+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар

Талантлы ла, изге лә зат

Ғабдрахмандың юлына Хоҙай кешелекле, ярҙамсыл заттарҙы сығарып тора. Мәҫәлән, Муса Йәлил менән осрашыуы, оҙаҡҡа һуҙылған дуҫлығы Томск егетенең ижади шәхес булып формалашыуына ҙур йоғонто яһай. 1932 йылда Мәскәү дәүләт консерваторияһында башҡорт студияһы асылып, Мусаның кәңәше буйынса Ғабдрахман шунда уҡырға керә.

Татар һәм башҡорт моңо менән һуғарылған, матур йыһазландырылған фатирҙа граммафонға һәм патефон тәрилкәһенә бынан 100-110 йылдар элек яҙылған йырҙар тыңлайбыҙ. Ҡул менән әйләндерелеп хәрәкәтләндерелеүсе боронғо портатив патефон да, ҡалын пластинкалар ҙа өй хужаһы — йырсы, педагог һәм ғалим Иҙрис Ғәзиевтың ғорурлығы. Һәр йырға, уның башҡарыусыһына аңлатма биреп барҙы ла, патефон тәрилкәһе әйләнеүҙән туҡтағас, уларҙы һаҡлыҡ менән генә йыйыштырып, урындарына ҡуйҙы. Ошо йырҙарҙы ул компьютерына ла күсереп яҙҙырған икән.
— Хәҙер классик шәхесебеҙ Ғабдрахман Хәбибуллин башҡарыуында башҡортса йырҙар тыңлайыҡ, — тип, Иҙрис сираттағы яҙманың ҡыҙыҡлы тарихы менән таныштырҙы.
Татар музыкаһы тарихы буйынса эҙләнеүҙәр алып барғанда, Ҡазандағы Ғ. Тукай музейы һаҡлағыстарында уның ҡулына бер нисә грампластинка эләгә. Араларында Ғабдрахман Хәбибуллиндыҡы ла була. Башҡортса йырҙар яҙмаһы унда нисек барып юлыҡҡандыр! Һәр ике яғында берәр йыр. Береһе — Кәрим Тинчурин либреттоһына Сәлих Сәйҙәшев яҙған «Зәңгәр шәл» музыкаль драмаһынан «Ҡасҡын» («Ҡара урман») йыры, икенсеһе — Мәсәлим Вәлиев эшкәртеүендә башҡорт халыҡ йыры «Ирәндек». Йыраҡ юлға сыҡҡанда Иҙрис сумкаһына теге портатив патефонын һалырға онотмай. Был юлы пластинканы уйнатып ҡарай, «Ирәндек»тең һүҙҙәре әле үҙе лә башҡара торғандан бер аҙ айырылғанлығына иғтибар итә, үҙ ҡулындағы каталог ярҙамында уның 1936 йылда яҙҙырылғанлығын асыҡлай. Пластинканы бер нисә генә минутҡа һорап алып, ватылмаһын өсөн ҡағыҙға ҡалын итеп төрөп, Татарстан радиоһындағы дуҫтары янына йүгерә, унда яҙманы компьютерына күсереп бирәләр.
1936 йыл. Бас тауышлы 33 йәшлек йырсының Мәскәү консерваторияһының башҡорт студияһында уҡыған сағы. Йәш татар һәм башҡорт таланттары Ҡазанда һәм Өфөлә 1938 йылда асыласаҡ Татарстан һәм Башҡортостан дәүләт опера һәм балет театрҙары өсөн солист булырға әҙерләнә. Ике студия йәштәре (Өфөнөкөләр — 1932-38, Ҡазандыҡылар 1934-38 йылдарҙа уҡый) бергә ҡайнаша. Башҡорт студияһында Ғабдрахман Хәбибуллин, Баныу Вәлиева кеүек татар йәштәре лә була. Был студияла татар композиторы Мансур Мозаффаров музыка теорияһы уҡыта. Яндарына Сәлих Сәйҙәшев тә килеп йөрөй. Татарстанда һәм Севастополдә тыуып үҫкән татар композиторҙары Солтан Ғәбәши менән Камил Рәхимов республикабыҙ киңлектәрендә башҡорт музыка фольклорын йыйыу, эшкәртеү, системаға һалыу менән мәш килә. Татар һәм башҡорт иҗади йәштәренең ул замандағы дуҫлығы үҙе айырым ҙур тема. Татар классик композиторының музыкаль драмаһынан йырҙың башҡортса пластинкаға яҙҙырылыуы ла шул дуҫлыҡ-хеҙмәттәшлектең бер сағылышы.
Шуны ла әйтергә кәрәк, Ғабдрахман Сөләймән улы Хәбибуллиндың тормош юлы һәм сәхнә эшмәкәрлеге яҡшы өйрәнелгән. Заманында Рәжәп Хәйруллин, Рәйсә Әхмәҙиева, Эльмира Давыдова уның тураһында матбуғатта ентекләп яҙҙылар. Композитор Заһир Исмәғилевтың, ғүмер буйы сәнғәт училищеһында уҡытҡан Шамил Ғабдрахман улы Хәбибуллиндың иҫтәлектәре булды. Тәбиғи, был мәҡәләне яҙғанда уларга таянмау мөмкин түгел ине.
Йырсы 1903 йылдың ғинуарында Томск ҡалаһында ун ике балалы ярлы татар ғаиләһендә тыуып, бәләкәйҙән үк ярлылыҡтың, ауыр хеҙмәттең нимә икәнен белеп үҫә. Аталарының да, барлыҡ балаларҙың да йыр яратыуы ҡараңғы тормошто бер аҙ яҡтыртҡандай итә. Ғабдрахман мәктәптә һәм рабфакта уҡығанда тыуған ҡалаһының татар клубындағы үҙешмәкәр түңәрәгендә йырлай. Йыраҡ Көнсығышта армияла хеҙмәт иткәндә һис ҡурҡыу белмәүе менән айырылып тора, Маньчжурия сигендәге хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашып, командованиеның Маҡтау грамотаһы менән бүләкләнә.
Новосибирскиҙа алты айлыҡ курстар тамамлап, агитбригада етәксеһе булараҡ, Себер ауылдарында концерт ҡуйып йөрөй. Бына шунда татар халҡының һөйөклө йырсыһы һәм буласаҡ композиторы Сара Садыҡова менән осрашыу Ғабдрахмандың артабанғы яҙмышын хәл итә. Был урында Сара апайҙың ҡыҙы — балерина Әлфиә Айдарская китабынан бер өҙөк килтереү урынлы булыр: «Татар һәм башҡорт сәхнәһенең танылған күп оҫталары иҗади тормошон Мәскәү дәүләт татар эшсе театрында башлай: Александр Ключарев, Ғәзиз Әлмөхәмәтов, Ғабдрахман Хәбибуллин. Әсәйем Себер буйлап йөрөгәндә, үҙе әйтмешләй, «иҫ киткес ҡеүәтле һәм һутлы» бас табып ҡайта».
Шунда уҡ «үҙебеҙҙең Шаляпин» тип йөрөтөлә башлаған Ғабдрахман Хәбибуллин Сара Садыҡова бригадаһында бер аҙ эшләгәс, Мәскәү татар театры труппаһына ҡабул ителә һәм төп спектаклдәргә индерелә. «Ғәлиәбаныу» драмаһында Хәлилде уйнай башлай. Оркестрҙың музыкаль етәксеһе һәм дирижеры Александр Ключарев була.
Ғабдрахмандың юлына Хоҙай кешелекле, ярҙамсыл заттарҙы сығарып тора. Мәҫәлән, Муса Йәлил менән осрашыуы, оҙаҡҡа һуҙылған дуҫлығы Томск егетенең ижади шәхес булып формалашыуына ҙур йоғонто яһай. 1932 йылда Мәскәү дәүләт консерваторияһында башҡорт студияһы асылып, Мусаның кәңәше буйынса Ғабдрахман шунда уҡырға керә. Буласак герой-шағир дуҫының уҡыуын да, сәхнә эшмәкәрлеген дә иғтибарынан ситтә ҡалдырмай. 1934 йылдағы бер концерттан һуң «Коммунист» гәзитендә ул былай тип яҙа: «Тыңлаусылар яратҡан йырсыһының сығыуын көтә. Бына ул күренә. Һәр ваҡыттағыса алсак, ҡыйыу. Дәртле һәм эре аҙымдар менән ул сәхнә уртаһына сыға. Ғәҙәттәгесә, һиҙелер-һиҙелмәҫ кенә йылмая. Ул арала залды уның ҡеүәтле тауышы яңғырата башлай... Ул патриотик йыр башҡара. Ул йыр сираттағыларҙың береһе генә түгел. Уның йыры — йөрәктән сыҡҡан ант шикелле».
Студия студенттары тураһында Ғәзиз Әлмөхәмәтов балаларылай яҡын итеп хәстәрлек күрә. Ғабдрахман Хәбибуллин алдынғы студенттар иҫәбендә йөрөй. Татар йырҙарын яҡшы башҡарыусы был йәш талантҡа башҡорт йырҙарының да үҙенсәлеге асыла. Бында уға консерваториялағы һабаҡташы, башҡорт музыка фольклорын яҡшы белеүсе Ғата Сөләймәнов ярҙам итә. Ғата үҙе ҡурайҙа уйнай һәм йырлай. Шулай итеп, йырсы репертуарында «Азамат», «Урал», «Ирәндек», «Ашҡаҙар», «Зөлхизә» кеүек башҡорт йырҙары барлыҡҡа килә. Бына шулай туғандаш ике милләт йәштәре бер-береһенә ярҙамлашып йәшәгән дәүерҙә яҙҙырылған да инде мәҡәлә башында телгә алынған пластинка.
Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Эльмира Давыдова ҡыҙыҡлы документ тапҡан. 1934 йылдың июнендә БАССР мәғариф халыҡ комиссары Риза Әбүбәкеровҡа тәғәйенләнгән яҙма ул. Унда ҡыҙыл-ҡара менән түбәндәге юлдар яҙылған: «Иптәш Әбүбәкеров! Консерваторияның башҡорт бүлегендә Ғабдрахман Хәбибуллин тигән иптәш уҡый. Һин уны белергә тейешһең. Уҡып бөткәс, ул Башҡортостан өсөн бик файҙалы белгес буласаҡ. Әммә матди хәле бик ярлы (айына 300 һум ала). Ғаиләһендә дүрт бала булыуын иҫәпкә алып, уға 100 һум өҫтәмә биреүҙе һорайым. Хәбибуллинды һаҡлап ҡалыу өсөн быны эшләргә кәрәк. Уразаев».
Яҙмаға резолюция һалынған: «Иптәш Әлмөхәмәтовҡа. Түләүҙе 100 һумға арттырырға рөхсәт ителә, ләкин бюджет мөмкинлектәренән ситкә сыҡмаҫҡа...»
Ниһайәт, студияла уҡыуҙар тамамлана. Туғыҙ йәш йырсы Өфөгә ҡайтып, Башҡортостан дәүләт опера һәм балет театрына нигеҙ һалыу эшенә ең һыҙғанып тотона. Театр 1938 йылдың 14 декабрендә итальян композиторы Джованни Паизиеллоның «Прекрасная мельничиха» спектакле менән асыла. Ғабдрахман Хәбибуллин унда өҫтөнә фрак, башына аҡ пудра һибелгән парик кейгән аҙғын судья Кнолле образында тәүге тапкыр Өфө сәхнәһенә сыға. Артабан Мәсәлим Вәлиевтың “Һаҡмар”ындағы урта хәлле крестьян Серлебай партияһы ла тамашасыларға оҡшай. Бына шулай ул опера классикаһы һәм милли опера донъяһына кереп сума. Ошо ике ижади сығанаҡ Хәбибуллиндың артабанғы артистлыҡ үҫешен билдәләй ҙә инде.
Артистың оҫталығы спектаклдән спектаклгә үҫә. Театрҙың беренсе уңыштан рухланған йәш коллективы опера классикаһының иң яҡшы әҫәрҙәре өҫтөндә эшләй башлай. «Русалка», «Риголетто», «Евгений Онегин», «Кармен» — былар кисәге консерватория студентының тәүге ижад емештәре.
Ғ. Хәбибуллин башҡорт операларындағы барлыҡ бас партияларын беренсе башҡарыусы була. Заһир Исмәғилевтың «Салауат Юлаев»ындағы Юлай Аҙналин артистың иң уңышлы ролдәренең береһе. Композитор уны Хәбибуллиндың тауышын иҫәпкә алып яҙған.
1955 йылда Мәскәүҙә Башҡортостан әҙәбиәте һәм сәнғәте декадаһы ҙур уңыш менән үтә. Баш ҡала тамашасыһы Хәбибуллинды ла йылы ҡабул итә. «Советская культура» гәзитенең 31 май һанында баҫылып сыҡҡан «Халыҡ геройы тураһында опера» тигән мәҡәләлә уның тураһында былай яҙалар: «Салауаттың атаһы Юлай образын башҡорт опера сәхнәһенең күренекле оҫтаһы Ғ. Хәбибуллин ижад иткән. Спектаклдә халыҡ араһынан сыҡҡан кешенең батша Екатерина II-нең ғәҙеллегенә ышаныуҙан алып, Пугачев восстаниеһында актив ҡатнашыуға ҡәҙәр үткән юлы ышандырырлыҡ бирелгән».
Ғабдрахман Хәбибуллиндың персонаждары бер-береһенән айырылып тора. Йырсы төрлө сифаттарға инеү һәләтенә эйә. Заһир Исмәғилевтың «Ҡоҙаса» музыкаль комедияһында Мөхәммәтша мулланы ул үҙенсәлекле юмор менән башҡара. Артист үҙе тыуҙырған образдарҙың тышҡы ҡиәфәтенә лә ҙур иғтибар бирә.
Балҡып торған артислыҡ таланты йырсыға төрлө пландағы образдар тыуҙырырға ныҡ ярҙам итә. Уға драматик, хатта трагик (операларҙа), шулай уҡ комик персонаждарҙы һоҡландырғыс уйнау бәхете тейә. Опера партияларында драматизм менән тетрәндерә. Артист үҙе башҡарған ролдәрҙең (партияларҙың) милли үҙенсәлектәрен тәрән тоя. Оперетталарҙа һәм комедияларҙа ла артист ғәйәт ҙур ҡәнәғәтләнеү менән уйнай һәм йырлай.
«Князь Игорь», «Аршин мал Алан», «Һаҡмар» һәм башҡа бик күп спектаклдәрҙә бер-береһенә оҡшамаған, онотолмаҫлыҡ образдар тыуҙыра. Кончак хан партияһында («Князь Игорь») Ғабдрахман Хәбибуллиндың вокал-драматик һәләте тағы ла асығыраҡ сағыла. Иркен һәм матур тауыш, сәхнәлә үҙен тәбиғи тотоу, килешле грим һәм кейем уға Кончак образын тулы асырға мөмкинлек бирә. Йәш офицер Цунига («Кармен») образын да Хәбибуллиндың иң яҡшы ижад эше тип ҡарарға мөмкин.
Аяҙғол партияһы (З. Исмәғилев, «Шәүрә») йырсының һуңғы эштәренең береһе. Артист намыҫлы һәм изге күңелле ҡарт көтөүсене халыҡтың ҙур рухи сифаттарға эйә булған аҡыллы вәкиле итеп күрһәтә.
Башҡортостан дәүләт опера һәм балет театрында 32 йыл эшләү осоронда Хәбибуллин опера спектаклдәрендә төрлө характерлы ҡырҡлап образ ижад итә. Ул яҡшы вокал мәктәп үтә. Уның тауышы йомшаҡ тембрлы, киң диапазонлы ҡалын бас. Йырсы бик асыҡ дикциялы була, тамашасылар уны тәьҫирле хәрәкәтле, бына тигән драматик һәләткә эйә булараҡ хәтерләй.
Йырсының концерт программаһы ла бай һәм күп яҡлы була: операларҙан ариялар, романстар, йырҙар. Башҡорт композиторҙары йырҙарын айырыуса күп йырлай. Ә улар, үҙ сиратында, вокал әҫәрҙәрен һәм бас партияларын уның бай башҡарыу мөмкинлектәренә иҫәп тотоп яҙалар. Уның диапазонын, актерлыҡ мөмкинлектәрен, темпераментын күҙ уңында тотҡандар. Башҡортостан радиоһында данлы йырсының байтаҡ яҙмалары һаҡланған. Заһир Исмәғилев, Таһир Кәримов, Рафиҡ Сәлмәнов йырҙары... Халыҡ йырҙары ла күп. «Азамат», «Ирәндек», «Сыр-Даръя» башҡорт йырҙары, «Райхан», «Иҫке ҡара урман», «Һибелә сәсәк», «Таң атканда» татар йырҙары. Өлкән быуын музыка һөйөүселәр Т. Кәримовтың «Әйҙә, еңгә, бейеп ҡал», «Гөлсирәнең һөйгәне», З. Исмәғилевтың «Грузин сәйе», «Ләлә» йырҙарын нисек башҡарғанын хәтерләй. Р. Сәлмәнов үҙенең «Саған», «Ҡарттар йыры»н махсус рәүештә Хәбибуллинға тәғәйенләп яҙған.
Ғәзиз Әлмөхәмәтов тураһында һөйләгәндә уның ҡыҙы Роза Латыпова атаһының яратҡан уҡыусыларының береһе булған ошо күренекле йырсыны айырыуса хөрмәт менән иҫкә төшөрҙө: «Ғабдрахман ағай яҡшылыҡтың ҡәҙерен белеүсе кеше ине. Атайымды ул һәр саҡ ыңғай яҡтан ғына телгә алды. Йәш йырсы мохтажлыҡ кисергәндә атай уға аҡса биргән, ҡулынан килгәнсә башҡа төрлө ярҙам күрһәткән. Атайым «халыҡ дошманы» тип ҡулға алынған, беҙҙең ғаилә өсөн фажиғәле заманда Ғабдрахман ағай ҡатыны Мәрйәм апай менән беҙгә килеп ярҙамлашып йөрөнөләр. Ә бит беҙҙең менән аралашҡан кешеләргә лә ҡурҡыныс янай ине. Ә Хәбибуллиндар киләләр, икмәк, башҡа төрлө аҙыҡ килтерәләр ине. Үҙҙәре лә бит ярлы йәшәне — дүрт бала! Изге, кешелекле заттар булдылар. Уларҙы һәр саҡ хәтеремдә һаҡлайым».
Мәшһүр йырсыбыҙға 1942 йылда — «БАССРҙың атҡаҙанған артисы», 1947 йылда — «БАССРҙың халыҡ артисы», 1949 йылда — «РСФСРҙың атҡаҙанған артисы», 1955 йылда «РСФСРҙың халыҡ артисы» тигән юғары исемдәр бирелә. Хөкүмәтебеҙ уны Ленин ордены, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байрағы һәм «Почет билдәһе» ордендары менән бүләкләй.
Ғабдрахман Сөләймән улы Хәбибуллин 1969 йылдың 19 сентябрендә Өфөлә вафат була.
Фәрит ФӘТҠУЛЛИН
Читайте нас: