+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар

ДАҒСТАНДА – АШУД, ЯҠУТТАРҘА – ОЛОНХОСУТ

Беҙҙә ул СӘСӘН тип аталған.

Сәсәндәр – башҡорт халҡының шағир-импровизаторҙары һәм йыраусылары, халыҡтың ауыҙ-тел ижады һаҡсылары.
Сәсәндәр халыҡ араһында иң абруйлы шәхестәр булып иҫәпләнгән. Улар шиғыр ижад итеүҙән тыш, әүҙем йәмәғәт эшмәкәрҙәре булған: халыҡ тормошо, йәшәйеше менән ҡыҙыҡһынған, мөһим тарихи ваҡиғаларҙың иң уртаһында ҡайнаған, ялҡынлы шиғри һүҙе менән халыҡты рухи яҡтан ирекле булыу өсөн көрәшкә әйҙәгән.
Улар думбыра һәм ҡурай аккомпанементы аҫтында йыр формаһында көйләп, һөйләп импровизациялай.
Сәсәндәр импровизация һәләтенә, ҡобайыр, йыр, әкиәт, эпос һөйләү оҫталығына, шиғри телгә һ.б. эйә булған.
Ҡобайыр башҡарғанда сәсәндәр – йырсы-импровизаторҙар, йыраусылар геройҙары менән оҡшаш хистәр кисереп, шундай уҡ психоэмоциональ хәлгә инә. Тыңлаусылар был мәлдә геройҙарының мажараларын күҙ алдына баҫтырып, һөйләүсе менән бергә илай һәм көлә. Сәсәндәр ижады халыҡтың рухи үҫешенә булышлыҡ итә, эстетик һәм тәрбиәүи әһәмиәткә эйә.
Сәсәндәр ижадының сәскә атыуы XVI—XVIII бб. тура килә. Был осорҙа Ҡобағош сәсән, Ерәнсә сәсән, Ҡарас сәсән, Байыҡ Айҙар сәсән ижадтарында сағылыш тапҡан фольклор, эпос, ҡобайыр, әйтеш, йыр кеүек жанрҙар үҫеш ала.
Мәғлүмәт Интернет киңлектәренән алынды
Читайте нас: