-26 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар

Фәриҙә Ҡудашеваның 100 йыллыҡ юбилейына Башҡорт һандуғасы Фәриҙә

Сәйфетдин туғандары ағаһы менән еңгәһенә ҡыҙҙарына Фәриҙә тигән исем ҡушырға кәңәш итә. Туғандарының ризалығын күреп, Сәйфетдин: – Фәриҙә – ул ғәрәп һүҙе, «ынйы бөртөгө, бриллиант, тиңдәшһеҙ, берҙән-бер» тигәнде аңлата. Етмәһә, ул әле бик әҙ таралған исем, – тип уларҙы күндерә.

Фәриҙә Ҡудашева тәбиғәттең, сәнғәтебеҙ һәм мәҙәниәтебеҙҙең мәңгелек сере, мөғжизәһе, легендаһы. Уның таланты бик ваҡытлы: иртә лә түгел, һуңға ла ҡалмай, иң кәрәк ваҡытта пәйҙа булды, тигән фекергә беҙ ҙә ҡушылабыҙ. Халыҡтың рухи үҫеше ғәйәт ҙур ауырлыҡтарға дусар булған осорҙа уның моңон, телен, йырҙарын һаҡлап, киләсәк быуындарга еткереү вазифаһы төшә йырсы яҙмышына.
Халыҡҡа төшкән ҡайғы-хәсрәтте лә, шәхси юғалтыуҙарын да Фәриҙә үҙен халыҡ мөхәббәтенә тоташтырған йыры, ижады ярҙамында еңә барған. Кешеләрҙән илһам алған һәм үҙе лә уларҙың йыуанысы, терәге, күңел ҡояшы булған. Уның ижады бөйөклөгенең сере – халыҡсанлыҡта.
Фәриҙә Ҡудашева 1920 йылдың 15 декабрендә ғаиләлә дүртенсе бала булып донъяға килә. Атаһы Йәһүҙә менән әсәһе Рәхимә ҡыҙҙарына матур исем эҙләргә тотоналар. Ул заманда күптәрҙе тулҡынландырған әҫәр булған. Ул билдәле татар яҙыусыһы Саҙри Жәләйҙең «Дим буйында» тигән берҙән-бер әҫәре. Шул әҫәре менән генә лә уны талантлы тип әйтергә мөмкин. Яҙыусы 1937 йыл фажиғәһенә эләгеп һәләк була. Әҫәрҙең төп геройҙары Фәриҙә менән Рөстәм. Уларҙы хатта хаҡлы рәүештә Ромео һәм Джульетта менән сағыштыралар. Сәйфетдин туғандары ағаһы менән еңгәһенә ҡыҙҙарына Фәриҙә тигән исем ҡушырға кәңәш итә. Туғандарының ризалығын күреп, Сәйфетдин:
– Фәриҙә – ул ғәрәп һүҙе, «ынйы бөртөгө, бриллиант, тиңдәшһеҙ, берҙән-бер» тигәнде аңлата. Етмәһә, ул әле бик әҙ таралған исем, – тип уларҙы күндерә.
1930 йылдарға тиклем уның бала сағы Келәш ауылында үтә. Мәктәпкә Фәриҙә бик теләп йөрөй. Үҙҙәрен уҡытҡан Хөснә апаһын бигерәк тә ярата, ихтирам итә. Хөснә Бикбулатова – Сафар ауылы ҡыҙы. Урта буйлы, һоро күҙле сибәр ҡыҙ. Һүҙгә оҫта булһа ла, күп һөйләргә яратмай, талапсан, һирәк йылмая. Әгәр ул йылмайһа, балаларҙың уңышын, шатлығын күреп кенә йылмая. Быны балалар тиҙ аңлап ала. Ә уларҙы иң шаҡ ҡатырағаны – Хөснә апаларының йырлауы. Тауышы түбән, күкрәктән сыға торған йомшаҡ моң. Татар халыҡ йырҙарын матур итеп йырлай, шул уҡ ваҡытта гармунда ла уйнай. «Ай-урағың һалып иңбашыңа» йырын Фәриҙәгә тәүҙә ана шул Хөснә апаһы йырлап ишеттерә. Икенсе синыфта Фәриҙә менән Мостафа (Мостай) Кәримов та уҡый башлай. Бына шулай итеп яҙмыш бала саҡтарында республикабыҙҙың буласаҡ ике иң мәшһүр кешеләрен парта артына ултырта, һәм шул ваҡытта башланған дуҫлыҡ, күп йылдар һынауын үтеп, мәңге дауам итә...
30-сы йылдарҙа яҙмыш Фәриҙәнең ғаиләһен Баймаҡ яҡтарына, Ирәндек тауы буйҙарына алып килә. Әлегә саҡлы Фәриҙәнең Өфөнән башҡа алыҫ ергә барғаны булмай. Был яҡтарҙың үҙенсәлекле матур тәбиғәте, мөһабәт тауҙары, тау биттәренән башланып, шаулап аҡҡан һалҡын, саф шишмәләре, йылғалары, башҡорттарҙың оҙон моңло көйҙәре Фәриҙә күңелен тәү көндән арбай. Яңы күршеләр, яңы иптәштәр... Йәй тиҙ үтеп китә, Фәриҙә ул йылды 3-сө синыфҡа уҡырға бара. Уҡыуының беренсе көнөнән үк үҙенең тырыш уҡыуы, ҡыйыулығы, тура һүҙле булыуы менән уҡытыусы ағаһына ла, иптәштәренә лә оҡшай. Пионер, синыф, төрлө түңәрәк эштәрендә актив ҡатнаша.
Нәҡ Баймаҡта йәшәгән ваҡытында ул башҡорт моңдарын яратып тыңлай, йырҙарын ота башлай. Фәриҙә бишенсе синыфты тамамлаған йылы атаһы Йәһүҙәне Ҡыйғы районына эшкә күсерәләр.
Был юлы ғаиләне Әй буйҙары көтә һәм үҙ ҡосағына ала. Үрге Ҡыйғыла яңы тормош башлана. Яңы күршеләр, яңы иптәштәр, яңы мәктәп. Фәриҙә менән Хөршиҙә был ерҙәрҙәге кешеләр шикелле, һөйләшкәндә «ҡый» тигән ҡушымтаны ла урынлы өҫтәп ебәрәләр. Инде тормошто матур ғына ҡороп ебәргән саҡтарында ғаиләгә ҡот осҡос бәхетһеҙлек килә. Өс бала әсәһе, аҡыллы, сабыр, эшсән Рәхимә апай 38 йәшендә кинәт вафат була. Операциянан һуң ҡан ағыуланыуы уны донъянан алып китә. 1934 йылдың 27 апреле Фәриҙә менән Хөршиҙәнең йөрәгенә төҙәлмәҫ яра булып уйылып керә. Өйҙә күңелһеҙ көндәр башлана. Ғаиләлә иң ҙур балаға 13 йәш, атаһының таянысы ул. Хәҙер әсәһе башҡарған эштәр, мәшәҡәттәр, туғандарын ҡарау – барыһы ла улар елкәһенә төшә, атаһына ла иғтибар кәрәк. Вайымһыҙ бала саҡ юҡҡа сыға. Әсәһеҙ донъя көтөү еңел түгел шул. Үткән көндәрҙе иҫкә төшөргәндә Фәриҙәнең бик уйсан ғына әйткән һүҙҙәре хәтерҙә уйылып ҡалған. Аш бешереү, иҙән йыуыу, туғандарының өҫ-башын ҡарау уға ауыр булмаған. Иң ҡыйыны ҡамыр баҫыу, икмәк һалыу, атаһының кейем-һалымын йыуыу...
Был ваҡыттарҙа Фәриҙә, үҙе лә һиҙмәҫтән, оҙон көйлө, моңло йырҙар йырларға әүәҫләнә. Күршеләре уның йырлауын ишетеп: «Был бала бигерәк матур итеп, эске кисереш менән йырлай. Ни әйтһәң дә, етемлек үҙен һиҙҙерә икән...», – тип әйтә торған булғандар. Ҡайһы ваҡыт улар Фәриҙәнең матур тауышлы йырын тыңларға йыйылып, йырлауын һорағандар. «Матур тауышлы, йырсы ҡыҙ» тип йөрөтә башлағандар Фәриҙәне был яҡ кешеләре. Көндәр шулай үтә тора. Фәриҙә етенсе синыфтың беренсе яртыһын тамамлай. Икенсе яртыһын Дүртөйлөлә уҡый. Тегеү оҫталығын да арттыра. Әсәһенең күлдәктәрен бәләкәйләтеп үҙенә, һеңлеһе Хөршиҙәгә тегә.
1935 йылдың йәйендә Йәһүҙә ике ҡыҙын алып Өфөгә юллана. Атаһы Фәриҙәне табиплыҡҡа уҡытҡыһы килә. Үҙенең теләген ҡустыһы Сәйфигә лә әйтә, ҡыҙына ла белдерә. Был һүҙҙәрҙе Фәриҙә бер һүҙ өндәшмәй тыңлап ултыра. Хөршиҙә менән Фәриҙәне Өфөлә ҡалдырып, Йәһүҙә Үрге Ҡыйғыға ҡайтып китә. Ул ҡайтып киткәс, Фәриҙә ағаһына: «Минең артистка булғым килә. Йырсы булғым килә, Сәйфи ағай», – ти. Ағаһы аптырап ҡала. Фәриҙәнең был һүҙҙәрен әйткәндәге ялбарыу, үтенеү, өмөт менән тулған күҙ ҡараштары ағаһында һеңлеһенең теләген аңларға тырышыу тойғоһо уята. «Йә улай булғас, йырлап күрһәт!» – ти. Фәриҙә бер нисә йыр йырлай. Моңо бар, бормаларҙы ла ярайһы ғына матур яһай. Йәшенә ҡарағанда хатта бик яҡшы йырлай. Ошонан һуң, Сәйфи ағаһының да Фәриҙәне артистка итеп күргеһе килә. Бынан алда Сәйфетдин Ғәзиз Әлмөхәмәтовты осратҡанын иҫенә төшөрә. Тегеһенең Мәскәү консерваторияһында башҡорт бүлеген ойоштороп йөрөгән сағы була. Ул уҡырға ебәрергә республика буйлап матур тауышлы, һәләтле, талантлы йәштәрҙе йыя. Сәйфетдин Фәриҙәне ошо ҙур йырсы, педагог, композитор дуҫына күрһәтергә була. Ғәзиз Әлмөхәмәтовты таба ла Фәриҙәне тыңлап ҡарауын, кәңәш биреүен үтенә. Фәриҙә Ғәзиз Сәлих улын үҙе ҡушҡан ергә, Пушкин урамында урынлашҡан театр техникумына барып таба. Ул уны рояль торған музыка өйрәнеү бүлмәһенә алып инә. Рояль артына ултыра ла, Фәриҙәне йырлатып ҡарай. Тәбиғи дөрөҫ, матур ултыртылған тауыш уға оҡшай. Тик бына уның йәше әлегә консерваторияла уҡырға мөмкинлек бирмәй. Фәриҙәгә тауышының матурлығына, таҙалығына баҫым яһап, тауышты нисек һаҡларға, тағы бер нисә йыл көтөргә кәңәш бирә, унан һуң консерваторияға һис шикһеҙ инә аласағына ышаныс белдерә.
Был осрашыуҙан Фәриҙә ҡанатланып ҡайта Һәм сәнғәт техникумының театр бүлегенә уҡырға инер өсөн имтихандарға әҙерләнә башлай. Фәриҙә имтихандарын яҡшы ғына бирә. Әсә теле, рус теле, тарих фәндәренән башҡа, артист буласаҡ кешенән шиғыр һөйләтеп, йырлатып, бейетеп тә ҡарағандар. Бының өҫтөнә алдан әҙерлекһеҙ төрлө эштәрҙе, эш хәрәкәтен күҙ алдына ғына килтереп, ҡулдар, мимика, кәүҙә хәрәкәте менән күрһәтә белеү һәләтен тикшергәндәр. Фәриҙә юҡ энәне ҡулына тотоп, юҡ епте һабаҡлаған да «тегеп» күрһәткән...
Шулай итеп Фәриҙә сәнғәт техникумының студенткаһы булып китә.
Читайте нас в