+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар

Үткән ғүмер - моңло йыр (Камил Вәлиевтең тыуыуына 90 йыл)

Үткән быуаттың 60-сы, 70-се йылдарында Башҡортостанда ғына түгел, күрше республикаларҙа, Урта Азия илдәрендә танылған йырсы Камил Вәлиевте белмәгән кеше һирәк булғандыр. СССР- ҙың күп төбәктәрен гастролдәр менән урап сыҡҡан көмөш тауышлы, уникаль шәхес ине ул. 2020 йылдың 25 майында уға 90 йәш тулған булыр ине. (Камил Абдрахман улы 1930 йылдың 25 майында Башҡорт АССР-ының Йылайыр кантоны Темәс улусы Баҡыр-Үҙәк эшселәр ҡасабаһында тыуған. Ҡасаба Әбйәлил районының Түбәнге Әбдрәш ауылына яҡын урынлашҡан булған, хәҙерге көндә был ҡасаба бөткән). Тик беҙҙе етем ҡалдырып баҡыйлыҡҡа күскәненә 5 йыл да булған...
Танылған йырсы, Салауат Юлаев ордены лауреаты, Башҡортостандың халыҡ артисы Камил Вәлиев күңеле менән ғүмеренең һуңғы көндәренә тиклем дәрте лә, дарманы ла һүрелмәгән шәхес булды. Ул күңеле менән йәш, шаян, романтик, оптимист, йор һүҙле, көләс йөҙлө шәхес ине. 80 йәшендә лә машинаһының багажнигында ҡармаҡтары ла, мылтығы ла, махсус кейемдәре лә ятты – ул бит балыҡсы, һунарсы. Йәйҙең эҫе көнө, ҡыштың һыуыҡ төнө тип тормай, тиҙ генә күтәрелеп күл буйына, урманға сығып китә. Үҙе генә барһа бер хәл, ураған һайын мине ҡоторта. Тик мин балыҡсы ла, һунарсы ла түгел. Етмәһә, балыҡ тотам тип сәғәттәр буйы яр буйында ултырыуҙы ла, йәнлек алам тип урман ҡыҙырыуҙы ла йәнем һөймәй. Әммә Камил Абдрахман улы менән һәр саҡ күңелле, ҡыҙыҡ буласағын белеп, йәнә уның:
– Усаҡ яғырбыҙ, балыҡ ҡыҙҙырырбыҙ, шашлыҡ эшләрбеҙ, – тиеүенә алданып, ҡайһы саҡта уға эйәрәм. Һәм бер ҡасан да үкенгәнем булманы. Сөнки Камил ағай, нескә, изге күңелле шәхес булараҡ, үҙенән алда һәр саҡ янындағы кешене уйлай, уға ярарға тырыша, йә тормошонда булған күңелле ваҡиғаларҙы һөйләй, йә матур тауышы менән итальян телендә моңло ғына йыр йырлап ебәрә. Һунарсы, балыҡсы тигәс тә, ул үлә яҙып табыш артынан ҡыумай. Камил ағайға тәбиғәт ҡуйынында йөрөү, һоҡланыу мөһим ине. Тотҡан балығын шунда уҡ ҡыҙҙырып ашап бөтөрәбеҙ, атып алған бер-ике өйрәген дә миңә бирергә маташа, мин алмағас, эргәләге ауылда йәшәгән таныштарына бүләк итеп китә.
Камил ағайҙы шаян, тинем. Ул бер ҡасан да мөһим мәсьәләне етди итеп һөйләмәй, ә юморға төрөп ҡыҙыҡлы итеп ҡора әңгәмәһен, шуға ла тыңламаҫ ереңдән тыңларһың, идеяһына төшөнөрһөң. Камил ағайҙың үҙенә генә хас лаҡаптары бар. Мәҫәлән, Сибай колледжында директор булып эшләгән осоронда, аҙна уртаһы булһынмы, йәки шәмбе, йәкшәмбе көнөмө, сәғәт таңғы һигеҙҙә үк эш кабинетында ултыра һәм миңә Өфөгә шылтырата:
– Бына халҡыма хеҙмәт итеп ултырам. Ә һин нимә – һаман өйҙәһеңме ни әле?
Таныштары, дуҫтары уның өсөн барыһы ла – бөйөк. Кемдер – бөйөк мөхәррир, икенсеһе – бөйөк рәссам, өсөнсөһө – бөйөк төҙөүсе. Мин, һис шикһеҙ, бөйөк драматург. Әлбиттә, Камил ағай быларҙы үҙенә хас юмор менән шаяртып әйтә, әммә шулай итеп кәйефте күтәрә белә.
Камил Вәлиев ҡатмарлы тормош юлы үткән шәхес. 1948 йылда Баймаҡ ҡалаһында урта мәктәпте тамамлағас, Башҡортостан Хөкүмәте тарафынан Мәскәүгә М.И.Калинин исемендәге Төҫлө металл һәм иретмәләр институтына уҡырға ебәрелә һәм инженер булараҡ тормошон республикабыҙҙың тау сәнәғәтенә бағышларға әҙерләнә. Әммә маңлайына яҙылғаны йәш егеттең яҙмышын уйламағанда ҡырҡа бороп ебәрә. Өсөнсө курста уҡығанда Камил Вәлиев институт хорына яҙыла. Тәүге көндө үк дирижер Камилдың яңғыҙын ҡалдырып төрлө тонда йырлатып ҡарай һәм былай ти:
– Камил! Һинең тәбиғәт тарафынан ҡуйылған таҙа, профессиональ тауышың бар. Һиңә йырсылыҡҡа уҡырға кәрәк!
Дирижер иртәгәһенә үк Камилды Ҙур театр артисы, билдәле йырсы Нина Петровна Аллахвердова менән таныштыра. Ул йәш егет менән тәүге дәрес үткәргәндән һуң:
– Һиңә вокал менән бик етди шөғөлләнергә, репертуар һайларға кәрәк, – ти һәм Камилды Мәскәү студенттары үҙешмәкәр смотрында ҡатнашыу өсөн әҙерләй башлай. Унда йәш егет совет композиторҙарының әҫәрҙәрен, башҡорт халыҡ йырҙарын башҡара. Йырлап бөткәс Аллахвердова Камилға:
– Һине СССР-ҙың халыҡ артисы Сергей Яковлевич Лемешев өйөнә саҡырҙы, – ти.
Камил үҙ ҡолағына үҙе ышанмай. Лемешев! Ул бөтә донъяға билдәле, бөйөк йырсы! Шул Лемешев залда булған һәм Вәлиевкә иғтибар иткән!
Лемешев Камилдан романстар, ариялар йырлатып ҡарай. Егет башҡорт халыҡ йыры «Азамат»ты ла башҡара. Тыңлап бөткәс, бөйөк йырсы былай ти:
– Камил! Һиңә Аллаһы Тәғәлә профессиональ лирик тенор тауыш бүләк иткән! Көмөш тембрлы ҡуйылған тауыш! Һиңә мотлаҡ Мәскәү консерваторияһында уҡырға кәрәк.
Был осрашыу Камил өсөн хәл иткес ваҡиға була. Ул бер ҡасан да ғүмерен музыка сәнғәтенә арнармын, ижадтың иң ауыр төрө – вокал сәнғәтенә тотонормон, тип уйламай. Тәҡдир ҡушыуы шулдыр...
Әммә егет күңелендә хәүеф тә бар. Сөнки халыҡта, ата-әсәһендә артистарға, сәнғәт кешеләренә ҡараш шәптән түгел. Уларҙың эш хаҡы түбән, күбеһенең йәшәр урындары юҡ...
Ләкин Камилдың яҙмышы боролош яһай башлағайны инде. Лемешевтың тәҡдиме буйынса Камилды П.И.Чайковский исемендәге Мәскәү консерваторияһы профессоры Райский тыңлап ҡарай һәм имтихандарға, йәғни конкурсҡа әҙерләнергә ҡуша. Был ваҡытҡа Вәлиевтең төҫлө металл һәм иретмәләр институтын тамамлар ваҡыты етә. 1953 йылда Камил дипломын уңышлы яҡлап «Гипроцветмет» проектлау институтында инженер-конструктор булып эшләй башлай. Тик бына йәшәргә урыны юҡ. Көс- хәл менән торорлоҡ фатир тапҡас, пропискаға ҡуймай йөҙәтәләр. Шуны хәл итеүсе милиция полковнигы егетте әрләп ташлай:
– Нимәгә һиңә Мәскәү?! Бар, ҡайт Башҡортостаныңа! Булмай прописка! Ҡырҡ һигеҙ сәғәт эсендә Мәскәүҙе ҡалдырып сығып кит!
Егет тә ҡаушап ҡалмай:
– Китмәйем Мәскәүҙән! Консерваторияға йырсылыҡҡа уҡырға инәм! – ти.
– Һин бит тау инженеры, – тип аптырай полковник. – Кем һине консерваторияға алһын?
– Алырҙар. Мине Лемешев үҙе тәҡдим итте.
Милиция полковнигы шаҡ ҡата. Баҡһаң, Лемешев уның яратҡан йырсыһы икән.
– Лемешев? Лемешев үҙе тәҡдим иттеме? – тип һорай ҡат-ҡат. –Улайһа, Лемешевтың берәй йырын йырлап күрһәт.
Камилдың йырлауын полковник ауыҙын асып тыңлай һәм:
- Һин бит икенсе Лемешев! Ярай, – ти, һоҡланыуын йәшермәйсә. – Йәшә, Мәскәүҙә, уҡырға ин. Тик мин һиңә прописканы ике айға ғына бирәм. Ике ай үткән һайын прописканы оҙайтырға килерһең, Лемешевтың йырҙарын миңә тағы йырларһың.
Камил Мәскәүҙә йәшәгән осорҙа ике ай һайын полковникка Лемешевтың йырҙарын йырларға мәжбүр була.
«Гипроцветмет» институтында Вәлиев бик уңышлы эшләп китә, ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә бер нисә елле проект әҙерләй. Егеттең һәләтенә иғтибар итәләр, өҫкә күтәрәләр, ете ай ҙа эшләмәй, Мәскәүҙең үҙәгенән бер бүлмәле фатир бирәләр. Был үҙенә күрә сенсация була, йөҙәрләгән кеше сиратта тора, ә Камилды, һәләтенә ҡарап, беренсе йылда уҡ мөйөшлө итәләр.
Егет консерватория тураһында ла онотмай.
Йыл буйы имтихандарға әҙерләнә. Әммә консерваторияның вокал бүлегендәге 12 урынға 432 ғариза бирелгән. Егет шуға хәүефкә ҡала. Эләгерме, юҡмы консерваторияға? Ә комиссия ағзалары Камилды беренсе турҙа тыңлағандан һуң, ҡалған өс турҙан азат итеп, шунда уҡ консерваторияға ҡабул итә. Вәлиев Проект институтынан китеп, консерваторияның көндөҙгө бүлегендә уҡый башлай. Уҡыуҙар уңышлы бара. Егетте төрлө конкурстарға ебәрергә әҙерләйҙәр, әммә уның күңеле тыныс түгел. Сөнки ата-әсәһе Камилдың инженерлыҡ һөнәрен ҡалдырыуына һуҡрана. Консерваторияла йырсы булырға уҡыуына ризалашмай. «Улым, һиңә бер институт еткән. Сибайға ҡайт. Бында йәш инженерҙар һәйбәт аҡса ала, фатир бирәләр үҙҙәренә. Өйләнеп кешесә йәшәй башларһың. Ҡайт!» – тип ураған һайын хат яҙалар. Улар фекеренсә, йырсы булыу ир кешегә һөнәр түгел, етди урында эшләргә кәрәк. Егеттең кәйефе төшә, ул төндәр буйы уйланып сыға.
– Әллә яңылыш юлдан киткәнме? Бәлки, ысынлап та, Сибайға ҡайтып инженер ғына булырғалыр? Кешене яҙмыш йөрөтә тигәне дөрөҫтөр. Йәйге каникул мәлендә Сибайҙа Камил буласаҡ кәләше Зөһрәне осрата. Уға ғашиҡ була, оҙаҡҡа һуҙмай, туй үткәрәләр. Ошо ваҡиға уҡ Камилдың киләсәк тәҡдирен хәл итә. Көҙгә, кәләшен Башҡортостанда уҡытыу эшендә ҡалдырып, Мәскәүгә уҡырға китһә лә, тиҙҙән консерватория етәкселәренең ныҡ ҡаршы тороуына ҡарамай, һағыш тулҡындарына бирелеп, Сибайға ҡайтып төшә. Хуш, йырсы карьераһы! Яҙмыш елдәре Вәлиевте ғаиләһе менән тәүҙә Төньяҡ Уралға, шунан Учалыға алып сығып китә, аҙаҡ киренән Сибайға килтереп төпләндерә.
Инженерлыҡ эшендә һәр ерҙә Камил үҙен һәләтле белгес итеп күрһәтә. Яуаплы вазифаларға күтәрелә, фатирлы була, балалары тыуа. Бөтәһе лә һәйбәт кеүек. Тик... Йыр сәнғәтенә һөйөү Камилға тынғылыҡ бирмәй, ләкин ғүмер буйы өҙгөләнеп йәшәп булмай. Тау инженеры һәм йырсы... Икеһенең береһен һайларға кәрәк. Камил һайлай. Инженер булырға, ғаилә өсөн йәшәргә! Йырҙы оноторға!.. Һәм Камил бер ҡайҙа ла үҙенең профессиональ йырсы икәнлеген һиҙҙермәй, консерваторияла уҡыуын сер итеп һаҡлай.
Әммә 1959 йылдың бер көнөндә Камил Вәлиевте Сибай ҡалаһының партия комитетының беренсе секретары (хәҙерге хакимиәт башлығы) үҙенә саҡырта.
– Мәҙәниәт министрлығынан шылтыраттылар. Мәскәүҙән һинең педагогың килгән. «Беҙ таланттарҙы ҡом араһындағы алтын кеүек эҙләйбеҙ, ә һеҙ көмөш тауышлы Камил Вәлиевте шахтала эшләтәһегеҙ. Оят түгелме?» – тигән. Ул һине Өфөгә саҡырта. Бөгөн үк юллан! Һин унда БАССР-ҙың 40 йыллығына арналған концертта ҡатнашырға тейешһең.
Камил горкомдан аңҡы-тиңке булып сыға. Шунан үҙ-үҙенә әйтә:
– Моғайын, был яҙмыштыр! Яҙмыштан уҙмыш юҡ!
Шул концертта Камил Вәлиев бик уңышлы сығыш яһай һәм уны филармонияға йырсы итеп эшкә саҡыралар. Шулай итеп, гастролле тормош башлана. Вәлиев ун йыл эсендә (1959–1969) концерттар менән ҡайҙарҙа ғына булмай – бөтә Башҡортостанды иңенән буйына урап сыға, СССР-ҙың күп ҡалаларында, Урта Азияның бөтә республикаларында сығыш яһай.
Был йылдарҙа Камил Вәлиев матур көмөш тауышы менән халыҡтың ысын күңелдән яратҡан йырсыһына әүерелә. Уны бөтә ерҙә ҡуш ҡуллап ҡаршылайҙар, концерттары аншлаг менән бара, Хөкүмәт байрамдары унһыҙ үтмәй, пластинкалары күпләп сыға, ул бик популяр йырсы булып китә, радиоға яҙалар. Әлеге көндә ТВ һәм радио фондында Камил Вәлиев башҡарыуында йөҙҙән ашыу йыр һаҡлана. Шул арала ул Мәскәүгә барып музыка- педагогия институтын да тамамлап ҡуя, (П.И.Чайковский исемендәге Мәскәү консерваторияһының вокал бүлегендә уҡығанда, өсөнсө курста ул Гнесиндар исемендәге Мәскәү дәүләт музыка- педагогия институтына күсә, һәм 1969 йылда профессор Соломон Хромченко класы буйынса институтты тамамлай, педагог һәм концерт йырсыһы һөнәре ала.)
Камил Вәлиевтең инженер булып эшләгән осорҙан килгән ойоштороусы һәләте йырсы булып эшләгәндә лә үҙен һиҙҙермәй ҡалмай, ул гастролдәрҙә саҡта йыш ҡына бригада менән етәкселек итеүҙе үҙ өҫтөнә ала, бирелгән планды еренә еткереп үтәй. Мәҙәниәт министрлығында быға иғтибар итәләр һәм 1969 йылда уны Өфө сәнғәт училищеһына директор итеп ҡуялар.
Вәлиев яңы урында бөтә күңелен һалып эшләргә тотона, бигерәк тә милли кадрҙар әҙерләүгә күп көс һала. Бының өсөн Урал аръяғының таланттарға бай икәнлеген иҫәпкә алып, һәләтле балаларҙы һайлап алыу өсөн Баймаҡ, Әбйәлил, Учалы, Белорет райондары ауылдарына һайлаусы комиссиялар, вәкилдәр ебәрә. Шул йылдарҙа республикала күпләп музыка мәктәптәре асыла, уларҙы уҡытыусылар менән тәьмин итеү өсөн Камил Вәлиев училищеның контингентын ҡырҡа киңәйтә, педагогтар һанын арттыра. Һәм инженер булараҡ, училищеның күтәрелә башлаған яңы бинаһын төҙөү эшенә ең һыҙғанып тотона.
Училище директоры булараҡ, Камил Вәлиевтең иң оло ғорурлығы, әлбиттә, 1971 йылда ҡурай бүлеген асыуы. Был уның күптәнге хыялы була, сөнки бала саҡтан ҡурай тыңлап үҫә, күп ҡурайсыларҙы белә. Ҡурай бөтмәһен өсөн профессиональ ҡурайсылар әҙерләргә кәрәк, ти ул. Матур теләк, әммә уны тормошҡа ашырыуы еңелдән булмай, сөнки яңы бүлекте асыу өҫтәмә аҡса талап итә, ә уны Мәскәү генә эшләй ала. Күп тапай Вәлиев Өфө–Мәскәү араһын. Әммә теләгенә ирешә, аҡса бүленә, ҡурай бүлеге асыла. Уҡытырға Абдулла Хәлфетдиновты саҡырырға була, әммә ул Урта Азияға оҙайлы гастролдәргә китеп барған. Бер көндө Вәлиев урамда осраҡлы рәүештә Ғата Сөләймәновты тап итә һәм ҡурайсыларҙы уҡытырға уны саҡыра.
Хәҙерге көндә йыш ҡына Өфө училищеһында ҡурай бүлеген Ғата Сөләймәнов асҡан тигән фекер йәшәй. Әммә был һис тә дөрөҫ түгел. Әгәр ваҡытында Камил Вәлиев бар күңелен һалып был проблеманы хәл итергә тотонмаһа, ҡурайҙың киләсәге ҡурҡыныс булыр ине.
Ҡырҡынсы-илленсе йылдарҙа оло йәштәге ҡурайсылар: «Бөтөр инде был ҡурай. Йәштәрҙән бер кем уйнарға өйрәнергә теләмәй», – тип уфтана. Вәлиев асҡан бүлек арҡаһында Башҡортостанда ныҡлап профессиональ ҡурайсылар әҙерләнә башлай.
Бөгөн ҡурай бүлеге училищеның иң данлыҡлы бүлектәренең береһе, бик күп билдәле шәхестәргә юғары сәнғәткә юл асҡан мәктәп ул.
Училищеның яңы бинаһын матур итеп төҙөп бөтөүгә Камил Вәлиевте Мәҙәниәт министрлығына саҡырып алып Башҡорт опера һәм балет театрына директор булырға тәҡдим итәләр. Был яуаплы вазифала ла Камил Вәлиев үҙен һынатмай. Ул эшләгән осорҙа бирелгән дотацияға өҫтәмә рәүештә 50 процентҡа тиклем үҙҙәре аҡса эшләй башлай. Күп кенә данлыҡлы йырсыларға – Ҙур театрҙан, Ленинградтың Киров театрынан, Киев, Минск, Новосибирск, Пермь театрҙарынан, Софиянан, Будапешттан, Праганан, Болгариянан күренекле опера һәм балет оҫталарына Өфө сәхнәһендә сығыш яһауҙы ойоштора. Камил Абдрахман улы Вәлиев коллективының 500 кешенән торған бөтә составы менән йыл һайын Рәсәй ҡалалары буйлап өсәр айлыҡ гастролдәр үткәрә. Театр тиҫтәләгән яңы опера һәм балет спектаклдәре сығара, уларҙы ҡуйыу өсөн Рәсәйҙең, сит илдәрҙең билдәле режиссерҙары, дирижерҙары, балетмейстерҙары, рәссамдары, йырсылары, бейеүселәре саҡырыла.
Вәлиев эшләгән мәлдә (1973–1978) Опера һәм балет театры ысын мәғәнәһендә сәскә ата, уның даны Бөтә Рәсәйгә тарала. Ошо йылдарҙа Вәлиевтең тәҡдиме һәм хәстәрлеге менән Пушкин урамында сәнғәт әһелдәре өсөн биш ҡатлы йорт төҙөлә һәм бик күп артистар, музыканттар фатир алыу бәхетенә ирешә.
Директорлыҡтан киткәс, Камил Вәлиев пенсияға сыҡҡансы ун йылдан ашыу (1978–1991) филармонияның лекторийында эшләй, Башҡортостандың һәр мәктәбендә тиерлек хәрби-патриотик, тәрбиәүи темаларға 2800 концерт бирә һәм үҫеп килеүсе быуынды эстетик һәм патриотик тәрбиәләүгә ҙур өлөш индерә.
Пенсияға сыҡҡас та Камил Вәлиев өйҙә ятмай, сәнғәт училищеһында (2007–2009) вокал буйынса уҡытыуын дауам итә. Уның оло йәштә лә романтик рухлы, оптимист булып ҡалыуын шул раҫлай: ул 67 йәшендә, Өфөләге тыныс тормошто ҡалдырып, Урал аръяғындағы һәләтле балаларҙы музыка донъяһына йәлеп итәм тип, Сибайға сәнғәт училищеһы асырға китте. Тәүге мәлдә дәүләттән аҡса бүленмәгәс, бағымсыларҙан, ата-әсәләрҙән аҡса йыйып, уҡытыу процесын яйға һалды, бирелгән бинаны ремонтланы, мебель һатып алды, машинаһына ултырып, студенттарын ашатыр өсөн райондар буйлап аҙыҡ-түлек йыйҙы. Сөнки стипендия түләрлек тә аҡсаһы юҡ ине училищеның. Шулай итеп яңы уҡыу йортон аяҡҡа баҫтырҙы. Үҙе, ҡунырға урыны булмағанлыҡтан, оҙаҡ ваҡыт дауалау үҙәгенең массаж өҫтәлендә йоҡлап йөрөнө, аҙаҡ эскеселәр менән тулған ятаҡта дүрт кешелек бүлмәлә торҙо. Әммә һис ҡасан зарланманы, сөнки ул, үҙе әйтмешләй, бөйөк маҡсат менән йәшәй ине – Урал аръяғы таланттарға иҫ киткес бай, ә туҡһанынсы йылдар уртаһында финанс кризисы арҡаһында уларға Өфөгә килеп уҡыу мөмкинлеге ябылғайны. «Йәш балалар Өфөгә сәнғәт училищеһына килә алмай икән, училищены улар янына, Сибайға алып барабыҙ!» – ти ине Камил Абдрахман улы ҙур оптимизм менән.
Директор булып ун йыл (1997–2007) эшләне үҙе асҡан училищела Камил Абдрахман улы Вәлиев, шул арала юҡ ерҙән бынамын тигән уҡыу йортон бар итте. Сибай сәнғәт колледжының хәҙер ике уҡыу корпусы, ятағы бар. Унда 70 уҡытыусы эшләй, 260 бала сәнғәт буйынса белем ала. Йыл һайын колледж педагогтары Урал аръяғы райондары буйлап йөрөп талантлы балаларҙы һайлап уҡырға саҡыра, хәҙер был тарафта бер һәләтле бала ла иғтибар үҙәгенән ситтә ҡалмай. Ауылдары яҡын булғас, улар ураған һайын ҡайтып йөрөй, ата-әсәләре лә килеп сыға. Был факт уҡыу процесына ныҡ ярҙам итә. Хәҙерге көндә колледжда Урал аръяғының алты районынан килгән балалар рәссам, театр, йыр, халыҡ инструменттары, махсус фортепьяно бүлектәрендә белем
ала, уны тамамлағас, күбеһе юғары уҡыу йортона уҡырға инә, билдәле сәнғәт әһелдәре булып китә.
Бөгөн инде колледжды тамамлаусыларҙың күбеһе тамашасыларға яҡшы таныш. Баязит Байназаров, Радмир Туйсин, Ғаяз Ғәйетбаев, Марсель Ҡотоев, Раян Алтыншин һ.б. кеүек талантлы йырсыларҙы бөгөн кем генә белмәй!
Сәнғәт өлкәһендәге оло хеҙмәттәре өсөн Камил Абдрахман улы Вәлиев Дуҫлыҡ һәм Салауат Юлаев ордендары һәм башҡа күп кенә Хөкүмәт наградалары менән бүләкләгән.
Уның хеҙмәте Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының Маҡтау грамотаһы, СССР Мәҙәниәт министрлығының «Өлгөлө эше өсөн» Почет тамғаһы менән билдәләнгән. Уның исеме «Рәсәйҙең файҙалы кешеләре» энциклопедияһына индерелгән.
Камил ағай Зөһрә еңгәй менән бергәләп ул һәм ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерҙеләр. Улдары Надир оҙаҡ йылдар Уренгойҙа газ үткәреү предприятияһында ҙур вазифа биләне, уның улы Авиация институтын тамамлап, атаһы эҙенән китте. (Редакциянан: Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, мәҡәлә әҙерләнгәндә Надир Камил улы йөрәк өйәнәгенән вафат булды). Ҡыҙҙары Лилиә хореография училищеһында концертмейстер булды, Лилиәнең ике ҡыҙы бар. Диана – Америкала финанс институтын тамамланы, Альбина – Өфө сәнғәт академияһының фортепиано бүлеген тамамлап, хәҙер икеһе лә Америкала йәшәй, эшләй.
Оло тормош юлы үтте Камил Абдрахман улы Вәлиев. Ҡайҙа ғына эшләһә лә, ул бар көсөн, талантын яратҡан республикаһына бирергә тырышты, һәм халыҡ күңелендә ҡалырлыҡ бик күп оло эштәр башҡарҙы. Камил Абдрахман улы Вәлиев тәүҙә Сибай сәнғәт колледжы директоры, аҙаҡ уҡытыусыһы булараҡ көсөргәнешле хеҙмәт менән йәшәне, ун биш йыл буйы һәләтле егеттәрҙе йыр сәнғәте серҙәренә өйрәтте, уларға талантын асырға, киләсәктә ҙур йырсылар булып китергә ярҙам итте. Сибай ҡалаһы, Урал аръяғы ҙур рәхмәтле, уны һәр саҡ оло хөрмәт менән иҫкә алалар.
Наил ҒӘЙЕТБАЙ
Читайте нас: