+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

30 октябрь – Сәйәси золом ҡорбандарын иҫкә алыу көнө

Билдәле мәғрифәтсе, халҡыбыҙ, телебеҙ өсөн йәнен фиҙа ҡылған милләттәшебеҙ Ғаббас Йәғәфәр улы Дәүләтшиндың яҡты иҫтәлегенә арнап Башҡорт дәүләт университетында саралар уҙҙы.

Бөйөк илебеҙҙең ҡыҙыл менән яҙылған тарихи даталарынан тыш, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡайғылы Хәтер көндәре лә бар. Советтар Союзында 1937-1938 йылдарҙа 1 миллион 700 мең кеше нахаҡҡа хөкөм ителә, 725 меңе атып үлтерелә.
Башҡортостанда 50 меңдән ашыу кешегә халыҡ дошманы тигән мөһөр һуғыла, тиҫтәләрсә мең кеше кулаклыҡта ғәйепләнеп, ситкә һөрөлә. Нахаҡҡа хөкөм ителгәндәр 1994 йылдан һуң ғына федераль ҡанунға ярашлы аҡланды. 2000 йылда республикала сәйәси золом ҡорбандары хәтеренә һәйкәл ҡуйылды. Улар хаҡында мәғлүмәттәр тупланған «Хәтер китабы» баҫылды.
Сәйәси золом ҡорбандарын иҫкә алыу көнөндә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡорт дәүләт университетының шәрҡиәт һәм башҡорт тел ғилеме кафедраһы урынлашҡан бинала күренекле мәғрифәтсе, педагог һәм телсе ғалим, сәйәси золом ҡорбаны Ғаббас Йәғәфәр улы Дәүләтшиндың яҡты иҫтәлегенә арнап иҫтәлекле таҡтаташ асты.
Таҡтаташ асыу тантанаһында Бөтә донъя башҡорттары президиумы рәйесе, Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайы рәйесе урынбаҫары Эльвира Ринат ҡыҙы Айытҡолова:
–Хөрмәтле милләттәштәр, Ғаббас Йәғәфәр улы Дәүләтшиндың туғандары! Беҙҙең илдең календарында шундай дата бар – золом ҡорбандарҙы иҫкә алыу көнө, шуға был аяныслы көн, – тине ул. – Тап ошо көндә таҡтаташты асабыҙ, бының өсөн Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, ғалимдың туғандары менән берлектә күп кенә эш башҡарылды. Республикабыҙҙың арҙаҡлы шәхестәре – ир-уҙамандарыбыҙ, милләттәштәребеҙ мәғрифәтселеккә, туған телебеҙҙе үҫтереүгә күп көс һалған. Ғаббас Йәғәфәр улы – туған телебеҙҙе һаҡлап ҡалыуға булышлыҡ итеүсе, телде өйрәнеү өсөн нигеҙ һалыусы, әсбаптар, төрлө методик китаптар сығарған кеше. Тап шуның өсөн дә беҙ уны бөгөн хөрмәтләп иҫкә алабыҙ, исемен мәңгеләштереү маҡсатында ошо таҡтаташты асабыҙ. Бында, Коммунистик урамында, ул бөтәһенә лә күренеп торор. Йәнә шуны әйткем килә – бөгөн беҙҙең бурыс – туған телебеҙҙе һаҡлап ҡалыу, балаларыбыҙҙы башҡорт телендә һөйләшергә өйрәтеү, милләтте артабан да үҫтереү. Бөгөнгө көндө байрам тип атарға ла мөмкиндер, моғайын. Сөнки көтөп алынған тарихи ваҡиға был.
Сараға Ғаббас Йәғәфәр улының туғандары, яҡташтары ла килгәйне. Һамар өлкәһенең Оло Глушица районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Самат Әхәт улы Дәүләтшин күренекле яҡташы, телсе-ғалим Ғаббас Йәғәфәр улы Дәүләтшинды онотмағандары өсөн, уның исемен мәңгеләштереү эшен ойошторған кешеләргә оло рәхмәтен белдерҙе.
Сара таҡтаташҡа сәскәләр һалыу, күмәкләп иҫтәлеккә фотоға төшөү менән тамамланды.
Рената ЮЛЫБАЕВА
Читайте нас: