+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар

Милли музыкаль-поэтик мираҫ традицияларын һаҡлаусылар һәм дауам итеүселәр

Халыҡ йырсылары һәм музыканттары — милли музыкаль-поэтик мираҫ традицияларын һаҡлаусылар һәм дауам итеүселәр. Улар халыҡтың тарихи йырҙары һәм көйҙәре, көйләп башҡарыла торған мөнәжәттәр, бәйеттәр һәм ҡобайырҙар, Салауат Юлаев һәм Мифтахетдин Аҡмулла, шулай уҡ исемдәре билдәле һәм билдәһеҙ булған бихисап шағирҙарҙың әҫәрҙәренә йырҙар, ҡурайҙа, ҡумыҙҙа, ҡыл ҡумыҙҙа, думбырала, скрипкала, дөңгөрҙә һәм дубылбаста, һорнайҙа һәм даңғырала ҡиммәтле хазинабыҙ булған һәр төрлө көйҙәрҙе башҡарыусылар.

Барлыҡ йыйындар, байрамдар йырсылар, сәсәндәр ҡатнашлығында үткән, бигерәк тә Һабрау сәсән, Ҡобағош сәсән, Ҡарас сәсән, Ерәнсә сәсән, Ҡунҡас сәсән, Мәхмүт сәсән, Байыҡ Айҙар сәсәндәрҙең даны ныҡ таралған. Аҙаҡҡыраҡ осорҙа уларҙың традицияларын Ишмөхәмәт Мырҙаҡаев, Ғәбит Арғынбаев, Хәмит Әлмөхәмәтов, Сабирйән Мөхәмәтҡолов, Шафиҡ Әминев-Тамъяни, Вәлиулла Ҡоломбәтовтар дауам иткән.
1940—1950 йылдарҙа Мөхәмәтша Буранғолов, Фәррәх Дәүләтшин, Сәйет Исмәғилев ижады киң билдәле була. һуңғыларына "Башҡортостандың халыҡ сәсәне" тигән маҡтаулы исем бирелә.
Ә күпме сәсәндәребеҙҙең исемдәре яҙма иҫтәлектәрҙә һаҡланып ҡалмаған! Халҡыбыҙ яҙмышы, уның азатлыҡ өсөн аяуһыҙ көрәше тураһында һәм батырҙарға арнап сығарылған дан йырҙары, һоҡландырғыс шиғри легендалар бик тиҙ тарала торған булған. Йырға маһир, хәтере шәп булған оҫталар рухи ҡиммәттәрҙе береһенән икенсеһе отоп алған, таратҡан, зиһендәрендә һаҡлаған. Тимәк, мосафир ижадсыларҙан һәм башҡарыусыларҙан тыш һәр төбәктең тиерлек үҙ сәсәндәре лә булған. Шуның өсөн халҡыбыҙ әлеге көндә лә бөтөн донъя кимәленә сығырлыҡ ижадҡа һәм таланттарға бай. Зирәк һәм отҡор сәсәндәребеҙ беҙгә боронғо ҡобайырҙарҙы ла, Алдар батыр, Ҡараһаҡал батыр, Күсем батыр, Килмәк батыр, Салауат батыр тураһында һәм башҡа бик күп тарихи легендалы йырҙарҙы ла быуаттар аша килтереп еткергән.
XX быуаттың 20—30-сы йылдарында Йомабай Иҫәнбаев, Ғиниәт Ушанов, Хәмит Әхмәтов, Мәжит Буранғолов кеүек халыҡ йырсылары, музыканттары шөһрәт ҡаҙана. Башҡортостанда Урал аръяғында 30-сы йылдарға тиклем йыл һайын үткәрелгән йыйындарҙа ҡурайсылар бәйгеләре лә булған.
Ҡатнашыусылар өсөн традицион стилде һәм манераны теүәл үтәү оҫталығынан башҡа йырҙар һәм көйҙәрҙең килеп сығышы тураһындағы легендаларҙы белеү ҙә мотлаҡ шарт булып иҫәпләнгән, һуғыштан һуңғы йылдарҙа художество үҙешмәкәрлек эшенең киңәйеүе менән бәйле рәүештә халыҡ йырсылары һәм музыканттары халыҡ фестивалдәрендә, смотр-конкурстарҙа, республика күләмендә үткәрелгән байрамдарҙа ҡатнашалар.
Башҡортостанда ҡурайсыларҙан Рәхмәтулла Бүләкәнов, Кәрим Дияров, Сәйфулла Дилмөхәмәтов, Әҙһәм Исҡужин, Нәжметдин Хәсәнов, йырсыларҙан Абдулла Солтанов, Мөхәммәт Ҡәҙерғолов, Мөхәмәтйән Ҡаҙаҡбаев, Иншар Солтанбаев, Ғилман Сәфәрғәлин, Абрар Арғынбаев, Спартак Ильясов, Миңзәлә Түләбаева, Ташбулат Дәүләтшин, Розалиә Фәйезова, ҡумыҙсы Мәфрүзә Күсемова, Сәхиә Сиражева кеүек оҫталар киң популярлыҡ ала.
Халыҡ таланттарын асыуҙа, уларҙы халыҡ менән таныштырыуҙа һәм сәхнәгә сығарыуҙа республикабыҙҙа ҙур эштәр башҡарыла. Нефтекамала үткәрелгән "Дуҫлыҡ йыры", Туймазыла "Оҙон көй", Өфөлә "Урал моңо", Сибайҙа "Ирәндек моңдары" тип аталған йыр бәйгеләре һәм Ишмулла Дилмөхәмәтов, Ғата Сөләймәнов, Кәрим Дияров, Нәжметдин Хәсәнов исемендәге ярыштар бик ҙур роль уйнай.
Был конкурстарға республикабыҙҙан ғына түгел, ә Ырымбур, Пермь, Силәбе, Ҡурған, Төмән өлкәләренән, Татарстан, Ҡаҙағстан, Үзбәкстан тарафтарынан, Санкт-Петербург, Мәскәү ҡалаларынан да киләләр. Ошондай бәйгеләрҙә еңеүсе йәштәр һәм балалар аҙаҡ профессиональ белем алыуға ынтылалар, махсус мәктәптәрҙә, училищеларҙа уҡыуҙарын дауам итәләр. Бөгөнгө көндә ҙур уңыштарға өлгәшкән байтаҡ йырсылар ҙа тәүге аҙымдарын ошондай бәйгеләрҙә һынап ҡарауҙан башлағандар. Азамат Тимеров, Лилиә Ишемйәрова, Радик Вәлмөхәмәтов, Фәрүәз Урманшин, Сәғиҙулла Баййегетов, Гөлсөм Бикбулатова, Хәсән Усманов, Филүс Ҡалмурзин, Алһыу Бәхтиева, Нәсимә Тимерова һәм башҡа һәләтле йырсыларыбыҙҙың оло сәнғәт юлына алып сыҡҡан һуҡмаҡтары ошондай конкурстарҙа ҡатнашыуҙан башлана.
"Тормош һабаҡтары" китабынан
Читайте нас: