+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар

Мәҙәниәт һәм сәнғәттең замана һөнәрҙәре

Кем ул арт-баһалаусы, ижади халәт тренеры, коллектив сәнғәт кураторы, эстетик үҫеш буйынса шәхси тьютор, science-рәссам?

Мәҙәниәт – кешелек эшмәкәрлегенең иң боронғо тармаҡтарының береһе. Хәҙер күпселек эште техника башҡарғанлыҡтан, ижад менән шөғөлләнгән кешеләр артасаҡ, тип фаразлай белгестәр. Талантлы кешегә был үҙ аудиторияһын табырға булышлыҡ итһә, бихисап ижад емештәре араһынан ҡайһыһы сәнғәт тип баһаланыуын билдәләүе ауырға төшәсәк. Арт-баһалаусы (оценщик) – сәнғәт өлгөләренең төрлө элементтарҙан торған, ҡатмарлыҡтары менән айырылған яңы форматын (сайнс-арт, стрит-арт, перформанс) баһалауға һәләтле белгес. Ижади халәт тренеры – ижади һөнәр кешеләрен юғары креативлы “ағым хәленә” килтерә алыусы майнд-фитнес буйынса белгес. Фекерләү ҡеүәһен үҫтереү йәһәтенән дә эш алып бара. Коллектив сәнғәт кураторы – аныҡ ижади проектты тормошҡа ашырыу өсөн арт-төркөм йыйыусы белгес. Бындай төркөмдәргә төрлө профилле рәссамдар, ғалимдар, программистар, инженерҙар, бүтән тармаҡ белгестәре инеүе мөмкин. Эстетик үҫеш буйынса шәхси тьютор – ҡулланыусыға ижади әйберҙәр менән хеҙмәттәшлек өсөн шәхси траектория булдырыусы. Мәҙәниәт-сәнғәтте яҡшы белә, клиентының теләгенән, зауығынан, мөмкинлегенән сығып, эстетик үҫеш программаһын төҙөй. Мәҫәлән, Урта быуаттан алып бөгөнгө көнгә ҡәҙәр архитектура, дизайн, музыка, әҙәбиәт, кино өлкәләрендә готик стиль үҫешенә байҡау яһай ала. Science-рәссам – ижади эшмәкәрлегендә ғилми мәғлүмәт һәм белем ҡулланыусы кеше. Science-art айырым рәссамдар тарафынан ғына ҡулланылмай, ә уны етди уҡыу йорттары ла файҙалана.
Был һөнәрҙәргә ҡайҙа белем алырға?
Дауамы бар.
Читайте нас: