-6 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар

Зинһар, «Уралым» йырын башҡорт халыҡ йыры «Урал» менән бутамағыҙ!

Башҡорт халыҡ йырҙары араhында халыҡтың hөйөүен яулаған һәм профессиональ вокалистар тарафынан башҡарыла торған иң популяр йырҙарҙың береhе – ул, hис шикhеҙ, «Уралым» йыры. Уның тарихы бик ҡыҙыҡ.

Музыкаль йәhәттән ҡарағанда, йырҙың нигеҙендә халҡыбыҙҙың ҡурай өсөн күк торналарҙың сыңғыраған моңло тауышын тасуирлап ижад ителгән мәшhүр «Сыңрау торна» көйө ята. Был инструменталь көйҙөң профессиональ сәнғәттә нисек йыр булып китеүен беҙ йырсы Камил Вәлиевтең 1998 йылда сыҡҡан «Юлдарға урала йырҙар» тигән китабынан уҡып белә алабыҙ: «Сыңрау торна» легендаһы 70-се йылдарҙа тәү башлап яңғыраны, – тип яҙа ул «Юлдар һәм йылдар» бүлегендә. – Әбделғәфи (ҡурайсы Абдулла Хәлфетдинов – Г.Г.) минең йортома килде лә ҡурайын алып уйнап ебәрҙе. – «Был көйҙә шул тиклем тойғо һәм тәрәнлек, һүҙҙәре лә булһа ине», – тип көрһөндөм. «Мин һине Рәми Ғарипов менән таныштырам. Ул һүҙҙәрен тиҙ генә яҙып бирер», – тине Әбделғәфи.
Ысынлап та, Рәми Ғарипов менән таныштык, мин уға үҙемдең үтенесемде белдерҙем, Әбделғәфи был көйҙө бер нисә тапҡыр ҡурайҙа уйнап ишеттерҙе. (...) Теп-теүәл ике аҙнанан Рәми Ғарипов текст килтерҙе һәм мин «Сыңрау торна»ны беренсе булып йырлай башланым» (194 – 195-се бит).
Шулай итеп, был көйгә һүҙҙәрҙе йырсы Камил Вәлиев һорауы буйынса Р.Ғарипов яҙған булып сыға. Ул йыр: «Сыңрай-сыңрай осоп килә, осоп килде сыңрау торнаҡай», – тип башлана һәм был осраҡта йырҙы «Башҡорт халыҡ йыры «Сыңрау торна»» тип иғлан итәләр. Әйткәндәй, күрәhең, шул уҡ ваҡытта Абдулла Хәлфетдинов был йырҙың тауыш һәм фортепиано өсөн эшкәртмәhен эшләп, уның көйөн нотаға hала. Был хаҡта М.С.Алкин төҙөгән «Башҡорттоң 100 йыры» йыйынтығында ошо эшкәртмәнең булыуы фараз итергә мөмкинлек бирә. Камил Абдрахманович үҙе иҫән саҡта: «Мин сәхнәлә сығыш яһағанда, беҙ шағирҙың исемен гел әйтә торғайныҡ», – ти ине. «Сыңрау торна»ны ул ҡурай оҙатыуында ла, фортепиано оҙатыуында ла башҡара торғайны. Әммә эш бының менән генә бөтмәй. Китапты артабан уҡыйыҡ...
«Концерттарҙың береһендә ошо йырҙы башҡарғанда Ишмулла Дилмөхәмәтов та ултыра ине. Эргәмә килде лә: «Камил, ҡыйыулығың өсөн рәхмәт! Үҙемдә лә бер уй тыуҙы әле. Салауат Юлаев һүҙҙәренә «Уралым» тигән көй яҙҙым, ике варианты әҙер инде (улай уҡ түгел, Дилмөхәмәтов Салауат Юлаев ҡобайырын «Сыңрау торна» көйөнә һала. – Г.Г.). Һинең «Сыңрау торна»ң ысын мәғәнәһендә миңә торна ҡанаттары бирҙе. Рөхсәт итһәң, мин дә уны йырлайым да сит илгә алып сығам», – тине. Мин, әлбиттә, ризалыҡ бирҙем» (195-се бит).
Әле был китап сыҡмаҫ борон уҡ (ҡабатлайым, ул 1998 йылда донъя күрә), мин сәхнәлә И.Дилмөхәмәтовты ишеткән һайын (ә беренсе тапҡыр был 1976 йылда М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында Ғабдулла Туҡайҙың 90 йыллыҡ юбилей кисәһендә булғайны), «Сыңрау торна» көйөндә һүҙ Урал тураһында барамы ни?» – тип аптырай торғайным. 1995 йылда мин атаҡлы ҡурайсының ҡатыны Әнисә апай Дилмөхәмәтова янына үҙ йомошом менән барып, Ишмулла ағайҙың опера либреттолары тураһында һөйләшеп ултырғайныҡ. Һәм шунда бер юлы «Уралым» йыры тураһында ла һорашырға булдым. «Ни өсөн Ишмулла ағай «Сыңрау торна»ны Салауат Юлаев һүҙҙәренә йырлай башланы ул? Нисек булды ул?» – тип һораным. Әнисә апай өҙөп кенә бер нәмә лә әйтә алманы, тик уйланып ултырғандан һуң: «Импровизация бит ул, импровизация!» – тип кенә ҡуйҙы.
Минең аңлауымса, Салауат Юлаев шиғыры ҡурайсыбыҙ күңелендә был көйгә үҙенән-үҙе, бик тәбиғи ятҡан һәм күңеленән урғылып, иҫ киткес бер моң булып сыҡҡан. Ул уны үҙенсә, музыкант ҡолағы менән ишеткән. Дилмөхәмәтовтың трактовкаһы бик тәрән, халыҡсан, бик үҙенсәлекле: ул Салауат шиғырының бөтә 30 юлын да ҡулланмай, уларҙың ун икеhен генә файҙалана, көйҙө оҙон итеп тә һуҙа, бейеү көйөнә тартым итеп ҡыҫҡартып та көйләй, өзләп тә ебәрә. Уралға арналған мәдхиәгә әйләндерә ул үҙенең сығыштарын! Был осраҡта йыр (дөрөҫөрәге, ҡобайыр) «Уралым» тип атала, концерттар ваҡытында иһә уның авторҙары итеп кемде генә иғлан итмәйҙәр ине! Иҫемдә, 70-се йылдарҙа И.Дилмөхәмәтовтың ошо халыҡ көйөн башҡарыуы тураһында һүҙ бик күп булғайны, хатта халыҡ көйөн был тиклем дә үҙгәртергә уның хаҡы бар микән, тип тә һөйләгәндәрҙе хәтерләйем.
Был бәхәстәр 1983 йылда йырсы Радик Гәрәевтең Сочила үткән Халыҡ-ара «Ҡыҙыл ҡәнәфер» сәйәси йыр конкурсында гран-при яулауы менән бөтә. Гәрәевтең башҡарыуы башҡасараҡ, ул академик планда, етдиерәк йырлай ине һәм был хаҡта беҙ И.Дилмөхәмәтовтың үҙенең баһаһын уҡый алабыҙ: «Радиктың ҙур еңеүенә мин бик шатмын. Асылда был беҙҙең милли мәҙәниәтебеҙҙең тантана итеүе. «Уралым» – ике октавалы, ауыр йыр, уны һәр кем йырлай алмай. Уның «Урал»ы минекен ҡабатламай, шуныһы яҡшы», – тигәйне ул бер интервьюһында («Ленинец», 1984, 12 ғинуар). Радик Гәрәевтән һуң был йырҙы башҡа йырсылар ҙа эләктереп ала, бөгөнгө көндә уны кем генә йырламай ҙа, нисек кенә йырламай!!!
Минем күҙәтеүемсә, Ишмулла Дилмөхәмәтовтың варианты, йәғни «Уралым» йыры, «Сыңрау торна»ға ҡарағанда йышыраҡ, күберәк башҡарыла, был, моғайын, ул вариант сағыуыраҡ, моңлораҡ, вокаль алымдарҙың төрлөрәк булыуы менән аңлатылалыр. «Сыңрау торна» иhә ябайыраҡ, быны Р.Ғарипов яҙған шиғырҙың төҙөлөшө hәм уның әҙер көйгә hалыныу принциптары менән аңлатырға кәрәк. Шағир кеше көйҙөң hәр өнөнә (нотаға) бер ижек hала, hөҙөмтәлә «Сыңрау» hүҙен hанамағанда (унда беренсе ижеккә ике нота тап килеп, иң ябай – ике өнлө боролош барлыҡҡа килә), музыкаль өндәр hәм ижектәр hаны бер иш, бер тигеҙ була, шуға ла көйҙөң боролоштары булмай, ә улар булмағас, йыр оҙон түгел, hалмаҡ килеп сыға. Уны балалар репертуарында ла йыш ишетергә мөмкин. Хәлфетдинов был йырҙы ҡушма көй формаhында ишетеп яҙған: уның беренсе яртыhы hалмаҡ яңғыраhа, икенсеhе – ҡыҫҡа итеп йырлана. Күреүегеҙсә, бер тамырҙан сығыуға ҡарамаҫтан, ике йыр араhында айырмалар ҙа шаҡтай ҙур.
Һәм ниhайәт шул: зинһар, «Уралым» йырын башҡорт халыҡ йыры «Урал» менән бутамағыҙ! Ә ундай осраҡтар бар. Улар икеһе – ике төрлө йыр, тик был инде икенсе тема.
Гөлназ ГАЛИНА, филология фәндәре кандидаты,
Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре
Читайте нас в