-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

"Любезные вы мои башкирцы, молодцы!"

Риүәйәт буйынса, Бородино һуғышынан һуң генерал-фельдмаршал Михаил Кутузов башҡорт полкының командиры Ҡаһым түрәне саҡырып ала һәм

батырлығы өсөн: "Любезные вы мои башкирцы, молодцы!" - тип маҡтай. Ҡаһым түрә был турала яуҙаштарына һөйләй һәм улар дәртләнеп йыр ижад итә.
Был йырҙың куплеты: "Любезники, любизар, молодец, молодец" тип ҡабатлана. Йырҙа Рәсәйҙән Наполеондың ғәскәрҙәрен ҡыуып, Париж ҡалаһына барып еткән урыҫ һәм башҡорт яугирҙарының ҡаһарманлығы һүрәтләнә. "Любизар" йыры 19 быуатта яҙып алынған. 1854 йылда Николай Берг төҙөгән "Песни разных народов" йырҙар йыйынтығына индерелгән. Йырҙың бер вариантын Федор Туйкин яҙып алған һәм үҙенең "Ватан Геройҙары" тигән китабына индергән.
Любизар Беҙ һуғышҡа ингәндә, Бәхилләштек барыбер. Беҙ һуғыштан сыҡҡана, Алдан сыҡты даныбыҙ. Любезники, любизар, Маладис, маладис! Француздар килеп ингән Мәскәү тигән ҡалаға. Беҙҙең ғәскәр ҡыҫып алғас, Сығып ҡасты далаға. Любезники, любизар, Маладис, маладис! Наполеонға тәхет кәрәк, Үҙ еренә һыймаған. Мәсүҙәргә килеп ингәс, Улда үҙен һанаған. Любезники, любизар, Маладис, маладис! Франзуздар танынылыр Әрәсәйҙә үҙҙәрен. Урыҫ,башҡорт ҡыҫмаҡлағас, Табалмайҙар эҙҙәрен. Либезники, любизар, Маладис, маладис! Мәскәүгә лә керҙек беҙ, Парижды ла күрҙек беҙ. Франзуздарҙы еңгәндә, Ер емертеп йөрөнөк беҙ. Любезники, любизар, Маладис, маладис!
Миләүшә ҠЫҘРАСОВА әҙерләне
Читайте нас: