+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

XIX быуат рәссамдары ижадында башҡорттар

Ырымбур рәссамы ҡалдырған ижад емештәре башҡорт халҡының үткәнен өйрәнеүҙә бай сығанаҡ булып тора.

Ырымбур рәссамы Чернышев
Башҡорттарҙы, ғәҙәттә, 1812 йылғы Ватан һуғышы осоронда Көнбайыш Европа рәссамдары ижадында күреп өйрәнгәнбеҙ. Рәсәй ижадсыларынан А.О.Орловскийҙың һүрәттәре бай, ентекле һынланышы менән айырылып тора. Үҙенең ижадында башҡорт халҡының көнкүрешен, тормошон, хужалығын, хәрби хеҙмәтен сағыу һүрәтләгән рәссамдарҙың береһе тыумышы менән Ырымбур ҡалаһынан булған ижадсы Алексей Филлипович Чернышев тора.
А.Ф.Чернышев 1824 йылда Ырымбур ҡалаһында мещан ғаиләһендә донъяға килгән. Бала сағынан уҡ уның һүрәт төшөрөүгә һәләте асыла. Иконалар яҙыусы ҡарттарҙан рәсем серҙәренә тәүге һабаҡтар ала. Ырымбур губернаһының губернаторы А.В.Перовский малайҙың һәләтен күреп, 1841 йылда Санкт-Петербург ҡалаһындағы Художество академияһына уҡырға урынлаштыра. Академияла Чернышев профессор М.Н.Воробьев ҡулында белем ала, пейзаж төшөрөү менән мауыға. Артабан көнкүреш тормошто һүрәтләүгә нығыраҡ иғтибар бирә башлай. 1848 йылда «Финляндия күренеше» исемле картинаһы өсөн кесе көмөш миҙал менән бүләкләнә. Ике йылдан кесе алтын миҙалға лайыҡ була.
1851 йылда Академияны уңышлы тамамлай. «Никах» картинаһы өсөн ҙур алтын миҙал менән бүләкләнә. Чернышевтың һүрәттәрен халыҡ йылы ҡабул итә. Уның эштәре нәфис сәнғәт һөйөүселәрҙең альбомдарына тиҙ арала таралып бөтөр була. Халыҡтың һөйөүен яулаған ижады арҡаһында батша һарайында рәссам (придворный рисовальщик) вазифаһына урынлашыуға өлгәшә.
Алексей Чернышев үҙенең тыуған яғы Ырымбур губернаһында йәшәүсе ерле халыҡ, башҡорттарҙың көнкүрешенә бағышланған байтаҡ ҡына һүрәттәр ижад итә. «Башҡортостан» («Башкирия»), «Сәй эсеүсе башҡорттар» («Башкиры за чаем»), «Башҡортостан далаларында» («В степях Башкирии»), «Тирмәнең эске күренеше» («Внутреннее убранство юрты»), «Егетлек» («Джигитовка») исемле һәм башҡа картиналар яҙа.
«Сәй эсеүсе башҡорттар» һүрәтендә тирмә эсендә самауыр янында сынаяҡтар ҡуйып сәй эсеп ултырған дүрт ир-уҙаманды күрәбеҙ. Ни өсөндөр сәй яһаусы ҡатындың йөҙө рәссам тарафынан эшләнеп бөтмәгән, буялмаған. Шуныһы ҡыҙыҡлы: сәй мәлендә, башҡорттар, ғәҙәттәгесә тирмәнең иҙәнендә ултырмай. Самауыр, сынаяҡтар һандыҡ рәүешендәге тәпәш өҫтәлгә ҡуйылған. Уң яҡтағы ир-уҙаман яҫтыҡ һалынған ултырғыста ултырһа, башҡалары эскәмйәлә урын алған. Ир-аттарҙың өҫтөндә төҫлө еләндәр. Уң яҡта ат тиреһенән эшләнгән, ҡымыҙ һаҡлай торған ҙур һауыт-һабаны күрәбеҙ. Уның ауыҙын, ҡымыҙ түгелмәһен өсөн, тирмәнең ағасына элеп ҡуйғандар. Этнографтар яҙыуынса, XIX быуаттың икенсе яртыһында бындай һауыттар тик бай башҡорттарҙа ғына булған. Тимәк, был тирмәнең хужаһы ла бай булғанын күрһәтеп тора. Һабаның эргәһендә ағас тәпән ултыра. Башҡорттар, ғәҙәттә, һабанан ҡымыҙҙы ағас тәпәнгә ҡойоп, ҡунаҡтарҙы һыйлар булғандар.
«Башҡортостан далаларында» исемле һүрәтендә алғы планда аҡ ҡалпаҡ, күк елән кейгән башҡорт түрәһе һынланған. Атының эйәр, йүгәне лә зауыҡлы итеп яһалғанлығы күренеп тора. Уның кантон башлығы, йәки старшина булыуы ихтимал. Эргәһендә ике ярҙамсыһы килә. Бында Чернышев тарафынан Ырымбур далалары һүрәтләнгән, ахыры. Картинала башҡорттарҙан тыш мал ҡыуыусы ирле-ҡатынлы ҡаҙаҡтарҙы ла күрергә мөмкин. Ҡатындың милли кейеме уларҙың ҡаҙаҡ милләтенән икәнен күрһәтеп тора. Һул яҡта тирмәнең кейеҙе күтәрелгән. Көндөҙ ошо рәүешле тирмәне елләтер булғандар. Был ҡаҙаҡ тирмәһе, сөнки ағас ишек урынына кейеҙ япма ҡуйылған. Башҡорттар тирмәгә ағас ишек ҡуйһа, ҡаҙаҡтар кейеҙ менән генә ябыр булған.
Алексей Чернышевтың башҡорттарҙың хәрби хеҙмәтенә бағышлаған һүрәттәре лә бар. Бигерәк тә, Башҡорт уҡыу (өйрәнсек) полкы көнкүрешен һынландырған һүрәттәре иғтибарҙы йәлеп итә. 1852 йылда Кантондарҙа хеҙмәт итеүсе башҡорттарҙы хәрби эшкә өйрәтеү маҡсатында Башҡорт өйрәнсек полкы булдырыла. Полк Аллабирҙе ауылында (хәҙерге Ырымбур өлкәһенең Төйлөгән районы) урынлаша. Йыл һайын 10 майҙан 10 октябргә тиклем 700-ҙән ашыу башҡорт хәрбиҙәре күнекмәләр үтә. Бына ошо полктың тормошон Чернышев һүрәтләп ҡалдырған да инде. Беренсе һүрәттә беҙ өйрәнсек полктың рядовойҙарын күрәбеҙ. Алғы планда ике яугир атын етәкләп, һөйләшеп тора. 1857 йылда Башҡорт ғәскәре өсөн индерелгән яңы униформа кейгәндәр. Яугирҙарҙың башында һарыҡ тиреһенән папаха, өҫтөндә аҡ сәкмән, ҡыҙыл лампаслы күк шаровар. Һәр береһендә мылтыҡ, пистолет, ҡылыс, һөңгө. Арҡаларында – патронташ (патрон һауыты). Чернышев Башҡорт өйрәнсек полкының тормошо менән ныҡлап танышыуы күренеп тора. Рәссам башҡорт яугирҙарының формаһын бик тә ентекле итеп һүрәтләгән.
Икенсе һүрәттә шулай уҡ Башҡорт өйрәнсек полкының хәрбиҙәре һүрәтләнгән. Бында инде беҙ һул яҡта полктың офицерын күрәбеҙ. Башында папаха, яурынында – обер-офицер погондары (эполет). Ҡарағусҡыл күк төҫтә форма кейгән. Яғаһында һәм еңендә уҡалар тағылған. Уң яҡта ике һыбайлы рядовой килә. Арттараҡ ҡыҙыл сәкмән кейгән урядник тора.
Шулай итеп, яҡташыбыҙ, рәссам Алексей Чернышев, XIX быуаттағы башҡорт халҡының көнкүрешен сағылдырған матур һүрәттәр ҡалдырған. Улар башҡорттоң хәрби тарихын, этнографияһын өйрәнеүҙә ҡиммәтле сығанаҡ та булып тора. Чернышевтың һүрәттәре Рус музейы (Санкт-Петрбург), Дәүләт Третьяков галереяһы (Мәскәү) һәм Ырымбур өлкәһенең тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейында һаҡлана.
Ә рәссамдың яҙмышына килгәндә, ул ауыр сиргә бирешеп, ҡырҡ йәшенә лә етмәй вафат була. 1853 йылда Академияны уңышлы тамамлағаны өсөн уны Рим ҡалаһына белемен камиллаштырырға ебәрәләр. Әммә оҙаҡ эшләү сәбәпле, күҙҙәре ауырта башлай. Быны ул ауыр күтәрә. Күңел төшөнкөлөгөнә бирелә, нервылары ҡаҡшай. Тиҙҙән рәссам күңел сиренә һабыша. Европаның баш ҡалаларында дауаланып ҡарай, әммә ауырыуҙан ҡотола алмай. 1860 йылда Рәсәйгә ҡайта һәм өс йылдан донъя ҡуя.
А.Ф.Чернышев ижадының башҡорттарға бағышланған өлөшө сәнғәт белгестәре, этнограф, тарихсылар тарафынан артабан өйрәнеүҙе талап итә. Рәссам ҡалдырған ижад емештәре башҡорт халҡының үткәнен өйрәнеүҙә бай сығанаҡ булып тора.
Азат ЮЛАН
Читайте нас: