Ишмулла Ишҡәле улы Дилмөхәмәтов 1928 йылдың 15 сентябрендә Башҡортостандың Йылайыр кантоны (хәҙерге Йылайыр районы) Иҫке Яҡуп ауылында тыуып, Яңы Яҡупта үҫә. Атаһы, түңгәүер ырыуының атаҡлы ҡурайсыһы Ишҡәле Дилмөхәмәтов, ҡайһы бер ауылдаштары менән 1930 йылда ул урман араһындағы хозур тәбиғәтле, шишмәләргә бай урынға сығып, яңы ауылға нигеҙ һалып, колхоз төҙөй. 1932 йылда ул колхоз ойошторғандағы “хаталары” өсөн өс йылға Ҡаҙағстанға һөргөнгә ебәрелә. Ғаилә башлығы хәләле Фәйрүзә менән, ике йәшлек кесе улдары Сәйфулланы апаһы Мәхүпъямалға ҡалдырып, Ишмулланы бәләкәй арбаға ултыртып, Һаҡмар, Таналыҡ йылғалары урғылып ташып ятҡан апрель айында ҡаҙаҡ далаларына сығып китә. Шунда мал көтөп көн күрәләр. 1935 йылда ғына ҡайтып төшәләр. Ауылда мәжлестәр Ишҡәлеһеҙ үтмәй. Уға эйәреп, ауыл йәштәре ҡурайҙа уйнарға, йырларға әүәҫләнә. Бөйөк Ватан һуғышына тиклем Матрай, Хәйбулла, Баймаҡ райондары һабантуйҙарында ҡурай буйынса Ишҡәлене уҙыусы булмай, ҡайҙа барһа ла беренселекте яулай. Бәләкәй генә Ишмулла ла, йырлап, призһыҙ ҡайтмай. Дүрт йәштәр тирәһендә үк ул мәжлес-йыйындарҙа атаһы ҡурайына бейей башлай. Ә бер ваҡыт Ишҡәлегә ҡунаҡҡа Йомабай Иҫәнбаев менән Хужиәхмәт Үтәшевтар килеп төшә. Әйләнә-тирәлә генә түгел, тотош Башҡортостанда данлыҡлы был ике ҡурайсы йыр-бейеүгә әүәҫ Ишмулланы бейетеп бер була. “Һай зирәк күренә малайың, Ишҡәле, өлөшлө булмаҡсы, үҙ һөнәреңә өйрәт”, – тиҙәр. Йылдар үткәс Ишмулла ла, Сәйфулла ла данлыҡлы халыҡ ҡурайсылары булып танылып, аталарының ҡурайсылыҡ традицияһын дауам итә. Ишмулла Дилмөхәмәтовты 1943 йылда, колхозда көтөүсе булып йөрөгән еренән артистар бригадаһы Баймаҡ колхоз-совхоз театрына эшкә саҡырып, үҙҙәре менән эйәртеп үк алып китә. Халыҡ театрында уйнау, кешеләр араһында булыу, аралашыу, быуаттар төпкөлөнән килгән аһ-зарлы йыр-моңобоҙҙо тыңлау, халыҡтың ғөрөф-ғәҙәттәрен өйрәнеү – үҙе бер тормош мәктәбе. “Уҡып та булманы, минең университетым Сибай театры булды инде”, - тип әйтер була аҙаҡ Ишмулла. Совет Армияһында хеҙмәт иткән осорҙа ла, Кавказ хәрби округының йыр һәм бейеү ансамблендә эшләү ҙә уны сәнғәт юлында йәнә бер баҫҡысҡа күтәрә. Әрменән ҡайтҡас, Ишмулла Дилмөхәмәтовты Башҡорт дәүләт академия драма театрына эшкә алалар. Йәш ҡурайсы һәм йырсы, К. Тинчуриндың “Зәңгәр шәл”ендә Булат, М. Фәйзиҙең “Аҫылйәр”ендә Шәрәф, С. Ямалдың “Ҡара сәскәләр”ендә Надир, Ҡ. Даяндың “Таңсулпан”ында Айсыуаҡ, З. Биишеваның “Серле йөҙөк” драмаһында Кинйәбай ролдәрен оҫта башҡарып, драма артисы булараҡ та абруй ҡаҙана. Бигерәк тә йыр, музыка элементтары ҡулланылған спектаклдәрҙә таланты тулыраҡ асыла. Әммә алтмышынсы йылдар уртаһынан ул үҙенең барлыҡ көсөн, дәртен, һәләтен эстрада артисы, йырсы, ҡурайсы эшмәкәрлегенә бағышлай. Башҡорт дәүләт филармонияһына күсеп, концерт бригадаһы етәксеһе сифатында гастролдәрҙә йөрөй. Нәҡ ошо ваҡыттан башлап уны, талантлы халыҡ музыкантын, фольклор төркөмдәре составында сит илдәргә саҡыра башлайҙар. Ишмулла Дилмөхәмәтовтың репертуары ифрат бай була. Башҡорт халыҡ йырҙарынан “Урал”, “Сибай”, “Ҡаһым түрә”, “Ильяс”, “Баяс”, “Зөлхизә”, “Маһисәрүәр”, “Ҡурайсы егеткә”, “Кейәү”, “Элмәлек” һәм “Ғилмияза” кеүек көйҙәрҙе ул үҙенә генә хас моң һәм күкрәк тауышы менән барлыҡ милли нескәлектәрендә башҡара. Үҙ-үҙен тотошонда ла, йырҙарында ла ябайлыҡ, тәбиғилек, кешелеклелек кеүек сифаттарҙы һаҡлай. “Филармония артистарына, Баку ҡалаһында сығыш яһарға тура килгәйне, - тип хәтерләй Рамаҙан Йәнбәков. - Бер нисә тапҡыр ҡаланың үҙәк универмагтарында булып, пластинкалар һатыу бүлегендә төрлө халыҡтарҙың йыр-көйҙәрен тыңлап йөрөнөм. Башҡорт моңдары яҙылғандары ла бар ине. Уларҙы ла ҙур ҡыҙыҡһыныу менән тыңлайҙар, һатып алалар. Бер көндө сит илдән килгән ниндәйҙер ҡунаҡ егет (ул француз телендә һөйләшә ине) ҡурай моңон ишетергә теләүен аңлатты. Һатыусы ҡыҙ, хәҙер, тигәнде белдереп йылмайҙы ла Ишмулла Дилмөхәмәтов башҡарыуында халҡыбыҙ көйҙәре яҙылған пластинканы ҡуйҙы. Шул минутта, әйтерһең, тыуған төйәгебеҙ Уралға әйләнеп ҡайттым – универмаг башҡорт ҡурайының илерткес моңо менән тулды. Ҡунаҡ, көйҙөң башын тыңлап бөтөр-бөтмәҫтән, ике пластинка һатып алды ла, рәхмәт әйтеп, йылмая-йылмая баҫҡыс буйлап юғарыға атланы… Шул саҡ тиҫтә йыл элек Ишмулла Дилмөхәмәтовтың, Парижға барып, 8 мең кеше һыйҙырышлы һарайҙа ҙур уңыш менән сығыш яһауы хаҡында уйлап, ғорурлығым эсемә һыйманы. Кем белә, бәлки, әлеге ҡунаҡ егет тә уның шаһиты булғандыр, шул көндәрҙән бирле ҡурай моңон бына шулай үҙ иткәндер…” Ғайса Хөсәйенов иһә: “Уның (Ишмулла Дилмөхәмәтовтың) ҡурай уйнауын, йырлағанын радионан, телевизорҙан, сәхнәләрҙән кемдәр генә һоҡланып тыңламаған икән? Ул танылған шөхес: Башҡорт АССР-ның атҡаҙанған артисы, республикабыҙҙың халыҡ артисы, РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы, Салауат Юлаев, Ғәлимов Сәләм исемендәге премиялар лауреаты. Бер нисә фестиваль дипломанты. Ишмулла Дилмөхәмәтовтың йыр-моң аша яңғыраған даны, республикабыҙ, илебеҙ сиктәренә генә һыймайынса, сит илдәргә, төрлө ҡитғаларға саҡлы таралды. Өфө менән Ҡазан, Мәскәү менән Ленинград халҡы Ишмулланың йыр, ҡурай моңдарын бөтә милли нескәлеге менән тойоп алҡышлаһа, Париж менән Рим, Берлин менән Стокгольм, Бомбей менән Токио ҡыу ҡурайҙан шунса моң ағыуға хайран ҡалып ҙур-ҙур сәнғәт, спорт һарайҙарын шаулатып ҡул сапты. Сәнғәт теленә тәржемә кәрәкмәй ине.Ишмулла Дилмөхәмәтов – ишле талант: ҡурайсы, йырсы, йыр-көй сығарыусы, драма артисы, либреттист, әҙип кеше. Ишмулла хатта фәҡәт ҡурайсы булып ҡына ҡалһа ла, уның даны һис бүҫкәрмәҫ ине. Ул, барынан да элек, виртуоз ҡурайсы булыуы менән көслө. Ижадының бүтән яғы, киң диапазоны, уның шул төп һәләтен төрлөләндереп биҙәп, ҡеүәтләп ебәрә кеүек,”- тип яҙа Ғайса ағай. Яҙыусы уның “Уралым – тыуған төйәгем” тигән атаҡлы музыкаль-хореографик импровизацияһын да һүрәтләп үтә. “Шаршау асыла. Сәхнә артында “Ай, Уралым, Уралым” йыры ишетелә. Шулай йырлай-йырлай, өҫтөнә затлы елән, башына ҡама бүрек кейгән, ҡулына ҡурай тотҡан Ишмулла Дилмөхәмәтов тамаша алдында пәйҙә була. Гүзәл Урал тәбиғәте декорацияһы фонында киң һулышлы йыр ағыла. Йырҙы шул уҡ көйҙөң дауамы, ҡушымтаһы булып ҡурай моңо алыштыра. Тамашасы күңеле хәҙер ҡурай моңо тулҡынында тирбәлә. Бер үк башҡарылышта йыр һәм ҡурай моңона әсир булған халыҡ ҡурайҙан ишетелеп ҡалған сәйер өзләү өндәренә лә әҫәрләнеп өлгөрә. Башҡарыусының ҡурайын ирен-тештәренән алған көйө моң-өндөң һаман дауам итеүенә, тамаҡ ҡурайына күсеүенә тамам ғәжәпһенеп ҡала. Көтмәгәндә устар-усҡа һуға – алҡыштар яңғырай. Әммә вокаль-музыкаль номер, алҡышҡа күмелгән күпмелер паузанан һуң, дауам итә: ҡурай тағы телгә килә. Һәлмәк бейеү көйө “Заһиҙә” ишетелә. Көйгә талғын ғына тирбәлеп, билдәрен һығылдырып, ҡулдарын тулҡын-тулҡын һирпеп, сулпыларын сылтыратып, тәңкәләрен тәлтеңләтеп бейеүсе ҡыҙ ойотоп алып китә. Шулай итеп, бер импровизацияла йыр, ҡурай, өзләү, бейеү берләшә, бер бөтөн тамаша барлыҡҡа килә. Был тамашаны тыуҙырыусыһы, бейеүсенән башҡаһы – йырсыһы, йырын сығарыусыһы, ҡурайсыһы, өзләүсеһе, режиссеры – бер кеше: Ишмулла Дилмөхәмәтов.” Ғайса Хөсәйенов менән осрашыуында Ишмулла Дилмөхәмәтов халыҡ моңо хаҡында бына ниҙәр бәйән итә:- Халыҡ йырын үҙеңсә үҙгәртеү үҙе хилафлыҡ булыр ине. Хикмәт шунда, беҙҙең оҙон йырҙарҙа бер тондан икенсе тонға күскәндә нескә тональностар аша моңдо тибрәндереп күсеш яһала. Шуны бәғзе йырсыларыбыҙ артыҡ абайламай ҡырҡа ғына күсәләр ҙә ҡуялар, шулай итеп йырҙы биҙәп ебәрер тибрәнеүҙәрҙе һикереп үтәләр. Ҡырҡа һикереш үҙе үк ҡолаҡты яра, моңдо киҫә. Унан, беҙҙең оҙон йырҙар ҡоро һулышҡа, һуҙыуға ғына ҡоролмаған. Моң унда тулҡын-тулҡын булып ағыла. Ул музыкаль тулҡындарҙың эреле-ваҡлыһы бар, өҫтәүенә. Шуларҙың мелодик нескәлеген тойһаң, һаҡлаһаң, көй-моң тағы биҙәлеберәк, тибрәнеберәк китә. Моңдо тойорға, бигерәк тә белеп-тойоп йырларға миңә атайым өйрәтте. Мин һис теоретик түгел – практик. Теория, минеңсә, йыр-моңдо йөрәк менән тойоуҙыр ул. Беҙҙең йырҙарҙың һүҙендә лә, көйөндә лә тәрән мәғәнә ята бит. Халыҡ үҙе торғаны бер философ. “Үтәһең дә, ғүмерем, ай, үтәһең, ҡартайып уҡ әрәм итәһең”. “Был ғүмерҙең ике килмәгәнен белмәгән дә кеше белмәй бит”, “Йөрәк башҡайына ҡан һауҙырған йөрәк ярып сыҡҡан бала икән”, “Тәҡдир ҡәләмдәре миндә булһа, былай итмәҫ инем тәҡдирҙе” – уйланһаң, бындай һүҙҙәргә күпме мәғәнә, тойғо һалынған бит… Данлыҡлы ҡурайсы, йырсы-импровизатор, башҡорттоң бөйөк ҡурайсылыҡ сәнғәтендә талантлы сәхнә оҫтаһы Йомабай Иҫәнбаев, Хәмит Әхмәтов, Ғиниәт Ушанов, Ғата Сөләймәновтар эстафетаһын дауам итеүсе күренекле халыҡ музыканты Ишмулла Дилмөхәмәтовтың исемен республикабыҙ йәмәғәтселеге, уның яҡташтары ҡәҙерләп һаҡлай. Йылайыр районында меңәрләгән кеше ҡатнашлығында оло йыр, ҡурай байрамы, Дилмөхәмәтов исемендәге призға ҡурайсылар бәйгеһе үткәрелә, арҙаҡлы шәхестең тыуған Яҡуп ауылында Ишмулла Ишҡәле улы Дилмөхәмәтовтың йорт-музейы асыла. Данлы ҡурайсы һәм йырсының ижади эшмәкәрлеге республикабыҙ, илебеҙ тарафынан юғары баһалана. Уға Башҡортостандың халыҡ артисы, ә инде 1975 йылда РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы тигән маҡтаулы исемдәр бирелә, яҡшы концерт программаһы өсөн республикабыҙҙың Ғ.Сәләм, 1974 йылда Салауат Юлаев исемендәге премиялар лауреаты була. Рәшит Шәкүр, Рамаҙан Йәнбәков, Ғайса Хөсәйенов, Сәйфулла Дилмөхәмәтов,