+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар

Сағыу шәхестәр ҡалдырған яҡты эҙҙе халыҡ хәтеренән хатта ваҡыт елдәре лә юйып ала алмай

Ваҡыт бер кемде лә, бер нимәне лә ҡыҙғанмай. Әммә сағыу шәхестәр ҡалдырған яҡты эҙҙе халыҡ хәтеренән хатта ваҡыт елдәре лә юйып ала алмай. Киреһенсә, йылдар уҙған һайын, уларҙың исемдәре йөрәк түренә үтеп, тағы ла ҡәҙерлерәк була бара. Был йәһәттән музейҙарҙың эше баһалап бөткөһөҙ. Милли әҙәби музей филиалы - Шәйехзада Бабич музейы мөдире Миләүшә Радик ҡыҙы Ғибәҙуллина менән әңгәмә уҡығыҙ.

Миләүшә Ғәбиҙуллина:
- Арҙаҡлы башҡорт шағиры Шәйехзада Бабич – халҡыбыҙҙың бөйөк шәхестәренең береһе.
Милли әҙәби музей филиалы - Шәйехзада Бабич музейы, 1995 йылда, мәшһүр шағирҙың тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы Дүртөйлө районы, Әсән ауылында асылды.
Музей өс залдан тора. Беренсе зал ауыл тарихына бағышлана. Әсән - шаҡтай ҙур һәм етеш тормошло һаналған ауыл. Өс мәсете, ике мәхәлләһе булған. Бабичтың атаһы – Мөхәмәтзакир 1888 йылдан икенсе мәхәллә муллаһы булған. Шулай уҡ, беренсе залда, шағирҙың киң танылыу алыуына булышлыҡ итеүсе ауылдаштарҙың исемдәре мәңгеләштерелгән.
Икенсе зал шағирҙың тормошо һәм ижадына бағышлана. Бында шағирҙың атаһы, туғандары, бергә белем алған дуҫтарының фотоһурәттәрен курергә мөмкин. Шулай уҡ Бабичтың шиғырҙары менән танышырға була.
Артабан өсөнсө зал - этнография залы. Бында XI быуат аҙағы XX быуат баштарында ҡулланылған өй йыһаздары урын алған. Бында ауыл хылҡының шул дәүерҙәге тормошо күрһәтелгән.
Бөгөнгө көндә музей эсендә, экскурсиянан башҡа лекциялар һәм төрлө саралар үткәрелә, күргәҙмәләр эшләй. Уҡыусылар өсөн шәмбелә Шәйехзада Бабич музейы түбәндәге экскурсия программаларын тәҡдим итә: «Ш.Бабич музейы буйынса экскурсия»; «Шағирҙың тормошо һәм ижады»; «Башҡорттарҙың тормошо һәм көнкүреше».
Читайте нас: