-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

БЕЙЕР ӨСӨН ТЫУҒАН УЛ

Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле 11 мартта тыуған көнөн билдәләй. 1939 йылдың нәҡ ошо көнөндә Фәйзи Ғәскәров башҡорт халыҡ бейеүҙәре ансамбленең художество етәксеһе итеп тәғәйенләнә. Башҡорт дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамбле башҡарған ҙур хеҙмәттең айырылғыһыҙ бер өлөшө булған Әнүәр Фәхретдиновтың ижады хаҡында бөгөн һүҙебеҙ. Әнүәр Фәхретдинов сәнғәткә ғашиҡ ғаиләлә үҫә. Атаһы гармунсы була. Ябай эшсе Нуретдин Пермь ҡалаһындағы башҡорт, татар һәүәҫкәрҙәренең концерттарында ҡатнаша. Әнүәр ҙә бәләкәйҙән үк репетицияларға йөрөй. Йыр-бейеүгә мөхәббәт, уның асылын тойоу һәләте малайҙың йөрәгендә тап бына шул осорҙа бөрөләнә.

Буласаҡ бейеүсенең артабанғы тормош юлы Дүртөйлө һәм Борай колхоз-совхоз театрҙары менән бәйле. Халыҡ алдындағы тәүге сығыштары ауыр һуғыш йылдарына тура килә. Йәш егеттең дәртле бейеүҙәре башты түбән эймәҫкә, Еңеү көнөн тиҙерәк яҡынайтыу өсөн тырышыбыраҡ эшләргә дәртләндерә.
Һуғыш бөткәс, Әнүәрҙең тормошонда ҙур ваҡиға була: уны Башҡорт дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамбленә алалар. Бында Мөхәмәт Иҙрисов, Хазина Мағазова, Ирек Ибраһимов, Мөхәмәт Шәмсетдинов кеүек талантлы бейеүселәр була ул саҡта. Әнүәр хәҙер улар менән бергә эшләйәсәк. Шуны уйлай ҙа, хафаланып та ҡуя. Эйе, тәбиғи талант бер хәл, ә бына халыҡ ихтирамын яулау өсөн уҡырға, ныҡышмалы өйрәнергә кәрәк...
Әнүәр тәжрибәле педагогтар ҡулына юлыға. Уның һәләтен артабан үҫтереү өсөн Хәләф Сафиуллин, Мөхәмәт Шәмсетдиновтар күп көс һала. Ансамблдең художество етәксеһе Фәйзи Ғәскәров бигерәк тә ҙур тырышлыҡ күрһәтә.
Әнүәр Фәхретдиновтың ижады сағыу һәм бай. Көйгә һиҙгерлек, ритмды нескә тойоу, буй-һындың мәғәнәле хәрәкәте, кинәйәле ым-ишара, техник яҡтан камиллыҡ – былар бөтәһе лә уға хас сифаттар.
Әнүәр Фәхретдинов башҡарған һәм ул ҡатнашҡан бөтә бейеүҙәрҙе лә һанап сығыу мөмкин түгел. Бының өсөн ансамблдең ирҙәр төркөмө башҡарған байтаҡ номерҙарҙы күҙ алдына килтерергә тура килер ине. Әнүәр уларҙың күбеһендә солист булып сығыш яһай. Үҙенең төп сығыштары – башҡорт һәм татар егеттәре бейеүҙәрен башҡарамы, «Гөлнәзирә», «Шаян ҡыҙҙар», «Зарифа», «Әпипә»ләрҙә ҡатнашамы, ансамблдең солисткаһы Флүрә Минһажева, РСФСР-ҙың халыҡ артисткаһы Фирҙәүес Нафиҡова һәм РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисткаһы Тамара Хоҙайбирҙина менән «Бүләк»те, «Дуҫлыҡ»ты башҡарамы, һәр ваҡыт үҙенсәлекле образ тыуҙыра. Артистың бай фантазияһы, килешле хәрәкәттәре һоҡландыра. Уның сығыштарына халыҡсанлыҡ, тормош шатлығы хас.
«Өс туған» – Әнүәр Фәхретдиновтың исемен айырыуса киң билдәле иткән бейеү. Фәйзи Ғәскәров тарафынан ҡуйылған был тәрән мәғәнәле хореографик күренеште беренсе булып республиканың танылған бейеүселәре Мөхәмәт Иҙрисов, Мөхәмәт Шәмсетдинов һәм Әнүәр Фәхретдинов сәхнәгә сығара. Кесе туғандың йәшлек саялығы, уртансыһының олпатлығы, олоһоноң аҡылы менән һуғарылған бейеүҙе халыҡҡа күрһәткәнсе күп көс һалырға тура килә. Тамашасылар «Өс туған»ды тәүге күреүҙән үк ярата.
Ансамбль артистарының тәүге тапҡыр сит илгә сығыуы ла ошо бейеүгә бәйле. Бухареста йәштәр һәм студенттарҙың Бөтә донъя фестивалендә «Өс туған» менән ҡатнашып, М.Иҙрисов, М.Шәмсетдинов һәм Ә.Фәхретдинов алтын миҙал алып ҡайта.
Ансамбль тулы составында тәүге тапҡыр сит илгә 1955 йылда сыға. Хо Ши Мин саҡырыуы буйынса бейеүселәр Вьетнам Демократик Республикаһында була.
Вьетнамға барыу Ә.Фәхретдиновта иң яҡты тәьҫораттар ҡалдыра, мәңге онотолмаҫлыҡ сәйәхәт була. Был хаҡта делегация етәксеһе, халыҡ шағиры Мостай Кәрим «Вьетнам алыҫ түгел» китабында былай тип яҙа:
«Хо Ши Мин үтә тапҡыр һүҙле, шаян кеше икән. Бер мәл ҡапыл беҙҙең йәш-елкенсәккә күҙ йөрөтөп сыҡты ла кемдәрҙең комсомол булыуын һораны. Комсомолдар аяғүрә баҫты. Улар араһында мыйыҡлы йәш артист Әнүәр ҙә бар ине.
– Һин дә комсомолецмы? – тип һораны.
– Эйе, комсомолец, – тип яуап бирҙе Әнүәр.
– Шаяртаһың, комсомол мыйыҡлы булмай ул. Комсомол йәш була.
Беҙ шарҡылдап көлдөк. Ләкин был көлдөрөр өсөн генә әйтелгән һүҙ түгел ине. Ысынлап та, йәшлек үҙен мыйыҡ менән биҙәүгә мохтаж түгел бит».
Бындай ҡыҙыҡлы осрашыуҙар күп була, ләкин эш унда түгел. Артистар сит илгә сыҡҡанда, бөтәһенән элек, халыҡҡа илебеҙҙең оло яҙмышы хаҡында һөйләп биреүҙе, уларҙы сәнғәт, атап әйткәндә, башҡорт бейеүҙәре менән таныштырыуҙы маҡсат итеп ҡуя.
Әнүәр Фәхретдинов ансамбль менән күп ерҙәрҙә була. Вьетнамдан тыш, Монголия, Корея, Һиндостан, Бирма, Непал, Италия, Германия, Гвинея, Франция, Испания... Йәмғеһе ҡырҡтан ашыу ил. Ә Советтар Союзын бер нисә тапҡыр арҡыры-буйға иңләп сыға.
Сит ерҙәрҙә йөрөү ансамбль өсөн үтә фәһемле. Артистар башҡорт халҡының сәнғәте менән таныштыра, үҙҙәре лә яңы бейеүҙәр алып ҡайта. «Өс грация», «Уңыш бейеүе», «Ритмдар һәм көйҙәр», «Елпеүестәр менән бейеү» кеүек номерҙар ана шундай оҙайлы гастролдәрҙән һуң тыуған.
Әнүәр Фәхретдиновтың ижады – Башҡорт дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамбле башҡарған ҙур хеҙмәттең айырылғыһыҙ бер өлөшө. Педагог-репетитор, художество етәксеһе булараҡ та ансамблдең йөҙөн, үҙенсәлектәрен сағылдырыуға күп көс һала. Коллективтың 1978 йылдың февралендә Мәскәүҙә булып үткән Бөтә Рәсәй смотрында ҡатнашып, беренсе дәрәжә дипломға һәм лауреат исеменә лайыҡ булыуы бының асыҡ миҫалы. СССР-ҙың халыҡ артисы Игорь Моисеев етәкселегендәге жюри ансамблдең сығышын юғары баһалай. Был – бейеүҙәрҙе сәхнәгә ҡуйыусы РСФСР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Фәйзи Ғәскәровтың, ансамблдең етәксеһе Әнүәр Фәхретдиновтың ныҡышмалы хеҙмәтен таныу.
Ансамбль Мәскәүҙең Чайковский исемендәге концерт залында ике бүлектән торған программа менән сығыш яһай. Имтихан «Гөлнәзирә» менән башлана. Был сағыу бейеү тамашасыларҙы әсир итә. Башҡортостандың халыҡ, РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисткаһы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Рәшиҙә Туйсинаның «Заһиҙә»һе лә ҙур уңыш ҡаҙана. Башҡа бейеүҙәр ҙә ихлас хуплана. Улар – «Ҡымыҙсы ҡыҙҙар», «Бесәнселәр», «Өс туған», «Ете ҡыҙ»...
Конкурстан һуң булған һөйләшеүҙә белгестәр беҙҙең ансамблдең үҙ ижадында милли традицияларҙы, халыҡсан үҙенсәлектәрҙе ҡәҙерләп һаҡлауын һәм артабан үҫтереүен ныҡлап билдәләп үтә. Шулай уҡ артистарҙың профессиональ башҡарау оҫталығы, рәссамдар Ғәлиә Имашева, Сәмиғулла Кәлимуллин һәм Борис Торик эскиздары буйынса тегелгән костюмдарҙың үҙенсәлеге, номерҙарҙың тейешле музыкаль биҙәлеше берҙәм баһалана.
Хореография сәнғәте өлкәһендәге уңыштары өсөн Әнүәр Фәхретдинов Башҡортостандың халыҡ артисы, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы тигән маҡтаулы исемдәргә лайыҡ була. Бөтә Рәсәй эстрада артистары конкурсы дипломаты, «Почет Билдәһе» ордены менән бүләкләнгән.
Бөтә донъяның сәхнәләрен дер һелкетеп бейер өсөн генә тыуған Әнүәр Фәхретдинов ғүмеренең һуңғы көндәренә тиклем (ул 1987 йылда баҡыйлыҡҡа күсә) сәнғәттән айырылмай. Дүртөйлө, Ишембай, Күмертау ҡалаларында балалар хореография ансамблдәрен ойоштора, Өфө хореография училищеһында уҡыта.
Факил МЫРҘАҠАЕВ
Читайте нас: