+22 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар

Күренекле режиссер Фәтих Иҡсановтың тыуыуына – 85 йыл

Бөгөн Башҡортостандың күренекле шәхесе – БАССР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, театр эшмәкәрзәре Союзы ағзаһы, режиссер, сценарийҙар авторы, актер Фәтих Хәйрулла улы Иҡсановтың Архангел районы мәҙәниәт йорто диуарында таҡтаташ асыу тантанаһы үтте.

Сарала Архангел районының хакимиәт башлығы Илшат Нәжметдин улы Әминев, Фәтих Иҡсановтың тормош иптәше, «Мираҫ» фольклор йыр һәм бейеү ансамбленең художество етәксеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Нәфирә Нәжметдин ҡыҙы Иҡсанова, Республика халыҡ ижады үҙәгенең әйҙәүсе белгесе Элита Сәйет ҡыҙы Зиянгирова, сәхнәләш дуҫтары Лилиә һәм Хәлит Фәтиховтар, балалары, ейәндәре, туғандары һәм яҡташтары ҡатнашты.
Ҡунаҡтарҙы тәбрикләп, район башлығы Илшат Әминев Фәтих Хәйрулла улының сәнғәтте үҫтереүҙәге баһалап бөткөһөҙ ролен билдәләп үтте. Уның башлаған эштәрен дауам итеп, киләсәк быуынға еткереү эшен Архангел ерендә дауам итәсәктәрен белдерҙе.
Нәфирә Нәжметдин ҡыҙы Фәтих Иҡсановтың исемен мәңгеләштереүҙә ярҙам күрһәткән район хакимиәтенә, билдәле режиссерҙың яҡташтарына оло рәхмәтен белдерҙе. Сәхнәләш дуҫтары, яҡындары Фәтих Иҡсановты иҫкә алып, хәтирәләре менән бүлеште.
Бөгөн шулай уҡ Фәтих Иҡсанов исемендәге конкурсҡа йомғаҡ яһалды.
Тәғзиә ЮЛУБАЕВА
Читайте нас в