+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар

Халыҡ хәтерендә мәңгелек яҡты эҙ ҡалдырған бейеүсе

Йәүҙәт Зәйнулла улы БИКБИРҘИН хөрмәтенә Күсей мәҙәниәт йортонда һәм Баймаҡ район мәҙәниәт йортонда таҡтаташ ҡуйылған. Арҙаҡлы бейеүсе үлемһеҙ бейеүҙәре менән халыҡ хәтерендә мәңгелек яҡты эҙ ҡалдырҙы.

башҡорт халҡының арҙаҡлы бейеүсеһе ЙӘҮҘӘТ ЗӘЙНУЛЛА улы БИКБИРҘИН Баймаҡ районы Күсей ауылында тыуа. Бала саҡтан бейергә яратҡан, конкурстарҙа ҡатнашып призлы урындар алған егет, Стәрлетамаҡ сәнғәт техникумына уҡырға инә һәм уны уңышлы тамамлай. Баймаҡ мәҙәниәт йортонда өлкән методист булып эшләп йөрөгәндә, Фәйзи Ғәскәров исемендәге Башҡорт Дәүләт ансамбленә саҡырыу ала. Армия сафында хеҙмәт итеп ҡайтҡас та, ансамблдә бейеүен дауам итә. Рәсәйҙе иңләп-буйлап концерт ҡуялар, сит илдәрҙә гастролдә булалар.
1979 йылда Бәхти Ғайсин үҙенең эстрада коллективына уны эшкә саҡыра. Ошо осорҙа Йәнғәли Вахитов "Ҡара тауыҡ" исемле бейеүен һала. Германияла гастролдә булғанда ошо бейеүҙе оҫта башҡарғаны өсөн президенттың ҡатыны Йәүҙәт Зәйнулла улына магнитофон бүләк итә. 1983 йылда бейеүсе тыуған яҡтарына, Баймаҡҡа ҡайта. Бейеү ансамблендә ул яңынан-яңы бейеүҙәр һала. Халҡыбыҙҙың үткәндәренән тарихи образдар, тарихи миниатюралар тыуҙыра. "Ҡара һаҡал"," Игзаков", "Маршрут", "Бейеш батыр" , "Каруанһарай", "Төйәләҫ", "Ҡыҙҙар Байығы ", "Сонайым" һәм башҡа күп бейеүҙәр ижад итә." Ирәндек" халыҡ бейеүҙәр ансамбле башҡарған был бейеүҙәр Рәсәй, Башҡортостандың ғына түгел, сит ил тамашасыларының да һөйөүен яулай. Йәүҙәт Зәйнулла улына "Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре" тигән маҡтаулы исем бирелә. Тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уның ғүмере бик йәшләй өҙөлә.
Йәүҙәт Зәйнулла улы Бикбирҙин хөрмәтенә Күсей мәҙәниәт йортонда һәм Баймаҡ район мәҙәниәт йортонда таҡтаташ ҡуйылған. Арҙаҡлы бейеүсе үлемһеҙ бейеүҙәре менән халыҡ хәтерендә мәңгелек яҡты эҙ ҡалдырҙы.
Миләүшә ҠЫҘРАСОВА
Читайте нас: