-5 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар

Ошо бәләкәй генә ағас киҫәгенән эшләнгән музыка ҡоралында быуаттарҙы эсенә алған көй, моң ята.

Имәндән ҡырҡылған пластинкалар ике йыл күләгәле еләҫ урында һаҡлана. Унан, бысаҡ менән ҡырҡып, ирегән ҡаҙ майында тотола. Ошонан һуң ғына матур тауышҡа өмөт итергә була.

Ошо бәләкәй генә ағас киҫәгенән эшләнгән музыка ҡоралында быуаттарҙы эсенә алған көй, моң ята. Ағас ҡумыҙҙың оҙонлоғо — 15—20 см, киңлеге — 1,5—2,5 см, йыуанлығы — 2 мм. Ағас пластинканың уртаһында теле ҡырҡыла, теленең төбөнә ныҡлы еп бәйләнә. Уйнағанда бер ҡул менән шул ептән тартып, икенсеһе менән ҡумыҙҙы тотоп ауыҙға терәтеп уйнала. Ағас ҡумыҙҙар күбеһенсә имәндән эшләнә. Ике йыл күләгәле еләҫ урында һаҡлағандан һуң бысаҡ менән ҡырҡып, ирегән ҡаҙ майында тотола. Ошонан һуң ғына матур тауышҡа өмөт итергә була. Был ҡумыҙҙың тауышы тимер ҡумыҙҙыҡына бөтөнләй оҡшамаған: струна ҡалтырауы, бубен һуғыуы, серәкәй сеңләүе тауыштары ҡушылып киткән төҫлө була уның моңонда. үҙенең ябайлығы арҡаһындамы ағас ҡумыҙ ғалимдарға XX быуат баштарына тиклем билдәле булмаған. Бөгөн дә уны тәүге күреүселәр етерлек. Ҡумыҙҙың ҡулланылыу өлкәһе лә сәхнә генә түгел. Мәсетле районының тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында Ҡумыҙ залы бар. Ул 2010 йылда данлыҡлы ҡумыҙсы Роберт Заһретдиновтың башланғысы менән булдырылған һәм республикала әлеге йүнәлештәге берҙән-бер музей һанала. Роберт Абдрахман улы яҡташтарына баһалап бөткөһөҙ ҡиммәтле бүләк эшләгән – үҙенең үҙенсәлекле ҡумыҙ коллекцияһын тапшырған. Бында 300-ҙән ашыу ҡомартҡы, Ер шарының 30 иленән 70-тән ашыу төрҙәге ҡумыҙ, фәнни әҙәбиәт, фотолар, ҡумыҙ моңо яҙылған аудио һәм видеокассеталар, дисктар тупланған. Музейҙа бик ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәргә юлығырға мөмкин. Мәҫәлән, ҡасандыр юғалыуға дусар булып, Мәсетле ерендә яңынан тергеҙелгән ағас ҡумыҙҙың тарихы бик үҙенсәлекле. 1985 йылда Ғүмәр ауылында йәшәгән Ҡафия Ғариповала ағас ҡумыҙ һаҡланыуы билдәле була. Ҡафия Ғариф ҡыҙы уйнап ҡына ҡалмай, боронғо музыка ҡоралын эшләү серҙәрен дә белгән булып сыға. Ул уны саған ағасынан ҡәҙимге бысаҡ ярҙамында эшләп күрһәтә. Артабан күләгәле урында киптереп, башта ҡаҙ майы, һуңынан иретелгән һыйыр майын һеңдергәнсе һөртә һәм бик үҙенсәлекле моң тыуҙырған инструмент барлыҡҡа килә. Үкенескә ҡаршы, бөгөн Ҡафия инәй беҙҙең арала юҡ, әммә ул өйрәтеп ҡалдыр¬ған ағас ҡумыҙ йәшәй. Хәҙерге көндә бындай ҡумыҙҙа бик күп оҫталар, хатта тотош ансамблдәр уйнай.
Миләүшә ҠЫҘРАСОВА
Читайте нас: