+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар

Ҡатмарлы яҙмышта сыныҡҡан оло шәхес

Тарихҡа әйләнеп ҡараһаң, илебеҙ һәм халҡыбыҙҙың ниндәй ауыр ҙа, ҡурҡыныс та, ҡатмарлы ла, ҡәһәрле лә йылдар үткәнен күрәбеҙ. Халҡын яратҡан, улар өсөн янып йәшәгән, үҙҙәренән һуң тарихта тәрән эҙ ҡалдырған, әммә аяныслы ғүмер үткән шәхестәрҙе тыныс күңел менән иҫкә алып булмай. Улар араһында үҙ ғүмерендә 4 тапҡыр репрессияға дусар булған атаҡлы әҙип, ғүмерен халҡының ижади мираҫын йыйыуға бағышлаған халыҡ сәсәне Мөхәмәтша Абдрахман улы Буранғолов та бар.

Мөхәмәтша Абдрахман улы Буранғолов 1888 йылдың 15 декабрында бөгөнгө Ырымбур өлкәһендә Үрге Ильяс ауылында донъяға килгән. 9 йәшендә атаһы вафат була, ә 12 йәшендә әсәһе мәрхүм булып, бөтөнләй етем ҡала. Башланғыс мәктәпте тамамлаған үҫмер 1901 йылда уҡыуын дауам итергә Ырымбурға китә. Йәй айҙарында сараһыҙлыҡтан байҙарға ялланып эшләй. 1907-1908 йылдың йәй айҙарында Ҡарғалы мәктәбен тамамлағас, ике йыл Башҡортостанда халыҡ иҫәбен алыу эшендә ҡатнаша. Ошо эштәрҙе атҡарған ваҡытта Мөхәмәтша Буранғоловтың киләсәк тормошона ҙур йоғонто яһаған ваҡиға була. Ул Баймаҡ районы Иҙрис ауылынан сыҡҡан танылған ҡурайсы һәм сәсән Ғәбит Арғынбаев (1856–1921) һәм икенсеһе Этҡол ауылында Хәмит сәсән Әлмөхәмәтов (1861–1923) менән таныша. Был сәсәндәр халыҡ ижадын яҡшы белеүҙәре һәм оҫта башҡарыуҙары менән йәш Мөхәмәтшаны хайран ҡалдыралар. Артабан ул сәсәндәрҙән халҡыбыҙҙың ҡомартҡыһы булған «Урал батыр» һәм «Аҡбуҙат» эпостарын яҙып ала.
Ошо уҡ 1907 йылда уға атаҡлы ғалим һәм яҙыусы, «Ваҡыт» гәзитенең һәм «Шура» журналының редакторы Риза Фәхретдинов менән танышыу бәхете насип була. Ғалим йәш егеттең фольклор яҙмаларын уҡып сыҡҡас, уның был һәүәҫкәрлеген хуплау менән бергә уға халыҡ ижадының тарихи әһәмиәтен аса һәм кәңәштәрен бирә. Ошо ваҡиғаларҙан һуң М.Буранғолов үҙенең бөтә ғүмерен халҡыбыҙҙың ҡиммәтле ынйыларын йыйыуға, һаҡлауға, киләсәк быуынға еткереүгә бағышлай.
1909–1911 йылдарҙа М.Буранғолов Ырымбурҙағы «Хөсәйениә» мәҙрәсәһендә уҡый, уны уңышлы тамамлағандан һуң 5 йыл Ҡәйепҡол мәсете эргәһендәге мәктәптә уҡытыусы булып эшләй. Ошо йылдарҙа ул яйлап матбуғат биттәрендә лә күренә башлай. 1914 йылда 26 йәшлек уҡытыусының ер тураһында сәйәси мәҡәләһе Ырымбурҙа «Ваҡыт» гәзитендә баҫыла, ошо уҡ йылда «Ашҡаҙар» тигән хикәйәһе «Шура» журналында донъя күрә. 1916 йылдан Ырымбур өлкәһе Быҙаулыҡ ҡалаһы халыҡ мәғарифендә башҡорт һәм татар мәктәптәре инспекторы вазифаһын башҡара. 1917 йылда ул Ырымбур ҡалаһында үткән Бөтә башҡорт ҡоролтайында, ә 1918 йылда Ҡазанда Бөтә Рәсәй педагогик съезында ҡатнаша. 1918–1921 йылдарҙа Тоҡсоран кантонында мәғариф бүлеген етәкләй. 1920 йылда Мөхәмәтша Буранғоловты Зәки Вәлиди эшмәкәрлегендә ҡатнашыусылар рәтендә күреп ҡулға алалар һәм Себергә оҙаталар, ләкин ул аҙаҡламай кире әйләнеп ҡайта. 1922 йылда Башҡорт АССР-ының мәғариф халыҡ комиссариатының фәнни бүлеге эргәһендә Башҡортостан көнкүрешен, мәҙәниәтен һәм тарихын өйрәнеү буйынса йәмғиәт ағзаһы итеп һайланыла. 1930 йылда милләтселектә ғәйепләнеп ул икенсегә ҡулға алына. Рәсәй фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәге Ғилми архивтағы сәсәндең шәхси фондында һаҡланған характеристикаһында 1932 йылдарҙа Мәләүез районы Түләк ауылында уҡытыусы булып эшләүе күренә. 1935 йылда уңы Йоматау ауыл хужалығы техникумына башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы итеп ебәрәләр. Ул ошо йылдарҙа Тимирәзев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтында ситтән тороп уҡый.
1937 йылдарҙа М. Буранғолов ғаиләһе менән республикабыҙҙың Әлшәй районы 1-се урта мәктәбенә уҡытыусы булып эшкә килә. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәренән тыш уҡыусылар менән төрлө түңәрәктәр ойоштороп, уларҙа халыҡ ижадына һөйөү тәрбиәләй, ҡыҙыҡһыныу уята. 1937 йылдарҙағы ҡәһәрле репрессия был юлы ла сәсәнде урап үтмәй. Уны өсөнсө тапҡыр ҡулға алып Өфө ҡалаһы төрмәһенә ябып ҡуялар һәм бары тик 1938 йылдың июнь айҙарында ғына сығаралар. Бөгөнгө көндә Әлшәй районы халҡында онотолмаҫлыҡ хәтирәләр ҡалдырған оло әҙипкә Раевка ауылындағы башҡорт лицейы баҡсаһында яҡты иҫтәлегенә арнап бюст ҡуйылған.
Халҡының һәм уның бай ижадының киләсәге тынғыһыҙ сәсәнгә тыныслыҡ бирмәй. Шул мәсьәләләр менән ул Башҡорт тарих, тел һәм әҙәбиәт ғилми-тикшеренеүҙәр институтына эшкә килә. Унда фольклор бүлегендә эш алып бара. Шәхси фондында уның эшмәкәрлеген сағылдырған мәғлүмәттәр күп. Улар аша беҙ уның ниндәй мөһим сараларҙа ҡатнашыуын, республиканың ниндәй райондарына, күрше өлкәләренә фольклор экспедициялары менән сыҡҡанын күрәбеҙ. Шулай уҡ бында «Урал батыр» һәм «Аҡбуҙат» эпостарының латин алфавитында машинкала баҫтырылған варианттары ла һаҡлана.
Республиканың төрлө төбәктәренән «Буранбай», «Сәлимәкәй», «Ғилмияза», «Таштуғай», «Мәҙинәкәй», «Батрак» йырҙарының тарихтарын, тыуған ил, һуғыш, Салауат һәм Юлай тураһында ҡобайырҙар яҙып алып ҡайта. Был мөһим эш өсөн ул бөтә көсөн һала, хатта институттың мөмкинселеге булмағанда шәхси малдарын да тотона. Салауат Юлаев шәхесе, ижады менән ныҡлап ҡыҙыҡһынған, төрлө йылдарҙа милли герой тураһында халыҡ йырҙарын, риүәйәттәрен яҙып бара. Степан Злобиндың «Салауат Юлаев» романының айырым бүлектәрен башҡортсаға иң беренсе булып тәржемә итеп баҫтыра. Бөйөк сәсән, фольклорсы-ғалим, институттың ғилми хеҙмәткәре булараҡ 1938-1941 йылдарын тулыһынса ошо мөһим булған ғилми һәм ижади эштәргә бағышлай.
М.Буранғолов халҡының ижадын йыйыу, ентекләп өйрәнеү һәм системаға һалыу менән бер рәттән, улар нигеҙендә төрлө драма әҫәрҙәрен дә яҙа. Шуларҙың араһынан «Иҙеүкәй һәм Мораҙым», «Ашҡаҙар», «Таштуғай», «Мәргән» һәм башҡаларҙы атай алабыҙ. Башҡорт халыҡ легендалары, йолаларына нигеҙләнеп эшләнгән пьесалары тәү башлап 1918 йылда сәхнәләштерелә, 1940-сы йылдарҙа республиканың төрлө театрҙары тарафынан ҡуйыла. «Ашҡаҙар» пьесаһы 1918-се йылдан 1930-сы йылға тиклем театрҙар репертуарында урын ала, ә 1923 йылда Ырымбурҙа баҫылып сыға.
Шулай уҡ башҡорт халҡының ғөрөф-ғәҙәтен һәм йолаларын сағылдырған пьесаларынан «Шәүрә», «Башҡорт туйы» әле лә сәнғәт әһелдәре һәм тамашасылар тарафынан ихлас ҡабул ителә һәм актуаллеген юғалтмай.
«Башҡорт туйы» музыкаль драмаһы сәхнәлә 1927 йылда беренсе тапҡыр Сәнғәт техникумының театр бүлегендә уҡып йөрөгән йәштәр тарыфынан уйналып сәнғәт, әҙәбиәт өлкәһендә иғтибарҙы йәлеп иткән оло бер ваҡиға булып тора. Матбуғат биттәрендә быға бәйле күп төрлә фараздар, фекер-ҡараштар сағылдырған тәнҡит мәҡәләләр донъя күрә. Драма автор тарафынан бер нисә тапҡыр төҙәтелеп «Гөлсәсәк» вариантында 1940 йылда Башҡорт дәүләт академия театрының сәхнәһендә халыҡҡа тәҡдим ителә.
Мөхәмәтша Буранғоловтың һуғыш осоронда «Ватан һуғышы» (1942) «Батырҙар тураһында эпос» (1943) тигән китаптары донъя күрә. Беренсе китап Буранғоловтың 1812 йылғы Ватан һуғышы тураһындағы легендаларға һәм йырҙарға нигеҙләнеп ҡобайыр формаһында ижад ителгән героик поэма булып торһа, икенсеһе – республикабыҙың төрлө райондарынан яҙып алынған, әҙәбисә эшкәртелгән 4 башҡорт халыҡ ҡобайырын үҙ эсенә алған йыйынтыҡ: Аҡбуҙат, Мәргән менән Маянһылыу, Ҡараһаҡал, Юлай менән Салауат. Был китаптар һалдаттарыбыҙҙың яу юлында рух күтәреүсе, киләсәккә өмөт, илһам өҫтәүсе, көс биреүсе маяҡ булып торған.
1944 йылда М.Буранғолов Башҡорт АССР-ы өлкә Советы Указына ярашлы «Башҡорт АССР-ының халыҡ сәсәне» тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ була. Ошондай данлы исемде алған сәсәнгә оҙаҡ эшләргә тура килмәй - күрә алмаусылар арҡаһында тағын ғәйепләнеп 1946 йылда СССР Яҙыусылар союзынан сығарыла. Был юлы уның «Иҙеүкәй һәм Мораҙым» әҫәрендә башҡорт халҡының тарихына хата индереүҙә, милләтселектә ғәйепләйҙәр. 1940-сы йылдарҙа был драма хаҡында ваҡытлы матбуғат биттәрендә төрлө йылы рецензиялар сығып тора, хатта «Литературная газета» битендә был хаҡта яҙыла. Шулай булыуға ҡарамаҫтан «Башҡорт АССР-ының халыҡ сәсәне» тигән исемен тартып алып 10 йылға һөргөнгә ебәрәләр. Унан ул бары тик 1956 йылда ғына азат ителә һәм тыуған яғына ҡайтыу бәхетенә ирешә. Халыҡ сәсәне исемен кире юллап ала шулай ҙа, әммә башҡа төрлө ауырлыҡтарҙы, кәмһетелеүҙәрҙе күрергә тура килә. Гәзит, журнал биттәрендә яҙған мәҡәләләрен беҙҙең план тулған, йә башҡа һылтауҙар табып ҡабул итмәйҙәр, әҙерләгән пьесаларын бөгөнгө көн талаптары өсөн иҫкергән тип баҫтырмайҙар. 1959 йылда ғына был ҡатмарлы сәйәси хәл төҙәтелеп ул реабилитациялана. Ошондай ауыр һәм ҡатмарлы тормош юлдары үткән атаҡлы әҙип, Советтәр союзының яҙыусылар һәм әҙәбиәт фонды ағзаһы Мөхәмәтша Абдрахман улы Буранғолов 1966 йылда яҡты донъя менән хушлаша.
1987 йылда сәсәндең улы Нәжип Буранғолов атаһының ижады эштәрен һәм шәхси тормошон сағылдырған мәғлүмәттәрҙе Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтына алып килә. Институттың ғилми хеҙмәткәрҙәре фольклорсы-ғалим Нур Зарипов, башҡорт драматургия белгесе, филология фәндәре кандидаты Илдус Бүләков, яҙыусы Рәшит Шәкүров һәм ғилми архив мөдире Сәтиғә Шингәрәеванан торған комиссия булдырылып, Ғилми архивта сәсәндең шәхси фондын булдырыу ҡарала. 10 папкала ҡабул ителгән мәғлүмәт шәхси фондтың системаһына һалған опистә 69 эш булып китә. Уларға өҫтәп Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты фондына институт тарафынан алдараҡ тапшырылған ҡайһы бер эштәр ҙә күсерелә һәм тупланылған эштәрҙең дөйөм һаны 76-ға етә.
Опись 4 өлөштән тора. 1-се өлөштә сәсәндең ижадын сағылдырған материалдар, йыйған һәм яҙған әҫәрҙәре. Уларҙың күпселеге машинкала латин алфавитында баҫылған. 2-се өлөштә биографияһына ҡағылышлы мәғлүмәттәр тупланған (шәхси документтары, ағза билеттәре, маҡтау ҡағыҙҙары, фотоһүрәттәр). Фотоһүрәттәрҙә сәсәндең яҡындары, күренекле сәнғәт эшмәкәрҙәре сағылдырған. Ошонда уҡ беренсе Халыҡ сәсәненең тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған сараның әҙерлеген күрһәткән мәғлүмәттәр йыйылған. Күләм яғынан был эш бик әҙ күренһә лә, сифаты менән ул бик мөһим. 3-сө өлөш ҡасандыр М.Буранғолов тарафынан йыйылған төрлө авторҙарҙың төрлө темаға яҙған эштәренең тупламаһы булып тора. 4-се өлөш сәсәндең яҙмышына һәм эшмәкәрлегенә бәйле (шәхси яҙыу китабы, хаттар, гәзит һәм журнал биттәрендә донъя күргән уның тураһында мәҡәләләр, уның бер нисә хикәйәһе).
Рәсәй фәндәр академияһының Өфө федераль Ғилми үҙәгенең Ғилми китапханаһында М.Буранғолов тарафынан 1939-1940 йылдарҙа башҡорт халыҡ легендаларын һәм йырҙарын туплаған йыйнтыҡтың «сигнал экземпляре» һаҡлана. «Башҡорт йырҙары һәм ҡобайырҙары» тип исемләнгән 125 биттән әҙерләнгән төпләмә ҡай бер биттәре юғалып 113 биттән тора. Йынытыҡ бик ҡиммәтле документ булып тора, сөнки ул авторҙың һәм уның редакторҙарының ҡул төҙәтмәләрен һаҡлай. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул типографияға әҙерләнгән булыуына ҡарамаҫтан, ниндәйҙер заман ҡаршылыҡтары килеп сығып донъя күрмәй ҡала. Китапҡа автор 1910-1920 йылдарҙа Баймаҡ, Көйөргәҙе, Ырымбур тарафтарында яҙып алған йырҙарҙы, легендаларҙы йыйған. Уларҙың араһында Баймаҡ районының Иҙрис ауылында Ғәбит ҡурайсынан яҙып алған легенда йырҙар күпселекте тәшкил итә.
Ғилми архивта һәм Ғилми китапханала сәсәндең ижадын сағылдырған материалдар һәм китаптар бөгөн дә иғтибар үҙәгендә. Ул йыйған фольклор материалдары Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының фольклор бүлеге ғалимдары әҙерләп сығарған «Башҡорт халыҡ ижады»-ның томлыҡтарында һәм айырым йыйынтыҡтарында баҫылып тора. Башҡорт драматургия белгесе Илдус Бүләков сәсәндең пьесаларын фәнни яҡтан ентекләп өйрәнеп, уларҙың күбеһен «Таштуғай: Пьесалар» (Өфө: Китап, 1994) йыйынтыҡҡа туплап баҫтыра. Китаптың иҫкәрмәләр бүлегендә автор һәр бер пьесаның тарихын бирә, ниндәй йылдарҙа ҡайһы театрҙарҙа ҡуйылыуы, уларҙың тарихи әһәмиәте хаҡында мәғлүмәт сағылдыра. Мөхәмәтша Буранғоловтың 1940 йылда Октябрь журналының 6-8 һандарында баҫылып сыҡҡан «Иҙеүкәй һәм Мораҙым»эпосын фольклорсы Нур Зарипов 1994 йылда китап итеп баҫтырып сығара. Ғалим китапта эпосты ғилми яҡтан тикшереп, уның тарихи сығанаҡтарын, ҡобайырҙың башҡа варианттарын өйрәнеп, боронғо һүҙҙәргә һәм географик аңлатмалар менән уҡыусыға тәҡдим итә. «Мөхәммәтша Буранғолов. Сәсән аманаты» (Өфө: Китап, 1995) тигән йыйынтыҡты төҙөүсе, баш һүҙ авторы һәм яуаплы мөхәррире Берйән Байымов. Унда халыҡ сәсәне М. Буранғоловтың халыҡ ижадына ҡағылышлы ғилми күҙәтеүҙәр, ул йыйған сәсәндәр ижады, туй йолалары, башҡорт халыҡ йырҙары һәм уларға бәйле легендалар, ҡобайырҙар тупланған.
Халыҡ сәсәненең ижади эшмәкәрлеген төрлө яҡлап сағылдырған һайланма әҫәрҙәрҙән торған «Буранғолов Мөхәммәтша» исемле йыйынтыҡ 2008 йылда филология фәндәре докторы Зәйтүнә Шарипова тарафынан әҙерләнеп донъя күрҙе. Был йыйынтыҡта сәсәндең үҙ ҡулы менән яҙған хат-ғаризалары һәм башҡа архивта һаҡланған документтары, замандаштарының иҫтәлектәре һәм уның ижадын баһалаған мәҡәләр бирелгән.
Шундай эҙләнеүҙәр булыуға ҡарамаҫтан бөйөк сәсәндең ижады һәм ғүмер юлы тулыһынса өйрәнеп бөтөлмәгән. Киләсәктә был өлкәлә фәнни тикшеренеүҙәрҙе һәм асыштарҙы йәш ғалимдарыбыҙ дауам итер ышанабыҙ.
Халҡына тоғро хеҙмәт итеүсе улының исеме Башҡортостаныбыҙҙың тарихында мәңге һаҡланыр. Мәҡәләне 1964 йылда Батыр Вәлидтең оло шәхес Мөхәммәтша Абдрахман улы Буранғоловҡа арналған шиғыры менән тамамлау урынлы булыр тип уйлайбыҙ.
Етмеш биш йәш был әҙ ғүмер түгел
Өс өлөшө бөтөн быуаттың.
Күп бурандар үттең Буранғол ҡарт
Ғүмереңде нисек оҙайттың.
Аҡҡандыр ул ғүмерең Ашҡаҙарҙай
Йыуа, йыуа йылға ярҙарын.
Ҡырау төшкәндер шул сәскәйеңә
Иҫтәлеген йыйып йылдарҙың.
Һин сәсән ҡарт, көслө бурандарҙа
Аҙашҡылап байтаҡ сәсәнең.
Иҫкә төшөрәһең йәмле йәйҙә
Өҙөлгән бер гөлдөң сәсәген.
Өҙөлгән гөл тағын тамырлана
Шарт тыуҙырһаң уға яңынан.
Сәскә ат, ҡарт, ләйсән яуҙы һиңә
Баш ҡалабыҙ Мәскәү яғынан.
Шарттар тыуҙы, һалма ҡәләмеңде
Күргәндәрең һинең етәрлек.
Әле һин ныҡ, таҙа күренәһең,
Сафҡа баҫып хеҙмәт итерлек.
Ижад ит һин, һаулыҡ теләйем мин,
Ҡомартҡылар ҡалдыр халҡыңа.
Үтенес шул һиңә - күпте күргән
Күпте белгән тарих ҡартына.
Луиза Ғиниәтуллина һәм Рәмилә Сибәғәтова,
Рәсәй фәндәр академияһы Өфө федераль тикшереүҙәр үҙәгенең
ғилми архив һәм ғилми китапхана мөдирҙәре.
Читайте нас: