Роберт Хәким улы Ғәзизовтың исеме урта һәм унан өлкән йәштәгеләргә яҡшы таныш. Композитор, Ғ. Сәләм исемендәге премия лауреаты, «Почет билдәһе» ордены кавалеры, БАССР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре. Симфония, «Геройҙар иҫтәлегенә» симфоник поэма, М. Кәрим, В. Татаринов шиғырҙарына ораторийҙар, Ш. Анаҡ шиғырҙарына хор циклдары, скрипка, флейта, симфоник оркестр, эстрада-симфоник оркестрҙар өсөн концерттар, орган һәм флейта өсөн пьесалар, мюзикл, опера, балет, драма спектаклдәренә – «Бәхтегәрәй» (1979, Ә.Мирзаһитов), «Диктаторға ат бирегеҙ!» (1981, М. Кәрим), «Әсәкәй Кураж һәм уның балалары» (1976, Б. Брехт), телевизион фильмдарға – «Тауҙарҙа юлдар» (1975), «Мин ерҙән барам» (М. Кәрим тураһында; 1976), «Яҡшы ғаиләнән йәш кеше» (1987), кинофильмдарға – «Петр өсөн карта», «Алтын тау сере» (икеһе лә –1984) көйҙәр авторы. Уның М. Ғәли («Аҡ ҡайындар»), М. Сиражи («Мөхәббәт йондоҙо»), У.Кинйәбулатовтың ( «Мин – бер тамсы») һүҙҙәренә яҙған йырҙары халыҡ араһында киң популярлыҡ яулай. «Көҙгө ямғыр», «Был киң далалар», «Өйгә ҡайтыр юлда», «Һуңғы осрашыу», «Киткәндә әйләнеп ҡара», «Алыҫ юлдар еле» инструменталь көйҙәре йөрәктәргә үтеп инерлек, уларҙы иләҫләнеп тыңлайһың... Волга буйы һәм Урал композиторҙары музыкаһы фестивален, «Ағиҙел» Бөтөн Рәсәй эстрада йырҙарын башҡарыусылар конкурсы, боронғо һәм заманса көй башҡарыусыларҙың республика фестивалдәрен үткәреүсе булараҡ та уны хәтерләүселәр байтаҡ. Яҡташыбыҙ егерме йылдан ашыу сит илдә, АҠШ-та, йәшәй. Тыуған иле менән бәйләнеште өҙмәй, форсат сыҡҡанда ҡайтырға тырыша. Яңыраҡ журнал уҡыусыларыбыҙ менән яҡындан таныштырыу маҡсатында беҙ уның менән бәйләнешкә инеп, хат алыштыҡ. Роберт ағайҙың тормош юлы һеҙҙе, хөрмәтле уҡыусыларыбыҙ, битараф ҡалдырмаҫ. Бына уның бәйәне.
Әсәйем Нажиә Шакир ҡыҙы атайым Хәким Мөхлис улы менән Өфө ҡалаһына Ырымбур өлкәһенән күсеп килеп төпләнгәндәр. Пушкин урамында урынлашҡан Балалар үҙәк музыка мәктәбе бинаһында элек Бала табыу йорто ине, мин шунда донъяға килгәнмен. Шулай булғас, тамырҙарым Өфө ҡалаһынан тип әйтә алам. Унда мин 55 йыл йәшәнем. Әүәле яҡшы тип иҫәпләнгән йорт табыуы еңелдән булманы, беҙ Октябрь Революцияһы урамындағы 27-се йортҡа килеп урынлаштыҡ, миңә ни бары һигеҙ йәш ине ул саҡта. Ул өйҙә ун йыл йәшәнек. Бер нисә йыл элек мин атай-әсәйемдәрҙең ҡәберенә зыярат ҡылдым, юл ыңғайы ул урамда ниндәй үҙгәрештәр булған икән, тип ҡарарға булдым. Бик ғәжәпләндем, сөнки ҡала иҫ киткес үҙгәргән, ә ул йорт һаман да урынында ине...
Ошо уҡ адрес буйынса әллә унлаған ғаилә йәшәне. Хәтер бит ул ҡыҙыҡ нәмә, өлкәнәйә барған һайын кисәгең онотола, ә бына элеккеһе ныҡ иҫтә ҡалған. Мин үҙебеҙ тирәһендә кемдәр йәшәгәнен һаман да яҡшы хәтерләйем, бөтә ғаиләләр ҙә тиерлек, урыҫтар ине, бер йәһүд ғаиләһе һәм беҙ – күршеләр әйтмешләй, «националдар». Тыныс йәшәнек, ирешеп-ыҙғышып йөрөүселәр булманы. Йорттоң ике бүлмәһендә беҙҙең ғаилә һәм олатайым Ришаттың ғаиләһе, барлығы һигеҙ кеше йәшәнек.
Бала һәм үҫмер сағыбыҙ башҡаларҙан бер нимә менән дә айырылманы, ярлы ғына йәшәһәк тә быны һиҙмәнек, сөнки, мин уйлауымса, ул саҡта СССР-ҙағы халыҡтың 95 проценты шулай йәшәгәндер ул. Атай-әсәйемдәр, хәҙергесә әйткәндә, ябай кешеләр ине. Әсәйем бухгалтерҙар курсын тамамлаған, атайым урта белемле иҡтисадсы булды. Әлбиттә, башҡалар кеүек, улар ҙа байрамдар ойоштора ине, күңелле була торғайны. Атайымдың «Перовский» бейеүен башҡарғаны хәтеремдә ҡалған.
Мин 3-сө һанлы мәктәпте тамамланым, ул һаман да бар, ҡала уртаһында урынлашҡан. Ул осорҙа айырым уҡытыуҙы бөтөргәйнеләр. Совет мәктәбендә белем биреү бик юғары кимәлдә булды, тип иҫәпләйем. Беҙҙең класта 6 малай ине, шуларҙың бишеһе юғары белем алды, ватаныбыҙға лайыҡлы хеҙмәт итте. Мин бала сағымдан уҡ китаптар уҡырға әүәҫ булдым, сәғәттәр буйына ҡала китапханаһында ултыра торғайным. Ә әсәйем ике кинотеатрҙа бухгалтер булып эшләгәс, бушлай, бер үк фильмды бер нисә тапҡыр ҡарау мөмкинлеге бар ине. Спорт менән дә дуҫ булдым, «Динамо» стадионында пленға төшкән немец һалдаттары ике баскетбол һәм теннис кортынан торған комплекс төҙөгәйнеләр, унда теләгән һәр кем йөрөнө. Башҡортостан йыйылма командаһы спортсылары йыш килә торғайны, беҙ уларҙың уйындарын ҡарап күп нәмәгә өйрәндек. Ҡыҙғанысҡа күрә, музыка мәктәбендә уҡый алманым.
Мәктәпте тамамлағас, музыка училищеһының нота грамотаһын белеү мотлаҡ булмаған хор бүлегенә уҡырға инергә уйлағайным да, ата-әсәйемдәр мине инженер итеп күрергә теләгәс, ҡаршы килмәҫкә була, Өфө авиация институтына уҡырға индем. Унда мин нимәләр менән генә шөғөлләнмәнем: баскетбол, бокс, һәм, әлбиттә, музыка. Уҡыу гелән бер яҡ ситтә булды. Студенттарҙың эстрада оркестрында солист инем. Шул осорҙа тәүге йырҙарымды ла яҙғайным. Институттан һуң эшкә урынлаштым, ситтән тороп музыка училищеһын, Өфө сәнғәт институтын тамамланым. Ҡайҙарҙа ғына эшләмәнем, уларҙы һанап тормайым. Шуны ғына әйтә алам, ситтән тороп уҡыу – белем алыу түгел инде. Көй яҙыу, көй сығарыу өлкәһендәге белемемде фәҡәт үҙ тырышлығым һәм классиктарҙың партитураларын ныҡлап өйрәнеүҙә күрәм.
Шул уҡ йылдарҙа мин продюсерлыҡ менән дә шөғөлләнә башланым. Алтмышынсы-етмешенсе йылдарҙа башҡорт радиоһында штаттағы эстрада ансамбле булманы, ул хәҙер ҙә юҡтыр, тип уйлайым. Мин музыканттарҙы йыйып алам да, башҡорт композиторҙарының йырҙарына аранжировка эшләйем, алдан уҡ музыканттарға аҡса түләү тураһында килешеү алып барам һәм көйҙәрҙе студияла яҙҙыртам. Ошо рәүешле мин композитор Н. Ғ. Сабитов менән таныштым. Ул композитор ғына түгел, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының баш дирижеры ине. Бер көндө Нариман Ғиләзетдин улы миңә: «Обкомда алмаш әҙерләргә кәрәк, тиҙәр. Мәскәүгә дирижерлыҡҡа уҡырға ебәрһәк, нисек ҡарайһың?» – тине. Ләкин ул ваҡытта мин сәнғәт институтында ситән тороп уҡый ҙа, икенсенән, ғаиләле лә инем. Шуға күрә ҙур үкенес белдереп, тәҡдимде кире ҡаҡтым.
Институтты тамамлағас, Рус драма театрының баш режиссеры Ғ. Ғ. Ғиләжев мине музыкаль етәксе итеп эшкә саҡырҙы. Ғиләжев – бик талантлы режиссер ине, әммә үҙенең ижади потенциалын тулыһынса тормошҡа ашырманы. Ул музыкаль спектаклдәр ҡуйырға ярата торғайны. Уның менән бергә «Ламанчи кешеһе» мюзиклын ҡуйыуыбыҙ әле лә иҫтә. Театрҙа эшләү ижади юҫыҡта миңә күпте бирҙе. Мин спектаклдәргә көйҙәр яҙҙым, һәм, әйтергә кәрәк, уны тере башҡарыуҙа ишетә торғайным. Унан һуң, театр йәйге осорҙа гастролдәрҙә йөрөнө, беҙ Украинала булдыҡ, башҡа республика, яңы кешеләр һәм ҡалалар менән танышыу бик ҡыҙыҡлы булды.
1978 йылда мине БАССР-ҙың Композиторҙар союзы идаралығы рәйесе, ә 1979 йылда РСФСР-ҙың Композиторҙар союзы идаралығы сәркәтибе итеп һайланылар. Был миңә үҙ-үҙемде тормошҡа ашырыу өсөн яңы мөмкинлектәр бирҙе. Мин РСФСР Композиторҙар союзы сараларында әүҙем ҡатнаштым. Улар йыш ҡына композиторҙарҙың ижади тормошо буйынса фекер алышыу, музыкаль фестивалдәрҙә ҡатнашыу, ижади командировкаларҙан ғибәрәт ине. Ә иң мөһиме, мин ул осорҙа, әгәр быны шулай иҫәпләгәндә, шул тиклем азат инем. Тормошта бик күп төрлө ваҡиғалар булып торҙо, уларҙың ҡайһы берҙәренә генә туҡталам.
Композитор, әгәр ҙә халыҡ араһында киң танылыу яуларға теләй икән, көйҙәр яҙырға тейеш. Барыһы ла яҙа алмай, әлбиттә, моңдо тоя белеү кәрәк бит, был бик мөһим. Мине музыка менән бәйле өлкәлә белһәләр ҙә, халыҡ араһында исемем бигүк билдәле лә булманы. Бер мәл миңә йәш, ә исеме ярайһы уҡ киң танылыу яулаған шағир Сафуан Әлибаев менән танышырға тура килде. Уның менән тиҙ арала уртаҡ тел табып дуҫлашып киттек. Беҙ уның менән күп йырҙар яҙҙыҡ, халыҡ араһында ул йырҙарҙың киң таралып китеүе күңелгә хуш килде. Йырҙарҙы бынамын тигән йырсылар Нәзифә Ҡадирова, Радик Гәрәев һәм башҡалар башҡара торғайны. Яңыраҡ мин ҡайһы берҙәрен YOUTUBE-ҡа ҡуйҙым. Уларҙы рус телендә «Башкирская эстрада. Восьмидесятые» тип яҙаһың да, килеп тә сыға, теләгән ваҡытта тыңларға мөмкин.
Ижади тормошомда СССР-ҙың халыҡ артисы, Радио һәм телевидениеның эстрада-симфоник оркестры етәксеһе Юрий Васильевич Силантьев менән танышыуым иң мөһим хәл-ваҡиғаларҙың береһе булды. Уҙған быуаттың 70–80-се йылдарында бөтә СССР-ға 2 федераль канал һәм ни бары 2 радиостанцияһы эшләй ине. Композиторҙарға унда үтеп инеү бик ҡыйын булды. Нигеҙҙә көйҙәр Силантьев етәкселегендә оркестр тарафынан ғына яҙҙыртыла торғайны. Әлбиттә, Силантьев оркестрға хужа булманы, ул дәүләт хеҙмәтендә булып Бөтә Союз Радиоһының музыкаль редакцияһы тәҡдим иткән әҫәрҙәрҙе генә яҙҙыра ине. Музыкаль редакцияла эшләгән дуҫтарым Силантьевҡа минең бер нисә оркестр пьесаларын тәҡдим иткән. Яҙҙырыу ваҡытында мин үҙем дә ҡатнашҡайным, тулҡынланыуым сиктән ашҡайны. Бер саҡ уның: «Йөрөй бында теләһә кем Башҡортостандан», – тип һуҡранғанын ишеттем. Әммә беренсе пьесанан һуң композиторҙың ҡайҙа булыуын һорашҡан. Мин яҡын килдем, беҙ таныштыҡ. Икенсе пьесанан һуң ул миңә улының туйында төшкән фотоларын күрһәтә башланы, ә инде яҙҙырыу аҙағына яҡынлашҡанда концерттарҙа минең пьесаларҙы башҡарырға рөхсәт итеүемде үтенде. Ике йыллап бергә эшләнек, һәм мин пьесаларымды уның оркестры башҡарыуында «Мелодия» фирмаһында яҙҙыртыуҙарын үтендем. Үҙем генә был эште һис ҡасан да атҡара алмаҫ инем. Фирма 24 пьесам яҙылған ике винил диск сығарҙы. Ю.В.Силантьев менән үҙ-ара мөнәсәбәтте уның ғүмеренең ахырынаса һаҡланым.
Совет иле йәшәгән дәүерҙә Композиторҙар союзы ҙур булмаған штатлы, әммә күп мөмкинлеккә эйә булған бик тә етди ойошма ине. Яҡшы мөнәсәбәттәһең икән, етәкселәргә туранан-тура теләһә ниндәй ваҡытта мөрәжәғәт итергә мөмкин булды, тәҡдимдәргә ҡолаҡ һала торғайнылар. Германия Демократик республикаһының (элекке ГДР) Галле ҡалаһы Өфө менән туғандаш ҡалалар ине. ГДР-ҙың партия етәкселеге үҙҙәренең мәҙәниәт эшмәкәрҙәренең СССР-ға мотлаҡ барып йөрөргә тейеш булыуын һәм ошо рәүешле ышаныслы булыуҙарын раҫлай аласаҡбыҙ,тип иҫәпләнеләр. Галленан сираттағы мәҙәниәт бүлеге вәкиле килеүендә партия өлкә комитетына мине саҡырҙылар һәм мин БАССР-ҙың Композиторҙар союзы исеменән Галле округының Композиторҙар союзы менән хеҙмәттәшлек итеү буйынса килешеүгә ҡул ҡуйҙым. Ләкин ҡул ҡуйыу ғына әҙ ине әле. Бер нисә көндән өлкә комитетында был турала оноттолар. Бер ни тиклем ваҡыт үткәс мин етәксемә, мәҙәниәт бүлеге мөдире А.М.Дилмөхәмәтовҡа: «Нисек була инде был, килешеүгә ҡул ҡуйҙыҡ та бер нимә лә эшләмәйбеҙ?» – тинем. Дилмөхәмәтов минең һүҙҙәремә ыңғай ҡараш белдерҙе. Башта Өфөгә Галле округының Композиторҙар союзы рәйесе килде, артабан мин ГДР-ға юлландым. Мине бик яҡшы ҡабул иттеләр. Гендель халыҡ-ара музыка фестиваленә (бөйөк немец композиторы Гендель бер ни тиклем ваҡыт Галле ҡалаһында йәшәгән булған) башҡорт композиторҙары һәм музыканттары барасаҡ, тип һүҙ беркеттек. Киләһе йылына был килешеү бойомға ла ашты. Беҙҙең музыканттар бик шәп сығыш яһаны. Улар башҡорт композиторҙарының классик һәм камера көйҙәрен башҡарҙы. Артабан беҙҙең бәйләнештәр дауам итте. Мин композиторҙарыбыҙҙың ГДР-ға барыуы, ә немец коллегаларыбыҙҙың беҙҙең сараларға килеүе тураһында ла килештем. Шуны һыҙыҡ өҫтөнә алып үтер инем, барлыҡ юл сығымдарын республика үҙ өҫтөнә алды, башҡа ижади союздарҙың бындай бәйләнештәре бөтөнләй юҡ ине.
Аныҡ ҡына хәтерләмәйем, 90-сымы, 91-семе йылда миңә билдәле Ленинград (хәҙерге Санкт-Петербург) музыка белгесе Изалий Иосифович Земцовский шылтыратты. Японияла Хоккайдо утрауының ҙур булмаған курорт ҡалаһында йыл һайын япон халыҡ көйҙәре фестивале уҙғарыла. Сараны ойоштороусылар Земцовскийҙың фестивалдә ҡатнашыуҙарын үтенгән, уларҙың шарты буйынса ул халыҡ йырҙарын башҡарыусылар менән килергә тейеш булған. Изалий Иосифович миңә ике музыкант әҙерләп килергә ҡушты. Юл хаҡы, йәшәү, ашауҙы япондар үҙ өҫтөнә алғайны. Бынан тыш, Японияның алдынғы телекомпанияһы беҙҙең ҡатнашыусыларҙың сығышын үҙҙәренең илендә күрһәтәсәк, шулай уҡ ике япон операторы Өфөгә килеп Башҡортостан тәбиғәте тураһында ҡыҫҡаса фильм төшөрөргә, тип килешелгәйне. Токиоға беҙ Мәскәүҙән остоҡ, шул уҡ көндөң кисендә беҙҙе автобус менән Хоккайдоның баш ҡалаһы Саппороға алып киттеләр. 1972 йылда бында ҡышҡы олимпия уйындары булған. Бик матур, ике миллион кешелек ҡала. Иртә менән мин бер аҙ йөрөштөрөп киләйем тип сыҡтым. Тирә-яҡтағы таҙалыҡҡа таң ҡалдым. Ҡала уртаһынан киңлеге ике метрлыҡ йылға ағып ята, унда ҙур ҡыҙыл балыҡтар йөҙөп йөрөй!
Иртәгәһен беҙ фестиваль үткән курорт ҡалаһы Вакканайга сыҡтыҡ. Ҡала Японияның төньяк нөктәһендә урынлашҡан, аяҙ көндө унан Сахалин утрауының һыҙаттары күренә. Тағы ла бер тапҡыр япондарҙың таҙалыҡ яратҡандарына инандым. Һәр иртә магазин йәки кафе эргәһендәге тротуарҙы һабынлап йыуалар. Япондарҙың сығышы ҡыҙыҡлы ғына булды, ә иҫ китмәле костюмдар кейгән артистарыбыҙ күренеүгә зал геү итеп ҡалды. Оҫта ҡурайсы Юлай Ғәйнетдиновты тын ҡалып тыңланылар. Икенсе көнөнә беҙ Токиоға килдек, ә унан инде Мәскәүгә остоҡ.
Туҡһанынсы йылдар башында барған хәлдәр бик күптәр өсөн ауыр һынау булды. Мәскәүҙәге юлға һалынған бәйләнештәр өҙөлдө. Америкаға күсеү мөмкинлеге килеп тыуғас, беҙ уйға ҡалдыҡ. Унда ла эшләп ҡарағы килде, Рәсәйҙә иһә алда ниндәйҙер билдәһеҙлек ҡалҡты. Улыбыҙ ҙа унда йәшәргә, тип хыяллана ине, уға ла ярҙам итергә тейеш инек. Шулай ҙа барыһы ла үҙгәрер һымаҡ тойолдо. 1995 йылда билдәле йырсы, ул осорҙа Опера һәм балет театры директоры һәм художество етәксеһе Радик Гәрәев юғарыла ултырған етәкселәр менән конфликтҡа инеп, эшенән бушатылғайны. Йыш ҡына шулай була: труппаның ижади составында низағ сыға, ошо хәлдән сығара алырлыҡ кешегә мохтажлыҡ тыуа. Мәҙәниәт министры Хәләф Ишморатов художество етәксеһе вазифаһын миңә тәҡдим итте, был тәңгәлдә минең үҙ ҡарашым, ниәттәрем бар ине, улар яуапһыҙ ҡалды, артабан был турала һөйләшеү булманы. Әгәр был эшкә мине тәғәйенләһәләр, беҙ китмәҫ тә инек.
Эмиграцияның тәүге йылдары бик ауырға тура килде, йәшем дә илленән артҡан ине. Тәүге проблемалар торлаҡ эҙләүҙән башлана. Берәй районды оҡшатып, шунда ҡуртымға фатир алырға теләйһең икән, рекомендация кәрәк. Нью-Йорк биш эре райондан тора, уларҙың ҡайһы берҙәрендә ҡараңғы төшөү менән урамға сығыу хәүефле. Беҙ күпселек ҡытайҙар йәшәгән Квинс районында урынлаштыҡ. Мин компьютер һатып алдым, гәзиттәргә иғлан биреп, аранжировкалау менән шөғөлләнә башланым, уҡыусыларым барлыҡҡа килде. Тормош төрлө мәшәҡәттәр менән тулы булды. Беҙ ғәйәт ҙур мегаполиста йәшәп, ауыр шарттарға ҡулайлашып, уларҙы яҡшы яҡҡа үҙгәртергә тырыштыҡ. Тел белмәү иң төп проблема ине. Шуға ла колледжға эшкә төшөп, музыканан белем биреүгә мин хатта ынтылманым да.
Шуны ла әйткем килә, иммигрантҡа музыка өлкәһендә етди уңыштарға өлгәшеү мөмкин түгел тиерлек. Беҙ йыш ҡына «Голос» тапшырыуын ҡарайбыҙ. Унда Нью-Йорктан бынамын тигән башҡарыусылар осрай. Уларҙы ҡарап һеҙ: «Беҙ Америкала билдәле йырсы» – тиһәләр, ышанмағыҙ. Билдәлелек яулар өсөн АҠШ-та йәки тыуырға, һис юғында, кесе йәштән ошонда тәрбиәләнергә кәрәк. Тағы ла, америкалыларҙың үҙҙәре араһында ла хәтәр конкуренция бар. Етди, әгәр шулай тип әйтергә булһа, музыка яҙыу бер ниндәй ҙә килем килтермәй. Бының менән, ғәҙәттә, юғары уҡыу йорттары уҡытыусылары шөғөлләнә, был эш уларға өҫтәмә рәүештә йөкмәтелә. Мин электрон музыка менән күп шөғөлләндем, уларҙы интернет-магазиндарға ҡуйҙым. Рус телендә йырҙар, камера әҫәрҙәре яҙҙым, уларҙы ҙур булмаған коллективтар һирәк-һаяҡ башҡарҙы. Симфоник оркестр өсөн яҙыуҙың әһәмиәте юҡ ине. Ә бына ҡасандыр авиация институтын тамамлауымдың кәрәге тейҙе. Мин тест тапшырып Нью-йорк метроһына яҡшы түләүле эшкә урынлаштым.
Өс йыл элек беҙ ҡала ситендә өс бүлмәле фатир һатып алдыҡ. Был тирәлә нигеҙҙә яҡшы тәьмин ителгән ғаиләләр йәшәй. Йорттар бында күп ҡатлы түгел. Йәй көндәре бар тирә-яҡ сәскәләргә күмелеп ултыра. Егерме минутлыҡ ҡына юлда Атлантик океан, беҙ унда һыу инергә йыш йөрөргә тырышабыҙ. Беҙҙең кооператив ихатаһында бассейн да бар, әммә океанда йөҙөү нығыраҡ оҡшай. Шөкөр, ғаиләбеҙ бәхетле, ҡатыным Гөлнур (ул билдәле шағир Ҡадир Даяндың ҡыҙы) менән 51 йыл тормош көтәбеҙ. Иҡтисади яҡтан бер нимәгә лә борсолмайбыҙ, улыбыҙ менән киленебеҙҙең эштәре яҡшы, ейәнебеҙ уҡыуын тамамлап килә. Яҡташтарыбыҙға донъялар тыныслығы, тормоштарының яҡшыға ғына үҙгәреүен теләйем.
Сәриә Ишемғолова әҙерләне (Архивтан)