Шуның өҫтөнән тынлы ҡылдар тарттырыла, һәм һарыҡтың бәкәл һөйәгенән эшләнгән күсереп йөрөтмәле сөйҙәр ҡуйыла, улар һәр ҡылды икегә айырып тора. Шулай итеп, һәр ҡыл ике нотаны белдергәнлектән, был музыка ҡоралы менән төрлө характерҙа булған көйҙәр башҡарып була.
Ятаған - башҡорт эпостарын, ҡобайырҙарын, һәр төрлө таҡмаҡтарҙы башҡарғанда оҙатыусы музыкаль инструмент булған, тип фаразлана. Ошоға оҡшаш музыка ҡоралдары Боронғо Ҡытайҙа, Японияла, Кореяла, шулай уҡ төрки халыҡтарында ла булған. Мәҫәлән, татарҙарҙа — елтага, ҡаҙаҡтарҙа — жетыген, ҡалмыҡтарҙа — ятха , монголдарҙа — ятага, хакастарҙа — чатха.
Формаһы буйынса һалып ҡуйылған оҙонса арфаны хәтерләтә. Традицион рәүештә, ятағанда ултырып уйнайҙар, был саҡта ятағандың бер осон тубыҡҡа һалалар, икенсеһен — иҙәнгә, аяҡтарҙы бөкләйҙәр. Башҡортостан Республикаһында был музыка ҡоралы тәүгеләрҙән булып традицион музыкаль башҡарыу кафедраһы профессоры, проект етәксеһе Айрат Миңнеәхмәт улы Ҡобағышов тарафынан тергеҙелә, 2007 йылда ул музыка ҡоралдары эшләү оҫтаһы Ғәлимова Гөлнур Рәшит ҡыҙы менән берлектә тергеҙеү эшенә бик ентекле тотоналар. Бөгөнгө көндә ятаған ағас корпуслы, сығып торған декаһы булған ялпаҡ ҡумта рәүешендә күҙ алдына баҫтырыла. Аҫҡы декала резонатор тишектәре, йыш ҡына, таяуҙар урынлашҡан. Ятағандың оҙонлоғо сама менән 1200 мм. Инструмент 7 һәм унан да күберәк тимер тынлы ҡылдарҙан тора. Күпселектә, уң ҡул менән уйнайҙар. Һулы менән түбәндәге алымдар: вибрато, тарттырғыстар, глиссанд башҡарыла.
Инструментты оҙаҡ ваҡыт төрлө сәбәптәр арҡаһында ҡулланмайҙар, беренсе тапҡыр уны 2013 йылда оҫта һәм йырау Илдар Шакиров ҡуллана. Был музыка ҡоралы әллә нисә тапҡыр үҙгәртеүҙәргә дусар була, һәм, хәҙерге көндә профессиональ сәхнәлә йыш яңғырай.
2014 йылда Башҡортостанда ошо уҡ инструмент атамаһына тап килгән исемде йөрөткән берҙән-бер фольклор-этнотөркөм барлыҡҡа килә, ул үҙенең сығыштарында ятаған аранжировкаһын киң ҡуллана башлай. Әлеге көндә «Йатаған» төркөмө төрлө көйләүгә ҡоролған: 9 һәм 13 ҡыллы 2 киң диапозонлы инструмент ҡуллана.
Миләүшә ҠЫҘРАСОВА әҙерләне