+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Бөтә донъя фольклориадаһы

Тарихы. Ҡайҙа һәм нисәнсе йылдарҙа үтә:

Бөтә донъя фольклориадаһы — Халыҡ-ара фольклор фестивалдәре һәм традицион сәнғәт ойошмаһы (СIOFF) дүрт йылға бер тапҡыр ойошторған Халыҡ-ара фольклор фестивале.
Бөтә донъя фольклориадаһы дүрт йылға бер тапҡыр уҙғарыла (һайлап алыу идеяһын үткәреү датаһы Олимпия уйындарына оҡшатып алынған). Үҙенең флагы, гербы, гимны, девизы бар. Фестивалдә мәҙәни мираҫы күрһәтелә, уны һаҡлау буйынса көс һалына.
Донъя фольклориадаһының төп өлөшөн донъяның төрлө илдәренән килгән һәм үҙҙәренең традицион музыкаһын, бейеүҙәрен күрһәткән, халыҡ кәсептәрен, аш-һыуын, халыҡ костюмдарын, сәхнә сәнғәтен тәҡдим иткән артистарҙың сығышы алып тора.
Шулай уҡ Фольклориада үҙ эсенә түбәндәгеләрҙе ала:
  • һөнәрмәндәрҙең эш территорияларын
  • сит илдәрҙән килгән ҡатнашыусыларҙың традицион уйындарын уйнау урындарын күрһәтеү
  • традицион аҙыҡ-түлек тураһында лекция тыңлау майҙаны
  • CIOFF-тың ағза илдәре (100-ҙән артыҡ) ҡатнаша
    Йылдар буйынса Фольклориада
    • 2016: Сакатекас, Мексика
    • Тиҙҙән Башҡортостан халыҡ-ара мәҙәни фестиваль үҙәгенә әүерелә. Бөтә донъя фольклориадаһында ҡатнашыусылар республиканың баш ҡалаһында ғына түгел, дүрт фестиваль округына берләштерелгән 22 муниципалитетта сығыш яһай. Үҙәк округҡа ингән Салауат ҡалаһында саралар- 5 июлдә, Стәрлетамаҡ ҡалаһында һәм Нуриман районында – 6 июлдә, Октябрьскийҙа – 7 июлдә, Ҡырмыҫҡалы һәм Ауырғазы райондарында – 8 июлдә, Ишембай һәм Благовещен райондарында – 9 июлдә; Төньяҡ фестиваль округына ҡараған Мишкә районында – 5 июлдә, Ҡариҙел районында – 6, Борайҙа – 7, Асҡын районында – 8 июлдә; Төньяҡ-көнбайыш округындағы Дүртөйлө ҡалаһында – 5, Яңауыл районында – 6, Тәтешлелә – 7, Нефтекама ҡалаһында – 8, Илеш районында – 9 июлдә; Көнсығыш округына ингән Әбйәлил районында – 5 июлдә, Бөрйәндә – 6, Учалы ҡалаһында – 7, Сибайҙа – 8, Белорет ҡалаһында 9 июлдә уҙғарыла.
      Читайте нас: