+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар

Башҡорт һалдаттары йырлаған йырҙар

Башҡорт халҡының йыр сәнғәте һуғыш һәм хәрби походтарҙа тыуған тарихи йырҙар, көйҙәргә бай. Мәҫәлән, «Любизар», «Ҡаһым түрә» йырҙары 1812 йылғы Ватан һуғышы менән бәйле булһа, «Һыр», «Уйыл» йырҙары 1853 йылда Аҡмәсет походында тыуған. «Порт-Артур» – 1904–1905 йылдарҙағы рус-япон һуғышының йыры икәнлеге һәр кемебеҙгә билдәле. Әммә бына Граждандар һуғышы осорондағы башҡорт ғәскәрҙәренең йырҙары тураһында нимә беләбеҙ һуң?

Башҡортостан автономияһы өсөн йәнен-тәнен аямай һуғышҡан башҡорт һалдаттары ниндәй йырҙар йырлаған? Ғөмүмән, Башҡорт милли хәрәкәте осоронда ниндәй йырҙар тыуған? Үкенескә ҡаршы, әлегә тиклем башҡорт ғәскәренең йырҙары менән бәйле тарихыбыҙҙың данлы бер өлөшө әлегә тиклем өйрәнелмәй килә. Миңә башҡорт ғәскәрҙәре тарихын өйрәнгәндә улар башҡарған йырҙар тураһында байтаҡ ҡына хәтирәләр, архив документтарына осрарға тура килде. Ошоларҙан сығып, Граждандар һуғышы осоронда тыуған йырҙар тураһында ла яҙып үтергә булдым.
1918–1919 йылдарҙа тыуған ғәскәри йырҙарҙың ҡайһы берҙәре бөйөк шағир, Башҡорт милли хәрәкәтенең йырсыһы Шәйехзада Бабичтың ижады менән бәйле. Мәҫәлән, 1918 йылда яҙған «Башҡортостан» шиғырын йырға һалып Башҡорт армияһы һалдаттары йырлап йөрөгәнлеге билдәле. Был йырҙы бөгөн беҙ «Каруанһарай» төркөмө башҡарыуында ишеткәнебеҙ бар.
Башҡортостан
Арыҫландар үҙ ерен
Залимдарҙан таптатмаҫ,
Таптайым тип атлаһа,
Башҡорт ҡаны атлатмаҫ.
Ил өҫтөнә сапҡан яу
Башҡорт йәнен ҡаҡшатмаҫ,
Бысраҡ табан аҫтында
Башҡорт намыҫы ятмаҫ.
Башҡортостан – гөлбостан,
Сөнбөлөстан, нурбостан,
Шунда тыуған, шунда үҫкән
Башҡорт атлы арыҫлан!
Башҡортостан баҡсаһы –
Арыҫландар торған ер;
Арыҫландар бабаһы –
Ҡаһармандар йөрөгән ер;
Ҡаһармандар кәүҙәһен
Ҡосаҡлаған, күмгән ер;
Хәләл ҡандар шәүләһен
Күккә тәрсим ҡылған ер.
Башҡортостан – гөлбостан,
Былбылыстан, нурбостан,
Шунда тыуған, шунда үҫкән
Башҡорт тигән арыҫлан.
Башҡорт халҡы тарихта
Ғәйрәт менән фаш булған;
Киң иреккә ашҡынған
Күңелдәге ташҡындан;
Һәр ваҡытта намыҫын
Үҙ башына баш ҡылған;
Тыуған илен һаҡлауға
Үҙе булған таш ҡурған.
Башҡортостан – гөлбостан,
Рәйханостан, нурбостан,
Шунда тыуған, шунда үҫкән
Башҡорт улы арыҫлан.
Көслө намыҫ, ташҡын йән
Торҙо, тағы ҡалҡынды;
Тағы башҡорт халҡында
Иҫке ялҡын балҡыны.
Мең йәһәннәм тыуҙырыр
Бер башҡорттоң ялҡыны;
Миллион ожмах яратыр
Бер Уралдың алтыны!
Башҡортостан – нурбостан,
Рәйханостан, гөлбостан.
Шунда тыуған, шунда үҫкән
Башҡорт улы арыҫлан.
Уралҡайҙың аҫты алтын,
Өҫтө шиғыр, үҙе нур;
Киләсәктә был ергә
Хоҙай үҙе ҡыҙығыр;
Фирҙәүестәр төҙөлөр,
Әлуан ниғмәт теҙелер;
Күкте ташлап мәләктәр,
Был ерҙәргә гиҙенер.
Башҡортостан – йәмбостан,
Илһамыстан, шиғырстан,
Шунда тыуған, шунда үҫкән
Башҡорт намлы арыҫлан!
Ҡыуан аңлап, әй, Ватан,
Беҙ аңланыҡ хәлеңде;
Һине һалып ҡулбашҡа,
Беҙ йөкләнек ғәмеңде.
Ғәреш әғлә өҫтөнә
Мендеребеҙ даныңды;
Беҙ фидаи һинең өсөн –
Йәшәтербеҙ намыҫыңды!
Башҡортостан йәшәһен!
Сөмбөлөстан йәшәһен!
Шунда тыуып, шунда үҫкән
Арыҫлан йәшәһен!
Шәйехзада Бабичтың шиғырҙар йыйынтығында башҡорт ғәскәрҙәренә бағышланған «Ғәскәр маршы» исемле шиғыры бар. Ул «Эскадрон» көйөнә башҡарыла тиелгән. Тимәк, башҡорт һалдаттары Бабичтың «Ғәскәр маршы» шиғырын «Эскадрон» көйөнә һалып йырлап йөрөгәндер, тип фекер йөрөтөргә була. «Ғәскәр маршы»нда, ысын мәғәнәһендә, автономия өсөн көрәште, башҡорт ғәскәрҙәренең батырлығын сағылдырған, һалдаттарҙы яуға рухландырған, тәрән мәғәнәле һүҙҙәр һалынған:
Ғәскәр маршы
(«Эскадрон» көйөнә)
Тайярбыҙ беҙ Ватан фарманына,
Ысын ихлас биреп, баш ороп;
Тыуған илебеҙҙең ҡорбанына
Йәнде-тәнде һөйөнөп тапшырып.
Илебеҙ түшәк, еребеҙ карауаттай,
Ҡары-боҙо эҫе юрғандай;
Түҙемлебеҙ батыр Салауаттай,
Күкрәк ғәйрәт менән тулғандай.
Утлы беләк беҙҙең утын яҡһа,
Кибер төҫлө өлкән диңгеҙҙә;
Ныҡлы беләк беҙҙең уғын атһа,
Тейер төҫлө Сулпан йондоҙға!
Беҙ йөрөйбөҙ илде һаҡлайбыҙ тип,
Һаҡларбыҙ һәм Башҡортостанды;
Тураҡлайбыҙ, илде таптайбыҙ тип,
Ҡаршы килгән яуыз дошманды!
Илкәй өсөн сыҡһын ғәзиз йәндәр,
Ҡунһын шәһит рухтар талына;
Хәләл ергә аҡһын хәләл ҡандар,
Бабайҙарҙың ҡаны янына.
Беҙҙең ғәскәр, әйҙә, алға марш!
Тетрәп торһон ер-күк, асманы.
Беҙ арыҫлан, беҙ бит һәм юлбарыҫ,
Яңы Башҡортостан ғәскәре.
Хәтирәләрҙән күренеүенсә, башҡорт ғәскәренең йырҙары 1918 йылда тыуып, артабан 1919–1920 йылдарҙа, ҡыҙылдар яғына сыҡҡас та башҡорт һалдаттары тарафынан Граждандар һуғышының төрлө-төрлө фронттарында йырланыр булған. Тәүге йыр 1918 йылдың башында уҡ тыуған. Ул ҡаһарман башҡорт сардары Әмир Ҡарамышевтың исеме менән бәйле. Башҡортостан хөкүмәте ҡарары буйынса 1918 йылдың башында башҡорт офицерҙары Әмир Ҡарамышев, Ғимран Мағазов, Ғабдулла Иҙелбаевтар Бөрйән-Түңгәүер кантонында тәүге башҡорт отрядын ойоштора. Тап ошо мәлдә Әмир Ҡарамышев үҙе сығарған « Ватан» йырын һалдаттар менән йырлап йөрөүе тураһында күренекле милли хәрәкәт эшмәкәре Хәбибулла Ғәбитов яҙа. Үкенескә ҡаршы, был йырҙың көйө лә, һүҙҙәре лә билдәһеҙ.
Әбйәлил районы Асҡар ауылы кешеһе Мөғәлләм Мирхәйҙәровтың үҙенең хәтирәләрендә, 1919 йылдың февралендә ҡыҙылдар яғына сыҡҡан Башҡорт корпусының Муса Мортазин етәкселек иткән 1-се кавалерия полкы һалдаттары йырлаған йырҙар тураһында ҡыҙыҡлы мәғлүмәт бирә: «28 февралдә Асҡарға Муса Мортазин полкы килә тип хәбәр таралды. Темәс яғы юлынан төштән һуңыраҡ, үрге ауыл осонан килгәндәре күренде. Муса Мортазиндың атлылары «Эскадрон», «Күгәрсен», «Ф(Х)иҙалам», «Марш» көйҙәренә һалынған йырҙарҙы йырлап шаулатып, тын ғына ултырған Асҡарҙы яңғыратып килеп инделәр». Мортазиндың һалдаттары «Эскадрон» көйөнә һалып йырлаған йыр, Шәйехзада Бабчитың «Ғәскәр маршы» йыры түгелме икән?
Икенсе бер хәтирәнән күренеүенсә, был йырҙы башҡорт һалдаттары 1919 йылдың көҙөндә Петроград урамдарында ла яңғыратҡан. Айырым Башҡорт уҡсы бригадаһының сәйәси бүлеге хеҙмәткәре З.А. Шәрәфетдинов бына нимә тип яҙа: «Приезд бригады в Петроград превратился в дружескую демонстрацию. Когда воины-башкиры на привокзальной площади и на Невском проспекте затянули любимую песню «Эскадрон», встречающие их петроградцы, как морская волна запрудили улицы и кричали: «Да здравствует Башкирия!», «Ура, Башкирия!».
М. Мирхәйҙәров телгә алып үткән «Күгәрсен» йыры ла хәтирәләрҙә йыш осрай. Мәҫәлән, күренекле журналист Мостафа Солтанов Ғабдулла Ибраһимов хаҡында мәҡәләһендә Башҡорт уҡсы бригадаһы составында Петроградта булып ҡатҡан яугир Хисам Хисамовтың һөйләгәндәрен яҙып үтә: «Петроград вокзалында беҙҙе сафҡа теҙеп, ҡала урамы буйлап алып киттеләр. Кемдер берәү беҙҙең «Күгәрсен» көйөн яңғыратып ебәрмәһенме! Патрон заводы янына барып туҡтаныҡ, халыҡ беҙҙе ҡапҡа төбөнә тиклем оҙатып килде». «Күгәрсен» йырын Мортазин атлылары 1921 йылда алыҫ Украина яҡтарында ла йырлап йөрөгәндәре билдәле. Мәҫәлән, И.И. Слатин «Из боевого прошлого башкирского народа» исемле яҙмаһында былай тип яҙа: «Первое время появление всадников-башкир на низких степных лошадях и с незнакомой речью вызывало в украинских, а особенно в приграничных селах настороженность. Откуда еще такие? Спрашивали крестьяне. Вскоре недоверие уступило место дружбе…
Кружки художественной самодеятельности подразделений проводили постановки с местными силами. И часто, воинственный башкирский «Хугарчин» (народная песня) звучал после задорной украинской песни «Гандзи» на вечерах…».
Билдәле ғалим Риф Сөләймәнов төҙөгән «Башҡорт халыҡ музыка сәнғәте» йыйынтығында «Күгәрсен» исемле ике халыҡ йыры телгә алына. Береһе шаян, ә икенсеһе фәлсәфәүи йөкмәткеле йыр. Икенсеһенең һүҙҙәре түбәндәгесә:
Күгәрсенде шунан беләм,
Аҡ йөнө бар түшендә.
Тағы ниҙәр күрәм инде:
Һыуҙа йөҙҙөм төшөмдә?
Аҡ күгәрсен, күк күгәрсен
Оса күктә, бейектә.
Күгәрсен кеүек гөрләшеп,
Беҙ йәшәйбеҙ иректә!
«Күгәрсен» тип башҡорт һалдаттары 1919 йыл Петроград урамдарында, 1920 йылда Польша фронтында, 1921 йылда Украина сигендә тап ошо йырҙы башҡарғандарҙыр, бәлки.
Башҡорт ғәскәрендә «Ирмәк» исемле йыр булғанлығы билдәле. Шулай уҡ Йылайыр районының Мәҡсүт ауылында йәшәүсе Вәлиулла Бикбулатов (1932 йылғы) йәш сағында ауылдашы Айса Байғоловтан (Башҡорт ғәскәрендә хеҙмәт иткән, күрәһең) Зәки Вәлидиҙең йырын ишеткән булған. Өс куплеттан берәүһе генә хәтерендә ҡалған:
Һаҡмар ғына буйы, ай-һай, ҡыҙыл яр,
Ҡыҙыл ғына туры атым юшайҙыр, юшайҙыр,
Иһей!
Ир-егеткәйләрҙең, ай, ел-дауа
Ҡаты хәсрәт белән бушайҙыр, бушайҙыр.
Зәки Вәлиди шәхесе менән бәйле тағы бер йыр бар. Уның авторҙары, Вәлидиҙең яҡын көрәштәштәре Фәтхелҡадир Сөләймәнов менән Ғәлимйән Таған. 1918 йылдың йәйендә Силәбе ҡалаһында Башҡортостан хөкүмәте үҙенең эшен яңынан башлағас, Фәтхелҡадир Сөләймәнов ҡалала «Башҡорт» гәзитен сығарыу эшен яйға һала. Был гәзит Ырымбурҙа баҫылып, 1918 йылдың февралендә Башҡортостан хөкүмәте большевиктар тарафынан ҡулға алынғас, сығыуҙан туҡтап тора. Ф. Сөләймәнов беҙгә күбәрек Абдулҡадир Инан исеме аҫтында, арҙаҡлы ғалим булараҡ билдәле. Эмиграцияға китмәҫ элек ул милли хәрәкәттә талантлы журналист, мөхәррир булараҡ ҡына түгел, ә ялҡынлы шағир итеп тә таныта. «Башҡорт» гәзите биттәрендә уның шиғырҙары баҫыла. Гәзиттең 1918 йылдың 16 август һанында уның «Батыр» исемле шиғыры донъя күрә. Шағир уны Башҡортостан мөхтәриәте өсөн көрәшеп йөрөгән башҡорт яугирҙарына бағышлай.
Батыр егет килә ат өҫтөндә… Аты уйнай ауыҙын тартҡанда…
Булат һаҙыт кейгән, һөңгө тотҡан – таштар яра уҡтар атҡанда.
Аҡ осҡондар осора ат ауыҙынан… Таштар һына аяҡ аҫтында…
Алға саба батыр, алға бара, саң төтөнө ҡала артында…
Нигә ашҡына батыр, нигә ашһына? Ни ишеткән батыр, ни күргән?
Намыҫы бар егет нигә ятһын – ил ситенә бөгөн яу килгән!..
Һуңыраҡ ошо шиғыр юлдарына йырға маһир, ҡаһарман сардар, 3-сө Башҡорт пехота полкы командиры Ғәлимйән Таған йыр һала. Ул йырҙы милли хәрәкәт етәксеһе, яҡын көрәштәше Зәки Вәлидигә бағышлай. Был йырҙың барлығы һуңғы йылдарҙа ғына асыҡланды. Башҡортостан Республикаһының архив эштәре буйынса идаралыҡ хеҙмәткәрҙәре Венгрияға барып, Ғәлимйән Тағандың ғилми мираҫын тикшергәндә ошо йырға ла юлыҡтылар.
Бер һүҙ менән әйткәндә, 1918–1921 йылдарҙағы башҡорт ғәскәрҙәренең йырҙары – башҡорт йыр сәнғәте тарихының әлегә өйрәнелмәгән, асылмаған бер бите. Бында тарихсылар, йыр, сәнғәт белгестәре, фольклорсылар өсөн ҙур эш ята.
Азат ЮЛАН
 Тәрсим ҡылған – һүрәтләндергән.
Әлуан ниғмәт – төрлө ашамлыҡ-эсемлек, Ғәреш әғлә - юғары кимәлгә.
Читайте нас: