Улар Ҡобағош ауылында БР халыҡ артисы, БАССР атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, бөтә союз һәм бөтә Рәсәй конкурстары лауреаты, С. Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Абдулла Солтанов менән осрашты. Йырсыға яңыраҡ 92 йәш тулды. Абдулла Афзалович «Эскадрон», «Баяс» кеүек ҡатмарлы халыҡ йырҙарын башҡарып ишеттерҙе.
Шулай уҡ Уральск ҡасабаһында, Учалы, Сөләймән ауылдарында халыҡ үҙешмәкәр башҡарыусылар менән осрашыу булды.