, юҡ. (Тәҙрәнән үрелеп ҡарай.) Нисауа ғына.

Булат. Кем?

Артур. Анау ҡыҙ.

Булат. Миңә ундайҙар оҡшамай.

Артур. Аяҡтарын ҡара!

Булат. Аһа, аяҡтары шәп. (Ике күҙе – ишектә.)

Артур. Татлыҡай... Йонсотто был уҡытыусы! Әллә ҡайҙа йөрөй ул.

Булат. Аһа.

Артур (ҡыҙҙарға өндәшә). Кем белә, уҡытыусы ҡайҙа? Римма?

Римма. Этем белһен.

«Квант» журналдарын тотҡан Карина инә. Булат тороп, сәсен һыйпаштыра. Карина журналдарҙы тарата. Ул, иңдәрендә ауыр йөк ятҡандай, ауыр баҫа. Булат парта артына ултырғас та, уға ҡарап-ҡарап ала.

Карина. Уҡытыусы заданиелар бирҙе.

Римма. Үҙе ҡайҙа?

Карина. Педсовет.

Артур. Бро, киттек кофе эсеп киләйек, йоҡлап китмәҫкә.

Булат. Мөмкин.

Карина. Тегеләй-былай йөрөмәгеҙ әле, шәп кенә заданиеларҙы эшләйек тә...

Артур. Кариш, минең был айҙа бөтә контрольный, өҫтәмә заданиеларҙан да юғары балл, тимәк, ҡаҙаныш бар, тигән һүҙ. 10-15 минут кофе эсеп килгәндән бер ни булмаясаҡ.

Римма. Һүҙ көрәштереп ултырғансы, күптән барып килер инең инде.

Булат. Парето законы: «20 % усилий дают 80 % результата, а остальные 80 % усилий — лишь 20 % результата». 

Артур. Нимәгә был?

Булат. Былай, иҫкә төштө. Юғары һөҙөмтәләргә ирешер өсөн мотлаҡ күп көс һалыу кәрәкмәй.

Артур. Точняк. (Журналды алып ултыра, иҫнәй.) Ирендерә әле ул...

Карина. Мин һеҙҙе көсләп эшләтмәйем. Теләмәһәгеҙ – ана бара юлығыҙ.

Резеда. Уф, йән көйҙөргөстәр, шым ғына эшләй алмайһығыҙмы?!

Артур. О-о, ҡыҙыҡай, һин нимәгә енләнәһең?

Резеда. Мин асыҡ әйттем: сөнки йәнде көйҙөрәһегеҙ!

Артур. Ҡуйсале, матурҡай, ерле-юҡҡа көймә (Резедаға тәүгә күргәндәй, ҡыҙығып ҡарап ҡуя.)

Римма. Етәр буҡылдарға. Фекерҙе тарҡатаһығыҙ.

Бер аҙ шым ғына эшләп ултыралар.

Римма. Карина, беренсеһенән эшләй башланыңмы?

Уйҙарына батҡан Карина уны ишетмәй.

Булат. Римма, халыҡ-ара, Бөтә Рәсәй олимпиадаларында беренсе һәм дүртенсе задачалар иң еңеле. Икенсе һәм бишенсе – уртаса, өсөнсө һәм алтынсы – иң ауырҙары. Минеңсә бөгөн уртасаларынан башлау дөрөҫөрәк булыр.

Римма (Булатҡа). Һин Карина булдыңмы әллә? (Каринаға.) Карина? Карина!

Карина. Нимә?

Римма. Һиңә ни булған? Ишетмәйһең бит.

Карина (ҡаты ғына). Бер ни ҙә. Эшлә. Ялҡыттың.

Римма. Ха... Һин нимә? (Уҫал көлөмһөрәй.) Әсәйең менән икегеҙгә ирҙәр иғтибары етмәгәнгә бүре тиреһен кейҙеңме?!

Булат ныҡ ҡаушай, күҙлеген ҡат-ҡат рәтләй.

Карина (Риммаға бөтә кәүҙәһе менән боролоп). Ә бына был һиңә бөтөнләй ҡағылмай. Биш ереңдән ҡыҫ.

Римма. Ой-ой, әсәкәйем, ҡурҡыныс!

Артур (шым ғына һыҙғыра). Һыйыр тулаһа – аттан яман...

Карина. Эш менән булығыҙ. (Телефоны шылтырай.) Алло. Хәҙер үкме? Беҙ олимпиадаға... Бер үҙе ҡалып торһон. Өлкән бит... Ҡысҡырма, әсәй. Ярай. (Кинәт әйберҙәрен йыйып, хушлашмай ҙа сығып китә.)

Римма. Карина, һин ҡайҙа? Эре бәрәңге.

Артур. Хушлашмай ҙа тайҙы...

Резеда. Күрмәйһегеҙме, ул бәләгә тарыған. Ә һеҙ ауыҙ йыраһығыҙ.

Артур. Скьюзми.

Римма. Олимпиадаға ике аҙна ваҡыт... Ха-аа... Эштәр былайға китһә, Карина, бәлки бара ла алмаҫ.

Резеда. Алдан ҡысҡырма. Ул арабыҙҙа иң көслөһө по факту.

Артур. Бер кем дә бәхәсләшмәй.

Римма. Ну-ну... ҡарарбыҙ. (Телефондан шылтырата.) Атай, миңә машина ебәрәһеңме?.. Эйе, хәҙер... Иий, рәхмәт төшкөрө! Үпәс итәм!

Задачкаларҙы мин өйҙә лә эшләй алам. Бында ултырыуҙан файҙа юҡ.  

Сығып китә.

Артур. Мин дә шулай, тим. (Булатҡа.) Әйҙә.

Булат. Эх... (әйберҙәрен йыйып) Миңә плюйнигыңды биреп тораһыңмы? Грейс Хопперҙың фотоларын сығарып алырға ине.

Артур (Резедаға күҙ ташлай). Струйникты бүләк итәм, мин барыбер файҙаланмайым. Һылыуҡай, киттек күңел асырға.

Резеда. Минең исемем бар. Һәм мин һинең кеүек эшһеҙ түгел.

Артур (риза ҡиәфәттә ҡулдарын күтәрә). Ярай-ярай, көймә, Резеда.

Резеда (Оксанаға). Оксана, әйҙә, ҡайттыҡ.

Оксана (ҡулындағы сәғәтенә күҙ һала). Мин әлегә ҡайта алмай... ҡайтмайым. Ҡалып эшләйем.

Резеда (уға эйелеп шыбырлай). Фашистарың йонсотамы?

Оксана (тертләп артҡа янтая). Фашистар түгел! Улаг минең өсөн тыгыша.

Резеда. Эйе, шулай икән, ти. Пока.

Өсәүләп сығып китәләр. Оксана яңғыҙы ҡала.

Оксана (сәғәтенә күҙ һала.) Дәгес ун биш минуттан ғына тамамлана. Игтәгәк ҡайтһам, ҡасып ҡайтҡанһың, тип әгләнәм. Багыһы ла минең өсөн....

Партаға ҡапланып илай.

Бишенсе күренеш

Кариналарҙың өйө. Саматтың кейемен тотҡан Сөмбөл стенаға текәлгән. Карина тәҙрә янында тырнағын сәйнәй.

Сөмбөл (Каринаға борола). Һин ундай түгел инең.

Карина. Ниндәй «ундай»?

Сөмбөл. Ҡаты бәғерле.

Карина өндәшмәй.

Сөмбөл. Һәйбәт инең һин. Йомшаҡ, ярҙамсыл... Ҡасан үҙгәргәнеңде лә күрмәй ҡалғанмын.

Карина. Ключевое слово «күрмәй».

Сөмбөл. Ни тиһең?

Карина. Үтеп киттек.

Сөмбөл. Һин бит минең менән хатта йүнләп һөйләшмәйһең дә, ни әйтһәм дә, орҙо-бәрҙе яуаплайһың.

Карина. Әйтә торған һүҙемде әйттем мин һиңә: бармайым, ятмайым, ҡарамайым.

Сөмбөл. Бер нисә генә көнгә, Карина! Ҡустыңа тикшереүҙәр үткәргәнсе генә ятып тор уның менән!

Карина. Юҡ!

Сөмбөл. Үҙем ятыр ҙа инем, Карина, тик магазинды кемгә ҡалдырайым?! Һатыусылар, недостача менән ҡаңғырыҡ...

Карина юҡ, тип башын һелкә.

Сөмбөл. Һуң ул бит һинең ҡустың, Карина. Берҙән-бер ҡустың.

Карина. Үәт! Ул тыуғандан алып әйләнгән-тулғанған һайын минең мейегә сүкеп һеңдергән һүҙҙәрең «ул бит һинең ҡустың, Карина. Берҙән-бер ҡустың». Самат ҡына бар һинең өсөн. Ә мин юҡ! Самат илай! Самат ауырый! Саматты ҡара, Саматты йыуат, Саматты илатма, Саматты кейендер, Саматты сисендер, Саматты ашат, Самат шуны теләй, Самат быны теләй! Ә Карина нимә теләй, уның ҡайһы ере ауырта, ул асмы-туҡмы – бер кемде лә ҡыҙыҡһындырмай! 

Сөмбөл. Юҡты һөйләмә!

Карина. Мин атайым менән бергә ҡалырға теләнем! Ә һин мине уға бирмәнең!

Сөмбөл. Атайың бит үҙе...

Карина. Нимә «үҙе»?! Үҙе алғыһы килмәне, тиһеңме? Алыр ине ул мине, һин бирһәң! Мин нормаль ғаиләлә, атайым менән бергә йәшәр инем. Ә сираттағы һөйәркәһенән тапҡан улы өсөн генә өлтөрәгән, ай һайын абышҡаларын алыштырған, аҙна һайын ресторан-клубтарҙа типтергән әсәй менән түгел!

Сөмбөл (ҡыҙының янына килеп, битенә һуға). Шым!

Карина (битен усы менән баҫып, башын текә сөйә, һүҙҙәрен яй ғына әйтә). Мин һиңә быны ғүмерҙә лә ғәфү итмәйәсәкмен... (Бүлмәһенә инеп, ишекте шартлатып бикләй.)

Сөмбөл ишек эргәһенә килеп, ишеккә маңлайы менән терәлә.

Сөмбөл. Карина... Мәрхәмәтле бул тимәйем, ғәҙел бул миңә.... Ниндәй уттарҙа янғанымды белмәйһең бит һин. Атайың үҙе беҙҙе ташланы. Икенсене яратам, тине. Мин айырылышырға теләмәгәйнем. Атайың менән һинең арала мин түгел, ҡыҙым, уның ҡатыны тора. Бисәһе һүҙенән үтә алмай атайың... Бында һинең ғәйебең юҡ... Саматтың атаһы менән дә бергә ғаилә ҡора алманыҡ. Уның ата-әсәһе миңә, балалы ҡатынға, ҡаршы булды. Уларҙы тыңлап, йәш ҡыҙға өйләнде. Көсһөҙ ирҙәрҙе һайлайым... Яңғыҙ йәшәүҙәре ҡыйын, Карина. Ни ҡәҙәре көслө булһаң да, барыбер һөйгө, һөйөлгө, ышаныслы яурынға таянғы килә. Самат ҡустың сирләшкә генә тыуҙы бит, уға айырым тәрбиә талап ителде. Таяныр кешем һин генә инең. Бәләкәй сағыңдан иңдәреңә ауыр бурыс йөкмәгәнемде аңламағанмын.

Пижамала Самат күренә. Уның күҙ төптәре ҡарайған. Малай ишек яңағына һөйәлә.

Самат. Әсәй...

Сөмбөл (тертләп әйләнә, улына ҡаршы барып, уны ҡосаҡлай). Уяндыңмы ни, улым?!

Самат. Эйе. Һыуһаным.

Сөмбөл. Хәҙер, хәҙер компот эсерәм. Әле генә ҡайнатҡайным.

Саматты диванға ултыртып, йүгереп йөрөп компот килтерә.

Самат. Йылы ғына... (Эсә бирә лә, кинәт уҡшый.)

Сөмбөл. Хәҙер, хәҙер (Тас килтерә.) Ни генә булды һиңә, Саматҡай? Ни генә булды...

Самат. Хәҙер бөтә ул, әсәй.

Сөмбөл (уның янына ултырып, башынан ҡосаҡлай, сәсенән үбә). Башың эҫе. Ҡайғыларға һала күрмә инде. (Илай.)

Самат (уға боролоп, битен һөртә). Илама, әсәй. Башым нормальный. Ауырта ғына әҙерәк.

Сөмбөл. Иламайым, Самат, бер ҙә иламайымсы.

Самат. Һин дә компот эс.

Сөмбөл. Әле бер ҙә эскем килмәй.

Самат. Карина ҡайҙа?

Сөмбөл. Бүлмәһендә. Һин һүрәт төшөр, мин әйберҙәреңде йыям, йәме. Һиңә иртәгә дауаханаға тикшерелергә ятырға кәрәк. (Уға альбом һәм фломастерҙар тоттора ла, юл сумкаһын сығарып, Саматтың кейемдәрен тултыра.)

Самат. Ярай. Атайым шылтыраттымы?

Сөмбөл. Эйе, тиҙҙән тағы шылтыратыр, һөйләшерһең.

Самат. Ул минең менән балнисҡа барамы?

Сөмбөл. Ммм... юҡ. Атайың бушамай шул.

Самат. Һин бараһыңмы?

Сөмбөл. Мин барыр ҙа инем. Тик, үҙең беләһең, магазинды ҡалдырырға кеше юҡ.

Самат. Карина менән бараммы?

Сөмбөл. Каринаның... олимпиада. Күрҙең бит, йыл буйына ныҡ әҙерләнде.

Самат. Бер үҙем бараммы?

Сөмбөл. Юҡты һөйләмә. Нишләп бер үҙең булһын.

Самат. Ә кем менән?

Сөмбөл. Гөлсөм әбейеңде һорап торорбоҙ.

Самат. Күрше әбейҙеме?

Сөмбөл. Эйе. Һине ҡарағаны бар бит.

Самат. Мин уның менән ятҡым килмәй.

Сөмбөл. Мыжыма, Самат.

Самат. Ул семтешә.

Сөмбөл. Юҡты һөйләмә.

Самат. Мин барҙы һөйләйем.

Сөмбөл (уға яуапламай, һаман кейем менән булыша). Өс пар һалһам, моғайын, етер.

Самат. Мин улайһа бер үҙем ятам. Йәки бөтөнләй ятмайым.

Сөмбөл. Самат! Еңмешләнмә!

Самат. Мин һауыҡтым. Бармайым балнисҡа.

Сөмбөл. Бер генә аҙнаға, Самат. Анализдар бирәһең дә, ҡайтаһың.

Самат. Алдылар бит. Улар ныҡ ауырттыралар!

Сөмбөл. Тағы ла өҫтәмә анализдар бирергә кәрәк.

Самат. Өйҙән килеп алһындар ҙа ҡуйһындар.

Сөмбөл. Улай булмай шул.

Самат. Ә һин аҡса түлә.

Сөмбөл. Анализдар бирәһең дә, ҡайтаһың! И все – точка! (Ссумканы күтәреп ҡарай.)

Самат. Ә ҡайтмаһам?

Сөмбөл (сумка ҡулынан төшөп китә). Ауыҙыңдан ел алһын...

(Телефоны шылтырай. Номерҙы ҡарай ҙа.) Педиатрыңдың, Зәйтүнә апайыңдың, шылтыратыуын һорағайным, бына әле шылтырата, рәхмәт төшкөрө. (Телефонды ҡолағына терәй.) Алло, эйе-эйе, Зәйтүнә! Шылтыратыуыңды көткәйнем... Ә ниңә хәҙер үк барырға кәрәк? Иртәгә, тигәйнеләр бит... Ҡанда бласт күҙәнәктәре 90 проценттан ашыуыраҡ?! Ә ул нимәне аңлата? Нимә?.. Ни тинең?! Острый миелоидный лейкоз? Юҡтыр, булмаҫ... Алдайһың! (Ҡулынан был юлы телефоны төшөп китә.)

Самат (һүрәт эшләп ултырған еренән һиҫкәнеп, башын күтәрә). Әсәй... телефоның ватылдымы? Ярылдымы?

Сөмбөл (күҙҙәрен тултырып бер уға, бер иҙәндәге телефонға ҡарап). Юҡ, балам... Телефон түгел. Йөрәгем, шикелле (Йөрәген тотоп сүгәләй.)

Самат (хәлһеҙ генә тороп, әсәһенә ярҙам итергә маташа, шунан ишеккә барып һуға). Карина! Карина... Ярҙам ит... Ярҙам ит, Карина.

Алтынсы күренеш

Кариналарҙың фатиры. Карина асыҡ ишек янында тора. Римма йүгереп килеп инә лә, ишекте ябып, бармағын ирененә терәй.

Римма. Тс-с (үҙе көлә, глазоктан ҡарай) Кил, ҡарале!

Карина (кәйефһеҙ). Нимәне?

Римма. Нимәне түгел, ә кемде!

Карина (глазоктан ҡарай). Кем ул?

Римма. Ә кем, тип уйлайһың!

Карина. Кәйефем юҡ.

Римма. Был минең яңы тән һаҡсым! Атайым бөгөн ялланы.

Карина. Тән һаҡсыһы менән маҡтанырға килдеңме?

Римма. Рәйлә Равилевна яңы заданиелар бирҙе. Һинең телефон һүнгән (Сумкаһынан ҡағыҙ сығарып тоттора ла, глазоктан ҡарап көлә.) Мине юғалтып, шыбыр тиргә батты, бахыр.

Карина. Ниңә уны йонсотаһың, әйт бында икәнеңде.

Римма. Ха, хәҙер... Ҡаңғырып алһын әҙерәк. Уларҙы шулайтып аҡылға ултыртып алмаһаң... Атайым уның муйынын борасаҡ.

Карина. Римма, һеҙҙең өсөн кешеләр уйынсыҡмы?

Римма. Беҙ – ғали йәнәптәре өсөнмө?

Карина. Ғаиләгеҙҙе күҙ уңында тотҡанды бик яҡшы беләһең.

Римма. Һәр кем үҙ урынын белергә тейеш, ти атайым.

Карина. Ә һин?

Римма. Ә мин атайымдың балаһы. (Һыуытҡыстан һут алып эсә.) Фу, йомшағы менән икән.

Карина. Бәләгә тарыным мин, Римма.

Римма (глазоктан ҡарап, хихылдай). Күренмәй. Аҫҡы ҡаттарҙы ҡарап йөрөймө икән?! Ҡото ботҡа китте инде. (Йәнә һыуытҡысҡа барып, икенсе һуттарҙы ҡарай.) Әфлисундан һут һығып бирәһеңме? Нишләп ашнаҡсы, ярҙамсы алмайһығыҙ?

Карина (Римманың ҡулынан әфлисунды алып, кире һыуытҡысҡа тыға ла, һыуытҡысты яба). Римма, минең ҡустым ауырып китте.

Римма. Тәүгегәме ни?! Нисек ауырыған, шулай йүнәлер ҙә.

Карина. Бик етди сир.

Римма. Ярай, нимә, алдан борсолаһың.

Карина. Киҫкен миелоидлы лейкоз.

Римма. Лейкоз? Был ни, ракмы? Хәтәр...

Карина. Миелоид тибындағы рак күҙәнәктәренең агрессив таралыуы. Прогноз выживаемости не превышает 40 процентов.

Римма. Саматик шулай етди сирләйме? Хәтә-әр (Һыуытҡысҡа барып, алма ала.) Йыуылғандыр бит?

Карина. Эйе.

Римма. Һин, тимәк, олимпиадаға бармайһың?

Карина. Ниндәй олимпиада, Римма?! Һин аңламайһыңмы ни?! Бөтөнләй аңһыҙмы әллә?

Римма. Э-эй, ипләберәк.

Карина. Сорри... Нервы. Әсәйемә приступ булды. Шулай ҙа, бер нимәгә ҡарамаҫтан, Саматты үҙе алып китте диспансерға.

Римма. Хәтәр, әй...

Карина. Мин гел дә уларҙан ҡотолорға теләй торғайным, ҡасырға берәй яҡҡа, олағырға. Ә әле өйҙә тыпа яңғыҙым ҡалып, икеһен дә бер юлы юғалтып ҡуйһам, тигән уйҙан ҡобарам осто.

Римма. Атайыңа шылтыраттыңмы?

Карина. Юҡ. Файҙаһы булыр, тиһеңме?

Римма. Әллә. Беҙ ни булһа ла иң беренсе атай менән кәңәшләшәбеҙ. Атай – атай инде ул.

Карина. Атайҙарҙың да төрлөһө бар.

Римма (глазоктан ҡарап, көлә). Йөрөй, бахыр, тегеләй-былай сабып...

Карина. Римма, һин мине ишетәһеңме?

Римма (глазоктан күҙен алмай). Эйеее.

Карина. Уф-ф, Римма, бар, торма бында! Һинән барыбер бер файҙа ла юҡ. 

Римма. Ә һин минән ниндәй файҙа күрмәксе инең?

Карина. Һуң, исмаһам, саҡ ҡына булһа ла, йәлләй алмайһыңмы мине, шайтан алғыры!

Римма. О, ғәфү, һәр кем – тик үҙе өсөн генә.

Карина. Беҙ әхирәттәр ҙә һуң!

Римма. Көтөп тор: беҙ – компаньондар ғына!

Карина. Компаньондар?!

Римма. Взаимовыгодное сотрудничество...

Карина. Аңлашылды. Бар, ҡайт, сәсрәп киткер компаньонка! (Барып ишекте шар аса.)

Римма. Тупаҫ, тьфү.

Карина. Үҙеңде бел.

Римма. Ә мин, белгең килһә... мин дә бәләкәс өсөн ҡайғырам!

Карина. Эйе-эйе, шулайҙыр.

Римма. Пакеттағы һуттар – тьфү, әшәке.

Карина. Тай бынан!

Римма. Иҫәр.

Римма артынан Карина ишекте шартлатып яба. Ишеккә һөйәлә. Бер аҙ күҙҙәрен ябып тора. Шунан ныҡлы аҙымдар менән барып телефонын ала ла, уны ҡуйып, шылтырата.

Карина. Һаумыһығыҙ, Рәйлә Равилевна... Эйе, килтерҙе... Тик мин олимпиадаға бара алмайым... Шулай... Бер нисек тә... Сөнки ҡустым ауырып китте...  Эйе, һуңғы һүҙем... Рәхмәт... Ғәфү итегеҙ. Һау булығыҙ!

Яңынан икенсе номерға шылтырата.

Карина (тыныс ҡына һөйләшә башлай). Атай, хәйерле кис. Әсәйгә приступ булды... Эйе. Шулай ҙа ул Самат менән дауаханаға китте... И все?.. Бөтә әйтер һүҙең шул ғынамы, атай? «Мда, һы» тигәндән башҡа бер ни ҙә әйтә алмайһыңмы?! Һинең тәүге ҡатының, минең әсәйем, бәләгә тарыған, ә һин «мда, һы» ғына?! Һинең йөрәгең бармы ул, атай?!. (Ҡыҙа, истерикаға бирелә.) Хоҡуғым бар ҡыҙырға! Тыҡма минең өнөмдө! Шылтыратма ла! Сөнки мин бер ҡасан да тынысланмаясаҡмын! Һин йәнһеҙ! Бынан ары һин минең өсөн юҡ! Сөнки мин дә һинең өсөн күптәнән юҡ! Мин быны әле генә аңланым! «Атай» тип өҙөлгәнемә нәфрәтләнәм! Сәсрәп кит! Ҡаҙалып кит! (Телефонды һүндереп, диванға бәрә. Телефоны шылтырай.) К черту всех!

Телефоны бер туҡтауһыҙ шылтырай. Карина уны алып ҡарарға мәжбүр. Ҡарай ҙа, күҙ йәштәрен һөртөп, ҡолағына ҡуя һала.

Алло, әсәй!.. Илама, әсәй! Мин хәҙер янығыҙға барам. (Кейенергә йүгерә.) Бирешмә! Беҙ бергә, әсәй! (Йүгереп сығып китә.)

Етенсе күренеш

Римма, Оксана, Резеда, Булат һәм Артур: һәр кеме үҙ өйөндә ноут, комп аша зумда конференцияла.

Римма. Һау булығыҙ, Рәйлә Равилевна! Хәтәр, әй... Пандемия... Күпме әҙерләндек... Бөтә тырышыуыбыҙ бушҡа булды был карантин менән.

Артур. Римма, изи.

Булат. Римма, карантин түгел, ә үҙҡурсаланыу.

Римма. Ә ниндәй айырмаһы бар, әгәр олимпиаданы үткәрмәгәстәре?! Мерс та булмай инде. Хәйер, атай, бәлки былай ғына бүләк итер.

Артур. Кек... Миңә барыбер. Буш ваҡыт күберәк буласаҡ. Бро, яңы уйынды тикшерербеҙ.

Булат. Йес.

Резеда. Тыңлап ултырам-ултырам да һеҙҙе, хайран ҡалам.

Артур. Нимәһе оҡшамай, һылыуҡай?

Римма. Хәҙер юҡ-барҙы һөйләр инде.

Резеда. Һеҙҙең класташығыҙ, дуҫығыҙ бәләгә тарыған, ә һеҙ...

Римма. Нимә «беҙ»? Һәр кем – үҙе өсөн.

Артур. Нишләйһең – жиза...

Резеда. Ярҙам итергә, тигән уй бер кемдең дә алтын башына инеп сыҡманымы?

Булат. Ә нисек?

Резеда. Каринаның ҡустыһына ҡан, тромбоциттар кәрәк.

Артур. Кем беҙҙән ҡан алһын? Беҙгә 18 йәш тулмаған.

Резеда. Ә донорҙар эҙләшергә, нимә, этем ҡамасаулаймы?

Булат. Була инде.

Римма. Башты ҡатырма. Табылған мать Тереза.

Резеда. Хәҙер уларға бик күп аҡса талап ителәсәк, исмаһам, аҡса йыйышайыҡ. Бына һинең атайың «ыһ» та итмәйенсә бер-ике миллионды сығарып һала ала.

Римма. Хәҙер... Тот ҡапсығыңды. Каринаның әсәһе, ана, магазинын һатһын.

Резеда. Һуң уны һатҡансы күпме ваҡыт үтәсәк. Ә бында һәр сәғәт, минут ҡәҙерле!

Римма. Батыусыны ҡотҡарыу – батыусының үҙ эше.

Конференциянан сығып китә.

Резеда (әсенеп). Алтын башлы булыуыңдан ни мәғәнә, йөрәгең таштан булғас... Оксана, исмаһам, һин мине ҡеүәтләһәңсе...

Оксана. Мин... мин бег нисек тә ягҙам итә алмайым.

Оксана ла әңгәмәнән сыға.

Резеда. Их, Оксана, Оксана... Теләгеңдә булһа, төрлөсә ярҙам итергә мөмкин ине бит. Мәҫәлән, социаль селтәрҙәрҙә төркөм асып, аҡса йыйырға.

Артур. Мин ярҙам иттем, Резеда.

Резеда (аптырап). Ҡасан, нисек?

Артур. Мотоциклға аҡса йыйғайным, бөгөн шуны иртән Каринаға күсерҙем. Рәхмәт хатын яҙмаһағыҙ ҙа була, рөхсәт итәм!

Булат. Хайпмы, бро?

Артур. Рили!

Резеда. Артур...

Ә һиңә, Булат, етер ыҡ-мыҡ итергә. Каринаны оҡшатыуың барыһына ла мәғлүм. Реаль эштәр ваҡыты етте.

Булат. Һмм... (Ҡыҙарынып башын тызый.)

Оксана кире әңгәмәгә инә.

Оксана. Мин ҡан бигә алам. Миңә 18 йәш.

Һәм кире сығып китә.

Резеда. Оксана, мин һиңә ышанғайным! 

Артур. Ә миңә?

Резеда. Һиңә больше всех! Карина менән һөйләшербеҙ ҙә, аныҡ эштәргә күсербеҙ, дуҫтар! Пока!

Артур. Асталависта!

Булат өнһөҙ генә ҡулын күтәрә.

Өсөһө лә әңгәмәнән сыға.

Һигеҙенсе күренеш

Палата. Самат битлектә карауатта ята, иңбашына тамыҙғыс ҡуйылған. Карина битлектә палатаны таҙарта. Самат тороп ултыра.

Карина. Ҡайҙа тороп бараһың, ят!

Самат. Мин арыным.

Карина. Мин дә арыным. Көнө буйы бер туҡтауһыҙ палатаны таҙартып-йыуып ҡара әле.

Самат. Миңә ҡыйын.

Карина. Миңә лә еңел түгел. Түҙ.

Самат. Түҙәм. Тик барыбер ҡыйын. Әсәй ҡасан килә?

Карина. Самат, иркәләнмә. Тиҙҙән.

Самат. Иркәләнәм.

Карина. Уф-ф...

Самат кире ята ла, беләге менән күҙҙәрен ҡаплап илай.

Самат, һин нимә?.. Илайһың инде әллә... (Иңбашына ҡағыла.)

Самат. Карина, миңә ҡурҡыныс.

Карина. Миңә л... (Ярты һүҙҙә туҡтай.) Нимәгә ҡурҡыныс? (Янына ултыра.)

Самат. Мин үлһәм, әсәйҙе кем яратыр?!

Карина. ...Мин, ахыры.

Самат. Һин уны ныҡ-ныҡ итеп ярат.

Карина. Тырышырмын.

Самат. Мин үләмме?

Карина. Самат, бөтәһе лә үлә.

Самат. Ә мин үлгәс, ҡояш ҡайҙа була?

Карина. Әллә...

Самат. Ҡояш минең менән бергә үлә.

Карина. Һы... Ай ҙа, йондоҙҙарҙамы?

Самат. Юҡ. Уларҙы һеҙгә ҡалдырам.

Карина. Эйе, беҙгә лә нимәлер ҡалырға тейеш.

Самат. Атайым ҡасан килә?

Карина. Тиҙҙән.

Самат. Тиҙҙән-тиҙҙән, тиһең, ә һинең «тиҙҙән» тиҙ түгел.

Карина. Ҡалайтайым һуң.

Самат. Эсем ауырта.

Карина. Хәҙер һиңә укол ҡаҙаясаҡтар.

Самат. Мин ҡурҡам, Карина.

Карина. Һиңә уже миллион укол ҡаҙанылар.  

Самат. Бер үҙем ҡалырға ҡурҡам. Үлгәс.

Карина. Самат, мин үҙем точно ғына белмәйем, ә шулай ҙа унда һин яңғыҙ булмаҫһың ул.

Самат. Ә кем менән булам?

Карина. Мәликә өләсәйҙе иҫләйһеңме?

Самат. Саҡ ҡына.

Карина. Вот уның менән булырһың!

Самат. Ә ул унда мине көтәме?

Карина. Әлбиттә!

Самат. Ә һин алдамайһыңмы?

Карина. Әҙ генә алдайым.

Самат. Шулайҙыр, тип уйланым да.

Карина. Пф-ф, әҙ генә алдау – алдау ҙа түгел ул.

Самат. Һеҙ мине аҙаҡ онотаһығыҙмы?

Карина. Самат, мин һине иң беренсе онотор инем, сөнки һин мине гел дә ҡаңғырттың. Тик онотмаясаҡмын. Ышан.

Самат: Ә ниңә онотмайһың?

Карина (шаярып, ипләп кенә эсенә төртә). Сөнки һин мине ҡаңғырттың!

Самат. Көлдөрмә, атыу эсем ауырта. Ә әсәй?

Карина. Нимә «әсәй»?

Самат. Ул мине онотамы?

Карина. Үҙенән һора.

Самат. Һораным.

Карина. И?

Самат. Иланы ла, коридорға сығып китте.

Карина. Ярай, улайһа, «әсәй мине онотамы», тип яңынан һора.

Самат. Әсәй мине онотамы?

Карина. Юҡ, Самат. Ул һинең менән бергә китергә әҙер. Тик ҡалдыр уны миңә, йәме, алып китмә.

Самат. Карина...

Карина. Нимә?

Самат. Мин һине яратам.

Карина. Мин дә. Мин дә һине яратам, Самат.

Самат. Ә ниңә «ҡаҙал», тинең?

Карина. Сөнки мин иҫәр.

Самат. Һин аҡыллы. Мәктәптә бөтә малайҙар ҙа һине матур һәм аҡыллы, тиҙәр.

Карина. Прямо бөтәһе лә?

Самат. Наверное. (Һонолоп тумбочканан альбомды ала ла Каринаға бирә.) Был һиңә. Эшләп бөтмәнем әҙерәк.

Карина. Эшләп бөткәс бирерһең.

Самат. Хәҙер ал. Аҙаҡ хәлем булмай.

Карина (альбомды ҡарай). Был минме?

Самат. Эйе.

Карина. Мин шулай матурмы?

Самат. Эйе.

Карина. Рәхмәт.

Самат (тумбочкаға ымлай). Магнитиктар әсәй менән атайға.

Карина (магнитиктарҙы ала). Үҙең эшләнеңме?

Самат. Эйе. Карина, эсем ауырта.

Карина. Хәҙер табипты саҡырам.

Самат. Китмә.

Карина. Танауыңдан ҡан аға! Яп таҫтамал менән! (Стеналағы төймәгә баҫа.) Ярҙам итегеҙ! Ярҙам итегеҙ!

Шәфҡәт туташтары, табиптар йүгереп килеп, Каринаны сығаралар ҙа, карауатты шторка менән ябалар. Иңенә аҡ халат элгән Сөмбөл битлекте кейә-кейә йүгереп килеп инә.

Сөмбөл. Самат! Саматик, һин яратҡан ваҡ бәлештәрҙе бешереп килтерҙем!

Карина. Әсәй, туҡта, унда ярамай.

Сөмбөл. Нисек инде «ярамай»?! Миңә ярай! Самат! Мин килдем!

Карина. Әсәй, туҡта!

Сөмбөл. Карина, юлыма арҡыры торма!

Карина. Тихо-тихо, әсәй... Саматты ҡурҡытаһың...

Шәфҡәт туташтары шторканы аса. Сөмбөл менән Карина икеһе ике яҡтан карауат янына тубыҡланалар.

Сөмбөл. Саматик, һин һорағайның бит, бына – ваҡ бәлештәрҙе бешереп килтерҙем!

Самат (башын һелкә). Ә атайым ҡайҙа?

Карина. Ул хәҙер килә, Самат.

Сөмбөл. Елдереп килә!

Самат. Мин һеҙҙе яратам.

Карина. Беҙ ҙә һине яратабыҙ, Самат.

Сөмбөл. Йәнемде йолҡоп бирер инем һиңә, балам.

Самат. Әсәй, илама. Арыным. Йоҡом килә.

Карина. Йоҡла, ҡустыҡайым.

Самат. «Сәңгелдәк» йырын йырла, әсәй... Атайым килһә, ҡулымдан тотһон.

Сөмбөл. Ярай, бәпәйем.

Самат. Карина... апай, унда мине Мәликә өләсәй ҡаршы аламы?

Карина. Эйе.

Самат. Мин әҙерәк йоҡлап алам. Һеҙ китмәгеҙ.

Сөмбөл. Бер ҡайҙа ла китмәйбеҙ. Йоҡла, бәпәйем... Ана, атайың да килде.

Аҡ халатта, битлектә ир кеше инеп, карауат янына тубыҡлана, Саматтың ҡулынан тота. Сөмбөл «Сәңгелдәк» (Г.Ишҡыуатова) йырын йырлай.

Сөмбөл. Әбейҙәр ҙә, бабайҙар

Тәмле итеп йоҡлайҙар.

Йоҡлай бесәй, йоҡлай эт,

Йоҡламай бары өмөт.

Йоҡламай...

Яҡты өмөт саҡырҙы

Ҡыйыу ҡамыр батырҙы

Хыялдағы йондоҙға:

Айҙағы Зөһрә ҡыҙға.

Һин дә үҫкәс ҙур булып,

Аҡбуҙатҡа атланып

Елерһең йондоҙҙарға.

Ай йөҙлө ер ҡыҙына.

Елерһең...

Әле йоҡла тиҙерәк.

Батырға ла ял кәрәк.

Тыныс йоҡо теләйем,

Минең йән киҫәккәйем. Әлли-бәлли, бәпәйем...

Карина шаршауҙы ябып, алға сыға.

Һауа шарҙары тотҡан класташтары килеп, уны уратып алалар.

Резеда. Беҙ һеҙҙе ҡыуандырырға теләгәйнек. Һуңланыҡ...

Римма. Карина, беҙ килдек. Беҙ һинең менән.

Уны ҡосаҡлайҙар һәм шарҙарҙы осоралар.

Карина (альбомды күкрәгенә ҡыҫа). Ҡустыҡайым, Саматҡайым, кисер...

Экранда – Самат эшләгән һүрәттәр: унда ата-әсәһе, Карина...

Туғыҙынсы күренеш. Эпилог

Беренсе күренеш ҡабатлана: ҡараңғы сәхнәлә яҡтылыҡ уртаға төшә. Уртала өҫтәл, ике ултырғыс. Өҫтәлдә ноут, бәләкәй генә торт. Арыған, йонсоған Карина ҡулындағы альбомын күкрәгенә ҡыҫып, күҙҙәрен йомоп ултыра. Бер аҙ ултырғас, тортҡа шәм яндырып ҡаҙай, ноутты ҡабыҙа.

Карина. Хәйерле көн, дуҫтар! Мин – Карина. Сөмбөл исемле мәрхәмәтле йөрәкле ҡатындың берҙән-бер ҡыҙы һәм... Һәм Самат исемле йәтеш кенә малайҡайҙың апаһы. Бөгөн уның, Самат ҡустымдың, тыуған көнө. Биш йыл инде беҙ иртә-кистәрҙе Саматһыҙ ҡаршылайбыҙ. Ул кинәт ныҡлап сирләп киткәндә, мин математиканан сираттағы олимпиадаға әҙерләнә инем. Минең өсөн олимпиадала еңеүҙән, математиканан уңыштарға ҡаҙаныуҙан мөһимерәк бер ни юҡ ине. Мариам Мирзаханиҙың уңышын ҡабатларға – Филдс премияһын яуларға хыялландым. Дөрөҫөрәге, атайҙың һөйөүен яулап алырға ынтылдым. Еңеүсе булһам, ул мине яратыр кеүек ине. Әйтерһең дә, тик еңеүселәр генә һөйөүгә лайыҡлы... Ҡустымдың үлеме мине шаңҡытты. Бәләкәстәр йәшәргә тейеш бит ул. Тәбиғәт ҡануны буйынса, улар беҙҙән һуңыраҡ килгәс, һуңыраҡ китергә лә тейеш, ә шул ҡанун боҙолһа – бар донъя баш түбән әйләнә лә ҡуя...

Биш йыл инде беҙ Саматһыҙ... Самат һүҙен тотто – ҡояшты үҙе менән алды ла китте. Биш йыл ҡараңғылыҡта ауа-түнә тереклек итәм, үҙемә урын тапмайым. Ситтән ҡарағанда, бер ни үҙгәрмәгән кеүек: күҙ алдында яртылаш ҡартайған әсәйемә тамам һынып-бөгөлөп төшмәҫкә терәк булырға тырышам, мәктәптәге һымаҡ универҙа ла шул уҡ ҡәһәр һуҡҡыр олимпиадаларҙа ҡатнашам, еңеүҙәргә өлгәшәм, сөнки мин, таш бәғер, математиканан башҡа бер нимәгә лә эшкинмәйем!!! Самат алдында аҡланырға маташып, еңеү аҡсаларын тиненә ҡәҙәр сирле балаларға күсерәм, тик был миңә еңеллек килтермәй бит! Әйтмәгән яғымлы һүҙҙәрем, күрһәтмәгән һөйөүем, ярҙам итер урынға ярҙан этеүем – бына минең, йәнһеҙҙең, ысын йөҙө. Ә Самат мине шул килеш тә яратты. Яратмаһа яҡшыраҡ булыр ине! Еңелерәк. Тик кемгә еңелерәк? Бер туғаныңды ла яратмағас, тағы кемде яратырға? Һөйөүһеҙ – ҡоро ағас, буш ҡыуыҡ беҙ. Ә бит миндә ул һөйөү бар, ал да ҡойондор яҡындарыңды шул һөйөүгә! Әммә күптәр ише асылыуҙан, уны күрһәтеүҙән ҡурҡам. Имеш, йөрәгемде һаҡлайым. Кемгә кәрәге бар был туң йөрәктең? Туң йөрәк менән йәшәүҙең мәғәнәһе юҡ, бөтөнләй юҡ! Мин – бер ни үҫмәгән боҙлоҡ. Боҙ ҡалыбынан ҡотолоп, ҡояшҡа әйләнгем килә. Исмаһам, бер генә бөртөк булһа ла берәй кешене йөрәк йылым менән йылыта алһам, күңел яраларым бөтәшмәҫ микән? Йәшәүемдең мәғәнәһе табылмаҫмы?
Әле һин тере икәнһең – мөмкин тиклем күберәк изгелек ҡылып ҡалырға, кешеләрҙе, тормошто яратырға кәрәк. Башҡаларға ярҙам итеп, беҙ иң тәү сиратта үҙебеҙгә ярҙам иткәнде аңланым мин.

Ишеккә туҡылдаталар. Римма килеп инә.

Римма. Әйҙә, киттек, машина килде.

Карина. Был – Римма. Минең әхирәт, дөрөҫөрәге, сәсрәп киткер компаньонка.

Римма. Э-эй, түҙмәм... Ҡалай тупаҫ әле ул...

Карина. Бөттө-бөттө, төҙәләм! Римма – иң шәп анестезиологтарҙың береһе буласаҡ, дуҫтар!

Римма. Шулай, тиген. (Өҫтәлдәге тортты ашай.) Фу, ҡалай майлы.

Карина. Конгоға барғас, илап ятыр әле, ҡайҙа минең пирожныйҙар, ҡайҙа тортиктар, тип. Әйткәндәй, беҙ ProjectsAbroad программаһы аша Африкаға юлландыҡ. Һау булығыҙ, дуҫтар!

Римма. Яңынан осрашҡанға тиклем! Беҙ Саматтың яҡты рухына донъяны яҡшыртырға киттек.

Карина. Йәшәү мәғәнәһен, үҙ-үҙемде эҙләп табырға, ҡараңғылыҡтан, боҙлоҡтан ҡотолорға киттек. Күңелемдә һөйөү гөлдәрен үҫтерергә.

Ә һеҙ ҡайҙа, нисек йәшәйһегеҙ: ҡараңғылыҡтамы, яҡтылыҡтамы? Йөрәк яраларығыҙҙы нисек дауалайһығыҙ? Күңелегеҙҙә нимә үҫтерәһегеҙ, кешеләр?

Шәмде һүндереп, ноутты рюкзакка тығып, сумаҙанды алалар ҙа, бергә сығып китәләр.

Каринаның тауышы. Беҙ барыбер өсәү ҡалабыҙ. Икәү түгел, өсәү. Мәңгелеккә киткәндәр ғүмерлеккә ҡала йөрәктә.

 

Шаршау

Яҙмыш математикаһы йәки 3-1=3. Драма. Баныу ҠАҺАРМАНОВА.
Яҙмыш математикаһы йәки 3-1=3. Драма. Баныу ҠАҺАРМАНОВА.
Автор:
Читайте нас: