-2 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар

Рухын юғалтҡан түгел, мөнәжәт һәм нәсихәттәр әйткән халыҡ ул башҡорт

Төрлө аңлатмаларҙа мөнәжәт — көйлө шиғыр менән Аллаға мөрәжәғәт, йәшерен доға, дини гимн кеүек аңлатыла.

МӨНӘЖӘТ - башҡорттарҙың шиғри тексы вокаль интонациялауға нигеҙләнгән музыкаль-шиғри ижадының лирик жанры. Төрлө аңлатмаларҙа мөнәжәт — көйлө шиғыр менән Аллаға мөрәжәғәт, йәшерен доға, дини гимн кеүек аңлатыла. Мөнәжәттәрҙең барлыҡҡа килеүе исламға тиклемге дини инаныуҙарға һәм йолаларға бәйле. Һуңғараҡ ислам традициялары йоғонтоһонда мөнәжәт әйтеү Ҡөрьәнде көйләп һәм тасуири уҡыу традициялары менән берләшә. Мәктәп һәм мәҙрәсәләрҙең шәкерттәре һәм мөғәллимдәре мөнәжәттәрҙең таралыуына булышлыҡ итә. Мөнәжәттәрҙә бәйеттәргә хас булған тарихи ваҡиғаны һүрәтләү юҡ, улар лирик рәүештә теләк йә тәүбә итеү характерында була. Борон-борондан яҙма һәм телдән һөйләү рәүешендә йәшәп килә. Киләсәктә лә мөнәжәт, нәсихәттәрҙә әйтелгән өгөт, аҡыл йәштәр күңеленә күсер, Иншалла.Именлек мөнәжәте(көйләп уҡыла)
Әссәләмәғәләйкүм!Ике ҡулың биреп күреш.Вәғәләйкүмәссәләм!Башҡорт күңеле даръя.Хужа ҡунаҡсыл булыр,Өйҙәренә үтеп ингәс,Ҡул күтәреп доға ҡыл.Иҫән булһын ғаиләһе,Балҡып торһон йөҙҙәре.Имен булһын йорттары,Артып торһон малдары.Хоҙай тәғәлә рәхмәтендәИман нурҙары балҡыһын.Сәфәр сыҡҡан юлдарында,Уң фәрештәләр булһын.Доғалар ҡабул булып,Ете быуын әруахтарҙыңРухтары шатланһын.
Көйлө мөнәжәтАй күрҙем аман менән,Күңелем тулы иман менән.Ҡөръән китаптарын алып,Намаҙлыҡтарға баҫам.Нурлы йөҙҙәремде асып,Ҡиблалрға мин бағам.Хаҡ тәғәлә — Аллаҡай,Яман, ялғыш ғәҙәттәрҙе,Гонаһтарҙы ҡыуып тор.Бәлә-ҡаза килмәһен,Йорт-илем имен торһон.Һау-сәләмәтлектә булып,Ауырыуҙарҙан арбап тор.Ике ҡулдарымды ҡуйып,Фатиха доға ҡылам.Теләгемде ҡабул ит,Хаҡ тәғәлә — Аллаҡай.Мәктәп(көйләп уҡыла)Аҡ мәхәллә, аҡ мәктәптә,Иман нуры биргән йорт.Ғилемдәрҙе үҙләштергәнҺин бит беҙҙең изге йорт.Аҡ ойоҡта, түбәтәйҙәТеҙелешкән шәкерттәр.Ғилем фәндәрен өйрәнеүБыл донъяла кәрәктер.Мәктәп — милләттең йөҙө,Булыр емештең көҙө.Ғилемдәрҙе үҙләштергәнБулыр һөнәрле кеше.Башҡортомдоң йөҙөк ҡашы –Тиеп ҡарарҙар һиңә.Һәнәрҙәргә эйә булһаң,Булмаҫ һиңәргә тиңе.
Миләүшә ҠЫҘРАСОВА әҙерләне
Читайте нас: