+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар

МОСТАЙ ИЛЕНДӘ

Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры үҙенә бирелгән исемде ошондай бихисап уңыштар менән аҡлай. Бөгөн иһә, Татарстандың баш ҡалаһы Ҡазанда Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримгә һәйкәл асыу тантанаһында Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры артистары ла ҡатнашты. Был тантанала тап театр етәкселегенең (директор Рәфис Мөхәмәтйәнов), артистарҙың ҡатнашыуы күңелгә бөтмәҫ йылылыҡ өҫтәй.

Мостай иле бар. Ул һәр өйҙә, балалар баҡсаһында, мәктәптә, уҡыу йорттарында, ижади коллективтарҙа, ауыл-ҡалала, урамда... Бәғзе берәү өсөн ул ил менән танышыу «Оҙон-оҙаҡ бала саҡ», икенсеһенә «Беҙҙең өйҙөң йәме» йәки «Әлфиә хикәйәләре», «Өс таған» менән башланғайны. Мостай ағай ҡайһылыр ғына мәлдә киң күкрәгенән ҡоштар осороп, күңел ҡылдарын тирбәтте, Айгөл иле аша йылғаларҙы һөйләштерҙе, йырланмаған йырҙы көйләне, тормош асылын күркәмерәк итеп күрһәтеп, рухлы йөрәккә юл алды. Әле һаман уҡып туймаҫ хикәйә, повесть, шиғырҙар, драма әҫәрҙәре илендә берсә өйөрөлтөп бәүелтә, берсә иркәләп шаштыра, нәфрәтләндерә, уттан алып, һыуға һала...
Башҡортостан Республикаһының Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры Мостафа Сафа улының ижадына тәү тапҡыр 1995 йылда мөрәжәғәт иткәйне. «Салауат. Өн ҡатыш ете төш» әҫәре буйынса «Салауат»трагедияһы (реж.А.Нәҙерғолов, рәссам – О.Ғималетдинова, композитор – С.Низаметдинов, балетмейстер – Р.Ғәбитов) ҡуйылғайны. 2006 йылда Республиканың беренсе Президенты Указы менән театрға Мостай Кәрим исеме бирелде.
Төрлө йылдарҙа сыҡҡан «Ҡыҙ урлау», «Ике хат», «Оҙон-оҙаҡ бала саҡ», «Йәйәүле Мәхмүт», «Ташлама утты, Прометей!», «Яуҙы еңгән мөхәббәт», «Беҙҙең өйҙөң йәме», «Тылсымлы тирмән», «Үлмәҫбай» спектаклдәрен дә тамашасы яратып ҡабул итте.
Нисәмә йылдар сәхнәнән төшмәгән әҫәр күпме ҡараһаң да бөгөн генә тәүгә ҡуйылған кеүек ҡабул ителә. Һәр герой йөрәктәрҙә төп урынды алыр һәләте бар. Бында әҫәр генә түгел, әҫәр өҫтөндә эшләгән бөтә ижади коллектив, режиссер хеҙмәте, артистар оҫталығы ла юғары баһаға лайыҡ.
Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры үҙенә бирелгән исемде ошондай бихисап уңыштар менән аҡлай. Бөгөн иһә, Татарстандың баш ҡалаһы Ҡазанда Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримгә һәйкәл асыу тантанаһында Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры артистары ла ҡатнашты. Был тантанала тап театр етәкселегенең (директор Рәфис Мөхәмәтйәнов), артистарҙың ҡатнашыуы күңелгә бөтмәҫ йылылыҡ өҫтәй.
Рәзилә Ырыҫҡужина,
театрҙың әҙәбиәт бүлеге мөхәррире
Читайте нас: