-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Бөгөн, 25 август, драматург Туфан Миңнуллиндың тыуыуына - 85 йыл

Ошо уңайҙан Камал театры - #ТУФАНГА85 челлендж иғлан итте. Туфан Абдулла улының яҡты иҫтәлегенә арнап, архивтағы әңгәмә тәҡдим итәбеҙ Был һөйләшеү 2007 йылда М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында - "Мулла" спектакленең премьераһы алдынан була (драматург Туфан Миңнуллин менән әңгәмәне Динара Ҡәйүмова ойоштора, ноябрь, 2007 йыл)

ТЕАТР - ДУҪЛЫҠ ИЛСЕҺЕ Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры 88-се ижад миҙгелен Флорид Бүләковтың «Эх, күгәрсенкәйҙәрем!..» мелодрамаһы менән 3 октябрҙә асты, ә ноябрь айында иһә тамашасылар өр-яңы спектакль ҡарар, тип вәғәҙә итә коллектив. Театрҙың баш режиссеры Айрат Абушахманов әлеге ваҡытта Туфан Миңнуллиндың «Мулла» исемле спектаклен әҙерләй.Бөгөнгө көн ҡаҙағына һуҡҡан сәхнә әҫәренең авторы, танылған драматург Туфан ағай Миңнуллин менән дә һүҙебеҙ шул пьеса хаҡында барҙы.- Туфан ағай, «Мулла» пьесаһын беренсе булып сәхнәләштереү хоҡуғы Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрына тейҙе. Был пьеса махсус заказ менән яҙылдымы?- Татарстан Республикаһы мәҙәниәт министрлығы, Ғ.Камал исемендәге Татар дәүләт академия театры, «Ҡазан утлары» журналы йыл һайын иң яҡшы пьесаларға конкурс иғлан итә. Мин унда йыл һайын ҡатнашам һәм пьесаларым ике йыл рәттән беренсе урынды алды. Быйыл да, 2006 йыл һөҙөмтәһе буйынса, «Мулла» тигән пьесам 1 урынды, ә «Диуана» исемлеһе икенсе урынды алды. Тәүгеһен - М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры, ә икенсеһен Ғ.Камал исемендәге Татар академия театры үҙ репертуарына алырға теләк белдерҙе.- Ысынлап та, Туфан Абдулла улы, һеҙҙең «Мулла»ғыҙ иғтибарға лайыҡ - унда күтәргән проблемалар бөгөнгө көнгә ауаздаш. Дини темаға пьеса яҙыу теләге ҡайҙан?- Бөгөн беҙҙә Татарстанда мосолмандар бер-береһен уҙҙырып мәсет һала башланылар. Был Башҡортостанға ла хас күренештер, тип уйлайым. Мәсет һалыу, халыҡты дин аша тәрбиәләү -яҡшы күренеш, тип иҫәпләйем. Мин дә 1990 й. тыуған ауылымда мәсет һалдырҙым. Рустарҙа элек-электән ғибәҙәт йорттарын дәүләт төҙөгән, ә мосолмандарҙа - байҙар. Мәсет төҙөүселәр араһында был эште изге күңелдән эшләүселәр бар, ә шулай ҙа «Мин дә һалдым!» тип әйтеүселәр ҙә юҡ түгел. Нисек кенә булмаһын, мәсет төҙөү - барыбер изге эш. Шул «Мин һалдым!» тип әйтер өсөн төҙөгән байҙарҙың мәсеттәре лә үҙҙәре өсөн генә түгел, ә ябай халыҡ өсөн дә бит ул Алла йорттары. Беренсе борсоған мәсьәлә шул булһа, икенсенән инде - халҡыбыҙ нисә йылдан һуң яңынан дингә йөҙ менән боролғас, тәүләп бер-ике доға белгән оло кешеләр изге эшкә тотондо, ә бөгөн уларға алмашҡа бик тә уҡымышлы, белемле йәштәр дин юлына баҫа. Дөйөм алғанда, замандаштарыбыҙҙың дингә ҡарашы, дингә халыҡтың бөгөнгө көндәге мөнәсәбәте сағыла минең пьесамда.
Читайте нас: