-5 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар

Бер йырҙың тарихы

"Һыбай ҡашҡа"мы, “Сыбай ҡашҡа”мы?

"...Күпме йылдар “Сыбай ҡашҡа” тигән башҡорт халыҡ йырын “Һыбай ҡашҡа” тип йырланылар. “Сыбай” тип яҙылған, “сывай” тип әйтелгән был һүҙ ҡашҡаның бер төрөн белдерә. “Һыбай ҡашҡа” тиһәң һыбай ат йәки һыбайлы кеше тигән мәғәнә килеп сыға бит. Ә “сыбай” һүҙе аттың маңлайынан алып, морон осона тиклем төшкән аҡ һыҙатты аңлата. “Сыбай”, “сыбата” тигән һүҙ “оҙон” тигәнде аңлата. Борон тау юлдары буйлап аттарҙы парлап, тройка егеп йөрөп булмаған. Ғәҙәттә, тар юлдарҙа аттарҙы бер-бер артлы итеп еккәндәр. Урыҫтар быны “гуськом” ти, ә башҡортса “сыбата егеү” тип атала..."
"Киске Өфө" гәзитенән
"Сыбай ҡашҡа" башҡорт халыҡ йыры
Көмөш тә генә йүгән, көмөш эйәр,
Килешә төштө сыбай ҙа ҡашҡаға,
Килешә төштө сыбай ҙа ҡашҡаға,
һөйләшеп тә ҡарайым, серләшеп тә,
Һүҙ килешмәй һинән дә башҡаға,
һүҙ килешмәй һинән дә башҡаға.
Сыбай ҙа ғына ҡашҡа, баҫма ташҡа,
Юлһыҙ ғына ерҙән дә үткәндә,
Юлһыҙ ғына ерҙән дә үткәндә.
Был донъяла ауыр яңғыҙ башҡа,
Дуҫтар кәрәк донъя ла көтөргә,
Дуҫтар кәрәк донъя ла көтөргә.
Сыбай ҙа ғына ҡашҡа, ҡырыҫ ялын
Тауҙан ғына өргән дә ел тарай,
Тауҙан ғына өргән дә ел тарай.
Алыҫ ергә китһәк, Сыбай ҡашҡам
Башҡынайын бороп та бер ҡарай,
Башҡынайын бороп та бер ҡарай.
Йырҙың легендаһы:
Бынан күп йылдар элек Дим буйы ауылдарының береһендә олпат кәүҙәле, ифрат ғәйрәтле бер батыр башҡорт егете йәшәгән. Уның оҙонтораҡ ҡупшы кәүҙәле сыбай ҡашҡа ерән аты ла булған. Сыбай ҡашҡа, эйәһе нимә ҡушһа, шуны үтәгән. Яу сапҡанда Сыбай ҡашҡа батыр егетте иң алдан алып барған, эйәһе менән бергә дошманды тар-мар иткән. Эйәрендәге егетен дошман ҡылысынан саптырмаған. Шуға күрә дошмандар, Сыбай ҡашҡаны күреп ҡалыу менән, һырт биреп ҡаса торған булғандар.
Ҙур йыйындарҙа, көрәш ярыштарында егетте еңерлек бер батыр ҙа булмаған. Һуңға табан күп батырҙар уға ҡаршы сығып көрәшеүҙән баш тартҡандар. Ә аты, Сыбай ҡашҡаһы, бәйгеләрҙә аттарҙы берәр саҡрымға артта ҡалдырып, бер үҙе иң алдан килер булған.
Ваҡыт үтеү менән батыр егет күрше ауылдың һылыу бер ҡыҙына гашиҡ була. Улар Дим буйында, сәскәләргә күмелгән матур туғайлыҡта осраша торған булғандар. Шундай көндәрҙең береһендә, Дим буйлап йөрөй торғас, уларҙың һыу ингеләре килгән һәм, бер-береһенән ышыҡланып, яр буйында бер өйкөм талдың икеһе ике яғынан һыу инергә төшәләр. Күп тә үтмәй, ҡыҙ бер-ике тапҡыр ҡурҡыныс тауыш менән әсе ҡысҡырып ебәрә. Шул ваҡыт улар янындағы Сыбай ҡашҡа ла ярһып кешнәй башлай. Был тауыштарҙы ишетеү менән, егеттең йөрәге ҡауғалана, ул һөйгәне янына йүгереп килеп тә етә, ләкин һөйгән ҡыҙы юҡ һәм тын-тауыш та ишетелмәй. Тик һылыу ҡыҙҙың кейемдәре менән сулпы-сәсмәүҙәре генә яр башында ята. Егет шунда уҡ, һыуға сумып, һөйгәнен эҙләргә тотона. Хәтһеҙ ваҡыт үтеп тә китә, эҙләй торғас, ҡыҙҙың һыу төбөндә сүкәйеп ултырып ҡатҡан кәүҙәһен табып ала ла сығарып яр башына һала. Күпме генә ярҙам итеп ҡараһа ла, ҡыҙға йән инмәй.
Был ауыр фажиғәнән һуң егет ҡаты ҡайғыға ҡалған. Тик Сыбай ҡашҡа ғына уның йыуанысы булған. Сыбай ҡашҡа ҡартайып, хәлдән тайғанға тиклем эйәһенә тоғро хеҙмәт иткән. Батыр егет һәр ваҡыт Сыбай ҡашҡаһына көмөш йүгән кейҙереп, көмөш күмелдерек, көмөш ҡойошҡандар һалып, көмөш эйәр менән эйәрләп, Дим буйҙарынан һыбай йырлап үтеп, һөйгән ҡыҙын иҫкә алған, ти.
Читайте нас: