+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

"БАШҠОРТ БАЛАҪЫ ЭТНИКАҺЫ"

Стәрлетамаҡ районы Күсәрбай ауылында традицион башҡорт балаҫы һуғыу буйынса оҫтахана асыласаҡ. Район йәштәре башҡорт балаҫы һуғырға өйрәнеп кенә ҡалмай,

халҡыбыҙҙың мәҙәниәте, фольклоры, ғөрөф-ғәҙәттәре менән танышасаҡ.
“Башҡорт балаҫы этникаһы” проектын Башҡортостан Башлығы гранты ярҙамында бойомға ашырыла. Сара район мәҙәниәт һарайы һәм Социаль үҫешкә ярҙам итеү хәйриә фонды менән берлектә ойошторола.Балаҫ һуғырға өйрәтеү эше менән ошо ауылда йәшәгән оҫтабикә Флүрә Аҡсулпанова етәкселек итәсәк. Проект 2020 – 2021 йылдарҙа тормошҡа ашырыла. Әле кәрәкле йыһаздар алынған, эш башланған. Этномәктәптә уҡыуҙар туған телдә йыр-моң, уйындар менән оҙатылып барыласаҡ. Балалар тәбиғәт күренештәренә арналған, көнкүреш йолалары, милли кейемдәр, ризыҡтар тураһында ла мәғлүмәт аласаҡ. Стәрлетамаҡ район мәҙәниәт һарайының ижади коллективы видеоға төшөргән материалдар буйынса ла дәрестәр төҙөләсәк. Проекттың һөҙөмтәһе булып 2021 йылдың 18 июнендә “Башҡорт балаҫы байрамы” асыҡ район фестивале үткәреләсәк. Сара “Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә ойошторола.Унда башҡорт балаҫы күргәҙмәләре ойоштороласаҡ. Шулай уҡ ҡунаҡтар башҡорт милли аш-һыуын тәмләй, ижади коллективтар сығышын ҡарай аласаҡ. Фото БР Мәҙәниәт министрлығы сайтынан алынды.
Читайте нас: