+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар

Тарихи бейеү "Аҫаба"

Был тарихи күренештән бөркөлгән көс-ҡеүәт күп милләттәштәрҙең иғтибарын йәлеп итә. Башҡорт бейеү сәнғәтенең яҡты йондоҙо Риф Ғәбитовты ла был фотоһүрәт битараф ҡалдырманы. Билдәле хореограф тарихи факттарға нигеҙләнеп, халҡыбыҙ ир-уҙамандарының эске күңел торошон һәм тышҡы ғәйрәтен сағылдырған "Аҫаба" исемле бейеү һалырға булды.

Был турала үҙ диуарында бәйән иткәс, Риф Фәтих улының изге ниәтен хуплап бик күптәр күтәрмәләне, кәңәштәрен бирҙе, тәҡдимдәрен индерҙе. Бейеү донъяһына битараф булмаған һәр кем сәнғәт көмбәҙендә ҡабынасаҡ ҡабатланмаҫ сағыу бейеү өлгөһөн тиҙерәк күрергә теләне. Бейеүҙең презентацияһы ҡасан һәм ҡайҙа буласаҡ? Маҡсатын тормошҡа ашырырға ниндәй күҙгә күренгән һәм күренмәгән кәртәләр тотҡарлай Риф Ғәбитовты? "Аҫаба" бейеүе менән бер рәттән тағы ла ниндәй донъя кимәлен аһ! итерлек ижад емеше менән хайран итергә йыйына башҡорт халҡының атҡаҙанған артисы,Салауат Юлаев исемендәге Республика премияһы лауреаты Риф Ғәбитов - "Тамаша" журналының киләһе һанында уҡырһығыҙ
Миләүшә ҠЫҘРАСОВА
Читайте нас: