+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар

Тальян гармун моңондай үткән ғүмер

«Заманында бөтә Өфөнө, республиканы шаулатҡан спектакль «Тальян гармун» ине. Авторҙың һәм театрҙың был уңышын, спектаклгә шул заман тамашасыһының өҙлөкһөҙ ағылыуын төрлөсә аңлатырға мөмкин. Сөнки драма ла, уның буйынса ҡуйылған спектакль дә һуғыш яңы ғына тамамланған заман өсөн бик етди актуаль – мораль мәсьәләләрҙе ҡуя ине тамашасы алдына.

Тәүге премьеранан һуң бер нисә тиҫтә йыл үтеп китһә лә, «Тальян гармун»дың бөгөнгө сәхнәләрҙә лә һаман шаулап барыуы, унда күтәрелгән проблемаларҙың да иҫкермәгәнлеге, әле лә тамашасыны тулҡынландырыуы тураһында һөйләй. Шуға ла ул драматургтың пьесалары араһында иң ғүмерлеһе булды», – тип яҙҙы 1981 йылда яҙыусы Хәким Ғиләжев үҙенең яугир дуҫы, танылған драматург, яҙыусы Ғабдулла Әхмәтшин тураһында.
Эйе, быйыл Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, яҙыусы, публицист, драматург, театр тәнҡитсеһе Ғабдулла Ғабдрахман улы Әхмәтшинға 95 йәш тулыр ине. 1921 йылда Бишбүләк районының Яңы Бикташ ауылында тыуған, ете йыллыҡ мәктәпте тамамлағандан һуң, ул Йәрмәкәй районы гәзитендә яуаплы сәркәтип булып хеҙмәт юлын башлай һәм шул уҡ ваҡытта ситтән тороп Бәләбәй педагогия училищеһында уҡый.
Илебеҙҙә дәшһәтле Бөйөк Ватан һуғышы башланып киткәс, Ғабдулла Ғабдрахман улы Әхмәтшин һуғыштың тәүге көнөнән үк үҙ теләге менән илебеҙҙе фашист илбаҫарҙарынан азат итергә китә.
1942 йыл башында уҡ Черкесск хәрби-пехота училищеһын тамамлағас уҡсылар ротаһы командиры вазифаһында совет Поляр түңәрәгенең аръяғын обороналауҙа, һуңынан көньяҡ-көнбайыш, өсөнсө Украина, Карельск фронттарында илебеҙ дошмандарын тар-мар итеүҙә ҡатнаша.
Һуғыш йылдарында ла Ғ.Ғ.Әхмәтшин ижади һөнәрен ташламай, дивизион гәзите мөхәррир урынбаҫары, «Совет яугире» гәзитендә ойоштороусы-корреспондент вазифаһында Румыния, Болгария, Югославия, Венгрия, Чехословакия, Австрия ерҙәрен илбаҫарҙарҙан ҡотҡарыусы һалдаттар тураһында яҙа. Күрһәткән ҡаһарманлыҡтары өсөн Ғабдулла Ғабдрахман улы Ҡыҙыл йондоҙ ордены һәм башҡа бик күп хәрби миҙалдар менән наградлана.
Тыуған илебеҙ тыныс тормошта йәшәп, һуғыш яраларын уңалта башлағас Ғ.Ғ.Әхмәтшин да 1949 йылда илебеҙ баш ҡалаһы Мәскәүҙә СССР яҙыусылар союзы эргәһендәге М.Горький исемендәге Әҙәбиәт институтына уҡырға инә һәм башҡорт яҙыусылары араһында беренселәрҙән булып уны уңышлы тамамлай.
Ғүмер йылдарында Ғабдулла Әхмәтшин республика гәзиттәрендә һәм журналдарында эшләй. 10 йылдан артыҡ Башҡорт АССР-ы яҙыусылар союзында драматургтар секцияһын етәкләй. Ғабдулла Ғабдрахман улының таланты бигерәк тә драматургия өлкәһендә ныҡ сағыла. 1948 йылда ул мәңге йәш, мәңге актуаль «Тальян гармун» музыкаль комедияһын яҙа. Шуны ла әйтеп үтеү кәрәктер, был комедия республикабыҙ театрҙары сәхнәләрендә бик уңышлы итеп ҡуйыла, бер театр миҙгелендә ике йөҙ тапҡырҙан артыҡ сәхнәләштерелә. Драматургтың «Яр буйындағы костер», «Юғалған хаттар», «Алма ағасы аҫтындағы күләгәлә», «Раушан», «Урау-урау юлдарҙан», «Туй күлдәге», «Юл башы», «Ағиҙел тулҡындары», «Ялҡын», «Онотмағыҙ беҙҙе, туғандар!» пьесалары ла Башҡортостан һәм Татарстан театрҙарында ҡуйыла һәм авторға ҙур танылыу алып килә.
Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында яугир-яҙыусы Ғ.Әхмәтшин көндәлек алып бара. «Мин – Ер» тигән шиғырында ул телефонистка ҡыҙ, «Ваҡыт оса» исемлеһендә һуғыш барышы, «Әсә йөрәге» исемлеһендә әсәйҙәрҙең һуғыш яланындағы улдарына яҙған хаттарын сағылдыра. Уның тарафынан әҙерләнгән радиопостановкаларҙа күп төрлө тема урын алған, республикабыҙҙың үткәненә бәйле тарихи ваҡиғалар, заман мәсьәләләре сағылыш тапҡан. Был әҙерләнгән радиопостановкалар араһында ла һуғыш темаһы ситтә ҡалмаған.
Ғабдулла Әхмәтшин билдәле урыҫ яҙыусылары Максим Горький, Иван Тургенев, Антон Чехов һәм башҡаларҙың ижадын башҡорт теленә тәржемә итә. Уны театр критигы булараҡ та беләләр. СССР-ҙың халыҡ артисы А.Мөбәрәковтың ижад юлы, Сибай һәм Салауат театрҙары үҫеше, республиканың сәнғәт әһелдәре тураһында бик күп очерктары айырым китаптар ҙа булып сыға. Публицистик мәҡәләләре, фельетондары республика матбуғатында, ә ҡайһы берҙәре «Правда», «Советская культура» гәзиттәре биттәрендә баҫылып сыға.
Архив материалдары араһында шәхестең ижадына ҡағылышлы мәғлүмәттәрҙән тыш уның 1953–1981 йылдарҙағы хаттары һаҡланған. Күбеһе башҡортса, урыҫ телендә лә, ғәрәп алфавитында ла хаттар бар. Хаттарҙың күп өлөшөн сәнғәт, әҙәбиәт вәкилдәре яҙған. Улар араһында Сибай, Салауат театры артистары, республикабыҙҙың төрлө район гәзиттәре редакциялары коллективтарынан бар. Шулай уҡ Ғ.Әхмәтшиндың сәнғәтте үҫтереү, матбуғат биттәрен яҡшыртыу, республика театрҙарының репертуарҙарын байытыу буйынса яҙған мөрәжәғәт хаттары Башҡорт өлкә комитетына һәм төрлө дәүләт органдарына йүнәлтелгән.
Ғабдулла Ғабдрахман улы Әхмәтшиндың намыҫлы хеҙмәт юлы, оҙаҡ һәм ныҡышмалы ижады үҙенең матур емешен биргән. Халыҡ күңелендә һәм хәтерендә «Тальян гармун» пьесаһы менән иҫтә ҡалған яугир драматургтың ғүмере лә, тормошо ла, ижады ла ысынлап та ошо моңло тальян гармунды хәтерләтә. Рәсәй фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең ғилми архивында һаҡланған шәхси фонд материалдары оло шәхестең тынғыһыҙ сәнғәт һәм әҙәбиәт эшмәкәре икәнлеген иҫбат итә.
Луиза Ғиниәтуллина,
Рәсәй фәндәр академияһы
Өфө ғилми үҙәгенең ғилми архивы мөдире
(Архив материалдарынан)
Читайте нас: