+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар

Бөйөк Ватан һуғышында театр сәнғәтенең әһәмиәте

"Фәҡәт әҙәбиәткә, сәнғәткә, белем усаҡтарына иғтибарҙы көсәйтеү арҡаһында ғына беҙҙең ил халҡы фашизмды еңгәндер, тип уйлайым мин".

Икенсе бөтә донъя һуғышы иң ҡот осҡос һуғыштарҙан һанала... Унда бик күп халыҡ ҡырыла һәм һуғыштан һуңғы быуындарға ла уның зыяны теймәй ҡалмай. Ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ тол ҡалыу сәбәпле, күпме балалар был яҡты донъяға тыумай ҡалды. Тыуғандарының да күбеһе генетик яҡтан сифатлы булмағандарҙыр, сөнки һуғыштан ҡайтҡан ирҙәр йә ғәрип, йә эскесе булып, психикалары боҙолоп ҡайтҡайны.
Тылдағы ауыр тормош ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙың нескәлеген, нәзәкәтлеген юҡҡа сығарҙы, сөнки улар ирҙәр эшен үҙ өҫтәренә алды. Кеше күңеленең матурлыҡҡа ынтылыуын һүндерҙе ул һуғыш. Фәҡәт сәнғәт әһелдәре генә һуғыш барышында ла, һуғыштан һуң да күңел төшөнкөлөгөнә ҡаршы көрәште.
Бөгөн театрҙарыбыҙҙың тарихи фондына ҡарап, сәнғәт әһелдәренең еңеүгә ниндәй ҙур өлөш индереүен күҙ алдына килтерергә була. Ярай әле кешеләр күңелендә рух ныҡлығы тәрбиәләү маҡсатында ауыр йылдарҙа ил етәкселәре сәнғәтте үҫтереү өсөн күп көс һала. Һәр төбәктә театрҙар булдырыла, кино сәнғәте үҫтерелә, филармониялар барлыҡҡа килә.
Фәҡәт әҙәбиәткә, сәнғәткә, белем усаҡтарына иғтибарҙы көсәйтеү арҡаһында ла беҙҙең ил халҡы фашизмды еңгәндер, тип уйлайым мин.
Беҙҙең Башҡортостанда ла сәнғәт әһелдәре Бөйөк Еңеүгә үҙҙәренең тос өлөшөн индергән. Театрҙарҙың бик күп ир-егет артистары һуғышҡа алынған, ҡайһылары үҙҙәре теләп киткәндәр. Бик һирәктәре генә бронь менән тороп ҡала. Башҡортостан театрҙарынан бөтәһе йөҙҙән ашыу артист һуғышта ҡатнаша, ә етмеш өс яугир яу яланында ятып ҡала. Бәләкәй ҡалаларҙағы театрҙар бөтөнләй тиерлек ир-атһыҙ тороп ҡала. Мәҫәлән, Салауат башҡорт театрынан ун алты артист һуғышҡа китеп, алтауһы, ә Сибай башҡорт театрынан ун туғыҙ кеше һуғышҡа китеп, икәүһе генә әйләнеп ҡайтҡан. Ҡатын-ҡыҙҙар ғына тороп ҡалһа ла, Башҡортостандың ауылдары, ҡалалары буйлап спектаклдәр, концерттар күрһәтеп, халыҡҡа рухи аҙыҡ биреп йөрөргә көс тапҡандар. Ирҙәр ролен дә ҡатындар башҡарырға мәжбүр булған. Йәйәүләп, ҡайһы саҡта үгеҙ егелгән арбаға ултырып (бик һирәк тәтегән), уңышлы осраҡта ат егеп, ауылдан ауылға күсеп йөрөгәндәр. Әлбиттә, спектакль уйнап аҡса эшләмәгән улар, сөнки ул ваҡытта ауыл халҡында аҡса булмаған. Тамаҡ туйҙырырлыҡ йомортҡа, икмәк, картуф спектаклгә инеү хаҡы булған. Иң мөһиме, артистарыбыҙ ирҙәрен юғалтҡан тол ҡатындарға, етем ҡалған балаларға йәшәүгә өмөт биреп, еңеүгә ышаныс тыуҙырып, ауыр хеҙмәттәренә көс өҫтәгән. Актерҙар йортоноң һуғышта һәләк булыусылар таҡтаһында алтмыш өс фамилия бар. Был һан, бәлки, дөрөҫ тә түгелдер... Бик һирәктәр генә һуғыштан ҡайтып, театрҙа һәм башҡа сәнғәт өлкәһендә эшләй алғандар. Бөгөнгө көндә уларҙың барыһы ла юҡ инде... Иң аҙаҡҡы һуғыш ветеранын, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Кәшфелғилем Фәйрүш улы Ғәҙелшинды 2019 йылда һуңғы юлға оҙаттыҡ. Йөҙ йәшен тултырырға дүрт ай ғына ҡалғайны, күкрәге тулы орден һәм миҙалдар ине. Һуғыштан һуң КәшфелғилемФәйрүш улы Башҡортостанда телевидение ойоштороуҙа ҡатнаша, күпме артистар уҡытып сығара, бөгөнгө ҡурсаҡ театрының бинаһын төҙөтә һәм оҙаҡ йылдар шул театрҙа баш режиссер булып эшләй.
Уға тиклем, Республикабыҙҙың урыҫ театрының, һуғышта танышып өйләнешкән, Өфөгә ҡайтып, театр техникумын тамамлап, хаҡлы ялға сыҡҡан, РСФСР-ҙың һәм БАССРҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Леонид Владимирович Левитинды һәм РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисткаһы Хана Леопольдовна Варшавскаяны һуңғы юлға оҙаттыҡ. Левитин оҙаҡ йылдар урыҫ театрында директор булып эшләне. Левитиндың ҡатыны Варшавская өлкән телефонсы булып, Ватан һуғышы орденына лайыҡ була. Хаҡлы ялға сыҡҡансы Республикабыҙҙың урыҫ театрында актриса булып эшләй.
Бөйөк Еңеүҙе тиҙләтеү өсөн, тылда ҡалған театр һәм филармония артистары, төрлө агитбригадалар төҙөп, фронт һыҙыҡтарына, төрлө госпиталдәргә йөрөгәндәр. Улар яралыларға концерт күрһәтеп, һуғышсыларҙың еңеүгә, йәшәүгә ышанысын арттырып, күңелдәрен күтәреп, дәрт биргәндәр. Шағирҙар шиғыр, композиторҙар көй яҙған, ә артистар уларҙы һалдаттар алдында һөйләгәндәр, йырлағандар. Бейеүселәр бейегән, драма артистары шиғырҙар һөйләп, төрлө спектаклдәрҙән өҙөк күрһәткән. Ошо эштәрҙең башында ул замандағы ВТО (Бөтә Союз театр ойошмаһы) торған. Уның етәксеһе Башҡортостандың халыҡ, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисткаһы Бәҙәр Йосопова булған. Һуғыштың алғы һыҙығында, һалдаттар алдында сығыш яһағаны өсөн, берҙән-бер актрисабыҙ – Бәҙәр Йосопова Ватан һуғышы орденына лайыҡ була.
Башҡортостандан агитбригадаларҙа етмеш биш артист ҡатнашҡан. Шулар араһында СССР-ҙың халыҡ артистары булып киткән Арыҫлан Мөбәрәков, Зәйтүнә Бикбулатова, Зәйтүнә Насретдинова һәм башҡа бик күптәр буш ваҡыттарында ошо эш менән шөғөлләнгәндәр. Хатта һуғыш тамамланғас та һалдаттар алдында сығыш яһауҙан туҡтамағандар. Театр ойошмаһы эргәһендә, һуғыш ветерандары һәм һалдаттарға сәнғәт әһелдәренең шефлыҡ итеү комиссияһы ойошторолоп, ошо комиссия менән Башҡорт театрының халыҡ актрисаһы Дауытова Дилә Рәхимйән ҡыҙы етәкселек иткән. Ҡырҡ йылға яҡын эшләгән ул ошо комиссияла. Бөгөн уларҙың, агитбригадалағы етмеш биш артистың, береһе лә беҙҙең арала юҡ инде... Ә уларҙың күптәре Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары булып, еңеүгә өлөш индергәндәре өсөн хөкүмәтебеҙҙең миҙалдарына, маҡтау грамоталарына, рәхмәт хаттарына, хатта ордендарына лайыҡ булғандар.
Театр эшмәкәрҙәренең архивына ҡараһаң, ул артистар хаҡында мәҡәлә генә түгел, ә китаптар яҙырлыҡ материалдар бар икән... Ә күптәр бөгөн был хаҡта бөтөнләй белмәй, бигерәк тә йәш быуын артистары. Улар еңеүҙе һалдаттар, армия ғына яулағантип уйлайҙарҙыр әле. Фашизмға ҡаршы беҙҙең ил халҡы бер булып көрәште һәм еңде. Эйе, бик ҡиммәт түләп, еребеҙҙе һаҡлап алып ҡалды.
Әхтәм АБУШАХМАНОВ
Читайте нас: