1925 йылда Башҡортостан Үҙәк Башҡарма Комитетына Мәскәүҙән Мәғариф халыҡ комиссары А. В. Луначарскийҙың Парижда асыласаҡ Бөтөн донъя декоратив сәнғәт күргәҙмәһенә ебәрергә ҡурайсы талап ителеүе хаҡындағы телеграммаһы килеп төшә. Һәм был етди сарала ҡатнашыуҙы Йомабай Иҫәнбаевҡа йөкмәтәләр. Ошо хәбәрҙе ишеткәс, дәртләнеп-ҡанатланып ауылына ҡайта, тау битләүендә аҡ сәскә атып ултырған ҡурайҙы, Франция ерендә бындай мөғжизәле үҫемлек юҡтыр тип, тамыры менән ҡаҙып алып китә ҡурайсы. Архивта 1925 йылдың 21 майында Мәскәүгә, Йомабай Иҫәнбаевты Парижға ебәреү айҡанлы яҙылған хат һаҡланған. Был документта, юл сығымдарына ҡағылған мәсьәлә менән бер рәттән, Йомабай ҡурайсының “уның үҙенең күрһәтмәһе һәм инструкцияһы буйынса, ҡоростан йәки көмөштән яңы ҡурай эшләү өсөн саралар күреү” тураһындағы үтенесе лә белдерелә. Документаль сығанаҡтарҙа, ҡурай ике данала Мәскәүҙә эшләнгән тип яҙыла. Үкенескә ҡаршы, әлеге махсус рәүештә әҙерләнгән музыка ҡоралдары хаҡында башҡа мәғлүмәттәр табылмаған. Ә инде Йомабай Иҫәнбаевҡа тәғәйенләнгән башҡорт милли кейемен Мәскәүҙә ҙур театрҙың мастерскойҙарында теккәндәр. Гастроль өсөн әҙерләнгән был махсус программа ике тапҡыр Мәскәү тамашасыһына күрһәтелә. Йомабай Иҫәнбаев “Урал”, “Буранбай”,”Перовский” көйҙәрен башҡара. Уның сығышы өсөн Урал тәбиғәтен кәүҙәләндергән махсус декорация эшләнә. Артистар һәм халыҡ араһынан сыҡҡан башҡарыусылар делегацияһы 1925 йылдың июнь башында Мәскәүҙән Парижға юллана. Концерттарға билеттар улар килгәнгә тикем үк һатылып бөткән була. Был сәфәрҙәге артистар барлығы 11 концерт ҡуя. Тамашасылар менән шығырым тулы Париждың ҙур театрҙарының береһендә Йомабай тәүҙә сәхнә артында “Урал” көйөн уйнай. Әкрен генә шаршау асылыуға, башҡорт милли костюмында ҡурайһыҙ ғына халыҡ алдына сыға һәм сәхнәнең бер ситенә ултыртып ҡуйған, Хәйбулла төбәгендә үҫкән тупраҡлы таҡыя башлы ҡурай үләнен тамашасы алдында ул һаҡлыҡ менән ҡырҡып ала ла шунда уҡ тишектәр уйып, “Байыҡ” көйөн уйнап та ебәрә. Тамашасы тын да алмайынса тыңлай был моңдо. Һуңынан иһә зал көслө алҡыштарға күмелә. Программа буйынса һәр музыка ҡоралында берәр тапҡыр ғына сығыш яһау күҙ уңында тотолһа ла, ҡурайсыны алҡышлап, ҡат-ҡат сәхнәгә сығаралар. Концерттарҙың береһендә, Йомабай Иҫәнбаевты бер нисә мәртәбә сәхнәгә саҡырғандан һуң, бер ҡатын уның янына күтәрелеп, ҡурайсыны ҡотлап, ҡулын ҡыҫа һәм үҙенең алтын балдағын музыканттың бармағына кейҙерә.Башҡорт ҡурайсыһына таң ҡалған Европа зыялылары нисек итеп уға хөрмәт күрһәткән, ҡурайсының артабанғы яҙмышы нисек булған, "Тамаша" журналында уҡырһығыҙ.