+2 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар

Бер йыр тарихы

"Элмәлек"

Тәүге тапҡыр 1938 йылда этнолог Л. Н. Лебединский тарафынан яҙып алына һәм «Башҡорт халыҡ йырҙары» йыйынтығында Н. Иҙелбай яҙмаһында баҫтырыла. Йырҙың варианттарын Ғата Сөләймәнов К. М. Дияровтан яҙып ала.
«Элмәлек» йырында был йыр яҙылыу дәүерендә йәшәп килгән социаль тигеҙһеҙлек һүрәтләнә. Йыр тексы үҙ намыҫын яҡлаусы ярлылар исеменән яҙылған.
«Элмәлек» йыры лирик-драматик характерҙа.
Йырҙы Х. Л. Ғәлимов, Ф. Г. Ноғоманова, И. М. Смаков, Башҡортостан Республикаһының Хор капеллаһы башҡара.
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Йырҙың тексы

...Элмәлек, элмәлек,
Элмәле лә тундарҙы беҙ кеймәнек.
Ерҙә лә тыуып, ерҙә үҫтек,
Донъя рәхәткәйҙәрен күрмәнек.
Элмәлек, элмәлек,
Элмәле лә тундарҙы беҙ кеймәнек.
Ҡамсат бүрктәрҙе күрмәнек,
Туйҙан да туйға сабып йөр(ө)мәнек.
Элмәлек, элмәлек,
Элмәле лә тундарҙы беҙ кеймәнек.
Көн биткәйенә тип үрләнек,
Аяҙ ҙа ғына көндәр күрмәнек.
Элмәлек, элмәлек,
Элмәле лә тундарҙы беҙ кеймәнек.
Билде бөгөп, байға эшләнек,
Йәшәйбеҙ, тип, көн-төн этләндек.
Читайте нас: